Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сер бүлешер дуҫтары күп
Сер бүлешер дуҫтары күпДонъяң түңәрәк булһын өсөн күп кәрәкме? Айырыуса ғәмһеҙ бала саҡта – атай-әсәй иркәләгәндә йәки хыялый күңел ҡайҙалыр елкенгән үҫмерлектә. Ҡәҙерлеләреңдең наҙын һәм хәстәрен тойоп йәшәүгә ни етә! Башҡорт дәүләт педагогия университетының Бөрө филиалы студенты, уҡыу алдынғыһы, төркөм старостаһы Ынйы ҒӘЙНЕТДИНОВА ла ошо фекерҙе яҡлай.
– Ваҡыт төшөнсәһен нисек аңлайһың? Белеүемсә, уҡыу менән бергә һин белем усағындағы һәм ҡала тормошондағы төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнайһың.
– Кемгә нисектер, әммә минең өсөн һәр көнөм, тәүлектең һәр сәғәте ҡәҙерле. Әлбиттә, төрлө саҡ була, барыһы ла уйлағанса килеп сыҡмауы ла ихтимал. Мәҫәлән, төшкә тиклем башкөллө ғилем донъяһына сумам. Нәфис әҙәбиәт яратам, шуғалыр ҡараштарым даирәһе көндән-көн киңәйә бара. Минеңсә, кешелә ҡыҙыҡһыныу юҡ икән, алға китеш тә күҙәтелмәйәсәк, уның күңел донъяһы ярлыланасаҡ ҡына. Кем әйтмешләй, мөғжизәһеҙ донъя йырһыҙ туй менән бер.
Ҡалабыҙҙа “Өмөт” тигән халыҡ театры бар. Ғөмүмән, мәҙәниәт һарайы гөрләп тора. Күптән түгел генә драматург Әнғәм Атнабаевтың “Законлы никах менән!” пьесаһын сәхнәләштереп, халыҡ хөкөмөнә сығарҙыҡ. Тамашасыларҙың көслө алҡыштарын күреү, ихлас ҡарашын йөрәгең менән тойоу шул тиклем кинәнесле. Ошондай шатлыҡлы минуттарҙы һөйләп аңлатырлыҡ та түгел. Һағыш менән һуғарылған әҫәрҙәрҙе йотлоғоп уҡыйым, унан һуң уйланып йөрөп, ниндәйҙер фекер тыуа. Бәлки, шуғалыр ҙа драматик ролдәрҙе уйнарға яратам.
“Бөрө шишмәләре” тигән башҡортса гәзиттә мәҡәләләрем даими донъя күрә. Ҡәләм тирбәтеүем осраҡлы түгел, мәктәптә уҡығанда уҡ бәләкәс кенә һүрәтләмәләрем район гәзитендә баҫыла килде. Әле уның мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Ғәлиә Ғәниеванан оҫталыҡ дәрестәре алам. “Башҡортостан”ға ла яҙышырға теләгем ҙур. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү уятҡан уҡытыусым Ифира Рәмзи ҡыҙына рәхмәтем сикһеҙ. II курстан ғилми эш менән шөғөлләнәм, мәғрифәтсе Ғарифулла Кейековтың ижадын, хеҙмәттәрен тәрәндән өйрәнәм.
– Студент йылдары – иң күңелле осор. Беҙ ҙә ундай ҡыуанысты кисерҙек: лекция тыңлап ҡына ултырҙыҡ йәки китапхананан сыҡманыҡ тиһәм, мине дөрөҫ аңламаҫтар. Киноға, дискотекаға ла йөрөнөк, футболын да уйнаныҡ. Ә егет һәм ҡыҙҙар бөгөн ялын нисек үткәрә?
– Һәр кем буш ваҡытын файҙалы итеп уҙғарырға тейеш. Барыһы ла үҙ ҡулыңда. Әйткәндәй, яңы ғына Интернетта ошо хаҡта бер ҡыҙыҡлы яҙма уҡығайным. Унда, “үҫмер төрлө йүнәлеш буйынса эш алып барһа, киләсәктә был уға үҫеш өсөн көслө этәргес бирәсәк”, тиелгән. Аҡыллы әйтелгән, килешәм был һүҙҙәр менән. Беҙ ҙә төрлө сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ. Хәҙер ноутбукһыҙ студент юҡ. Интернеттағы социаль селтәрҙә ултырыуҙың күп ваҡытты урлауын беләм. Ләкин, ни хәл итәһең, заман башҡа – заң башҡа.
– Ынйы, был тормошта һинең өсөн иң мөһиме нимә?
– Атай-әсәйемдең, туғандарымдың һәм яҡындарымдың иҫән-һау ғүмер итеүе. Ҡәҙерлеләрем минең өсөн өҙөлөп тора. Тәтешле районының Аҡсәйет ауылынанмын. Тыуған яғыма йыш ҡайта алмайым, ләкин форсат сыҡҡанда шундуҡ юлға йыйына башлайым.
Ҡулға диплом алыу – миҙалдың бер яғы, ә кәрәкле белгес, лайыҡлы шәхес булып үҫеп етеү – күпкә мөһимерәк мәсьәлә. Был турала йыш уйланам. Һуңынан инде ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә лә ваҡыт етер. Тормошта үҙен төрлө яҡлап асҡан һәләтле кешеләргә тиңләшергә тырышам. Ә инде яҡшылыҡтың күп булыуына йылдар үткән һайын тәрәнерәк төшөнә барам. Изгелек орлоҡтарын сәскән һайын ул үҙеңә, тағы ла артып, кире ҡайтасаҡ. Әхирәттәремде ихтирам итәм, тормош юлдарын бергә үтергә яҡын дуҫтарым, серем һыйған туғандаш күңелдәр бар. Маҡсатыңа ҡайһы саҡта өлгәшергә мөмкин? Һүҙ ҙә юҡ, өлгөрлөк, тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ кәрәк был осраҡта.
Әҙәм балаһы көнләшеүҙән ҡартая, үпкәләүҙән сиргә һабыша, уҫаллыҡтан күңеле тупаҫлана, ә барыһына ла һөйөү менән ҡарауҙан йәшәрә генә. Шуға күрә яратығыҙ был тормошто!..

Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.
Бөрө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә