Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ер ситтәргә һатылманы
(Г. Ҡужина, «Ҡаҡ сағылда ҡалмайыҡ», 2012 йыл, 23 ноябрь)
Гәзиттәге мәҡәләләрҙе даими күҙәтеп барған уҡыусыларыбыҙҙың булыуы ҡыуандыра. Яңыраҡ Өфө ҡалаһынан Гөлкәй Ҡужинаның «Баймаҡ еренә кемдәр ымһына?» тигән мәҡәләмә яуап һорап яҙыуы тап шуны дәлилләй ҙә.
Ваҡытлы матбуғат халыҡ яҙмышын хәл итеүҙә үҙ һүҙен әйтеүҙән тайпылғаны юҡ. Баймаҡта ер мәсьәләһенә бәйле һорауҙар килеп сыҡҡас та, райондың «Һаҡмар», «Баймакский вестник» гәзиттәрендә, урындағы телевидение, «Башҡортостан», «Йәшлек» республика баҫмалары аша халыҡтың фекерен яҡлаған мәҡәләләр баҫылды. Ауылдар халҡы, йыйылыш үткәреп, үҙҙәренең пай ерҙәрен сит компанияға түгел, ә туған хужалыҡтарына – «Йылайыр» һәм «Уңыш» предприятиеларына ҡуртымға бирергә тигән ҡарар сығарҙы. Ваҡытында әйтелгән һүҙ үҙ маҡсатына иреште. Етәкселәр халыҡты ишетте, уларҙың фекерен яҡлап, тейешле органдарға еткерҙе. Бигерәк тә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡовтың алдан күрә белеүе, эште тейешенсә ойоштора алыуы был юлы ла халыҡ файҙаһына тамамланды. Һөҙөмтәлә уңдырышлы ерҙәр үҙҙәрендә ҡалды.
Баймаҡ район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Радмир Иҫәнбаев әйтеүенсә, бөгөн райондың бер гектар ере лә «Ситно» компанияһы ҡулында түгел. Ситтәрҙең күҙен ҡыҙҙырған ер урындағы хужалыҡтарҙа һаҡланып ҡалған. Тимәк, ер мәсьәләһен күтәргән район һәм республика гәзиттәренең дә мөһим эште хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә алыуы ҡыуаныслы.
Шуныһы үҙенсәлекле: һуңғы йылдарҙа Баймаҡта агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Район хакимиәтенең был тәңгәлдәге эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөгөн ауыл хужалығы тармағы яңы һулыш кисерә. Әле районда мөһим проект – агрохолдинг төҙөү эше башланды. Ул «Урал аръяғы» МТС-ын, «Уңыш» ауыл хужалығы кооперативын, «Баймаҡ» ғилми-етештереү берекмәһен һәм «Күлтабан» хужалығын берләштергән эре дәүләт предприятиеһы буласаҡ.
Агрохолдинг төҙөүҙең төп маҡсаты – атап үтелгән ауыл хужалығы предприятиеларының етештереү базаһын һаҡлап ҡалыу һәм район биләмәһендә юғары һөҙөмтәле производство үҫтереү. Агрохолдинг элиталы орлоҡсолоҡ, тоҡомло малсылыҡ, ауыл хужалығы продукцияһы эшкәртеү буйынса махсуслашасаҡ. Әйткәндәй, әле был проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә өйрәнелә. Белгестәр фекеренсә, ул райондың ауыл хужалығы тармағына яңы һулыш өрәсәк.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районына эш сәфәре ваҡытында төбәктең халыҡ хужалығы тармағы эшмәкәрлегенә юғары баһа биреп: «Баймаҡ районы – киләсәге ҙур төбәк. Быны яҡшы иҡтисади күрһәткестәр ҙә асыҡ дәлилләй. Бай потенциалға эйә төбәктең игенселек һәм малсылыҡ буйынса республикала иң көслөләр рәтенә баҫасағына шигем юҡ. Инвестицияларҙы әүҙем йәлеп итеп, яңынан-яңы произодстволар төҙөлөүе лә ҡыуандыра, был тәңгәлдә район башҡаларға өлгө булып тора. Ғөмүмән, Баймаҡ – киләсәктә Башҡортостандың терәк төбәге буласаҡ бик ҡеүәтле район ул. Мин быға ышанам», – тине.
Кәримә УСМАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә