Хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, күренекле мәғрифәтсе, башҡорт теле буйынса тәүге дәреслектәрҙең авторы Ғаббас (ул исемен һәр саҡ шулай яҙған) Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың тыуыуына 120 йыл тулды.
Биографияһына күҙ һалғанда, ул Һамар губернаһының Пугачев өйәҙе Ташбулат-Күстән ауылында (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Глушица районында) донъяға килгән. Октябрь революцияһына тиклем ауыл мәҙрәсәһен тамамлаған, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, бай тәжрибә туплаған Ғаббас Дәүләтшин 1917 йылда Ташбулат-Күстән ауыл Советының башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланған.
Ул осорҙа һәр халыҡҡа үҙе теләгән, аң-белем таратыу өсөн еңел тип табылған тел, әҙәбиәт һәм матбуғатты тыуҙырыу, үҫтереү ихтыяжы килеп тыуа. Туған телен, халҡының ауыҙ-тел ижадын яратҡан Ғаббас Дәүләтшин ғүмеренең һуңғы һулышына тиклем хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә һәм әҙәби телебеҙҙе формалаштырыуҙа туранан-тура ҡатнаша. Тәүҙә ул Һамар һәм Ырымбур губерналарында халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы һәм мөдире була, 1924 йылдан Өфөләге В.И. Ленин исемендәге урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы вазифаһында эшләй. Шул уҡ ваҡытта эшселәр факультетында, педагогия техникумында ла уҡыта. “Белем” журналының беренсе һанынан алып уның мөхәрририәт ағзаһы була. Ленинградтағы Көнсығыш телдәре институтына ингәнгә тиклем үк (1929 йыл) Ғаббас Дәүләтшин башҡорт теле буйынса дәреслектәр төҙөй, башҡорт һөйләштәре, этнографияһы һәм фольклоры буйынса “Белем”, “Башҡорт аймағы” журналдарында ғилми мәҡәләләр баҫтырып сығара.
Артабан Ғаббас Йәғәфәр улы К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә, тәүгеләр иҫәбендә доцент дәрәжәһенә лайыҡ була. Институтта эшләгән йылдарында Башҡортостан райондары буйлап ойошторолған комплекслы экспедицияларҙа ҡатнаша, БАССР-ҙың лингвистик картаһын төҙөшә, телебеҙҙең орфография ҡағиҙәләрен эшләү буйынса махсус төркөм ойоштора. Ғалим ғилми хеҙмәттәре һәм ғәмәли эшмәкәрлеге менән башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороуға, юғары белемле кадрҙар әҙерләүгә күп көс һала.
Ғаббас Дәүләтшиндың тормошоноң һәм ижади эшмәкәрлегенең күп өлөшө хәҙерге милли башҡорт әҙәби теленең яңы дәүеренә ишек асыу менән тығыҙ бәйле. Ул Башҡортостанда 1927 йылда уҙғарылған тәүге Яңалиф конференцияһында “Яңы “Әлифба” имләһенә ниндәй шиүә нигеҙ итеп алынырға тейеш?” тигән темаға доклад уҡый. Сығышының башында уҡ “ошоға саҡлы яҙыуҙа, әҙәбиәттә ҡулланылып килгән әҙәби телде — хөкүмәт телен — халыҡсанлаштырыу, ғилми-әҙәби яҡтан тотороҡло бер тел итеп ҡалдырыу” тигән маҡсатты ҡуя. Башҡорт теленең башҡа төрки телдәрҙән, бигерәк тә туғандаш татар теленән ни яғы менән айырылғанына, урындағы диалект һәм һөйләш үҙенсәлектәренә ныҡлап туҡтала.
Халыҡтың йәнле һөйләү телен заманында киң таралған ҡыуаҡан (тау) һәм юрматы (ялан) диалекттарына бүлеп ҡараһалар, Ғаббас Дәүләтшин әйле, салйоғот (һалъют), табын, дим һәм дүрт төрлө бөгөлөш ҡанунын боҙоп бер аҙ татарлашҡан көнбайыш башҡорттарының телен дә үҙаллы диалекттар итеп ҡарау яғында тора, диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе айырымлай торған үҙенсәлектәргә туҡтала. Хәҙерге әҙәби телгә ҡыуаҡан башҡорттарының -тар/-тәр, -дар/-дәр, -ҙар/-ҙәр, -лар/ -ләр күплек ялғауҙары, юрматы башҡорттарының -лыҡ/-лек яһалма исем, -лы/-ле яһалма сифат, -ла/-лә бойороҡ ҡылым ялғауҙары һәм ике диалектҡа уртаҡ килеш ялғауҙары алыныуын, ҡыҫҡаһы, дүрт төрлө бөгөлөш ҡанунының боҙолоуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Артабан ғалим 1922–1923 йылдарҙан бирле әҙәби тел булып иҫәпләнеп йөрөгән телдең етешһеҙ, ғилми, әҙәби һәм ижтимағи яҡтан тотороҡһоҙ булыуын күрһәтә, башҡорт теленең фонетика һәм морфологияһына торош иткән бер диалектты яңы әлифба теле итеп алыу мәсьәләһен ҡуя.
Ҡуйыуын-ҡуя ла төрлөсә уйлана: “Әгәр Бөрө кантоны һәм уның менән сиктәш биләмәләр башҡорттарының телен әҙәби тел итеп алһаҡ, ул тел башҡорт теленең 99 процент бөтөнлөгөн юғалтҡан, ... ул һис бер ғәфү итмәҫлек хата буласаҡ… Һалъют йәки әйҙе башҡорттарыныҡын да алып булмай, сөнки улар, беренсенән, аҙ һанлы, икенсе яҡтан телдәре лә иҫке булып күренә… Әгәр Бәләбәй, Өфө, Стәрле һәм Йылайыр кантондарында йәшәгән башҡорттарҙың (бер аҙ татарсараҡ һөйләгән юрматыларҙың) телен алыу мәсьәләһен ҡуйһаҡ, тағы ла ярап етмәҫ төҫлө, сөнки был башҡорт телен татарсаға әйләндереү юлында күрелгән алымға ауаздаш килеп сыға: дүрт төрлө бөгөлөш бер урында һаҡлана, икенсе урында — юҡ…”
Һөҙөмтәлә Ғаббас Дәүләтшин Тамъян-Ҡатай, Мәсғүт, Арғаяш кантондарындағы һәм улар менән сиктәш биләмәләрҙәге башҡорттарҙың (ҡыуаҡандарҙың) телен башҡорт халҡының әҙәби теле итеп алырға тәҡдим яһай. Уның был доклады 1928 йылда “Башҡорт аймағы” журналының 6-сы һанында “Башҡорт телендәге ләһжәләр (говоры)” исеме менән тулыландырылып ҡайтанан баҫылып сыға.
Ғаббас Дәүләтшиндың икенсе ҙур хеҙмәте — “Башҡорт теленең имлә һүҙлеге” (латин шрифтында) — хәҙерге башҡорт әҙәбиәте аяҡҡа баҫып килгән осорҙа, уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағында, төҙөлгән. Һүҙлектә ул замандағы башҡорт әҙәбиәтендә, халыҡ араһында таралған ун меңләп һүҙ һәм атаманың, төҙөүсенең һүҙе менән әйткәндә, “яланғас һәм яһалма тамыр һүҙҙәрҙең”, латин хәрефтәре менән дөрөҫ яҙылышы килтерелә. Был төҙөүсенең беренсе маҡсаты булһа, икенсеһе — әйтелеше яғымлы, бай мәғәнәле уртаҡ һүҙҙәрҙе бергә туплау, уларҙы әҙәбиәттә киң ҡулланыу, яңы һүҙҙәрҙең төҙөлөшөн, тәбиғәтен, мәғәнә нескәлеген өйрәнеү. Һүҙлектә, әлбиттә, күберәк беренсе ниәт күҙ уңында тотола, башҡорт әҙәбиәтендә, халыҡ араһында киң таралған һүҙҙәр, терминдар төп урынды ала.
Хәҙерге башҡорт телен булдырыу буйынса ғәмәли саралар 1921 йылда, Башҡортостан советтарының II съезы ҡарарҙарынан һуң башлана. Уға тиклем башҡорт яҙыусыларының үҙ туған телен әҙәби тел сифатында ҡулланырға тырышыуы 1910 йылда “Шура” журналы ойошторған “Тел ярышы” барышында асыҡ күренә. 1916 йылда иһә Шәйехзада Бабич башҡорт телендә халҡының яҡты киләсәген күҙаллаған “Көтәм” шиғырын яҙа һәм “Тормош” гәзите мөхәрририәтенә тәҡдим итә. 1921 йылда ҡайһы бер гәзиттәр (мәҫәлән, “Ҡыҙыл ҡурай”, “Эш таңы”) башҡортса донъя күреүгә тәүге аҙымдарын яһай, ә 1924 йылдың авгусынан башлап РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм Башҡортостан ревкомы органы булған “Башҡортостан” гәзите, “башҡорт телен дәүләт теле сифатында ғәмәлгә ашырыуҙа тәүге һәм көслө аппарат булараҡ” (Шәһит Хоҙайбирҙин), башҡортса даими сыға башлай.
Мәғлүм булыуынса, башҡорт яҙмаһы тарихында латин графикаһы 1927 — 1940 йылдарҙа ҡулланыла. Уға тиклем ғәрәп графикаһының өс төрө — иҫке имлә (иҫке яҙыу), урта имлә (урта яҙыу) һәм яңы имлә (яңы яҙыу) — ҡулланыла.
Латин яҙыуындағы башҡорт һүҙҙәренең график үҙенсәлектәрен фонологик яҡтан тикшереү телебеҙҙең тарихи фонетикаһын өйрәнеүҙә бай мәғлүмәт бирә. Ғәрәп алфавиты башҡорттоң барлыҡ өн берәмектәрен (бигерәк тә һуҙынҡыларҙы) яҙма текста тулыһынса сағылдыра алманы. Етмәһә, был өлкәлә шөғөлләнгән телселәрҙең күбеһе үҙ эшендә хәреф (дөрөҫөрәге, графема) менән фонема араһындағы айырманы аныҡ һәм эҙмә-эҙлекле үткәреп бөтмәй, шул арҡала тикшеренеү графеманан фонемаға табан түгел, ә, киреһенсә, фонеманан графемаға ҡарай алып барылды. Бында һүҙ фонемаларҙың графемаларҙа нисек сағылыуы хаҡында булырға тейеш ине.
Ошо алымды латинлаштырылған башҡорт алфавитында ла ҡулланырға мөмкин. Латин хәрефтәренең һүҙҙә ҡулланылған үҙенсәлектәрен өйрәнеп, яҙма текстың графикаһын билдәләйбеҙ. Графика графемаларҙың төҙөлөш ҡорамаһын билдәләргә, хәрефтәрҙең өн мәғәнәһен асырға мөмкинлек бирә.
Фонетик нигеҙгә ҡоролған латин графикалы яҙыу башҡорт теленең төп үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Унда төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр фонетик асыл нигеҙендә яҙылған, латин алфавитында булмаған теге йәки был хәрефтең нисек бирелергә тейешлеге күрһәтелгән, күпселек һөйләштәр өсөн хас булған сингармонизм ҡануны иҫәпкә алынған, һ, ҫ өндәренең ҡайҙа, нисек яҙылыуына асыҡлыҡ индерелгән.
Ғаббас Дәүләтшиндың “Башҡорт теленең имлә һүҙлеге” уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағындағы телебеҙҙең фонетик торошон, һүҙлектә килтерелгән төрки, ғәрәп, фарсы сығанаҡлы башҡорт һүҙҙәренең тамырҙары халыҡтың һөйләү теленә, диалекттарға, фольклор теленә һәм иҫке төрки теленә барып тоташыуын, һүҙҙәрҙең, атамаларҙың хәҙерге башҡорт әҙәби теленә инә башлауын сағылдырған. Китаптағы һүҙҙәрҙең ҡайһы берҙәре әле лә диалект, һөйләш кимәлендә ҡала, ә икенселәре әҙәби телдә үҙ урынын алыуға дәғүә итә. Ҡомартҡы һүҙлектең ҡайтанан донъя күреүе башҡорт теле дәүләт теле статусын алған осорҙа бик ваҡытлы һәм кәрәкле күренеш булды.
Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ,
профессор, Башҡортостан Фәндәр
академияһының мөхбир ағзаһы,
Мәрғүбә ДӘҮЛӘТШИНА-СЫНБУЛАТОВА.