Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөнәрле булғың килһә...
Һөнәрле булғың килһә...Мораҡта урынлашҡан 90-сы һөнәрселек лицейы быйыл иҫтәлекле ваҡиға кисерҙе — уның асылыуына 65 йыл тулды. Ауыл өсөн кадрҙар әҙерләүсе уҡыу йорто ошо дәүерҙә 25 меңдән ашыу белгес — умартасы, ЭВМ операторы, һатыусы, шофер, тракторсы, слесарь, иретеп йәбештереүсе, һатыусы-оператор, ашнаҡсы әҙерләп сығарған.
Ошонда сынығыу мәктәбе үткән йәш быуын вәкилдәре, оло тормошта үҙ һуҡмағын табып, ныҡлы аяҡҡа баҫҡан. Улар араһында хеҙмәте менән дан ҡаҙанған механизаторҙар, хужалыҡ етәкселәре, ауыл Советы хакимиәте башлыҡтары бар. Абруйлы уҡыу йортонда сифатлы белгестәр әҙерләү өсөн ныҡлы матди-техник база, уңайлы көнкүреш шарттары булдырылған. Лицейҙың уҙған уҡыу йылында Башҡортостан Хөкүмәтенең “Иң яҡшы башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһы” дипломын яулауы ла юҡҡа түгел.
Бында бөгөн 224 ҡыҙ һәм егет уҡый. Араларында Күгәрсен, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура райондарынан, Ырымбур өлкәһенән килгәндәр ҙә бар. Шуныһы уңайлы: уҡырға алыу Яңы йылға тиклем дауам итә. Тимәк, ни сәбәптәндер мөмкинлек барлығын белмәй ҡалған, һуңлаған үҫмерҙәр һәм йәштәр әле лә лицейға мөрәжәғәт итә ала.
Хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды иҫәпкә алып, бер юлы ике-өс йүнәлештә һөнәр алыу мөмкинлеге бирелгән. IХ кластан һуң да, урта белем менән дә ҡабул итеп, ун төрлө һөнәргә уҡыталар. Мәҫәлән, умартасы, тракторсы, ЭВМ операторы, электр монтеры, ауыл хужалығы машиналарын йүнәтеүсе слесарь, йәшелсәсе, ашнаҡсы, иҫәпләүсе...
Был уҡыу йортонда матди яҡтан ауырлыҡ кисергән, етем ҡалған йә күп балалы ғаиләлә үҫкән, ҡанат нығытҡан осорҙа ярҙамға мохтаж үҫмерҙәр оло хәстәрлек менән солғап алына. Ғөмүмән, лицей социаль яҡлау ойошмаһы булып та хеҙмәт итә: йәштәрҙе урам йоғонтоһонан һаҡлап алып ҡалып, киләсәккә ҡыйыу юл ярырға мөмкинлек бирә. Көнөнә өс тапҡыр бушлай туҡланыу, түләүһеҙ йәшәү, стипендия алыу — ҙур ярҙам, әлбиттә. Әле лицейҙа 17 етем бала иҫәпләнә.
Егеттәрҙең күбеһе уҡыуын тамамлағандан һуң армияға бара. Шуныһы һөйөнөслө: һөнәр алып киткәндәр хеҙмәт иткән ерендә һынатмай, йыш ҡына командирҙарынан рәхмәт хаттары килә.
Уҡыу осоронда белем биреү тәжрибә менән бергә үрелеп бара.
Бындағы етештереү базаһы бай ғына: 1300 гектар һөрөнтө ер, 252 баш һыйыр малы (шуның 100-ө — һауын һыйыры), 27 баш йылҡы, 18 баш умарта бар. Быйыл һәр һыйырҙан уртаса 3000 килограмм һөт һауып алынған, мал һимертеүҙә тәүлек артым 500 грамм тәшкил иткән. Иген, һоло, арпа, ҡарабойҙай, кукуруз баҫыуҙарының гектарынан 10-ар центнер уңыш алғандар. Үҙҙәре етештергән ҡымыҙ, картуф, йәшелсә ҡыш буйына етерлек итеп әҙерләнә, шуға ла ашханала балаларҙы сифатлы һәм тәмле итеп, төрләндереп әҙерләнгән ризыҡ менән һыйлайҙар. Бына ошо ҙур тырышлыҡ менән килгән табыш бушлай туҡланыуға, ихата-биналарҙы төҙөкләндереүгә тотола. Унан тыш, түләүле нигеҙҙә өҫтәмә белем биреү даирәһе лә киң — туғыҙ төрлө һөнәргә уҡыталар.
Уҡыу йортоноң директоры Александр Игнатьев Күгәрсен районында тыуып үҫкән, оҙаҡ йылдар урта мәктәптә директор булып тәжрибә туплаған. 90-сы лицейға етәкселек итеүенә — туғыҙ йыл. Хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” тигән юғары исем менән баһаланған. Тап Александр Федорович етәкселек иткән осорҙа уҡыу йорто йылдам үҫеш кисерҙе, төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленде. Былтыр инновацион белем биреү программаларын индереүсе башланғыс һөнәри һәм урта һөнәри дәүләт мәғариф учреждениелары араһындағы конкурста еңеп сыҡҡан лицей Башҡортостан Хөкүмәтенең ярҙамын алды — 18 миллион һумлыҡ грант отто. Ошо аҡсаға матди-техник база нығытылды: яңы техника алынды, компьютер кластары, лаборатория йыһазландырылды.
Лицей директорының уҡытыу-етештереү эштәре буйынса урынбаҫары Нәсимә Ҡотлоғужина, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Галина Докина — оҙаҡ йылдар бер урында эшләп, балаларға күңел йылыһы өләшкән тәжрибәле һөнәр эйәләре. Уларҙың әйтеүенсә, буласаҡ белгестәр уҡыуҙан тыш ваҡытын бушҡа уҙғармай: үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренә йөрөй, спорт менән шөғөлләнә.
Белем һәм тәрбиә биреүҙең һөҙөмтәләре яҡшы. Балалар район, республика бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша һәм тәүге урындарҙы яулай, лицей данын күтәрә. Һөнәри оҫталыҡ буйынса республика олимпиадаһының “Иң яҡшы тракторсы” номинацияһында — алтынсы, “Иң яҡшы умартасы” номинацияһында икенсе урынды яуланылар. Лицей китапханаһы менән дә танышып сыҡтыҡ. Мөдире Дания Бүкәнбаева бында 19 йыл эшләй икән. Уның ҡул аҫтында 14 мең 360 китап һаҡлана, тағы ла 29 матбуғат баҫмаһының һәр һанын теүәл итеп төпләп, ҡәҙерләп тоталар. Шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитенең дә төп урынды биләүе лицей етәкселеге эшмәкәрлегенә хөрмәт уятты.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре кабинеты мөдире Александр Щербаков — үҙ эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусыларҙың береһе. Медпункт мөдире Римма Муллағолова иһә балаларҙың сәләмәтлеген даими тикшерә, һәйбәт дауалай.
Лицей биләмәһенә килеп ингәндә һәр ерҙәге тәртип, бөхтәлек иғтибарҙы йәлеп итә. Был да балалар өсөн бик мөһим.
Р. ВАҺАПОВА.
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә