Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Шайморатовсылар” батыр исеменә тап төшөрмәҫ
“Шайморатовсылар” батыр исеменә тап төшөрмәҫОшо көндәрҙә бик ҡыуаныслы яңылыҡ мәғлүм булды: ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы Рәсәй Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отрядына генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исеме бирелде. Арҙаҡлы яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исемен юллау өсөн акция барған осорҙа һөйөнөслө хәбәрҙе ишетеү күптәрҙе шатландырғандыр. Тимәк, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡаһарман комдивтың исемен иң юғары даирәлә лә беләләр.

Өфө янында урынлашҡан махсус тәғәйенләнештәге отряд, йәш булыуына ҡарамаҫтан (2006 йылда булдырылған), илдең “ҡыҙыл берет”тары араһында лайыҡлы урын яулап өлгөргән. Уның тарафынан үтәлгән бурыстар үтә яуаплы. Төньяҡ Кавказда именлек тәьмин итеү маҡсатындағы командировкаға ла йыш йөрөй, унда тупланған енәйәтсел ойошмаларҙы һәм банда етәкселәрен юҡ итеү, махсус хәрби саралар ойоштороу менән шөғөлләнә ҡыйыу егеттәр. Тиҫтәнән ашыу операцияны уңышлы үткәргәндәр, шуға ла күптәре дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнгән, араларында “Ҡаһарманлыҡ ордены” кавалерҙары ла бар.
Рәсәй Президентының Указында әйтелеүенсә, отрядҡа Бөйөк Ватан һуғышы геройының исеме “отрядтың хәрби бәрелештәр шарттарында Ватанды һаҡлау һәм дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлығын, тәүәккәллек һәм ҡыйыулығын, тыныс тормоштағы хеҙмәттәрен иҫәпкә алып” бирелгән.
Өфө яугирҙәренең хәҙерге быуыны вәкилдәре “шайморатовсылар” булып китеүе бер кемдә лә һорау тыуҙырмайҙыр, моғайын, сөнки ҡаһарман отрядҡа унан да лайыҡлыраҡ исем табыу мөмкин дә түгел кеүек. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры булған легендар герой бөгөн — оло ғорурлығыбыҙ, йәштәребеҙ өсөн батырлыҡ һәм ватансылыҡ өлгөһө. Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә легендар комдивҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тәҡдимен хуплаусыларҙан ҡултамға йыйыу дауам итә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейынан хәбәр итеүҙәренсә, имзалар 400 меңдән ашҡан. Башҡортостан Президенты ла был идеяны хуплай.
Миңлеғәле Шайморатов исемен биреү тантанаһы декабрь аҙағында буласаҡ, шуға тиклем герой исемен йөрөткән отряд хәрбиҙәре ниндәй ҙә булһа фекер белдерергә ашыҡмай, әммә яңылыҡҡа ихлас шат булыуын, ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен йәшермәй.
Әлфиә ӘЙҮПОВА

Илүзә ҒӘЙНУЛЛИНА, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры:
— Хәбәрҙе ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттек. Ул Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән мөһим аҙым тип иҫәпләйбеҙ. Указға Президент Владимир Путин үҙе ҡул ҡуйған, тимәк, ул да яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығын таный. Беҙ 29-сы отряд менән бик тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ: егеттәр музейға йыш килә, сараларҙа ҡатнаша. Әле Шайморатов исеме бирелеүе тураһында билдәле булғас та, беҙҙән күп кенә архив материалы алдылар, үҙҙәрендә лә экспозиция булдырырға йыйыналар. Шулай уҡ гарнизон алдына геройҙың бюсын ҡуйырға ниәттәре бар.

Наил ХӘКИМОВ, рәссам-биҙәүсе:
— Баш ҡалалағы махсус тәғәйенләнештәге отрядҡа герой яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелеүен Интернеттағы социаль селтәрҙән белеп ҡалдым. Мәскәүҙә йәшәгән милләттәшем “ура-а-а!” ҡысҡырып уртаҡлашҡан был яңылыҡты. Республиканан ситтә йәшәһә лә, ҡайҙан белеп ҡалғандыр — дуҫтарына хәбәр итә һалған. Ысынлап та, бик ҡыуаныслы хәл. Илдәге иң көслө отрядтарҙың береһе, Миңлеғәле Шайморатов исеменә тап төшөрмәй, артабан да Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен лайыҡлы яҡлар, тип ышанам.

Артур БАТЫРШИН, сығарылыш класс уҡыусыһы:
— Мәктәпте тамамлау менән армияға барасаҡмын. Ғөмүмән, үҙемде киләсәктә хәрби кеше итеп күрәм, махсус тәғәйенләнештәге отрядта хеҙмәт итеү — бала саҡ хыялым. Ҡаһарманлыҡтары менән дан алған 29-сы отрядҡа геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелгәнлеген белгәс, хәҙер мотлаҡ шунда хеҙмәт иткем килә. Был — ҙур яуаплылыҡ, әммә ғорурлығы ни тора!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә