Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡаҡ сағылда ҡалмайыҡ!
Кәримә Усманованың “Баймаҡ еренә кемдәр ымһына?” тигән мәҡәләһен (2011 йылдың 26 марты)

Был мәҡәләне ҙур иғтибар менән уҡып сыҡтым. Уға ниндәй яуап булыр, тип күҙәтеп барҙым. Үҙ ерҙәренә хужа була алмаған әбйәлилдәр, учалылар ҙа йөрәк һыҙлауҙарын белдереп гәзиткә яҙып сыҡҡайны. Әлбиттә, сәбәбе — ерҙең хужаһы юҡ. Ошоға оҡшаш тағы бер мәҡәлә Ейәнсура районының иҫ китмәле матур Байыш ауылы яландары, тауҙарының хужаһыҙ ҡалып, сит-яттарҙың бүлгеләп бөтөү ихтималлығы хаҡында ине.

Үҙебеҙҙең яҡтың ерҙәре хаҡында ла бер ни ишетелмәй, шулай ҙа халҡыбыҙ ата-бабаларының тыуған тупрағына битараф түгелдер, тип уйлайым.
“Баймаҡ еренә кемдәр ымһына?”, “Киләсәктә ерҙең ысын хужаһы кем булыр?” тигән һорау ҡуя хәбәрсе. Автор гәзиткә хәбәр булһын тип кенә яҙмай бит. Ул йөрәге әрнеп, һыҙланып ҡулына ҡәләм алған.
...Баймаҡ яғына Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин менән осрашырға Өфөнөң 20-се башҡорт мәктәбенең VI класс уҡыусыларын алып барғайным.
Орденлы герой менән яҡындан аралаштыҡ, уҡыусылар менән өйөндә ҡунаҡ булдыҡ. Йәйрәп ятҡан иген баҫыуҙарын күреп таң ҡалған балаларҙың: “Бында кемдәр менән эшләйһегеҙ?” — тигән һорауына, ул: “Улдарым, дуҫтарым менән”, — тип яуапланы.
Ошондай иге-сиге булмаған иген баҫыуҙарын күреү үҙебеҙҙе лә ғәжәпкә ҡалдырғайны. Ондоң да иң яҡшы сорты Баймаҡ яҡтарынан бит. Ҡайҙан ул Баймаҡ ерен үҙенә эләктергән “Ситно” компанияһы? Бөрйән урмандарына хужа булырға өлгөргән “Силена” компанияһы? Ошо уҡ эште урындағы халыҡ та башҡара алыр ине бит. Әммә ул үҙ ерендә ерһеҙ, һыуһыҙ, урманһыҙ, икмәкһеҙ ҡала. Ни өсөн килмешәктәрҙең “халыҡты эш менән тәьмин итәсәкбеҙ” тигән вәғәҙәһенә ышанырға?! Сибай элеваторының “өлгөһө” беҙгә сер түгел дәһә!? Иркен ерҙәрҙә үҙебеҙ ҙә мал аҫрай алабыҙҙыр бит. Мин — тәбиғәтем менән ауыл кешеһе. Ҡалала йәшәйем генә. Ергә аҫабалығын юғалтмаҫ өсөн ата-бабаларыбыҙ әллә нисәмә быуат дауамында сит-яттар менән даулашҡан. Баязит Бикбайҙың драмаһындағы кәнфиткә, шәкәргә, бер әсмүхә сәйгә алданған башҡорттарҙы онотмайыҡ. Ул ваҡыттар күптән артта ҡалды, әммә беҙгә, киләсәк быуынға, һабаҡ. Шул уҡ Баязит Бикбайҙың поэмаһында:
Ерҙе алдап алдылар,
Ерҙе талап алдылар,
Беҙҙең кеүек ярлы меҫкен
Ҡаҡ сағылда ҡалдылар, — тиелгән.
Кәримә һылыуҙың һорауына яуап биреүҙәрен теләр инем. Үҙем — Ейәнсура районының Байыш ауылынан. Һөнәрем буйынса уҡытыусы — 50 йылдан ашыу мәктәптә эшләнем.
Гөлкәй ҠУЖИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә