Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Ололар ҙа, йәштәр ҙә йөрөй

1999 йылдың ноябрендә, Октябрь революцияһынан һуң тәүге тапҡыр, Ҡалтасы ауылында иман йорто үҙ ишектәрен асҡайны. Изге эште ойоштороуға урындағы мосолмандар йәмғиәте рәйесе Фәнис Мөрсәлимов күп көс һалды, төҙөлөштә барлыҡ халыҡ ҡатнашты.
“Иман нуры” мәсетенең исеме есеменә тап килә: иман юлына баҫҡандарҙың һаны йылдан-йыл арта, хәҙер бында Ислам нигеҙҙәрен, ғәрәп телен өйрәнеү курстары ойошторолған. Дингә ололарҙың ғына түгел, йәштәрҙең дә инаныуы ҡыуандыра.
“Ҡалтасы таңдары”.


Бөрйән малсылары Мәскәүҙе яуланы

Мәһәҙей ауылында йәшәүсе Ғүмәровтар малсылыҡ менән шөғөлләнә, улар ойошторған “Уңыш” хужалығы 2000 йылдан уңышлы эшләп килә.
Быйыл улар, Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашып, республиканың данын яҡланы. Ауыл уңғандары сараның күләмен, унда алып барылған малдарҙың көрлөгөн күреп хайран ҡалған. Ҡыҙыҡ хәлгә лә тарығандар: кемдер “йәрминкәлә Бөрйән балын һаталар” тигәс, барып ҡараһалар, Мәләүездән килгән бер урыҫ ағайы данлыҡлы исемде ҡулланып, үҙ тауары менән сауҙа итә, имеш.
Ғүмәровтар абруйлы сарала көмөш миҙалға лайыҡ булған.
“Таң”, Бөрйән районы.


Сәйәхәттән ҡәнәғәт ҡалдылар

Шведтар беҙҙең яҡҡа XIX быуатта уҡ һуҡмаҡ һалған: Тирлән заводында ялланып эшләгәндәр. Был бәйләнеш әле лә өзөлгәне юҡ. Күптән түгел Белоретҡа Швециянан сираттағы делегация килде.
Уны Белорет ҡалаһының күптәнге дуҫы Йоран Петерсон ойошторғайны. Делегация мәғариф өлкәһе уңыштары менән ҡыҙыҡһынды, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән алмашыу программаһының үҙенсәлектәрен тикшерҙе. Алыҫ тарафтан килгән ҡунаҡтарҙың урындағы мәҙәниәт, милли аш-һыу менән танышыу мөмкинлеге лә булды. Шулай ҙа иң тулҡынландырғыс минуттар тип шведтарҙың Тирләндә яҡташтарының тоҡомдары менән осрашыу минуттарын атарға кәрәктер. Ғөмүмән, улар сәйәхәттән ифрат ҡәнәғәт ҡалды.
“Белорецкий рабочий”.


Сәмлеләр уңа

Ишембайҙа тыуып үҫкән, Өфөлә төпләнгән Йәноҙаҡовтар сентябрь аҙағында социаль селтәрҙә иғлан ителгән бәйге хаҡында белеп ҡала. Шарты ябай: конкурстың альбомына мөмкин тиклем күберәк фото ебәрергә кәрәк, тик унда мотлаҡ “Daewoo” автомобиле сағылырға тейеш.
Йәноҙаҡовтар оҙаҡ аптырап тормай: фотоаппарат алып, баш ҡала урамдарына “һунарға” сыға, телгә алынған маркалы автомобилдәрҙе “аулай”. Ун көн эсендә 2112 фото төшөрәләр һәм конкурс сайтына оҙаталар. Һөҙөмтәлә Йәноҙаҡовтарға еткән кеше булмаған: улар сит ил автомобиле отҡан! “Ярты Өфөнө юҡҡа ғына урамағанбыҙ икән! Ғаиләлә тағы бер автомобилдең булыуы ифрат уңайлы”, – ти сәмле Зилә менән Илгиз.
“Торатау”, Ишембай районы.


Беҙҙең көрәшселәргә етеүсе юҡ

Үрге Ҡыйғы ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында Радик Камаловтың иҫтәлегенә көрәш буйынса үҫмерҙәр араһында дүртенсе төбәк турниры үтте.
Сараны көрәшсе Камаловтың ҡатыны Мәүжиҙә Мазһар ҡыҙы һәм балалары ойошторған. Бәйгелә Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондарының 62 йәш спортсыһы көс һынашты. Ун ауырлыҡ категорияһының һигеҙендә ҡыйғылар алдынғылыҡты бирмәне, беренсе урын яуланы.
“Беҙҙең Ҡыйғы”.


Аҙ булһа ла, ярҙам

Граждандарға субсидия тәғәйенләү буйынса республика үҙәгенең Федоровка филиалына октябрҙә, ярҙам һорап 470 ғаилә мөрәжәғәт иткән.
Уртаса күләме 824 һум тәшкил иткән аҡсалата ярҙамды йыл башынан төбәктә күп балалы йәки аҙ тәьмин ителгән 757 ғаилә алған.
“Ашҡаҙар таңдары”, Федоровка районы.


“Мөғжизәләр яланы” йыраҡ түгел

Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәүсе Фәриҙә Фәтхуллина өсөн быйылғы көҙ айырыуса иҫтәлекле булған: ул Мәскәүгә барып, “Мөғжизәләр яланы” телетапшырыуында ҡатнашҡан.
Яҡташыбыҙға бигерәк тә Леонид Якубович оҡшаған. Әйтеүенсә, ул шундай илгәҙәк, ихлас кеше. “Уйынға түгел, ә миңә ҡунаҡҡа килдем тип уйлағыҙ” тигән һүҙҙәре шунда уҡ тынысландырҙы, уға тыуған Башҡортостаныбыҙ хаҡында һөйләнем, күстәнәстәремде тапшырҙым. Мәскәүҙәге биш көн мөғжизәле төш кеүек булып ҡалды,” – ти Фәриҙә ханым. Ул финалға тиклем етеүгә өлгәшкән.
“Авангард”, Кушнаренко районы.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә