Ҡулланыу даирәһе ғаилә кимәлендә генә ҡалһа ла, Ырымбур башҡорттары үҙ телен онотмай. Әлегә...
Башҡорт теленең бөгөнгө торошо бөтә йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләләрҙең береһе булыуы бәхәсһеҙ. Телде һаҡлап ҡалыу, уны артабан үҫтереү тураһында уйлағанда, иң беренсе ябай халыҡ теле, һөйләше, йәғни башҡорт теленең диалекттары, уның үҙенсәлектәре лә мөһим урын биләй. Ҙур йылғаларҙы шишмәләр тулыландырып торған кеүек, башҡорт һөйләштәренең әҙәби телебеҙҙе һәр саҡ байытып тороуын иҫәпкә алғанда, уларҙы ентекле өйрәнеү кәрәклеге тағы ла мөһимләшә. Оло быуын вәкилдәре менән бергә, телебеҙҙең гәүһәрҙәре лә беҙҙе ташлап китеүе үкенесле күренеш. Шулай булғас, уларҙы һис киҫекмәҫтән төрлө яҡлап өйрәнеү, теркәп ҡалыу бурысы һәр беребеҙҙең изге бурысы тиһәк, хата булмаҫ, моғайын. Ошо йүнәлештә фекер йөрөткәндә, республика юғары уҡыу йорттарының башҡорт филологияһы факультеттары студенттары иңенә лә еңел булмаған бурыс йөкмәтелгәнлеге аңлашыла.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында был һорауға бик етди ҡарайҙар. II курс студенттары башҡорт диалектологияһы фәнен теоретик планда ғына өйрәнеп ҡалмай, уҡыу планына ярашлы, йәйге сессиянан һуң ике аҙналыҡ практика үтә.
Быйыл да, ғәҙәттәгесә, курсташтарым был практиканы үҙ ауылдарында үтте, үҙҙәренең һөйләш үҙенсәлектәрен өйрәнде, университет аудиторияһында алған теоретик белемдәрен ысынбарлыҡта һынап ҡараны. Һәм, әйтергә кәрәк, бер кем дә ризаһыҙлыҡ менән килмәне. Ә миңә ике төркөмдәшем менән бергә Ырымбур өлкәһенең Гай, Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ райондарында үткән диалектологик экспедицияла ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бындай экспедиция ике юғары уҡыу йорто араһында төҙөлгән хеҙмәттәшлек нигеҙендә бойомға ашырылды. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты тормошонда бындай сара беренсе тапҡыр үткәрелеү сәбәпле, беҙ әҙерлек эштәрен алдан уҡ башланыҡ. Информаторҙар менән эшләү, диалектизмдарҙы теркәү һәм башҡа мәсьәләләрҙе, йәғни башҡарыласаҡ эштең методикаһы менән аныҡ таныштыҡ. Йөкмәтелгән бурыстың тослоғон, өйрәнәһе тел нескәлектәренең тәрәнлеген яҡшы аңланыҡ.
Беҙ ҡатнашҡан экспедицияның маҡсаттары ла, минеңсә, ябай ғына түгел ине: башҡа милләттәр араһында йәшәгән башҡорттарҙың тел үҙенсәлектәрен уларҙың йәшәү рәүеше, көнкүреше, йолалары аша өйрәнеү. Бөгөн Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең туған тел ихтыяжы, башҡорт теленең социаль статусы кимәле, уның ҡулланылыш даирәһе кеүек үтә лә мөһим һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы беҙҙе. Ошондай етди мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн маршрутты Һаҡмар йылғаһы үрендә ултырған башҡорт ауылдары өлгөһөндә өйрәнеүҙе ҡулай күрҙек. Былай эшләү беҙгә саф башҡорт ерлегендә йәшәүсе башҡорттар һөйләшен тикшереү һәм уларҙы сағыштырыу өсөн уңайлы булды.
К. Жубанов исемендәге Аҡтүбә дәүләт университетынан (Ҡаҙағстан) профессор Бәхетгөл Ҡорманова етәкселегендә филология һәм тарих факультетының биш студенты ла булды. Улар беҙҙең менән бергә Рәсәй биләмәһендә сит халыҡтар араһында көн иткән ҡаҙаҡтарҙың тел үҙенсәлектәрен, йәшәү рәүешен өйрәнде, башҡорт телендә үҫемлек һәм төрлө тереклек исемдәре лә уларҙың иғтибар үҙәгендә ине.
29 июндә беҙ, университет вәкилдәре, Ырымбур тарафына сәфәргә сығып киттек. Шул уҡ көндә ҡаҙаҡ коллегаларыбыҙ менән Ырымбурҙың автовокзалында осрашырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Ҡыҙыу ҡояшлы Ырымбурға ямғыр эйәртеп килеп тә төштөк. Вокзалда ҡаҙаҡ студенттарын ҡаршы алғас, Ырымбур Мәғариф министрлығында, ҡаланың матур урындарында булдыҡ. Милли ауыл музейы күңелдә матур хәтирәләр ҡалдырһа, Каруанһарайҙы күргәндән һуң төрлө уйҙар, һорауҙар тынғы бирмәне...
Икенсе көн иртүк эшебеҙҙе башлап ебәрҙек. Һәр төркөмдә мотлаҡ диктофон, фотоаппарат, видеокамера булһын өсөн өс төркөмгә бүленеп эшләүҙе уңайлы күрҙек. Ҡыуандыҡ районының Сабатар мәктәбенән тарих уҡытыусыһы Азат Боранғолов беҙгә кәрәкле мәғлүмәт бирерҙәй кешеләр менән һәр ауылда алдан һөйләшеп, килешеп ҡуйған.
Диалектологик материал туплау өсөн һораулыҡтар менән танышҡанда, анкета һорауҙары төҙөгәндә, профессор Людмила Әйүпованың кәңәштәре, һүҙ ярҙамы, тәжрибә уртаҡлашыуы ҙур таяныс булды. Башҡорт теленең социаль статусына ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ихтирамлы ғалимәбеҙҙең һиҙемләүҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫкә сыҡты: башҡорт теле Ырымбур өлкәһендә ғаилә кимәлендә генә йәшәй тиерлек. Оло быуын вәкилдәре үҙ теленә ихтирамын юғалтмаған. Бар мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып беҙҙең менән ихлас аралаштылар. Үҙҙәре яҙған шиғырҙарын һөйләнеләр, сығарған таҡмаҡтарын әйттеләр. Ошоноң кеүек кешеләрҙең күңел түрендә башҡорт теле йәшәй икән, тимәк, Ырымбур өлкәһендә лә (тәүге башҡорт алфавиты авторының тыуған төйәгендә) башҡорт моңо, һүҙе яңғыраясаҡ!
Башҡорт теленең ҡулланыу даирәһе Башҡортостанда ла тейешле кимәлдә түгел икән, Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең тел яҙмышы бөтөнләй хәүефле хәлдә. Халыҡта башҡорт милли кейеме лә һаҡланмаған. “Милли ауыл” комплексында ҡуйылған экспонаттар ҙа Өфөнән ваҡытлыса алынған. Ә балалар күберәк урыҫса һөйләшә. Дөйөм йыйылыштар, урамдағы аралашыу ҙа урыҫ телендә, башҡорт теле мәктәптәрҙә факультатив булараҡ ҡына уҡытыла.
Әйткәндәй, “Башҡортостан”, “Киске Өфө” гәзите редакциялары башҡорт ауылдарында таратыу өсөн баҫмаларын биреп ебәргәйне. Милләттәштәребеҙ уларҙы бик ҡыуанып алды. Башҡорт телендәге гәзиттәрҙе алдырыусылар аҙ, улар әйтеүенсә, баҫмалар ҡиммәт тора, унан Өфөнән бында килтереү тағы ла ҡиммәткәрәк төшә икән. Башҡортостан юлдаш телеканалы һанлы форматҡа күскәс, күрһәтмәй башлаған, радионан башҡортса тапшырыуҙар ҙа тыңлай алмайҙар. Бөгөн ХХI быуатта йәшәүебеҙҙе иҫәпкә алғанда, милләттәштәребеҙгә Конституция тарафынан бирелгән хоҡуҡтарын яҡлар өсөн ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Ошо проблемаларҙы тиҙ арала хәл иткәндә нисек һәйбәт булыр ине! Милләттәштәребеҙҙең туған телдә гәзит һәм журналдар уҡырға, мәктәптә белем алырға, радио тапшырыуҙары тыңларға, һис шикһеҙ, хоҡуғы бар.
Урындағы халыҡ менән аралашыу барышында тәү сиратта тел үҙенсәлектәренә иғтибар иттек. Был төбәктәге башҡорттарҙың теле көньяҡ диалектына ҡарай, ә ул, билдәле булыуынса, әҙәби телгә бик яҡын. Мин үҙем дә — Ейәнсура районы ҡыҙы булараҡ, ошо һөйләш вәкиле, шуға ла диалектологик материал йыйыу минең өсөн ҡыҙыҡ булмаҫ, тип уйлағайным. Яңылышҡанмын икән. Ҡайһы бер ерҙә быға тиклем бөтөнләй ишетмәгән, ят һүҙҙәргә юлыҡтыҡ. Эшебеҙ шул тиклем ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, хатта кистәрен, бергә йыйылышҡас, кем ниндәй мәғлүмәт тапҡан, шуны бер-беребеҙгә һөйләр булдыҡ. Ырымбур өлкәһендә таралған ҡайһы бер һүҙҙәрҙе һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәм:
боярышник — йәмширән,
щенок — мүскә,
әңгәмә, әмгемә – анекдот, ҡыҙыҡ хәл,
зиһын – зиһен,
моңғаса – бығаса, быға тиклем,
һүрә – сүрә,
турғалар – турғайҙар,
ҡапҡаларҙин – ҡапҡаларҙан,
сүгәтә – тарелка, аш ашау өсөн һауыт,
уахыт – ваҡыт,
мырҡаңлау – һүҙ таба алмай тороу,
һипһеү – туҡтау,
мынтыҡ – мылтыҡ,
ҡупайым кеше – маҡтансыҡ кеше,
яндырай – шәп эшләй, тик эше матур килеп сыҡмай,
сумарт – йомарт,
алты босмаҡ – алты мөйөш,
әүкәйем – әхирәтем,
йәнәһе нә – йәнәһе лә,
көтәкәй – көтәсәк (хәҙер ашарға була, ә көтәкәйгә булһа – ҡайнатаһың),
томортҡо көн – томра көн һ.б.
Бер инәй, әле яңы ғына сығарған таҡмағым тип, йырлап та күрһәтте:
Сейә — сейәләренә, сейә — сейәләренә,
Теймәгеҙ кеше йәренә — булһын эйәләренә.
Ихлас шаярып, аҡ яулыҡтарын ябынып, беҙҙең менән осрашыуға килгән 90-ды үткән инәйҙең:
Ирем китә войнаға,
Ирем китә войнаға.
Китһә китһен войнаға,
Алыр әле ҡайнаға, —
тип таҡмаҡлап йылмайған йөҙө әле лә күҙ алдында.
…Бер ауылда талдан үрелгән мурҙаларын, йүкәнән эшләнгән шарандарын (септәгә оҡшаған, балыҡ һөҙгәндә элек ҡулланғандар), бер нисә төрлө солоҡтарын күрһәтеп, тәғәйенләнештәрен матур итеп тасуирлаусы милләттәштәр булыуы һөйөнөслө.
Әлбиттә, ике аҙна эсендә бик тығыҙ эш графигы нигеҙендә ҙур ғына диалектологик материал йыйҙыҡ, тип әйтә алабыҙ. Йыйылған мәғлүмәттән, һис шикһеҙ, бер нисә фәнни хеҙмәт яҙырлыҡ. Ул тел ғилеме үҫешенә, шулай уҡ алдағы йылдарҙа студенттарға ла ҙур ярҙам күрһәтер, тип ышанабыҙ.
Экспедиция тормошо унда ҡатнашыусы студенттар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә бик файҙалы булғандыр, мин быны ғилми тәжрибә йәһәтенән генә әйтмәйем. Ауылдан ауылға йөрөп, оло быуын кешеләре менән осрашыу, улар менән аралашыу, төрлө риүәйәт-легендалар яҙып алыу, инәй-олатайҙар менән бер табында сөкөрҙәшеп сәй эсеүҙәр... Былар бөтәһе лә тәү сиратта беҙҙең өсөн тәрбиә, һоҡланыу сығанағы ине. Ғөмүмән, бөтә тирә-яҡ ҡыҙыҡһындырҙы: ихлас күңелле кешеләр, оло инәйҙәрҙең һыҙҙыртып трофей гармунында, тальянда уйнауҙары, олатайҙарҙың скрипка тартыуы, мөнәжәт, сүрәләр уҡыуҙары, таҡмаҡтары күңелдәрҙе арбаны.
Практиканан нисектер үҙгәреп, үҫеп ҡайтҡандай тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Башҡорт ауылдарының тышҡы йөҙө генә түгел (эшһеҙлек хөкөм һөргән ауылдарҙы ҡый үләне баҫҡан, ташландыҡ хәлдәге урамдар, ергә бата яҙып ултырған саман өйҙәр, һайыға барған йылғалар), шунда йәшәүсе кешеләрҙең яҙмышы борсоуға һалды йөрәктәрҙе. Туған телебеҙ, милләттәштәребеҙ, халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн бындай экспедициялар Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә ойошторолор киләсәктә, иншалла.
Бер ниндәй ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, халыҡ-ара диалектологик экспедиция ҡуйған маҡсатына өлгәште, тип икеләнмәй әйтергә мөмкин. Тел ғилеме өсөн бик кәрәкле, файҙалы материал тупланыҡ. Киләсәктә студенттар курс, диплом эштәре, аспиранттар кандидатлыҡ диссертациялары, магистранттар сығарылыш эштәре яҙғанда, ошо материалдарға, һис шикһеҙ, таяныр тигән өмөттәбеҙ.
Алдағы йылдарҙа ла шулай Башҡортостан территорияһында ғына түгел, сиктәш төбәктәрҙә лә урындағы һөйләште өйрәнеү мөмкинлеге булһын ине. Шулай иткәндә генә, телебеҙҙең киләсәге өсөн тағы ла файҙалыраҡ эштәр башҡара алыр инек. Беҙгә экспедиция менән сығырға мөмкинлек биргән БДУ ректоры профессор Әхәт Мостафинға, һәр яҡлап ярҙам күрһәткән башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы профессор Айгөл Мөхтәруллинаға оло рәхмәтебеҙҙе юллайбыҙ.
Фидәлиә ИШБАЕВА,
Зөбәржәт ШӘЙХИСЛАМОВА.
Өфө — Ырымбур өлкәһе — Өфө.