Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нисек тиктормаҫ ҡыҙ халыҡ табибына әйләнде
Башҡорт донъяһының географик һәм рухи сиктәрен билдәләү мөмкин түгелдер. Ярты миллион самаһы милләттәшебеҙҙең республиканан ситтә йәшәп ятыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.

Бынан 60 йыл элек ҙур ғаиләлә үҫкән Күгәрсен егете Ғәзиз Ишмөхәмәтов Свердловск өлкәһенә эшкә юллана. Шунда Әбйәлил ҡыҙы Ләлә Хәйерова менән таныша. Өйләнешәләр, улдары тыуа. 1952 йылда Ғәзиз үҙенең дуҫы, колхоз рәйесе Иван Корниенко саҡырыуы буйынса Ырымбур өлкәһендәге Һарыҡташ районының Спасское ауылына ҡайтып төпләнә. Тырыш егет ауылда балта оҫтаһы булһынмы, малсылыҡта, башҡа урында эшләһенме — ауылдаштары яғынан ыңғай ҡараш тыуҙыра. Яҡшы ғына йәшәп китәләр, 11 бала тәрбиәләп үҫтерәләр! Ләлә Ғариф ҡыҙы артелдә шәл бәйләһенме, урып йыйыу эшендә булһынмы, һаламын өйһөнмө, һарыҡ йөнө ҡырҡһынмы, баҡса ҡарауыллаһынмы — һәр эштә ҡатнаша. Пенсияға ла Герой-әсә булараҡ түгел, стаж буйынса китә.
Әле һигеҙ балалары иҫән, ауылда ғаилә ҡороп йәшәйҙәр. Аталары 66 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә. Ләлә апай олоғая бара етди ауырыуҙарға дусар була. Был ваҡытта һөйөклө балаларының береһенә, алтынсы булып тыуған Клараға, 40 йәш була. Уның халыҡ медицинаһына ныҡлап тотона башлаған мәле. Үләндәр ярҙамында ла, доғалар уҡып та дауалай әсәһен. Табиптар ҡул һелтәгәндән һуң алты йыл йәшәп яҡты донъя менән хушлаша ул.
Беҙ Клара ханым менән ихатала әңгәмә ҡорҙоҡ. Быға тиклем дауаланырға тип Ханты-Манси автономиялы округынан килгән Райза Кәлиева менән һөйләшеп алғайным. “Ирем — быраулау ҡоролмалары машинисы, вахта ысулы менән эшләй. Бер саҡ ауырып ҡайтты. Гепатит тип, дауаханаға һалдылар. Ауырлығы кәмей башланы, сәбәбен белмәйҙәр. Тотондолар ҡырҡырға — бер операция, ике, өс... Һаман да асыҡлай алмайҙар!.. Гистология яһағас, эстә яман шеш барлығын әйттеләр. Онколог: “Химия терапияһы яһап булмай, хәле насар, алып ҡайтығыҙ, бер йыл йәшәр”, — тине. Таныштар Клара Ғәзиз ҡыҙының телефонын биргәйне. Кисекмәҫтән отпуск алып, үлеп барған иремде поезд менән алып килдем. Табибә шунда уҡ үләндәр ҡайната башланы. Беҙ бында ҡундыҡ. Артабан тыуған яғыма, Әстрханға юл алдыҡ. Ярты айҙан өйгә әйләнеп ҡайттыҡ. Иремдең ауырлығы арта башланы! Ҡарауылсы итеп кенә алмаҡсылар ине, хәҙер үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Теге яман шеш киткән булырға тейеш”. Быға нимә өҫтәйһең?
Бында үҙ бәләһе менән бик йыраҡ ерҙәрҙән килеүселәр бар. Эскелек, тәмәке тартыу һәм күп төрлө башҡа ауырыуҙар менән интеккән, психик проблемалары булған кешеләрҙе ҡабул итә Клара ханым, береһен дә кире ҡаҡмай. Мәҫәлән, Баймаҡтан Нина исемле ҡатын эс ауырыуҙарынан яфалана, ашай алмай. Бер улын алкоголь, простатит, подагра борсоһа, икенсеһен — аяҡтары, арҡаһы... Һарыҡташ районынан Натальяға яман шеше барлығын белгертә, операцияға барырға ҡуша. Төйлөгәндән балалары булмау сәбәпле айырылышырға йөрөгән Игорь менән Светлананың ҡул һыҙаттарын ҡарап, ярашырға тәҡдим итә. Хәҙер улар ҡыҙ үҫтерә. Орскиҙан Игорь исемле ирҙең ғаиләһендә балалары булмай, хәҙер ул тәрбиәләйҙәр...
Бәләкәйҙән үҙһүҙле, өндәшмәҫ, үҙенсәлекле холоҡло булыуы өйҙә лә, мәктәптә лә әленән-әле уңайһыҙлыҡтар тыуҙырып торған Клараға. Әммә яҡшы уҡый, һүрәт төшөрә, стена гәзите сығарыуҙа ҡатнаша. Өйҙәге мал-тыуарҙы дауалаған. Атаһы ауырып китһә, уны һыйпаштырып, хәлен еңеләйтер булған. Тиктормаҫ ҡыҙ үҙенә эш табып ҡына тора. Бер саҡ, машинкала тегеп ултырған әсәһенә асыуланып: “Машинка боҙола!” — ти. Шунда уҡ ул тегеүҙән туҡтай. Өйҙә лә, мәктәптә лә бойороҡ буйынса түгел, үҙ теләге буйынса эш итә ҡыҙ. Бәләкәйҙән кәрт һалыуға әүәҫләнеп китә.
Клара халыҡ медицинаһына әсәһенән һәм әсәһенең Роза исемле апаһынан өйрәнә. Бында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының шәжәрәгә ҡарата хөрмәтен күрһәткән бер хәлде әйтеп үтергә була. Ләлә һәм Роза апайҙарҙың берҙән-бер ағаһы һуғышта үлеп ҡалғас, әсәләре ҡыҙҙарына фамилияларын үҙгәртмәҫкә ҡуша. Әлеге көндә Красный Ключ ҡасабаһында Роза апайҙың улы Зиннәт Хәйеров йәшәй. Ләлә апайҙың ҡәҙерләп тәрбиәләгән балалары дауахананың ни икәнен белмәй үҫә. Өҫтәлдә һәр саҡ — затлы аҙыҡ. Ҡунаҡсыл хужабикә бешергән бишбармаҡты ауылдаштары ла маҡтай-маҡтай ауыҙ итә. Клара, мәктәпте тамамлағас, училищеға химик-лаборант һөнәренә уҡырға инә. Әсәһе ҡаты ауырып киткәс, уҡыуын ташларға мәжбүр була. 25 йыл колхозда һауынсы булып эшләй. Май етештереү заводында, мәктәптә лә эшләп ала. Маҡтау ҡағыҙҙары уның эшкә бик яуаплы ҡарауы хаҡында һөйләй. Ауылдаштарының Клара Ғәзиз ҡыҙын хөрмәт итеүе һәм әлеге шөғөлөнә ыңғай ҡарауҙары бер ҙә аптырарлыҡ түгел.
Кешеләргә ярҙам итеү Клара ханымдың ҡанындалыр, күрәһең. Һүҙ менәнме, матди яҡтанмы, ҡулынан килгәнсә изгелек ҡылып тора халыҡ табибәһе. Байрамдарҙа, ауыл хакимиәте менән берлектә, бүләктәр алыуға ла тотона ул ауырыуҙарҙан йыйылған аҡсаны. Әйткәндәй, дауалаған өсөн түләү — һәр кемдең үҙ ҡарамағында. Орскиҙағы апаһы үлгәс, уның ике ҡыҙын үҫтереп, кейәүгә бирә, әле лә уларға ярҙам итеп тора.
Көньяҡ Уралда тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙы һәр яҡтан да көслө шәхес. Тормош уға ҡаты һынауҙар ҡуя. 1995 йылда ауырлы килеш ремонт эштәре менән булышып, өй түбәһенән ҡолап төшә. “Ашығыс ярҙам” менән район үҙәгенә алып китәләр. Сабыйы һәләк була, үҙен реанимацияға һалалар. Палатаға күскәс, янындағыларҙың киләсәген юрай башлай — инде ул ҡурҡыу тойғоһонан бер аҙ ҡотолған була. Бер нисә йылдан ҡабат реанимацияға эләгә. Үҙенә диагноз ҡуйып, врачтарға белдерә. Тегеләр, берҙән, ышанмай, икенсенән, үҙҙәре лә белмәй сире сәбәбен. Үлемдән саҡ тороп ҡала. “Өмөт юҡ” тип өйөнә оҙаталар. Клара Ғәзиз ҡыҙы, таблеткаларҙы сүплеккә ырғытып, үләндәр менән дауаланырға тотона. Ниһайәт, хәле һәйбәтләнә, һауығып сыға. Участка врачы: “Быны фән аңлата алмай”, — тип ҡуя ахырҙа. Клара ханымдың: “Үҙең өсөн көрәшә белергә һәм көрәшергә кәрәк!” — тигән һүҙҙәре лә тәрән ғазаптар аша тыуған бит.
Клара Ғәзиз ҡыҙы Зоркина (Хәйерова) халыҡ медицинаһында тиҫтә йыл эшмәкәрлек алып бара. Табибәнең үҙенә һаулыҡ теләйек, ҡәрҙәштәр.
Дауыт АМАНГИЛДИН.
Ырымбур өлкәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 1

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә