Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөтөнлөккә ынтылыш
Бөтөнлөккә ынтылыш"Бәләкәй сағында Азатты уйынсыҡ конструкторҙарҙан айырып булманы. Таралып ятҡан төрлө өлөштәрҙе ҙур сыҙамлыҡ менән йыйып, бер бөтөнгә әүерелдермәйенсә тынысланмай торғайны", — ти Дамир Йәнекәев улы тураһында. Бөгөн И.М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт университетының V курсында уҡып йөрөгән егет конструктор менән мауығыуын күптән онотҡан, әммә бөтөнлөккә ынтылышы, айырылған өлөштәргә яңы һулыш өрөү ғәҙәте юйылмаған, киреһенсә, буласаҡ һөнәренең нигеҙенә ятҡан. Ул травматолог булырға йыйына.

Азат Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында Дамир Рамаҙан улы менән Земфира Нәғимйән ҡыҙының ғаиләһендә тыуып үҫә. Атаһы — Баймаҡ, әсәһе Әбйәлил районынан. Азат уларҙы бәләкәйҙән тырышлығы менән һөйөндөрә: урыҫ телен һәйбәт белгәне өсөн VIII класта "Ҡала грамотейы" тигән грамотаға эйә була, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Башҡорт, урыҫ, инглиз һәм немец телдәрендә иркен аралашҡан егетте яҡындары телсе булыр тип уйлай. Медицина юлын һайлаһа ла, Азат телдәрҙе өйрәнеүен дауам итә. Былтыр немец теленән курсҡа йөрөр өсөн хатта велосипедын һатырға ла йәлләмәгән. Гёте телен бер аҙ камиллаштырғас, тәүәккәл һәм ҡыҙыҡһыныусан егет Германия табиптарынан тәжрибә үҙләштерергә юллана.
Азат Йәнекәевтең сит илдән алып ҡайтҡан тәьҫораттарын түкмәй-сәсмәй һеҙгә лә еткерәбеҙ:
— Быйыл Мәскәүгә килгәнгә тиклем миңә Башҡорт дәүләт медицина университетында дүрт йыл уҡыу бәхете тейҙе. Ундағы халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге ярҙамында өс студент Германияның Дрезден ҡалаһына юлландыҡ. Мин, Дмитрий һәм Ирина аэропортҡа килеп төшкәндә көн болоҡһоу ине, шуға бер аҙ кәйеф ҡырылды. Беҙҙе доктор Верена Барт ҡаршы алды һәм ятаҡҡа алып китте, юл ыңғайында ҡаланың иҫтәлекле ерҙәрен күрһәтте. Дрезденда барлыҡ магазиндарҙың ябыҡ булыуына иғтибар иттек. Йәкшәмбе сауҙа урындарының эшләүе закон менән тыйылған икән. Был сәйер тойолдо, сөнки Рәсәйҙә магазинға ғәҙәттә ял көнө йөрөргә күнеккәнбеҙ.
Студенттар ятағына килгәс, тағы ла нығыраҡ аптыраныҡ, ҡунаҡханамы икән әллә, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Иркен, яҡты бүлмәләрҙә берәр кеше йәшәй. Эсендәге йыһаздарҙың кәрәккәне лә, кәрәкмәгәне лә бар: карауат, урын-ер ҡаралтыһы, яҙыу өҫтәле, һыуытҡыс, телевизор, шкаф, йыуыныу урыны, бушлай Интернет, ҡалаҡ, кәстрүл һәм башҡалар. Өҫтәүенә, йыйыштырыусы аҙнаһына бер тапҡыр бүлмәне таҙарта һәм юрған-мендәр тыштарын алмаштыра.
Иртәнге сәғәт 7-лә ятаҡ алдында беҙҙе Анна менән Феликс исемле немец студенттары көтә ине. Улар клиникаға алып барҙы һәм алмаш кейем бирелгән урынды күрһәтте. Әйткәндәй, унда аҡ салбар, футболка һәм халатты көнөнә әллә нисә ҡат алмаштырырға мөмкин. Артабан мин травматология бүлексәһенә киттем.
Тәүге аҙнала миңә операция барышын ситтән ҡарап торорға рөхсәт ителде. Табиптар эштең күп нескәлеген аңлатты. Икенсе аҙнала хирургтың ассистенты итеп тәғәйенләнеләр. Эләктергес, киңәйткес ҡорамалдарҙы яраның эсендә тотоп тороу, зарарланған ҡан тамырҙарын электр тогы менән көйҙөрөү, махсус аппарат ярҙамында ҡан менән шыйыҡсаны һурҙырыу, ауырыуҙы операцияға әҙерләү кеүек күп төрлө эш өсөн яуаплы булдым. Бынан тыш, һәр иртә 15 минуттан 7 тула тигәндә бүлексәләге ауырыуҙарҙың хәлен белештем, 8-се яртыла көндәлек конференцияға йөрөнөм. Көн һайын өс-дүрт операцияла ҡатнашырға тура килде. Улар күп төрлө булды: артроскоп ярҙамында быуынды тикшереү, тубыҡ һәм янбаш-бот быуындарын алмаштырыу, һөйәктәргә энә индереү, һынған һөйәктәрҙе тура килтереп урынына ҡуйыу һәм беркетеү, ярсыҡтарҙы йыйыу һәм алыу, серегән урындарҙы таҙартыу һәм башҡалар. Эштә аралашыу немец һәм инглиз телдәрендә барҙы.
Германия дауаханалары тураһында айырым һөйләргә кәрәк. Унда асептика һәм антисептика ҡағиҙәләренең үтәлешенә бик етди ҡарайҙар. Микробтан һаҡланыр өсөн дауаханалағы барлыҡ ишектәрҙе үҙенән-үҙе асылмалы итеп эшләгәндәр. Операция блогына инер алдынан пароль менән бикләнгән бүлмәгә үтәләр. Унда хирургтар бөтөн кейемен һалып, йәшел костюм кейә. Был костюмдар биш төрлө үлсәмгә бүленгән. Һуңынан ойоҡбаш, тапочка, башлыҡ һәм маска кейәһең. Операция бүлмәһенә ингәс, ҡурғаш күкрәксен бирәләр, сөнки рентген диагностикаһы операция мәлендә яһала. Унан һуң стерилләнгән форма һәм бирсәткә кейелә.
Табиптар өс төркөмгә бүленә. Медицина университетының VI курсын тамамлаған белгескә алты йыл буйы ассистент булыу һәм еңелсә операцияларҙы башҡарыу рөхсәт ителә. Һуңынан ул имтихан тапшырып, урта төркөмгә күсә, йәғни операцияларҙы яңғыҙ башҡара ала, әммә ҡатмарлы осраҡтарҙа профессорҙар менән кәңәшләшә йәки уларға ярҙам итә. Ошо рәүешле йәнә алты йыл эшләргә, билдәләнгән күләмдә операциялар башҡарырға һәм имтихан тапшырырға кәрәк. Һынауҙы уңышлы үткәндәр профессор була һәм барлыҡ эште үҙаллы башҡара.
Дауаханала күп хеҙмәткәрҙәр менән аралаштым, уларҙың Рәсәй тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙем. Бер аҙ урыҫса һупалаған докторҙар ҙа бар ине. Улар Рәсәйҙә ҡыҙҙарға һаман да "сударыня" һүҙе менән өндәшәләр тип уйлаған. Ял көндәрендә яңы дуҫтарым менән Чехияның баш ҡалаһы Прагаға, Германияның Саксон Швейцарияһы тигән таулы яҡтарына, Кёнигштайн замогына, Берлинға сәйәхәт ҡылдыҡ.
Бер нәмә лә мәңгелек түгел, тигәндәй, айлыҡ практикам аҙағына яҡынлашты. Сит илдә йөрөп ҡайтыуҙан һабаҡ алдым. Немец философы Гётеның һүҙҙәре менән әйткәндә, китап уҡымайынса, аҡылыңды байытмайынса уҙғарған көн — юҡҡа тәләфләнгән көн. Бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ, шуға белемгә ынтылырға кәрәк, ваҡытты бушҡа уҙғарырға хаҡыбыҙ юҡ.
Н. ХӘСӘНОВА
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә