Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көлә, көлдөрә Гөлсөм
Беҙҙең йәшлек йылдары көлкө тоҡсайы Гөлсөм Хәбибуллинаның таланты сәскә атҡан йылдарға тура килде. Дуҫтарым менән ул ҡатнашҡан бер концертты ла ҡалдырмай торғайныҡ. Ошо ғәжәп талант эйәһе бөгөн ни хәлдә икән? Шул хаҡта яҙһағыҙ ине.
Ғәлиә ҒИЛӘЖЕВА.
Татарстан Республикаһы,
Баулы ҡалаһы.


Көлә, көлдөрә ГөлсөмРедакцияға ошондай үтенес менән хат килгәс тә, яратҡан артисыбыҙҙы эҙләп таптыҡ.

– Иҫәнлекме-һаулыҡмы, Гөлсөм апай?
– Аллаға шөкөр әле, ҡустым. Бына быйыл әҙерәк сырхаулап торғайным, хәҙер бер сама кеше булдым һымаҡ.
– Бына шуға һеҙҙе тамашасылар юғалтҡан икән...
– Шулайыраҡ шул. Әле генә Ҡазандан да шылтыраттылар, халыҡ һине таптырып аптырата, тиҙерәк шәбәй, тиҙәр. Татарстанда Фердинанд Сәләхов төркөмөндә алты йыл эшләгәйнем бит. Рәхмәт инде онотмауҙарына!
– Ҡазанда ла йәшәп алдығыҙмы ни? Был турала тәүгә ишетеүемсе.
– Юҡсы-ы-ы, барып-ҡайтып йөрөнөм. Ер аяғы ер башында ятмай бит, саҡырһалар, выжлатып ҡына барам да етәм.
– Уныһы ҡасаныраҡ булды?
– Пенсияға сыҡҡас инде.
– Унда татарса сығыш яһағанһығыҙҙыр инде...
– Юҡсы, башҡортса-а-а! Сәхнәгә сыҡҡас, иң тәүҙә халыҡтан: “Ниндәй телдә һөйләйем?” – тип һорайым. Ә улар: ”Давай, башҡортса, башҡортса, – тип ҡысҡыра. – Беҙ һеҙҙе вис аңлайбыҙ, телегеҙ бигерәк яғымлы, моңло йыр кеүек, тыңлағандан тыңлағы килә”, – тиҙәр. Ҡайһылары хатта: “Һыуһын ҡанғансы башҡорт телен ишетер өсөн генә килдек”, – тип тә ебәрә. Ә былай мин татарса ла шытырҙатып һөйләшә беләм ул, татарҙарҙың үҙҙәрен һатып ебәрермен әле.
– Заманында Ҡазан ғына түгел, Ленинград халҡын да шаҡ ҡатырғанһығыҙ тип ишеткәйнем.
– Ул саҡтарҙы һөйләй башлаһаң, үҙе бер тарих. Бер мәл Ленинградҡа гастролгә әҙерләнә башланыҡ. Шамил Ҡолбарисов, Хөсәйен Әхмәтов ағайҙар: “Һеңлем, әйҙә әле үҙеңә ҡыҫҡараҡ, замансараҡ костюм тектерәйек, буй-һының да килешле”, – тине. Тиҙҙән үҙебеҙҙең милли биҙәктәр ҡушылған күлдәкте тегеп тә бирҙеләр.
– Ә гастроль нисек үтте?
– Иҫ киткес шәп! Әллә сығышымды, әллә күлдәгемде оҡшаттылар, халыҡ сәхнәнән ебәрмәй генә бит. Инде сыҡһам, тағы һорайҙар, аяҡ дөбөрҙәтәләр, ҡысҡыралар, һыҙғыралар. Әллә биш, әллә ете тапҡыр сығып баш эйҙем.
– Ленинград һынлы Ленинградта халыҡ үҙегеҙҙе күккә сөйгәс, шәп инде ул...
– Шулай ҙа. Әммә уның өсөн ишетмәгән һүҙ ҡалманы. Минән һуң сәхнәгә танылған йырсы сығырға тейеш ине. Тик халыҡ уның исемен әйтергә лә форсат бирмәй. Ә был шөһрәтле апайға һис тә оҡшамаған. “Нишләп шул бала-сағаны минән алда ҡуйҙығыҙ?” – тип енен сәсепме-сәсә. “Өфөгә генә ҡайтайыҡ әле бына, эштән ҡыуҙыртам”, – тип тамам хәлемде алды.
– Һеҙ Мәскәүҙә Владимир Винокур, Любовь Полищук менән бергә ниндәйҙер конкурста ҡатнашып, лауреат булғанһығыҙ...
– 1977 йылда булды был хәл. VI Бөтә Рәсәй эстрада конурсына Башҡортостандан мине һайлап ебәрҙеләр. Юл буйы шөрләп барҙым, йыйын урыҫтар араһында минең башҡортса һөйләгәнде этем аңлаһынмы тип инде. Унда Әнғәм Атнабаевтың “Йәшлек менән осрашыу”, “Йәшәреү миҙгеле”н һөйләнем. Жюриҙа абруйлы артистар ултыра. Сығыш яһап бөтөү менән гөрләтеп ҡул саба башламаһындармы! «Браво!”, “Бис” тип һөрән һалалар. Ете йөҙләгән кеше араһынан икенсе урынды алдым бит, әй.
– Бындай еңеүҙән һуң күтәреп кенә йөрөткәндәрҙер инде!
– Ысынлап та, күҙ асылып ҡалды. Телевидение, гәзит журналистары, интервью бирегеҙ әле, тип тотам арттан ҡалмай. Үҙең турала маҡтап яҙғанды уҡыу ғәләмәт рәхәт икән. Бер аҙҙан “атҡаҙанған”, унан һуң “халыҡ” исемен бирҙеләр.
– Гөлсөм апай, ни өсөн һеҙ гелән ир-аттан көләһегеҙ? Ниндәй генә исем таҡмайһығыҙ – мәмәй, йыбытҡы, хөрәсән, теге лә был. Ирҙәргә шул тиклем дә асыуығыҙ ҙурмы ни?
– Төрлөһө булды инде. Автобусҡа инһәң, шкаф дәүмәле ирҙәр йә йоҡлай, йә тәҙрәнән иҫе китеп нимәнелер күҙәтә. Шунда берәйһе һикереп тороп урын бирһәсе. Юҡ инде, юҡ. Бер саҡ ҡыш урамда китеп барам. Көтмәгәндә арҡамдан бер ғифрит ҡосаҡлап алды бит, кешегә лә оҡшамаған һымаҡ. Инәкәйем, башмаҡ ҙурлыҡ эт булып сыҡты. Ҡотом осто, хәҙер был мине өҙгөсләп ташлай инде, тим. Эргәмдән китеп барған ирекәйгә йән асыуына, ҡотҡар, ярҙам ит, тип ҡысҡырам. Ә ул, ҡолағына кейеҙ ҡаплағанмы ни, ғәмһеҙ генә үтеп бара. Шул саҡ эт, мине ысҡындырып, тегенең үҙенә барып йәбешмәһенме! Шундай хөрәсәндәргә нисек хәтерең ҡалмаһын да нисек асыуланмаҫһың! Шуға сәхнәнән булһа ла үсемде алыуым инде.
– Эш бына нимәлә икә-ә-ә-н!
– Эй, туғаным, һин был бөтә ир затын ене кеүек күрә икән, тип уйлай күрмә. Юлымда һәйбәт ир-ат та күп булды. Сәнғәт училищеһында уҡытыусым Ғабдулла Ғиләжев атайым кеүек ине. Беренсе курсты бөткәс, академтеатр артистары менән гастролгә сығарып ебәрҙе. “Балам, аҙыраҡ аҡса эшләп ҡайт, тик аҡсаңды кәнфит-маҙарға бөтөрөп ҡуйма, өҫ-башыңды ҡара”, – тип кәңәшен бирҙе.
– Һеҙ драма артисына уҡынығыҙмы ни?
– Эйе-е-е!
– Улай булғас, нишләп театрға барманығыҙ?
– Диплом алған йылда урын булманы. Ә аҙаҡ, филармонияға өйрәнеп киткәс, әллә күпме саҡырып маташһалар ҙа, барып торманым. Бында үҙем – баш, үҙем – түш, тигәндәй.
– Һеҙ бәләкәйҙән сәхнә тип хыялландығыҙмы?
– Мәктәптә бейей ҙә, йырлай ҙа торғайным. Был бала – ҡойоп ҡуйған әртис, тип бөтәһе лә маҡтай торғас, сәнғәт училищеһына әҙерләнә башланым. Әммә әсәйем “әртис” тигән һүҙҙе ишеткеһе лә килмәй. “Кит, кит, кит, шул да булдымы кәсеп, ике аяғыңдың береһен баҫмайһың! Уларҙың ғаиләһе лә булмай, тиҙәр. Ғүмер буйы кеше балаһына, кеше иренә ымһынып йәшәргә уйлайһыңмы?” – тиер ине. Шуға ла Өфөләге бер ағай документтарымды мединститутҡа алып китте. Ә бер аҙҙан ауылдашым Илдус ағай ҡайтты ла: “Һин әртис булырға тейеш, документтарыңды унан алам да сәнғәткә алып барам”, – тине.
– Шунан...
– Сәнғәт төрө буйынса имтихандарҙы һыпыртып бирҙем. Ә бына беҙҙең кеүек урыҫ телен дә башҡортса уҡыған кешегә диктант яҙыу ауырыраҡ булды. Тегеһенән күсереп, быныһынан ҡарап, этә-төртә “өслө”гә яҙҙым. Аллаға шөкөр, ғаиләм дә, улым да булды. Хәҙер ейәнсәрем үҫеп килә.
– Гөлсөм апай, анау “Самогонсы Сәмиғә”лә йырлай-йырлай сәмәй ҡыуыуығыҙҙы халыҡ харап оҡшата ине.
– Эй, балаҡай, минең бар сығыштарымды ла халыҡ ифрат яратты. Ә ул Сәмиғә менән әкәмәт булып бөтөлдө инде. Теге Горбачевтың “ҡоро” законы сыҡҡан йылдарҙа халыҡ бырах туҙҙырып көмөшкә ҡоя башланы. Үҙең беләһең, кәрәк бит инде, берәй эшеңде эшләтәм тиһәң, иң тәүҙә әсе-сөсөң бармы, тип һорайҙар. Ҡайһылыр ауылда ошоно һөйләп торам бит. Шул саҡ бер ҡатын ултырған еренән һикереп кенә торҙо ла тып итеп минең ҡаршыға килеп баҫмаһынмы! ”Ах, инәңдең башы. Ишшеү минең менән булашып маташаһыңмы? Ҡайнатам шул, ҡайнатам. Минең самогон ҡайнатҡанда ни ҡыҫылышың бар? Шәп булғас, үҙең килеп ауылда йәшәп ҡара, шунан белер инең”. Ҡатын пулеметтан атҡан кеүек тытылданы-тытылданы ла ишекте шарт ябып сығып китте. Аҙаҡ белдем: был ҡатын да Сәмиғә исемле, өҫтәүенә көнө-төнө көмөшкә ҡоя икән.
– Ни өсөндөр Гөлсөм йырлауын ташланы, тауышы бигерәк моңло ине, тип әйткәндәрен ишеткәнем бар.
– Нилектәндер йәшерәк саҡта кешеләрҙе эләкләргә ярата инем. Бая һөйләгән абруйлы апайҙың үҙе кеүек кенә йырлай инем. Ул ишетеп ҡалған да тағы йөҙөмдән алды бит. “Минең кеүек булырға башың йәш, башҡаса ишетмәйем”, – тигәс, һүрелеп ҡалдым.
– Үҙегеҙҙең тауыш менән генә йырлаһағыҙ ни булған?
– Был турала дуҫ-иштәрем, таныш булмаған кешеләр ҙә йыш әйткеләне. Әммә йыр нисектер ситтә тороп ҡала килде.
– Ҡарағыҙ әле, апаруҡ ҡына ултырып ташлағанбыҙ ҙа. Ярай, Гөлсөм апай, Алла бирһә, аяҡҡа баҫып, “Исемкәйҙәрем – Гөлсөм, мин сәхнәгә сығыу менән бар халыҡ тәгәрәп көлһөн” тип тағы ла сәхнәләрҙе шаулатыр көндәрегеҙ алда әле. Рәхмәт һеҙгә!
Х. ӘХМӘТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20