Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сайт һәм скайп аша аралаша
Сайт һәм скайп аша аралашаҠартлыҡта ла шатлыҡ бар, тибеҙ. Ғүмерҙең хаҡлы ялдағы өлөшөн мәғәнәле, йәнле һәм йәмле итеү һәр кемдең үҙенә бәйле икәнлеге бәхәсһеҙ. Быға Благовар районында көн күргән 66 йәшлек Лиза Раскопина миҫалында ла инандыҡ.

“Халыҡ университеты” программаһында ҡатнашып, компьютерҙа эш итергә өйрәнеүселәр араһынан кемдәрҙең заманса элемтә ярҙамында аралашыуы менән ҡыҙыҡһынғас, тәүләп Лиза Раскопинаны атанылар. “Компьютерҙы яҡшы белә, скайп аша ла аралаша, видеоға төшөрөү менән дә мауыға”, — тинеләр уның хаҡында.
Әйткәндәре раҫ булып сыҡты. Замандан артта ҡалмаҫҡа тырышҡан теремек пенсионер, компьютер курсына яҙылырға тәҡдим иткәстәр, икеләнеп тормаған. Тәүге дәрестәрҙән һуң Өфөгә барып компьютер алып ҡайтҡан. “Һеҙгә ошоноһо һәйбәт булыр”, — тип 19 мең һумдан ашыу хаҡҡа еллеһен тотторғандар. Оҙаҡҡа һуҙмаған, үҙләштерелгәндәр онотолмаһын тип Интернет селтәренә тоташтыртып алған уны әбей. “Өйрәнеү шыма ғына барманы: боҙҙом да йүнәттерҙем, боҙҙом да йүнәттерҙем, — тип йылмая ул. — Минең кеүек яңғыҙ кешегә бик кәрәк нәмә икән компьютер, уны хатта бер иптәш һымаҡ күрәм. Иң мөһиме, моғайын, шулдыр”.
Лиза Яхъя ҡыҙы тормошо хаҡында беҙгә ихлас һөйләне: “Элек Ҡаҙағстанда йәшәнем, барлыҡ дуҫтар, таныш-тонош шунда ҡалды. Ирем Украинанан ине, уның туғандары менән бәйләнеште лә Интернет аша яңырттым. Күңел болоҡһоуын баҫыу өсөн шәп шөғөл таптым тип ҡыуанам. Теләк булһа, тәүәккәллек итһәң, өйрәнәһең ул, тип хәҙер башҡаларҙы уҡырға дәртләндерәм. Үткәндәрҙе уйлап, һағынып, моңайып ултырғансы, скайп аша һөйләшеп, хәл-әхүәл белешәм һәм йөҙҙәрен туйғансы күреп йыуанам. Украиналағы туғандар менән дә, Ҡаҙағстандағы йәшлек дуҫтарым, күрше-күләндәрем менән дә даими бәйләнештәмен. “Класташтар” сайты аша әллә күпме танышымды, уларҙың балаларын таптым.
Скайпты “Халыҡ университеты”нда өйрәтмәнеләр, уның менән эшләү серҙәрен үҙаллы отоп алдым. Замана техникаһына төшөнөү еңелдән түгел, шулай ҙа ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай. Боҙолһа, йүнәттертеп алаһың. Интернеттың мөмкинлектәре шул тиклем киң! Иҫең китерлек. Хәҙер яҡындарҙың, таныштарҙың тыуған көндәрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайым, почтаға барып йөрөү ҙә кәрәкмәй. Етмәһә, ниндәй милләт кешеһе булыуына ҡарап, ҡотлау һүҙҙәрен шул телдә еткереп була. “Класташтар” сайты аша йәшлектәге әллә күпме дуҫымды табыуыма һөйөндөм. Шуға күрә компьютерҙы “йәшлеккә ҡайтарыусы” тип атайым. Әлегә үҙем төшөргән фотоларҙы ҡуя һәм ебәрә белмәйем. Көҙгө эштәрҙән бер аҙ арынғас, уныһына ла өйрәнергә иҫәбем. Видеоға төшөрөү менән мауығам, уларҙы кассетаға үҙем күсерәм.
Кистәрен оҙаҡ ҡына ултырам, хаттар яҙам. Иртәнсәк, компьютерҙы йәнә тоҡандырып, яуаптарҙы уҡыйым, сөнки Украина менән ваҡыт айырмаһы ҙур. Сит илдәрҙәге таныштарҙы табып, рәхәтләнеп аралашам. Береһе, мәҫәлән, 75 йәштә.
Республика етәкселегенә ололар хаҡында хәстәрлек күреүе өсөн рәхмәт. Ғүмерҙең икенсе яртыһында күңел тиҙ генә йомшарып, хәтер ҡалып барыусан. Кәрәклегеңде тойғо килә, аралашыу-күрешеүгә һыуһайһың. Ә бына “Халыҡ университеты” программаһында ҡатнашыусылар ҡартлыҡта ла шатлыҡ булыуына үҙ миҫалында инана”.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Благовар районы,
Языков ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә