Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмыштарҙы булмай дауалап
Дауаханала ятҡанда кеше ике “этап”ты үтә: ауыртынып-һыҙланғанда үҙ сәләмәтлегенән тыш һис ниндәй ҡайғыһы йәки ҡыҙыҡһыныуы булмай, ә һауығып килгәндә бер палатала ятҡандар менән гәпләшә, донъя хәлдәрен энәһенән-ебенәсә тикшерә, аҡыл һата башлай. Кеше – аралашыуға мохтаж йән эйәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер.

Подъезда минән ҡурҡалар

— Халыҡ үҙ хоҡуғын белмәй, — ти беҙҙең палатала ятыусы оло йәштәге Фәрүәз ағай. — Бына мин үҙебеҙҙең подъезда бер нисә сәғәт эсендә тәртип урынлаштырҙым. Закондарҙы белергә кәрәк, ағай-эне, закондарҙы!..
— Нисек итеп?
Баҡһаң, уның бер күршеһе яңы мебель һатып алған да иҫкеләрен подъезға сығарып ҡуйған. Фәрүәз ағай, урын бик тар ҡалһа ла, әйбер менән йөрөргә ҡамасаулаһа ла, тәүҙә өндәшмәй. Бер ай үтә, икенсеһе, өсөнсөһө... Күршеһе иҫке шкаф менән тумбочкаларын сүп контейнерына сығарып ташларға уйламай ҙа.
Түҙемлеге бөткән Фәрүәз ағай янғын һағы хеҙмәтенә шылтырата. “Фәлән йортта янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тупаҫ боҙола. Йорт идаралығы бер ни ҙә эшләмәй. Бәлә-ҡаза булһа, һеҙ яуап бирәсәкһегеҙ бит”, – тип дәғүәһен белдерә. Үҙе улар килгәнсе компьютер янына ултыра, Интернеттан янғын ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ тураһындағы статьяны эҙләп табып, тейешле акт төҙөп тә ҡуя. Эшләгән сағында бындай документтарҙы әҙерләргә тура килгән икән уға, шул бик ярап ҡала.
Янғын һағы инспекторҙары был ҡағыҙҙы ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡулына ала. “Бына бит әҙер акт, беҙгә уны яҙып мәшәҡәтләнеп тораһы ла юҡ!” – тиҙәр. Һөҙөмтәлә артына ҡулы етмәгән фатир хужаһына 800 һум штраф сәпәйҙәр. Фәрүәз ағай әйтеүенсә, хәҙер подъездары тап-таҙа, берәү ҙә әйберен кеше йөрөгән ергә сығарып ташламай, контейнерға хәтлем илтеп ҡуя.

Тәмәкесе “мулла”

Дауахана ихатаһында бер нисә эскәмйә тора, тик уны, ғәҙәттә, тәмәкеселәр һырып алған була, башҡа кешегә урын да ҡалмай. Эргәләге терапия корпусына ингән урында “Тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла!” тигән ат башындай яҙыу эленһә лә, тәмәкеселәр рәхәтләнеп көйрәтә, ә бүтәндәр ситтә баҫып торорға мәжбүр, сөнки эскәмйәләрҙе төтөн уратып алған. Табиптар күрмәмеш тә белмәмеш. Ни эшләйһең, мәҙәни кимәлебеҙ шундай булғас...
Тәмәкеселәр араһында оло ғына йәштәге бер бабай ҙа бар. Мин уны тәүҙә мулла, йә иһә бүтән төрлө дин әһелелер тип уйлағайным. Ни өсөн тиһәң, башында мосолманса түбәтәйе бар, сал һаҡалы ла мулланыҡы кеүек, өҫтәүенә элеккесә кейенеп алған. Тик... тәмәкене тарта ғына бабаҡай! Паровозмы ни... Береһен көйрәтеп бөткәс, күршеләре менән гәпкә ҡушылып хәбәр һөйләп ала ла, һүҙе тамам булғас, тағы тәмәке алып ҡаба. “Аҡ һаҡаллы мосолманға улай килешмәй бит, бабай, ситтән ҡарап тороуы ла оят хатта!” – тип әйтергә уҡталдым да, әҙерләгән һүҙҙәремде үҙем дә килештермәнем. Оло кешегә ҡаты бәрелергә ярамаҫ. Итәғәтлерәк итеп еткерергә кәрәк булыр.
Иртәгәһенә ихатаға сыҡһам, бабай йәнә эскәмйәлә, төтәтә генә. Эргәһенә барып баҫтым, тик ул башҡаларҙы тыңлай әлегә. Хәбәрҙәре бөтөрлөк түгел. “Сирләмәйҙер былар береһе лә...” – тип эстән генә һуҡрана-һуҡрана ситкәрәк киттем. Ул арала бабай ҡабаланып үҙ бүлексәһенә инеп китте, процедура ваҡыты еткәндер.
Өсөнсө көндә иһә, эскәмйәлә урын етмәгәнлектән, бордюрға ултырып көйрәтә ине. Һаулыҡ һорашып янына килеп ултырыуға уның кеҫә телефоны шылтыраны. “Тәүҙә танышырға кәрәк булыр, – тип уйлайым. – Әлбиттә, башҡортса һөйләшергә иҫәп. Ана бит – үҙе телефондан башҡортса әңгәмәләшә”. Ул арала минеке шылтыраны: өйҙән килгәндәр икән. Көттөрөргә ярамай.
Дауахананан сыҡҡансы тәки ҡыйманым бабайға был хаҡта әйтергә. Оло кешегә аҡыл өйрәтеп ултырыуы нисектер уңайһыҙ кеүек. Тәмәке ҡолона әйләнгән йәштәрҙе ул үҙе әрләргә тейеш тә бит...

Ниңә кәрәк ундай әбей?

— Ҡатыным вафат булғандан һуң ун биш йыл яңғыҙ йәшәйем, — тип һөйләй бер бабай. Мин яндарына килгәнсе шул турала һүҙ барғандыр, күрәһең.
— Ә ни эшләп тағы әбей алмайһың? – тип ҡыҙыҡһыналар унан.
— Минең бер йәштәш шулай, әбейе үлгәс, икенсеһен алып ебәрҙе, — тип төшөндөрә бабайыбыҙ. – Тәүҙә бик кәйефле генә йөрөгән кеүек ине. Әбейен яңыртҡас ни... Аҙаҡ күрәм: төшөнкө генә күренә башланы был, ҡыҙмаса булып, араҡы еҫе аңҡытҡан сағы ла йышайҙы. Туҡтатып, сәбәбен һораштым бер саҡ. “Кеҫәлә бер тин аҡса юҡ, нисек йылмайып-көлөп йәшәйһең...” — ти был. “Ә пенсияң ҡайҙа була һуң?” – тигән һорауыма ҡыҙып уҡ китте. “Әбейҙең янсығына кереп ята! Ярай ҙа кеҫә сығымдарына әҙләп биргеләһә, ҡайҙа инде ул – минең пенсияға супермаркетта төрлө тәм-том һатып ала ла балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өләшеп сыға. Ә миңә аҡса ҡалмай ҙа... “Тартырға бөттө”, — тиһәм, “Һатып ал, минең аҡсам юҡ”, — тип кенә ҡуя. Ә минең үҙ балаларым менән ейәндәремә бер ни ҙә бүләк иткем килмәйме ни?” — ти. Бына шулай, ҡустылар. Кеше балаларын аҫрап ятырға башҡа тай типмәгән әле.
Палатаға кергәс, Афған һуғышы ветераны, десантсы егет Наил, был һөйләшеүҙе иҫкә төшөрөп, көлөп бер булды.
— Бабайҙар ҡыҙыҡ инде ул, ҡартайғас беҙ ҙә шулай булырбыҙмы икән? – тип көрһөнөп ҡуйҙы аҙаҡ. – Һуғыш ветераны булараҡ, госпиталдә дауаланып ятҡайным бер саҡ. Әмәлгә ҡалғандай, урын 80-90 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән йәнәш тура килде. Төн буйы бәҙрәфкә йөрөй бит бабайҙар – күбеһенең простатит менән аденома. Береһе килеп карауатына ятыуға икенсеһе күтәрелә. Ҡайһы берҙәренең бәҙрәфкә барып еткәнсе сөбөрҙәп аға ла башлай. Аяҡтарын һөйрәп саҡ атлағандары ла бар бит. Ҡырҡыу еҫкә лә, ут яҡтыртыуҙарына ла түҙер инем, ана шул тапочкаларын ҡыштырҙатып атлағандары йәнгә тейә. Тик өндәшмәйһең инде.
Эй, Хоҙайым, йөҙ йыл йәшәргә хыялланабыҙ, ә бына ҡартайыуҙың сигенә еткәс, хәжәтеңде үтәү ҙә бик ауыр бурысҡа әйләнһә, оҙон-оҙаҡ ғүмерҙең ҡыҙығы ҡаламы икән?..

Бер биҙрә һыу

Бөгөн өйөнә ҡайтып китергә йыйынған Йәмил ағай үҙенә һис урын тапмай, бер коридорға сыға, бер палатаға керә.
— Аңлайым, аңлайым, тиҙерәк ҡайтырға ашҡынаһың, еңгәйҙе бик һағыныуың күренеп тора, — тип шаяртам.
— Еңгәйең черт с ним әле, телефонын алмай, әйбер-фәлән һалырға ҙурыраҡ сумка алып кил тиергә ине, — тип көлөмһөрәне ул. — Тағы мобильнигын кухняла ҡалдырып, теге ҡортҡа янына киткәндер инде. Күрше ҡарсыҡты әйтеүем. Йә бер, йә икенсе йомошо менән бимазалап бөтөрә беҙҙе. Айырыуса миңә йыш килә...
— Бабайы юҡтыр.
— Үлгәненә биш былтыр инде. Хәлле генә йәшәнеләр, ире ҙур ғына түрә булды, өс балаһына ла фатир алып бирештеләр...
— Бәй, шундай атай-әсәйҙең балалары ла игелекле булырға тейештер бит? Шул йомош-фәләнен үтәшеп китергә булһа ла тим.
— Береһе лә килеп тә урамай! Үткәндә шулай кем ҡысҡыра икән тиһәм, әлеге шул күрше Асия әбей. Ишектәр урталағы дөйөм коридор аша ғына, шуға тауыш ишетелеп тора. Инһәм, ни күрәм: әбей ванна эсендә ултыра, ә эҫе менән һыуыҡ һыуҙы ҡатнаштырыусы кран төбөнән айырылып сыҡҡан да стеналағы ике торба ауыҙынан һыу һиптерә! Әбей менән бер йылғы крандарҙыр инде, дюралдән эшләнгән, ахырыһы. Ярай әле был ике фонтан әбейгә табан түгел, ә ситкә атыла. Иҙән тулы һыу. Әбекәй иһә башын һабынлаған да бер нәмә лә күрмәй. Ул әле крандың айырылып сығыуын да аңламай, буғай, нимәлер ҡолап төшкәнен, көслө һыу ағымы шаптырҙағанын ғына ишетә. Әлдә килеп өлгөрҙөм, юғиһә аҫтағы күршеләрҙе һыу баҫа ине. Тиҙ генә дөйөм кранды яптым да: “Хәҙер, Асия апай, саҡ ҡына түҙ, һыу килтерәм!” — тип ҡаршылағы фатирыма йүгереп инеп, бер биҙрә һыу алып, өлтөрәтеп әбейҙең алдына ултырттым.
— Яланғас әбейҙең алдына уҡ? Нисек һуң әбей — күҙ һалырлыҡмы былай?
— Ә мин уға күҙ ҙә һалманым, 83 йәшлек ҡарсыҡ бит инде ул! Мумия күргәнең юҡмы ни?
— Мумия ҡарар өсөн Мысыр пирамидаһының эсенә инергә кәрәк шул. Ә һин 83 йәшлек яланғас әбейҙе күргәнең бармы?
— Юҡсы, ҡайҙа күрәйем, ти...
— Шулай булғас һуң, нисек күрмәгән нәмәңде мумия менән сағыштыраһың? Ә һин уға бер күҙ һирпер ҙә: “Бер ҙә бирешмәгәнһегеҙ икән, Асия апай, ҡыҙҙар кеүек!” — тип әйтер инең. Күңеле булыр ине ҡарсыҡтың. Шул ваҡиғанан һуң һине, үҙенең ҡотҡарыусыһын, сәй эсергә саҡырҙымы?
— Юҡ, ни өсөндөр йомошҡа-фәлән дә өндәшкәне юҡ.
— Ана бит, күңелен киткәнһең әбейҙең, уның ҡатын-ҡыҙ икәнлеген инҡар иткәнһең булып сыға.
— Әлләсе...
...Шундай яйһыҙ мәлдә ят ирҙе саҡырырға мәжбүр булған меҫкен әбейҙең балалары урынында мин ғәрлегемдән ятып үлер инем.

Ризығы бөтһә лә...

Иртән дә, кис тә бүлексәнең коридорына сыҡһаң, зырлаған тауыш ишетелә. Ремонт баралыр, моғайын, тип уйланыҡ тәүҙә, сөнки ул дрель тауышына оҡшағайны. Тик бер ҡайҙа ла төҙөүселәр күренмәй, етмәһә, был тауыштың тәүлегенә ике тапҡыр ғына һәм нәҡ бер үк ваҡытта – иртәнге туғыҙҙа һәм киске етелә — ҡабатланыуы аптырата төштө. Ахырыһы, шәфҡәт туташынан һорарға булдыҡ.
— Төҙөүселәр түгел шул ул, — тип көрһөнөп ҡуйҙы Регина. – Күрше бүлексәлә реанимация урынлашҡан, тимәк, ниндәйҙер ауырыу бик оҙаҡ иҫһеҙ ята, артабан да укол менән генә туҡландырып тороу ҡотҡарырлыҡ булмаһа, ашҡаҙанына ризыҡты көпшә аша индерә башлайҙар. Шул трубка механизмының зырлауын ишетәһегеҙ...
Йә, Хоҙай, беҙ юҡ-барҙы һорашып йөрөгән бер мәлдә унда кемдер үлемгә ҡаршы көрәшә. Хәйер, аҙыҡты йоторлоҡ та хәле булмағас, ниндәй көрәш ти ул. Кеше кинәт үлеп китһә, ололар: “Был донъялағы ризығы бөткәндер”, — ти торғайны. Тимәк, табиптар ризығы бөткән кешенең дә теге донъяға китеп барыуын тотҡарларға тырыша. Медицинаны күпме әрләһәк тә, барыбер һуңғы өмөт – уның ҡулында. Ҡайһы бер аҡыллы баш эшмәкәрҙәр быны кешенең үлемен тотҡарлау – тәбиғәткә ҡамасаулыҡ күрһәтеү, гуманизмға ҡаршы барыу, тип раҫларға тырыша. Көпшәгә тоташтырылған ошо әҙәм балаһы урынында булһалар, улар үҙ ҡарашын ҡырҡа үҙгәртер ине, билләһи.

Морг ҡайһы яҡта?

Оло ғына был ағай баштан уҡ үҙен сәйер тотто. Йә карауатына кинәт барып ята, йә үрһәләнеп килеп тора ла: “Тынысландырыусы укол алмайынса булмаҫ”, — тип шәфҡәт туташын эҙләп китә. Башындағы сәсе юлаҡ-юлаҡ булып ағарған. Тәүге көндә үк уның бер һорауы аптыратты:
— Морг ҡайһы яҡта икән?
— Теге яҡта, — тип күрһәтәм. – Бынан күренмәй, беҙҙең тәҙрәләр Минһажев урамы яғына ҡарай. Ә ниңә ул һеҙгә? Беҙгә унда иртәрәк шикелле...
— Юҡ-юҡ, былай ғына һорашам, — тине ул һәм миңә уның ҡарашында ҡурҡыу тойғоһо сағылып ҡалғандай булды. Әллә шулай күренде генә...
Икенсеме, өсөнсөмө көндә дауахана ихатаһына сығып, тәмәкеселәрҙе ҡыҫырыҡлап булһа ла, эскәмйәнең бер ситендә урын алдыҡ. Көн салт аяҙ, йылытҡан, палатала нисек түҙеп ятаһың.
— Нисек, бөгөн нервылар тынысыраҡ, ахырыһы? – тип һорайым. – Сир шулай инде ул...
— Юҡ, эш сирҙә түгел шул, — тине ул уйсан ғына. – Бөгөн психиатрҙа сираттағы сеанс булды, шунан һуң бер аҙ тынысланып ҡалам мин. Ә беләһегеҙме, мин бит Иблистең үҙе менән осрашҡан кеше. Эйе, эйе, ысын шулай, көлмәгеҙ!
— Көлмәйемсе, — тим, әңгәмәсемде үпкәләтмәҫ өсөн йөҙөмдө нисек тә булһа етдиерәк тоторға тырышып. – Ул мәлғүнде ысынлап та бар тиҙәр бит.
— Әйтәләр, ә мин үҙем күрҙем. Был турала элек берәүгә лә өндәшмәй торғайным. Бер абруйлы профессор менән кәңәшләшкәс, аҙаҡ ҡурҡмайынса һөйләй башланым. Ете йыл элек Мәскәүҙә дауаланғанда булды был хәл. Бер төндә йоҡлап китә алмай яфаландым. Ниңәлер күңел тыныс түгел. Тәҙрә янына килеп баҫтым. Күктә — тулы ай, ҡаршылағы бинаның түбәһендә энә ятһа ла күренерлек. Был бинала морг урынлашҡан тип әйткәйнеләр инде. Шунда ятҡан мәйеттәрҙе күҙ алдына килтерҙем. Рәт-рәт булып һалынғандарҙыр инде. Йәшәйһең, ниндәйҙер проблемаларҙы хәл итә алмай интеккән булаһың, ахыр сиктә ошо моргтағы тимер стеллажға алып барып ырғыталар. Бәй, уйланып тора торғас, һиҙмәгәнмен – тышта ҡараңғыраҡ булып китте, ай томан аръяғында күренгән кеүек. Әҙерәк торғас, бер аҙ яҡтырҙы һымаҡ. Морг түбәһе ялтырағанға шулай икән. Йыуып сыҡҡандар инде әллә... Юҡ, һыу түгел, май ахырыһы, яңыраҡ буялғандыр. Нисек тәүҙә күҙгә салынмаған... Түбә үҙе лә формаһын үҙгәртәме әллә? Әстәғәфирулла, уның урта өлөшө ҡалҡа башланы! Шартлаймы, террористик актмы икән әллә, тип ситкәрәк тайшандым да тағы тәҙрәгә ҡапландым. “Бына иҫәр, моргты шартлатыу кемгә кәрәк инде...” — тип уйлауым булды, түбә бер ҡатлы өй бейеклегенә күтәрелеп, цилиндрҙы хәтерләткән бер форма хасил итте... Хәйер, улай тип тә булмай, түбәнең өҫкө сиге күренеп тора бит, ә был – үҙе айырым бер... Нимә тип атарға ла белмәҫһең. Ниндәйҙер ҡурҡыу биләп алды күңелде. Була бит ҡайһы саҡ – һиңә ҙур ҡурҡыныс яҡынлаша, ә уның ҡайһы яҡтан килгәнен, ҡайҙа ҡасырға икәнен белмәй шаңҡып ҡалаһың. Ахырҙа теге “форма” килбәтһеҙ бер януармы, ҡарғамы, өкөмө кеүек нәмәгә әйләнде... Осоп китергә ынтылып та, кәүҙәһенә көсө етмәгән һымаҡ хәрәкәт яһай... Тәүбә-тәүбә, башы ла бар түгелме... Уртаһындараҡ мейестә быҫҡыған утын кеүек ниҙер баҙлай. Ә күҙҙәре яҡтырғандан-яҡтыра бара.... Мин, хәлдең ысынбарлығына ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, иҫем китеп шул күҙҙәргә текәлгәнмен. Уларға ҡарарға мине нимәлер мәжбүр итә кеүек. Шул саҡ ҙур баш яйлап ҡына был яҡҡа боролдо ла күҙҙәрен миңә текләне! Йәнем алҡымыма тығылдымы ни, эҫе булып, тыным ҡурылып китте. Карауатҡа барып ятырға ине лә бит, тик ҡуҙғала ла алмайым, ҡаҙаҡлап ҡуйылған һымаҡ... Шул саҡ дауаханала бер ҡатын-ҡыҙҙың йән өҙгөс итеп ҡысҡырғаны ҡолаҡты яра яҙҙы. Ундай тауышты шуға хәтлем дә, һуңынан да ишетмәнем. Күрәһең, был ҡарасҡыны минән башҡа тағы берәү күреп ҡалды. Ошо мәлдә мине тәҙрә эргәһенән кемдер көс менән этеп ебәрҙеме ни – тиҙ генә карауатҡа барып ятып, юрған менән бөркәндем.
Хәҙер самалап ҡарайым: барыһы ла бер-ике минут эсендә булғандыр, ә ул мәлдә бик оҙаҡ тойолғайны. Юрған аҫтына кереп ятһам да, иртәнгә хәтлем керпек тә ҡаҡмауым былай ҙа аңлашылалыр. Торғас, кемгә лә булһа һөйләү ҡайҙа ул... Ашханала иртәнге аш ашағанда берәү: “Ишеттегеҙме – төнөн кемдер бик әсе итеп ҡысҡырҙы?” – тип һалмаһынмы! Ҡулдан ҡалаҡ төшөп китә яҙҙы. Әгәр ҙә был төш булған икән, нисек мин дә шул тауышты ишеттем?
— Һуңынан да бер кемгә лә һөйләмәнегеҙме?
— Иң ғәжәбе шулай ҙа һуңыраҡ булды. Бер абруйлы профессор менән кәңәшләштем, тип әйткәйнем бит. “Моғайын, былар бөтөнөһө төш йә галлюцинация булғандыр?” тигән һорауыма ҡарата ул, беләһеңме, нимә тине? “Морг өҫтөндә йәки уның стенаһы янында ҡурҡыныс зат күреү тураһында беренсе тапҡыр ғына ишетмәйем, — тип аңлатты профессор. – Ләкин уның нимәнән ғибәрәт булыуына – үлектәрҙең йәне тыуҙырған энергетик вампирмы ул, гонаһтарҙы тейәп алып китергә тамуҡтан килгән ен-маҙармы – фән уны төшөнөрлөк кимәлгә етмәгән әле. Тимәк, һеҙҙән башҡа ла күреүселәр бар, тик унан күреп ныҡ ҡурҡҡанһығыҙ һәм психомотор эпилепсияһы була яҙған. Борсолмағыҙ, дауаларбыҙ”. Шулай ҙа теге ҡарасҡы менән, әллә Иблис менәнме, тағы бер осрашаһы бар әле..
— Юҡ, был юлы ундай ҡурҡыныс юҡ, морг та беҙҙең тәҙрәнән күренмәй, — тип үҙемсә тынысландырырға ашыҡтым.
Ул күңелһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы:
— Мин мотлаҡ бөгөн тимәйем бит, ә ҡасан да булһа барыбер бөтәбеҙ ҙә шунда эләгәбеҙ түгелме ни?
...Ниҙәр генә ишетмәйһең дауаханала...
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874