Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ватан һуғышы тарихын яҡшы беләһегеҙме?
Ватан һуғышы тарихын яҡшы беләһегеҙме?Рәсәй тарихы йылы айҡанлы гәзитебеҙҙә яңы махсус рубрикалар асылды, ижади эштәргә “Ватан тарихы — халҡыбыҙ яҙмышы” конкурсы иғлан ителде. Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған яҙмалар ҙа йыш баҫыла.
Әгәр “Башҡортостан”ды даими уҡып барған булһағыҙ, түбәндәге һорауҙарға яуап биреү бер ни тормаҫ. 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһына үткәрелгән викторинаға ике аҙнанан йомғаҡ яһаласаҡ. Яуаптарығыҙҙы оҙаҡ тотмағыҙ, почта аша йәки электрон адресҡа (bashgazet@mail.ru) ебәрә һалығыҙ. Еңеүселәргә — редакциянан иҫтәлекле бүләктәр!

1. Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡайһы арҙаҡлы шәхесебеҙгә арнап стела астылар?
2. Башҡорт яугирҙәре, француздарҙы сигендереп, Европа илдәренә аяҡ баҫҡас, немецтарҙың ниндәй билдәле кешеһе менән осрашҡан?
3. Башҡорт алайҙары (полктары) нисә кешенән торған?
4. Сит илдәге ҡайһы ҡаланың бер сиркәүе көмбәҙендә башҡорт яугире атҡан уҡтың башағы һаман да һаҡлана?
5. Француздар башҡорттарҙы, “төньяҡ амурҙары”нан тыш, тағы ниндәй атама менән телгә алған?
6. Башҡортостанда Ватан һуғышының 100 йыллығын байрам иткәндә бер юлы нисә ҡурайсы сығыш яһаған?
7. “Төньяҡ амурҙары” романын кем яҙған?
8. “Бөйөк Ватан мөхарәбәһенә йөҙ йыл тулыу мөнәсәбәте илә бабаларыбыҙҙың ил өсөн күрһәткән фиданлыҡтары шәрәфенә” 1912 йылда ниндәй башҡорт яҙыусыһы “Ватан ҡаһармандары” тигән драма ижад иткән?
9. Башҡорт ҡатындарының да ирҙәре менән бергә Наполеон илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа барғаны, саялыҡ күрһәткәне тураһында шул заманда яҙылған ниндәй әҙәби әҫәрҙән уҡып беләбеҙ?
10. “Любезные вы мои, башкиры!..” — тип кем әйткән?
11. Һуғышта күп батырлыҡ күрһәткән беренсе башҡорт полкы ҡайһы кантонда төҙөлгән булған?
12. Башҡорт һуғышсыларын француз яуына оҙатҡанда ҡайһы абруйлы сәсәндең ҡатнашҡаны тураһында мәғлүмәт бар?
13. Можайск ҡалаһы янында Илдар Шәйәхмәтовтың проекты буйынса башҡорт яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл нисәнсе йылда ҡуйылған?
14. Башҡортостанда Ватан һуғышына бәйле барлыҡҡа килгән өс ер-һыу атамаһын әйтегеҙ.
15. Бер йырсыбыҙ француз яуында ҡатнашҡан ата-бабаһы хөрмәтенә үҙенә сәхнә псевдонимы алған. Кем ул?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә