Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Үҙ-үҙҙәрен юҡҡа сығарасаҡтар…”
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, үпкә шешенән вафат булған кешеләрҙең 90 проценты, хроник бронхиттан үлгәндәрҙең 75 проценты тәмәке тартҡан булған. Планетала һәр ун секунд һайын бер тәмәкесе яҡты донъя менән хушлаша. 2020 йылда иһә өс секундта бер кеше үләсәк, тип фаразлай белгестәр.
Рәсәйҙә 43,9 миллион кеше тәмәке тарта. Был ил халҡының 40 проценты тигәнде аңлата. Башҡа илдәр менән сағыштырғанда иң юғары күрһәткестәрҙең береһе — беҙҙә. Шул уҡ ваҡытта рәсәйҙәрҙең 94 проценты тартыу һаулыҡҡа зыянлы һәм хәүефле икәнен билдәләй. “Ә һеҙ был мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ?” — тигән һорау менән гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Таһир ХӘЙБУЛЛИН, банк хеҙмәткәре:
— Студент саҡта, егеттәрҙән айырылмайым тип, тәмәке көйрәтә торғайным. Эшкә урынлашҡас, аҙ хәрәкәтле тормош үҙенекен итте, 120 килограмға еттем. Тыным ҡыҫыла башланы, үҙемде бабай кеүек хис итә инем. Бер, шулай, дуҫтарыма ҡунаҡҡа йыйындым. Улар бишенсе ҡатта йәшәй. Йәйәү күтәрелергә тура килде. Ике тапҡыр ял итеп саҡ барып мендем. Ә миңә бит ул ваҡытта 26 йәш ине! Ошо хәлдән һуң үҙемде ҡулға алдым. Тәмәкене ташланым, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләндем. Каратэға яҙылдым. Әле ете йыл тартмайым, тән ауырлығым — 70 килограмм. Үҙемде йәш һәм ғәйрәтле итеп тоям.
Гүзәл ВИЛДАНОВА, философия фәндәре докторы, “Айыҡ Башҡортостан” йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы:
— Алкоголь менән тәмәкене генетик ҡорал һымаҡ ҡабул итәм. Уларҙың икеһе лә кеше организмында өйрәнеү тыуҙыра. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан Адольф Гитлер былай тигән: “Рәсәй халҡының яртыһы ҡырылырға тейеш… Бер ниндәй ҙә прививкалар, гигиена саралары кәрәкмәй — ни бары араҡы менән тәмәке генә, һәм улар үҙ-үҙҙәрен юҡҡа сығарасаҡ”. Ул ваҡытта фашистар беҙҙең илде ҡорал менән еңә алмаған. Тик, ҡыҙғанысҡа, әле аҫтыртын һуғыш бара һәм ҡара көстәрҙең еңеүенә күп ҡалманы. Шуныһы ҡурҡыныс: халҡыбыҙҙың генофондын бөтөрөү өсөн алып барыла был эш. Шуға башҡорттарҙы тәмәке тартмаҫҡа, алкоголле эсемлектәрҙән баш тартырға саҡырам. Өс бала әсәһе булараҡ, беҙҙең киләсәк мине ныҡ уйландыра.
Светлана ШАКИРОВА, туристик агентлыҡ хеҙмәткәре:
— Эшем буйынса төрлө илдәргә йыш сығырға тура килә. Былтыр Сингапурҙа булдым, быйыл Америка менән Японияға юлым төштө. Беҙҙең илдән айырмалы, уларҙа был шөғөлгә ҡараш бөтөнләй икенсе. Мәҫәлән, Сингапурҙа тәмәке тартырға ярамаған кварталдар бар. Америкала иһә ҡайһы бер фирмалар тәмәке көйрәткән кешене эшкә алмай. Литва, Норвегия, Кипр, Грецияла йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу бөтөнләй тыйылған. Японияла тәмәкене махсус карточкалар ярҙамында ғына һатып алырға мөмкин. Рәсәйҙә лә ҡәтғи саралар күрергә кәрәк.
Миңлегөл РӘХИМЙӘНОВА, хаҡлы ялда:
— Көйрәтеүселәр тәмәке тартыусыға ғына түгел, эргәһендәгеләргә лә зыян килтергәндәрен онотмаһын ине. Мин — аллергик. Тәмәке еҫен бөтөнләй үҙ итмәйем. Яңыраҡ туҡталышта торам. Алдымда бер ир тәмәке тарта. Төтөнө миңә килә. Иргә был турала өндәшкән инем, екерҙе, кәмһетте. Тәрбиә ошондай кимәлдә инде.
Рифҡәт ӘМИНЕВ, эшсе:
— Элек хәлдәрем мөшкөлләнһә, эсеп ала торғайным. Ҡатыным табипҡа алып барып дауаланы. Табип шунда тартыуҙан да дауаларға иткәйне, баш тарттым. Донъяның бөтөн ләззәттәренән дә ҡолаҡ ҡағып булмай бит инде! Көнөнә бер ҡап тәмәке бөтөрәм. Һаулығыма зыян килер тип әллә ни ҡурҡмайым. Ир-егеттәрҙең уртаса йәше — 65 – 70. Күпме яҙған, шунса йәшәрмен, артығы кәрәкмәй. Тәмәкенең зыяны тураһында әйтәләр, һөйләйҙәр. Миңә ҡалһа, йәшәү үҙе зыян, үлеп ҡуйыуың бар. Тәмәке — зыян, пластик тәҙрә — зыян, консерваланған аҙыҡ-түлек — зыян…
Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә