Һуңғы осорҙа инвестиция (элек ул “капитал һалыу” тип аталды) тураһында һөйләү модаға инеп китте. Һәр төрлө форум-советтар уҙғарыу, «түңәрәк өҫтәл»дәр ойоштороу, сит илдәргә сәфәрҙәр, консультациялар — бөтәһе лә Рәсәйҙе углеводород сеймалы һатыусы ғына булыуҙан ҡотҡарып, ил иҡтисадына яңы йөкмәтке биреү өсөн эшләнә кеүек. Ғәҙәттә, тема буйынса фекер алышыусылар Япония, Ҡытай, Норвегия кеүек илдәрҙең тәжрибәһен өлгө итеп ҡуя ла уны Рәсәйҙә ҡабатларға саҡыра, ләкин был ғәмәлгә ашырлыҡмы һуң?
Сит ил капиталы ниңә килмәй?Көньяҡ киңлектәрҙә яралып, унда көн иткән кешеләрҙең йәшәү сығанағына әйләнгән үҫемлектәрҙе һалҡын тәбиғәтле төньяҡ тарафтарҙа бик теләһәң дә еректереп булмай. Капиталистик шарттарҙа барлыҡҡа килеп, шуға тулыһынса көйләнгән Рәсәй иҡтисадын Көнбайыш йәки Көнсығыш өлгөһөндә ҡорорға маташыуҙы ла ошондай уҡ финал көтә. Ә 2008 йылғы донъя финанс-иҡтисади көрсөгөнә саҡлы триллиондарса һумды тәүҙә Тотороҡлолоҡ, артабан Резерв фондтарында тотоп йәки сит ил иҡтисадына һалып, үҙенекен үҫтереүҙе (яңыртыуҙы) хәстәрләмәгән дәүләткә ҡайһы «йомро баштар» капитал индерергә ашҡынып торһон?
Сит ил капиталының Рәсәйгә әүҙем үтеп инмәүенең башҡа сәбәптәре лә етерлек. Мәҫәлән, Европа Советының мөнәсәбәте. Ойошма ағзаһы булараҡ Рәсәйҙең үҙ бурыстарын нисек үтәүе хаҡында хәбәр сыҡҡас, Дәүләт Думаһы рәйесе С.Нарышкин, унда ыңғай фекер ишетеүҙән өмөт өҙөп, сентябрь баштарында Страсбургка барыуҙан баш тартты. Ысынлап та, Советтың иң ҙур ағзаһы булараҡ, Рәсәйгә унда шелтә күп йыйылған. Мәҫәлән, Европа Советы «Газпром» компанияһының Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәренә сәйәси һәм иҡтисади баҫым яһауҙан тыйылыуын талап итә. Абхазия һәм Көньяҡ Осетия граждандарына Рәсәй паспорты биреү ҙә улар тарафынан Грузияның үҙаллы дәүләт булараҡ бөтөнлөгөнә ҡул һуҙыу кеүек ҡабул ителә. Рәсәйҙә башҡарма властың көсәйеүе лә Страсбургта борсолоу тойғоһо уята.
Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына һайланыр алдынан В. Путин 2020 йылға тиклем илдә өр-яңы технологияларға таянған юғары етештереүсәнле 25 миллион яңы эш урыны булдырыу өсөн һөҙөмтәле саралар күрергә вәғәҙә иткәйне. Йылына өс миллиондан ашыу яңы эш урыны – был ватан иҡтисадының хәленән килерлекме һуң? 2012 йыл да үтеп бара, күҙгә эленерлек һөҙөмтәләр бармы? Кремль башлығы ваҡыты-ваҡыты менән теге йәки был төбәк етәксеһен үҙенә саҡырып, социаль-иҡтисади хәлдәр менән ҡыҙыҡһына, инвестиция йәлеп итеү, яңы эш урындары тураһында ла белешә, әммә дөйөм хәл үҙгәрешһеҙ ҡала.
Октябрь урталарында Мәскәүҙә уҙған Сит ил инвестицияһы буйынса консультатив совет ултырышында сығыш яһап, федераль Хөкүмәт рәйесе Д.Медведев: «Илдә инвестиция мөхите, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡшырмай», — тип белдерҙе. Уның ауыҙынан уҙған быуаттың 40 – 50-се йылдарында Бөйөк Британияның премьер-министры У. Черчилль әйткән «илдең баһаһы уның бурысҡа алған аҡсаһы менән үлсәнә» тигән ҡанатлы һүҙ был юлы урынһыҙ яңғыраны, сөнки сит ил инвесторҙарының өстән бер өлөшө Рәсәйҙә инвестиция мөхите ҡәнәғәтләнерлек түгел тип иҫәпләй. Д. Медведев уларға инфраструктуралы проекттарҙа, ҙур компанияларҙы хосусилаштырыуҙа, ҡулланыу баҙарын үҫтереүҙә ҡатнашырға тәҡдим яһаны.
Әйткәндәй, эшҡыуарҙарҙың дәүләт милкен хосусилаштырыуҙа ҡатнашыуҙан ситләшеүен дә капитал һалыуҙан баш тартыу кеүек ҡабул итергә мөмкин. Октябрь аҙаҡтарындағы Хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Президенты Р. Хәмитов: «Дәүләт милкен шәхси ҡулдарға биреү ҡаҙнаны тулыландырыуҙың мөһим сығанаҡтарының береһе булараҡ үҙенең әһәмиәтен юғалта бара”, — тип белдерҙе. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республикалағы 243 дәүләт унитар предприятиеһының бишәүһен һәм һигеҙ акционерҙар йәмғиәтен шәхси ҡулға тапшырыу планы ҡуйылған, әммә ул үтәлмәй.
Ышаныс еңел яуланмайСит ил капиталы йәлеп итмәй тороп, 25 миллион өр-яңы эш урынын ойоштороп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Рәсәй иҡтисадына капитал һалған илдәр бармы? «Независимая газета»ның мәғлүмәттәре буйынса, был исемлекте Голландия, Кипр, Люксембург кеүек кәрлә дәүләттәр асып ебәрә, һәм улар иҫәбенә беҙҙәге сит ил инвестицияларының 18,8 – 14,5 проценты тура килә. Артабан Бөйөк Британия, Германия, Франция, АҠШ һәм Виргиния утрауҙары килә.
Сит ил эшҡыуарҙарының Рәсәйгә капитал һалыуҙан тыйылыуының объектив һәм субъектив сәбәптәре бар. Тәүгеһен донъя финанс-иҡтисади көрсөктән һуң килеп тыуған, тыуыу ихтималлығы булған сәбәптәр тәшкил итһә, икенсе төркөмгә ҡарағандары күберәк. Уларҙы Бөтә донъя иҡтисади форумының Рәсәйҙең власть даирәләренә тәҡдимдәренән дә күрергә мөмкин: 1) иҡтисадты яңыртыуҙы дауам итергә, 2) иҡтисади һәм социаль реформаларҙы ғәмәлгә ашырырға, 3) дәүләт аппаратының эшен камиллаштырырға, һөҙөмтәлелегенә, «үтә күренмәлелеге»нә өлгәшергә, 4) иҡтисадты энергетикаға бәйлелектән арындырырға. Сит ил эшҡыуарҙарын шулай уҡ беҙҙә коррупцияның киң таралыуы, көс структураларының баш-баштаҡлығы борсой, хәлде яҡшыртыу өсөн властарҙың ни ҙә булһа ҡыла аласағына уларҙың ышанысы юҡ.
Ватан иҡтисадының эшҡыуарлыҡ йәһәтенән уңайлылығына ла туҡталып китәйек. Уның 2005 йылдағы 7 проценттан 2011 йылда 11 процентҡаса күтәрелеүе, әлбиттә, ыңғай күренеш. Ҡытайҙың был күрһәткесе Европа советыныҡын 3 пунктҡа уҙып, 38 процентҡа еткән. Рәсәйгә инвестиция һалыуға үрҙә атап үтелгәндәрҙән тыш, белгестәр фекеренсә, төрлө административ кәртәләр, эшҡыуарлыҡты көйләү буйынса нормаларҙың ҡатылығы ла етди аяҡ сала. Газға, электр энергияһына һәм йылылыҡҡа хаҡтар күтәрелә килә, 2013 йылда ла был күренеш дауам итмәксе. Һуңғы өс йылда ватан иҡтисадына туранан-тура һалынған капитал, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 100 миллиард долларҙан артмай.
2012 йылда ватан иҡтисады планлаштырылған 4 – 5 процент үҫешкә өлгәшә алмаясаҡ, тип хәбәр итә «Утро.ру» интернет баҫмаһы, сөнки Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының фаразы буйынса быйыл 60 – 65 миллиард долларҙың сит илдәргә сығарылыуы көтөлә. Әйткәндәй, был ведомствола иҡтисади үҫештең 2014 — 2015 йылдарҙа ғына мөмкин буласағы хаҡында ла һүҙ йөрөтәләр.
Ватан капиталының ситкә китеүе хаҡында төрлө даирәлә төрлө аңлатма йөрөй. Был төшөнсә, ғәҙәттә, сит ил иҡтисадына һалынған инвестицияны, ссудаларҙы, финанс активтарын билдәләй. 2011 йылда ошо рәүешле Рәсәй иҡтисады 80,5 миллиард долларҙан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Тимәк, ике йылда 140 миллиард долларҙан, йәғни 4,2 триллион һумдан ашыу йыйыла. Был 2012 йылдың тәүге кварталында һалынған капитал күләменә тиң.
Вәғәҙә – иман«Рәсәй, алға!» форумында сығыш яһап, В. Путин илдең үҫеше өсөн барыһын да эшләйәсәген вәғәҙә итте. Иҡтисади хәл ҡатмарлаша ҡалһа, сит илдәрҙән үтескә алырға тура киләсәген дә йәшермәне. Ә бит ошо йыл аҙағына тиклем ватан эшҡыуарҙары 30 – 35 миллиард доллар тышҡы бурысты ҡайтарырға тейеш. Уны алдағы йылдарға саҡлы кисектереү буйынса алып барылған һөйләшеүҙәр көткән һөҙөмтәне бирмәй. Был да илебеҙҙең финанс системаһына ышаныстың юҡлығы хаҡында иҫкәртә. Нисек кенә булмаһын, яңы иҡтисад ҡороу менән эш урындары булдырыу ил башлығы билдәләгән өҫтөнлөклө йүнәлештәр араһында өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙа тора. В.Путиндың фекеренсә, ил буйынса уртаса эш хаҡы 2020 йылға 1,6 – 1,7 тапҡырға артырға тейеш. Был маҡсаттан баш тартҡандары әлегә ишетелмәй.
Уның Европа союзына ҡараған илдәрҙең күп төрлөлөгөнә төрттөрөп: «Берәү зиннәтле яхтала йөҙә, икенсеһе – ябай кәмәлә, әммә бөтәһе лә бер флотилия», — тип белдереүе Рәсәйҙең үҙенә лә ҡағыла. Илдә дөйөм байлыҡтың өстән бер өлөшөн үҙ ҡулында тотҡан миллиардерҙарҙың — 100-ҙән, миллионлы милке булғандарҙың ике меңдән дә артмауы тап ошо турала һөйләй. Миллиардерҙар күптән инде ватан иҡтисадына байығыу сығанағы тип кенә ҡарай. Ә бына донъя күләмендә миллиардерҙар дөйөм байлыҡтың 2 процентына ғына идара итә. АҠШ-та миллионерҙар иҫәбе 40 меңгә етһә, Европала – 22 мең самаһы. Азия — Тымыҡ океан төбәгендә (Һиндостан менән Ҡытайҙан тыш) ундайҙар 13 меңгә тула.
Ватан иҡтисадына инвестиция һалыуға ҡамасаулаған сәбәптәрҙең береһе көҙ һайын үтә торған «Валдай» клубы ултырышында асыҡланды. Унда Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкы етәксеһе Г. Греф капитал һалыуҙарҙың тотҡарланыуында Үҙәк банктың бер яҡлы кредит сәйәсәтен ғәйепләне һәм уны үҙгәртергә саҡырҙы.
Рәсәй инвесторҙары араһында, Мәскәү менән Санкт-Петербургта ғына бизнес менән уңышлы шөғөлләнеп була, тигән хәбәр таралған. Вице-премьер А. Дворкович фекеренсә, инвесторҙар тәүҙә административ системаның ышаныслылығын иҫәпкә ала, артабан сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлолоҡто, инфраструктураның уңайлылығын ҡарай. Күптән түгел «Коммерсантъ» гәзите иҡтисади яҡтан уңайлылығы буйынса Башҡортостандың да Әстрхан, Омск, Магадан өлкәләре менән бергә иҡтисади үҫеш булмаған төркөмгә индерелеүе хаҡында хәбәр итте.
Мәхмүт Хужин.