Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Быуатты артылған тарихы бар
Быуатты артылған тарихы барКүгәрсен районы үҙәге Мораҡҡа юлығыҙ төшкәне бармы? Ифрат бөхтә, матур ауыл ул. Һис тә ҡаланыҡынан ҡалышмаған мәҙәниәт һарайы, Балалар ижады үҙәге, күптән түгел асылған, бейек манараһы менән әллә ҡайҙан саҡырып торған күркәм иман йорто – "Ҡыҙыл мәсет" – һәммәһе лә Мораҡҡа йәм һәм йән өҫтәй төҫлө.

Был исемлеккә Мораҡтың 1-се урта мәктәбен дә индереү зарур: ауылдың үҙәгендә урынлашҡан белем усағы заман зауығына ярашлы төҙөлгән, балаларға белем биреү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Хәйер, һүҙҙе алыҫтаныраҡ башларға кәрәк: мәктәп быйыл оло юбилейын – ойошторолоуының 110 йыллығын билдәләне. Тимәк, быуаттан ашыу тарихы булған уҡыу йорто – данлыҡлы Ҡыҙыл мәсет (Мораҡтың тәүге исеме) ауылындағы тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты, ошонда тыуып үҫкән әллә нисә быуын кешеләренә тормош юлламаһы биргән изге урын. Шуға күрә уның үҙенә генә хас йолалары булыуына ғәжәпләнергә түгел. Әммә, заманға ярашлы, ниндәй генә үҙгәрештәр Быуатты артылған тарихы баркисермәһен, был мәктәп унда уҡығандар өсөн һәр ваҡыт күңелдәренә иң яҡын уҡыу йорто булып ҡала.
Тарихына килгәндә, 1902 йылда ойошторолған мәктәп тәүге осорҙа шәхси йортта урынлаша. 1912 йылда ғына үҙ бинаһы барлыҡҡа килә. Мораҡ башланғыс урыҫ мәктәбендә дүрт класс белем бирәләр. 1925 йылда, мәктәпкә Иван Кузьмин етәкселек иткәндә, тәүге тапҡыр бишенсе класс асыла. Барлыҡ фәндәрҙән дә Петр Железнов уҡыта.
Заман заңы – мәктәп тарихында: үткән быуаттың 30-сы йылдарында мәктәп һөргөнгә оҙатылған кулактарҙың йорттарын биләгән. Ағас биналарҙы райондың төрлө ауылдарынан һүтеп килтереп, Мораҡта йыйғандар, мәктәп өсөн 6 гектарлыҡ майҙан бүлгәндәр, унда балалар һәм йәштәр баҡса үҫтергән. Һуңыраҡ урыҫ ете йыллыҡ мәктәбе өсөн ҙур, иркен ағас бина төҙөлгән, кластар һаны артҡан. Тап ошо осорҙа белем усағы урта мәктәпкә әйләнгән.
Шанлы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп бинаһында Мәскәүҙән һәм башҡа ҡалаларҙан эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул иткәндәр.
Үткән быуаттың 50-се йылдарында, Александр Фильченко етәкселек иткән осорҙа, мәктәп бинаһы тәртипкә килтерелгән, киңәйтелгән, дүрт класс бүлмәһе, спорт залы өҫтәлгән. Балаларҙың һаны ла артҡан.
1970 йылда Мораҡ 1-се урта мәктәбе өсөн өс ҡатлы ҙур бина төҙөлгән. Заман талаптарына ярашлы шарттар булдырыу белем усағының абруйын күтәргән, бик күп йәш белгестәр унда эшкә ҡайтҡан. Әйткәндәй, күбеһе тап ошонда оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға киткән, балалары ла ата-әсәһе юлын һайлап, белем алып, туған мәктәбенә эшкә ҡайтҡан. Оло быуын вәкилдәре әле лә Мораҡ 1-се мәктәбендә юҡ түгел: дүрт тиҫтә йыл ғүмерен ошо мәктәпкә бағышлаған физика уҡытыусыһы Антонина Щербакова, физкультура уҡытыусыһы Евгений Давыдов (ул ике тиҫтә йылға яҡын мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары ла булған), Антонида Лысова кеүек хөрмәтле педагогтар туған мәктәбендә эшләй.
Мәктәп данын ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән уҡыусылар билдәләй, тиер бәғзеләр. Шулай ҙа маҡтау һүҙҙәрен иң тәүҙә уҡытыусыға юллау зарур. Мәктәп директоры Рауил Ғиниәт улы Аҙнабаев әйтеүенсә, педагогтарҙың күпселеген 35 – 45 йәштәге уҡытыусылар тәшкил итә, коллектив яңырыу осоро кисерә. Былтыр урыҫ теле һәм әҙәбиәте, физкультура уҡытыусылары хеҙмәт юлын башлаған, быйыл иһә педагогтар рәтен инглиз теле белгесе тулыландырған. Тағы бер үҙенсәлек: уҡытыусыларҙың күбеһе төрлө йылдарҙа ошонда белем алған. Ғөмүмән, бындай династиялар менән хаҡлы ғорурлана мәктәп. Лысовтарҙың, Аҙнабаевтарҙың, Давыдовтарҙың, Мәжитовтарҙың – дүртәр, Жердевтарҙың һәм Айытҡоловтарҙың өсәр быуыны балаларға белем биргән һәм әле лә шул эшен дауам итә.
Уҡыусыларға килгәндә, бында Мораҡ ауылында тыуып үҫкән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған Василий Копылов, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт иткән, 2000 йылда Чечня Республикаһында Ватан алдындағы бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған, үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелгән Юрий Климов белем алған. Әйткәндәй, батырҙы яҡташтары онотмай – уның иҫтәлегенә йыл һайын көрәш буйынса бәйге үткәрелә. Геройҙар исемендәге премиялар ҙа булдырылған: ул иң әүҙем уҡыусыларға тапшырыла. Замандаштарға килгәндә, республикала киң танылған "Ҡыҙыл мәсет" төркөмө ағзалары ошо мәктәптә уҡыған. Снежана Миронова менән дә ысын күңелдән ғорурланырлыҡ: һәләтле ҡыҙ Мәскәүҙә, данлыҡлы Ҙур Театр сәхнәһендә сығыш яһай. Айгөл Кинйәбулатова ла унан ҡалышмай – баш ҡала мюзиклдарының береһендә мәшғүл. Хәйер, 1-се мәктәпте тамамлап, республика, ил кимәлендә танылыу яулағандарҙы һанай китһәң, бер генә мәҡәлә етмәҫ. Бында әлеге ваҡытта белем алыусы балалар ҙа район һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, бәйге-конкурстарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Отҡорҙарҙы берләштергән КВН командаһы иһә тиҫтә йыл республика кимәлендә "шаяра".
Рауил Ғиниәт улы Аҙнабаевты, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәрен, Мораҡтың 1-се мәктәбе директоры итеп 2003 йылда тәғәйенләгәндәр һәм быға тиклем райондың башҡа мәктәптәрендә үҙен уңған, булдыҡлы етәксе итеп күрһәтергә өлгөргән педагогка төбәктең ҙур, абруйлы коллективтарының береһенә етәкселек итеүҙе ышанып тапшырып, һис тә яңылышмағандар.
– Урынбаҫарҙар – төп таянысым. Мәктәптең айырмаһы нимәлә? Ҡәҙимге белем усағы, әммә ул традициялары, кадрҙары менән көслө тип әйтер инем. Ете тиҫтәгә яҡын белгесте берләштергән коллективта эшенә илке-һалҡы ҡарағандар юҡ: уңыштарыбыҙ ошо хаҡта һөйләй. Ә балаларҙы дәртләндереү йәһәтенән быйылғы уҡыу йылынан яңылыҡ индерҙек: яҡшы билдәләргә өлгәшеүсе ун балаға һәр сирек һайын премия бирәсәкбеҙ. Бының өсөн шәхси аҡсамды тотонасаҡмын, – ти Рауил Ғиниәт улы.
2007 йылда 1-се мәктәптә төҙөкләндереү эштәре башҡарылған, төкәтмә төҙөлгән. "Мәғариф" өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә яуланған 1 миллион һумлыҡ грант кабинеттарҙы заманса йыһазландырыу, уҡыу шарттарын яҡшыртыу өсөн тотонолған (әлеге көндә мәктәптә 620 уҡыусы белем ала). Интерактив таҡталар, проекторҙар – быларҙың һәммәһе уҡытыусының эшен генә еңеләйтеп ҡалмай, балаларға ла фән серҙәренә теүәлерәк төшөнөргә ярҙам итә. Компьютерҙар һәр класс бүлмәһендә бар, күптәре Интернет селтәренә тоташтырылған. Һөнәри тәрбиә биреү өсөн өр-яңы технология кабинеты йыһазландырылған, бай китапхана эшләй.
...Йылдар йылдам йүгерә. 110 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, 3 ноябрь көнө Мораҡ 1-се мәктәбенә бик күп ҡунаҡ йыйылғайны. Уртаҡ мәктәп – уртаҡ иҫтәлектәр. Күңелле хәтирәләр уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да йөҙөн нурландырып ебәргәндәй. Ололарҙың һүҙҙәрендә – заман сағылышы, йәштәр иһә остаздарына киләсәктең ишектәрен асҡан өсөн рәхмәтле... Ысынлап та, быуатты артылған тарихы менән лайыҡлылар һәм абруйлылар ғына маҡтана ала.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872