Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һулыш алыу еңелме?
Тәбиғәт ҡосағына сығып, бер аҙ ял итеп ҡайтҡандан һуң, ығы-зығылы ҙур ҡалала һулыш алыуы ҡыйын икәнлегенә мотлаҡ инанаһың.
Бысраҡ һауа тормошобоҙҙа ғәҙәти хәлгә әүерелде, әммә бөтәһе өсөн дә түләргә тура килә. Техник үҫешебеҙ ҙә уңайлыҡтар өсөн ҙур ҡайтарма талап итә. Сәнәғәт үҙәктәрендә күптән инде ысын зауыҡҡа әүерелгән саф һауа ла шулар иҫәбенә инә. Күп ҡатлы йорттоң ҡыйығына менеп, тирә-яғыңа күҙ һалһаң, төрлө предприятиелағы торбаларҙан төтөн урғылғанын күрәһең. Һауаның бысраныуында заводтар ғына ғәйеплеме? Әллә был етди мәсьәләгә башҡаларҙың да мөнәсәбәте бармы?

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тирә-яҡ мөхиткә иң ҙур зыянды автомобиль газы килтерә. Һауалағы ағыулы матдәләр күләменең 62 проценттан ашыуын тап ошо төтөн тәшкил итә. Иҡтисади тотороҡлолоҡ, кредит биреүҙең әүҙемләшеүе шарттарында күптәр “тимер ат” һатып алыу яғын ҡарай. Автомобилдәр һаны йылына 5-7 процентҡа арта, тимәк, яҡын арала һауаға сығарылған газдан зыян күләме лә 70 проценттан ашып китәсәк. Автопарктың тулыланыуын контролдә тотоу мөмкин түгел, сөнки дәүләт машина һатып алыуҙы тыя алмай.
Ҡалаларҙа һауаның бысраныуын нисек туҡтатырға һуң? Баҡһаң, әллә нимәләр уйлап сығарырға ла кәрәкмәй икән. Дәүләт двигателдәргә талапты арттырып, етештереүселәрҙе лә, һатыусыларҙы ла контролдә тота, нефть компанияларына юғары экологик класлы яғыулыҡ сығарыу бурысын йөкмәтә ала. “Евро-5” яғыулығына күсеү ҡалаларҙағы һауаны ярайһы уҡ таҙартыу, ағыулы матдәләр миҡдарын кәметеү мөмкинлеге бирәсәк тип күп тапҡыр билдәләнде. Башҡортостандағы яғыулыҡ баҙарының төп ҡатнашыусылары “Евро-5” яғыулығын ғына һата. Был йәһәттән беҙ уңдыҡмы икән? Моғайын, шулайҙыр. Әммә таҙараҡ бензин етештергән осраҡта ла сәнәғәтселәр тирә-яҡ мөхитте бысратмай ҡалмай. Күптәр әүәлгесә “бер завод торбаһы ҡала транспортына ҡарағанда тирә-яҡ мөхиткә ҙурыраҡ зыян килтерә” тигән фекерҙә.
Һуңғы ваҡытта ҙур сәнәғәт предприятиелары экология мәсьәләһе менән етди шөғөлләнә, уны хәл итеүгә байтаҡ аҡса һала. Күптән түгел Өфөлә III Төбәк-ара экология форумы үтте. Унда етештереүҙе мөмкин тиклем таҙараҡ итеп ойоштороу маҡсатын ҡуйған предприятиелар ҡатнашты. Сарала “Башнефть” йәмғиәте вәкилдәре журналистар менән осрашып аралашты. Өфөлә был компанияның нефть эшкәртеү заводтарын йыш ҡына һауаны бысратыуҙа ғәйепләйҙәр.
Һуңғы йылдарҙа компания етди экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүл. Саралар программаһында бурыстар бихисап: нефть эшкәртеү заводтарындағы таҙартыу ҡоролмаларын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу, нефть шламдарын эшкәртеү ҡулайламаларын сафҡа индереү, халыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү. “Башнефть” үткәргән саралар ысын һөҙөмтә бирә: һауаға көкөрт диоксиды сығарыу миҡдары йылына 1 мең тоннанан ашыуға түбәнәйҙе, нефть шламдары күләме сирек өлөшкә кәмене, киләһе йыл аҙағына тиклем эйәрсен газдың 95 проценты файҙаланыла башлаясаҡ.
Экология форумында беҙ “Башнефть” йәмғиәтенең Хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм экология департаменты директоры Радик Фәхретдинов менән осрашып, компаниялағы хәл менән ҡыҙыҡһындыҡ, сөнки Өфөнөң нефть эшкәртеү заводтары кеүек сәнәғәт гиганттарында етештереүҙең экологик яҡтан тулыһынса таҙа була алмауы берәүгә лә сер түгел. Эшләмәгән завод ҡына экологияға зыян килтермәй.
— Беҙ яуаплылыҡтан ҡасырға теләмәйбеҙ, — тине Радик Фәхретдинов. — Шулай ҙа контроллек итеүсе органдарға ҡаланың төньяғындағы сәнәғәт зонаһында урынлашҡан башҡа предприятиеларға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк, сөнки уларҙың, беҙҙең заводтар артына йәшеренеп, һауаға зарарлы матдәләр сығарыуы бик ихтимал. Өҫтәүенә, иҫке сүплектәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Уларҙа метан, углерод әсемәһе, көкөрт водороды, шулай уҡ башҡа ҡатнашмаларҙан торған биогаз барлыҡҡа килә. Халыҡ һауаның бысраҡлығына зарланһа, күҙәтеү органдары иң элек беҙгә юллана. Йыш ҡына проба алыу нөктәләрендә бер етешһеҙлек тә асыҡланмай. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҙур завод биләмәһендә тирә-яҡ мөхит мәсьәләһенә даими иғтибар бирелә.
Транспорттың һауаға ағыулы газ сығарыуына килгәндә, компания зыянды кәметеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша, тип билдәләне Радик Фәхретдинов.
— “Башнефть” АЗС-тарында июлдән башлап бишенсе экологик класлы яғыулыҡ ҡына һатыла. Иҫәп-хисап буйынса, “Евро-2” стандартынан “Евро-5”-кә күскәндә атмосфераға сығарылған зарарлы матдәләр бензин буйынса — 10,5, дизель яғыулығы буйынса 7,5 тапҡырға кәмейәсәк, — тине ул. — Башҡортостанда 300-гә яҡын АЗС эшләй, тимәк, республикала һулыш алыу байтаҡҡа еңеләйәсәк. Әлбиттә, бер аҙ көтөргә тура киләсәк, сөнки яғыулыҡты барыһы ла шунда уҡ алмаштырмаясаҡ бит — “Евро-5”-кә 2016 йылда ғына тулыһынса күсәсәкбеҙ. Ләкин беҙ автомобиль хужаларына бөгөн үк таҙараҡ яғыулыҡ файҙаланырға кәңәш итәбеҙ.
Киләһе йылда “Башнефть” йәмғиәтенең нефть эшкәртеү заводтарында төп резервуар парктарын йыһазландырыу тамамланасаҡ. 2013 — 2014 йылдарҙа көкөрт водородынан торған газды эшкәртеү тәрәнлеген 92 проценттан 98-гә тиклем арттырыу, көкөрт диоксидын һауаға сығарыу күләмен кәметеү мөмкинлеген биргән көкөрт етештереүсе өҫтәмә линия төҙөү күҙаллана. Был көкөрт еҫенә күнегеп бөткән Черниковка халҡы өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ булыр, моғайын. 2012 — 2015 йылдарҙа бөтә техник сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә көкөртлө газды һауаға сығарыу күләме йылына 1050 тоннаға аҙаясаҡ, углеводородтар 7036 тоннаға кәмейәсәк, тип фаразлана. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан Хөкүмәте менән “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында һауаның сафлығын һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу көтөлә.
Экологик хәлде яҡшыртыу йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һалған өсөн “Башнефть” компанияһына рәхмәт әйтергә генә ҡала. Башҡа ҙур сәнәғәт предприятиелары ла һауаның бысраныуы мәсьәләһен бөтә тулылығында аңлай һәм производствоны, таҙартыу ҡоролмаларын яңыртып, ошо проблеманы хәл итеү сараһын күрергә әҙер, тип ышанғы килә. Тик ошо рәүешле генә һулыш алыуҙы еңеләйтергә мөмкин бит!
Илшат ШАКИРОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә