Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Был тынғыһыҙ донъяла бер кемдең дә һарайы буш түгел...”
Көҙгө мәшәҡәттәр бер аҙ тынып ҡалған осорҙа гәзит уҡыусыларҙың әүҙемлеге арта. Беҙ быны редакцияға килгән хаттарҙың күбәйеүенән яҡшы тоябыҙ. Ниндәйҙер эс сере, кәңәш, тәҡдим менән уртаҡлашыусы, хис-тойғоло, үтенесле хаттарҙан өҫтәл тулы. Ҡайһыһын тәүҙә асып ҡарайыҡ икән? Моғайын да, уҡыусыларыбыҙҙың күңеленә һыймай артылған, башҡалар менән бик тә бүлешкеһе килгән изгелекле ғәмәлдәренән, рәхмәт һүҙҙәренән башлаһаҡ, урынлы булыр.

Өфө ҡалаһынан Розалия Рысаеваның хаты барыбыҙ өсөн дә фәһемле лә, ғибрәтле лә. Хатта ниндәйҙер дәрәжәлә илдәге етешһеҙ тормош, ҡиммәтселек, бюрократлыҡ өсөн үкенес, үҙеңде ғәйепле тойоу тойғолары ла өтөп ала.
“Хайран ҡалырһың был донъяға. Ер йөҙөндә кем генә юҡ та ниндәй генә ҡайғы-хәсрәт, шатлыҡ-ҡыуаныс осрамай. Ағинәйҙең: “Ҡыҙым, был мәшәҡәтле, тынғыһыҙ донъяла бер кемдең дә һарайы буш түгел”, — тип кинәйәләп әйткәне иҫкә төшә. Ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен саҡ аңлай башланым кеүек. Шулай икән, һәр кем үҙенең бәләкәй генә биләмәһендә көн күреп, донъяуи проблемаларын хәл итергә, нисек тә йәшәргә тырыша.
Аллаға шөкөр, бөгөн һөйләйәсәк геройымдың дуҫ-ише лә, туған-тыумасаһы ла етерлек. Ул шундай алсаҡ, һөйкөмлө, кесене — кесе, олоно оло итә белгән ярҙамсыл ҡыҙ бала... Үкенескә ҡаршы, бынан ике йыл элек ауыр операция үткәрергә тура килде уға. Миҙал ике яҡлы булған кеүек, көтөлмәгән ауырлыҡтың да яҡшы яғы бар, әлбиттә. Дуҫтарҙың тоғролоғона, яҡындарыңдың туған йәнлелегенә һынау ҙа ул.
Мотлаҡ бер ҡиммәтле дарыуҙы табыу мәсьәләһе тыуғас, изге күңелле Венера Әхмәт ҡыҙы Фәрғәноваға юлыҡтыҡ. Рәхмәттәребеҙ үҙенә икеләтә әйләнеп ҡайтһын!” — тип ҡыуанып бөтә алмай хат авторы.
Яңы таныштары Германиялағы дуҫ-иштәренә мөрәжәғәт итә. Дарыу табыла, әммә уны ҡайтарғанда һауа температураһының оптималь булырға тейешлеге асыҡлана, тимәк, һыуытҡыс-сумка алыу өсөн өҫтәмә сығым талап ителә. “Немецтарҙың яуаплылығы, теүәллеге, иғтибар менән инструкцияны уҡып, беҙҙе иҫкәртеүе, дарыуҙы тейешле шарттарҙа почта аша оҙатырға тырышыуы хайран ҡалдырҙы. Ул ғына ла түгел, беҙҙең кеҫә “һайлығын” һиҙептер, күрәһең, үҙҙәре дарыу етештереүсе предприятиеға мөрәжәғәт итеп, препаратты нисә сәғәт эсендә тамсы ла зыян килтермәй еткереү мөмкинлеген белешкәндәр. Сит илдең ябай кешеһенә ошондай оло иғтибар күрһәтеүҙәре беҙҙе ныҡ ғәжәпләндерҙе, — тип яҙа Розалия Рысаева. — Үкенесле, бик үкенесле йәмғиәтебеҙ өсөн. Кешелеклелек беҙҙә көндән-көн дефицитҡа әүерелә бара кеүек”.
Ауырғазы районынан килгән хат та авторҙың һуңғы һүҙҙәрен раҫлағандай. “Дауаханаға йөрөү һис тә еңел түгел хәҙер, — тип яҙа хеҙмәт ветераны Г. Шәмсетдинова. — Йәш саҡта төнгө сменала эшләгәндә ауыр йәрәхәтләнеп, дауахана юлын күп тапарға тура килде. Стәрлетамаҡ табиптары II группа инвалиды тип танырға булғас, мин, иҫәр, илай-илай “кәрәкмәй” тип баш тарттым. III группаға тәғәйенләгәс, “бар эшеңә, улай булғас”, тип асыуландылар.
Һыңар ҡул менән әллә күпме эш башҡарҙым. Янымда иптәштәрем булғас, рәхәт ине. Бынан ике йыл элек “Ҡарағай” шифаханаһында ял иткәндә минең кеүек ғәриптәрҙе Өфөнән килгән табип ҡараны. Барыбыҙҙы ла балалар кеүек яратып, арҡабыҙҙан һөйөп, хәлебеҙҙе һорашты. “Ни өсөн һиңә III группа бирҙеләр?” — тип аптыраны. “Үҙем ғәйепле”, — тигәс, Өфөгә яңынан комиссия үтергә саҡырҙы. Ҡулымды энә менән сәнскеләп тикшерҙеләр, нервы өҙөлгәс, тойомлау юғала икән. Комиссияны үтеп бөтөп, Стәрлетамаҡтағы ВТЭК-та документтарҙы тикшертеп, инвалидлыҡ тәғәйенләүсе врачҡа инһәк, уныһы беҙҙе әллә ҡайҙан сәркелдәп, ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән ҡаршы алды. “Һеҙгә нимә етмәй? Группағыҙ бар, дарыу алаһығыҙ!” — ти. Бер ниндәй дарыуҙы ла бушлай алғаным юҡ минең. Хәҙер инде имгәнмәгән ҡулым да һыҙлай, бер әйбер ҙә күтәрә алмайым. Дауаханаға барғас: “Сәсте лә тарап булмай, ҡул күтәрелмәй”, — тигәнгә, врач: “Ниңә сәсегеҙҙе алдырып ташламайһығыҙ?” — тип аптыратты. Хәҙер нисек кенә ауыртынһам да, дауаханаға барырға баҙнат итмәйем”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медицина тармағындағы битарафлыҡ, хушкүңеллелек, белемһеҙлек “осраҡлы” тип аталыуҙан уҙып, ҡолас йәйә барғандай, “модернизация”, “информатизация”, “оптимизация”, “заманса технология” тигән яңғырауыҡлы һүҙҙәр янында “кешелеклелек”, “шәфҡәтлелек” кесерәйеп, төҫһөҙләнеп ҡалғандай.
Әгәр ҙә беҙ мәрхәмәтлелек, кешенең ауыр хәлен аңлау, ярҙамсыллыҡ сифаттарынан мәхрүмбеҙ икән, миллиард һумдар һалынған медицинаның өмөттәрҙе аҡлауы икеле. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы 1-се гимназия уҡыусыһы Изалия Хәлимованың күңелгә йылылыҡ өҫтәүсе хатын да уҡыйыҡ. Уның героиняһы тап ошо изге эшкә, кешелектең төп байлығы булған ғүмерҙе һаҡлауға үҙен арнаған, йомарт күңелле кеше.
“Беҙ һәр көн мәктәпкә уҡырға, белем алырға тип шат күңел менән киләбеҙ. Ҡайһы саҡта баш ауыртһа, йүткереү йонсотһа, гимназиябыҙҙың медицина пунктына йүгереп киләбеҙ. Ә унда яғымлы, шәфҡәтле Фиҙәлиә апай ҡаршы ала. Бер ҡасан да юғалып ҡалмай, иркәләп, баштан һыйпап, тиҙ генә ярҙам күрһәтә. 1997 йылдан алып ул — беҙҙең гимназияның алыштырғыһыҙ “докторы”.
Уның кеүек миһырбанлы, йомшаҡ телле шәфҡәт туташтары ҡайҙа бар икән? Фиҙәлиә апай көн дә ашханала бешерелгән аш-һыуҙың сифатын тикшерә, прививкаларҙы ваҡытында яһата. Тәүәккәллеге, яуаплылығы менән кешелә ышаныс уята. Тормош иптәше, афған һуғышы ветераны Фәүис ағайҙы юғалтыу ҡайғыһынан да бөгөлөп төшмәй, өс балаһына ла яҡшы тәрбиә бирҙе. Матур күңелле апайыбыҙ яҡшы эшләгәне өсөн Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Бөтә мәктәп шатланды!
Форсаттан файҙаланып, яңыраҡ ҡына тыуған көнөн билдәләгән Фиҙәлиә Имамоваға ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡлы көндәр теләйбеҙ”, — тип ҙур хөрмәт менән яҙа Изалия. Беҙ ҙә уның изге теләктәренә ҡушылабыҙ, Фиҙәлиә ханым кеүек һиҙгер күңелле, оло йөрәкле медицина хеҙмәткәрҙәренә тәрән ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.
“Беҙ “Башҡортостан” гәзитен яратып уҡыйбыҙ, сөнки бар мәҡәләләр ҙә тормоштан алып яҙыла, етешһеҙлектәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Айырыуса ололар донъяһы, хеҙмәт, һуғыш һәм тыл ветерандары өсөн ҡыҙыҡлы, файҙалы темалар күп”, — тип яҙа беҙгә Баймаҡ районынан Г. Яҡупова.
Хат авторы әйтеүенсә, район ветерандары тик ятмай, мәктәптәрҙә йыш ҡына балалар менән осрашып тора. Яңыраҡ ҡына һуғыш ветераны Вара Буранбаев, Баймаҡ лицейы уҡыусылары алдында йөкмәткеле сығыш яһап, үҙенең тормош юлы, илебеҙҙең данлы тарихы менән таныштырған. “Уҡыусылар ҙа тырыш, иғтибарлы. Яңыраҡ күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүсе өлкәндәрҙең коридорҙарын йыуҙылар, баҡсаларҙы таҙарттылар. Ә ветерандар, уларға рәхмәт әйтеп, сәй эсерҙе”, — ти хат авторы.
Хәйбулла районының Байғусҡар ауылынан килгән хат та йылы тәьҫир ҡалдырҙы. Сәйфулла Баймырҙин Әбүбәкер ауылында йәшәгән, алты ул, өс ҡыҙ үҫтергән Сынбулатовтарҙың оло татыу ғаиләһен бары яҡшы яҡтан иҫкә ала.
“Улдарының бишәүһе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, бөтәһе лә иҫән-һау, орден-миҙалдар тағып, ҡайтып төштө. Барыһы ла бына тигән итеп донъя көттө, балалар үҫтерҙе. Бөгөн улар, үкенескә ҡаршы, гүр эйәһе инде, — ти Сәйфулла олатай. — Әммә Сынбулатовтарҙың нәҫел-нәсәбе ҡоромаған, балалар үҫтерә, изге ғәмәлдәр атҡара. Байрамдың ҡыҙы Эльза йыш ҡына атаһының рухына бағышлап аяттар уҡыта, ололарға хәйер-саҙаҡа тарата. Яңыраҡ ул, Аҡъярҙағы бер кафены ҡуртымға алып, бөтә туғандарын, нәҫел-нәсәбен бер табынға йыйҙы. Бик фәһемле мәжлес булды был. Туғандарҙың һөйләшеп һүҙе бөтмәне, осрашыу шатлығынан күңелдәр тулды, һәр кем ошо бәхетле минуттарҙы бүләк иткән Эльзаға рәхмәт уҡыны”.
Белорет районынан тоғро дуҫыбыҙ Нурулла Миһрановтан редакцияға хат-хәбәрҙәр яуып ҡына тора. Был юлы ул йәшлек дуҫы, хеҙмәттәше Нуритдин Мөхитдин улы Фәхразин хаҡында йылы һүҙҙәрен еткергән.
“Яҡташым менән Сахалин утрауында әрме хеҙмәтендә бергә булдыҡ. Тыуған ауылы Егәҙегә ҡайтҡас, ул сайыр ағыҙыусы булып 25 йыл буйы ал-ял белмәй эшләне. Норманы һәр саҡ арттырып үтәгәне өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Хәләл ефете Зәкиә Таһир ҡыҙы менән 46 йыл бергә татыу донъя көтөп, бына тигән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Барыһы ла һөнәрле, матур йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәләл ефете иртә донъя ҡуйҙы. Балалары үҙҙәренә йәшәргә саҡырып торһа ла, аҡһаҡал тыуған йортон ташламай, ете йыл яңғыҙ йәшәне. Шулай ҙа ҡыҙы Хәмиҙә менән кейәүе Кинйәбулат ҡорҙашымды үҙ янына күсергә күндерҙе. Балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә уның өсөн өҙөлөп тора. Нуритдин дә ҡул ҡаушырып ултырмай, хужалыҡтағы эштәрҙе кинәнеп башҡара. Хеҙмәт ветераны матбуғат баҫмаларынан айырылмай йәшәй. Ошо килеүемдә лә мин уны гәзит уҡып ултырған килеш тап иттем”, — тип яҙа ауыл хәбәрсеһе Нурулла ағай һәм ҡорҙашына ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләй.
Розалия Рысаеваның хатында телгә алынған ағинәйҙең быуындар аҡылын туплаған тормош тәжрибәһе, йор һүҙе беҙҙең заман өсөн дә үтә ҡулай, ярашлы кеүек. Аҡыл эйәһе Ризаитдин Фәхретдин әйткәнсә, “донъяла тороуҙың рәхәтенә ҡарағанда михнәте күп, әммә барыбер донъя ҡәҙерле”. Беҙ ҙә, хат авторҙары кеүек, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, кәрәк саҡта йылы һүҙ әйтергә, рәхмәт белдерергә, ярҙам ҡулы һуҙырға онотмайыҡ.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 147

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 496

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 236

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 939

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 712

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 384

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 704

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 974

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 460

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 534

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 362

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 541