Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Афарин! Булдыра алаһың! Ҡулыңдан килә!
Эшкинмәгән, булдыҡһыҙ, башһыҙ... Ошондай һүҙҙәрҙе ата-әсәнең үҙ балаһына әйткәнен йыш ишетергә тура килә.

Бәлки, улар быға әллә ни мәғәнә лә һалмайҙыр, әһәмиәт бирмәйҙер, әммә баланың күңеленә ғүмерлек яра һалыныуы бар. Берәй мөһим эшкә тотонор алдынан әлеге һүҙ ҡылт итеп иҫенә төшөп, “мин булдыра алмаҫмын шул”, “ҡулымдан килмәҫ” тигән шик уянһа, үҙ-үҙенә ышанысы кәмейәсәк.
“Беҙҙең кеүек кешеләрҙән профессор тыумаҫ инде. Үҙебеҙ ауылда ғүмер иттек, балаларыбыҙ ҙа әллә ҡайҙа китмәҫ”. Ата-әсәнән ошондай һүҙҙәрҙе лә ишетергә мөмкин. Ауылда йәшәү насармы ни? Кәрәкле һөнәр алып, тыуған ерендә һоҡланғыс ғүмер иткән кешеләр аҙмы? Йәшәй белгәндәр һәр ерҙә “ожмах” ҡора ала. Ата-әсәнең тырышлығын күргән бала киләсәктә улар кеүек булырға ынтыласаҡ. Балаһын “Президент буласаҡ!” тип үҫтергән ҡайһы бер милләт вәкилдәренән беҙгә лә өлгө алырға кәрәк. “Афарин, булдыра алаһың, ҡулыңдан килә”, — тип дәртләндереп тороу кемгә оҡшамаҫ? Бала ла ата-әсәһенең, яҡындарының ышанысын аҡлар өсөн тырышасаҡ.
Кешегә бит ҡайһы саҡ бер һүҙ ҙә етә: донъянан төңөлгәндә — башын ҡалҡытырға, һөрлөккәндә — тороп баҫырға, ышанысын юғалтҡанда — өмөтләнергә... Ошо йәһәттән донъя мәҙәниәтенән һәм әҙәбиәтенән миҫалдар килтереп үтәйем.
...Неаполь фабрикаларының береһендә эшләгән ун йәшлек малай йырсы булырға хыяллана, әммә уның тәүге уҡытыусыһы: “Һин йырлай алмаясаҡһың. Тауышың тәҙрә ярығынан өргән елгә оҡшап тора”, — тип белдерә. Малайҙың күңеле төшә. Бошонҡо ҡиәфәттә ҡайтып ингән балаһын күргән әсә, ябай крәҫтиән ҡатыны, улын ҡосаҡлап ала. “Һин йырларға өйрәнәсәкһең, ышанам. Күреп торам: уңыштарың һиҙелә”, — ти. Әсәгә балаһына йыр дәрестәренә түләргә аҡса йыйыр өсөн яланаяҡ йөрөргә лә тура килә. Ошондай ҙур ышаныс малайҙың тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Донъяла билдәле йырсы Энрике Карузоны кем генә белмәй хәҙер!
...Лондондың галантерея магазиндарының береһендә эшләгән малай таңғы 5-тән тороп бинаны йыйыштырырға, ҡол һымаҡ тәүлегенә 14-әр сәғәт бил бөгөргә мәжбүр була. Ауыр һәм бер төрлө эште күрә алмаҫ хәлгә етә ул. Ике йыл интеккәндән һуң, артабан түҙемлеге етмәйәсәген аңлай.
Бер көндө таң менән тора ла, тәғәм ризыҡ ҡапмайынса, йәйәүләп әсәһе янына юллана. Ул 15 саҡрым алыҫлыҡта ялланып эшләгән була. Малай әсәһенә илай-илай барыһын да һөйләп бирә, ҡабат магазинға ебәрмәүен үтенә. Ҡайтанан барырға тура килгән хәлдә, үҙ-үҙенә ҡул һаласағын белдерә.
Унан элекке уҡытыусыһына оҙон итеп хат яҙа. Өлкән педагог малайҙың бик аҡыллы, башҡа эшкә һәләтле булыуын әйтә һәм үҙен уҡытыусы һөнәрендә һынап ҡарарға тәҡдим итә. Ошо һүҙҙәр малайҙың яҙмышын үҙгәртеп кенә ҡалмай, инглиз әҙәбиәте тарихына ҙур өлөш индерә. Был егет 77 китап яҙа, әҫәрҙәре өсөн миллион долларҙан ашыу аҡса ала. Бына шулай тыуа донъяла билдәле Герберт Уэллс исемле яҙыусы!
Был ваҡиғаларҙы әллә ҡасан, әллә ҡайҙағы Италияла, Бөйөк Британияла булған хәл тип кенә ҡабул итмәйек. Киләсәктәге бөйөк яҙыусылар, йырсылар, рәссамдар, архитекторҙар әле беҙҙең ғаиләләрҙә үҫә, мәктәптәрҙә белем ала. Уларға иғтибарлыраҡ булайыҡ, бәләкәй генә уңышын күреп, маҡтайыҡ, бергә ҡыуанайыҡ, ауыр һүҙ әйтеп, күңелен рәнйетмәйек, хыял ҡанаттарын һындырмайыҡ.
Маҡтағандан, яратҡандан бала боҙолмай. Киреһенсә, иғтибар етмәгәнлектән ҡаты бәғерле булып буй еткереүе ихтимал. Кәмһенеп үҫкән бала уңышҡа өлгәшә алмай.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә