Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин бәхетле” — “мон шудо”!
“Мин бәхетле” — “мон шудо”!Бөрө дәүләт педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Әзәлиә Мусинаны эшкә удмурт ауылы Касиярға ебәрәләр. Йәш белгес урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәре бирә башлай. Әйҙә, берәй йыл уҡытайым да унан тыуған ауылыма ҡайтып китермен, тип уйлай ҡыҙ. Ә Яңы Таҙлар ана тегендә — һигеҙ километр алыҫлыҡта ғына ята.
Әзәлиә ауылдың тормошона, мәктәп эшенә бик тиҙ ҡушылып китә. Яғымлы, тырыш уҡытыусыны балалар ҙа, ауыл кешеләре лә ярата, үҙ итә. Уҡытыу, кластан тыш эштәр, йәмәғәт йомошо, төндәрен өҫтәл лампаһы яҡтыһында дәфтәр тикшереү... Шулай ҡырҡмаһа-ҡырҡ мәшәҡәткә күмелеп, ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала.
Йәшлек ҡайҙа ла, ҡасан да йәшлек инде ул. Әзәлиә лә, кистәрен күрше ҡыҙҙарына эйәреп, ауыл клубына йөрөй башлай. Гармун моңдарына эйәреп, әй, баҫалар тыпыр-тыпыр. Ҡайҙа нисек, ә бына Касиярҙа шулай: ҡунаҡ ҡыҙын, ситтән килгән һылыуҙарҙы өсәр-дүртәр, бишәр-алтышар тапҡыр ҙа төшөрөп бейетәләр.
Киске уйындан һуң уҡытыусы ҡыҙҙы бер егет оҙата төшә. Танышалар. Әлмир исемле икән. Ҡапҡа төбөндә һөйләшеү-аңлашыу икенсе төндә лә, өсөнсөһөндә лә ҡабатлана. Әхирәттәре егетте маҡтап туя алмай: уңған да, булдыҡлы ла. Ҡыҙ фатирҙа торған йорт хужабикәһе — Нәғимә әбей ҙә, димсе ҡарсыҡмы ни, һаман бер үк һүҙҙе ҡабатлай:
— Сәлих малайы бик аҡыллы, бик инсафлы.
Оҙаҡ та үтмәй, Әзәлиә Шамидановтарға килен булып төшә. Гөрләтеп туй үткәрәләр. Яңы Таҙлар муллаһы ул нигеҙгә доға ҡыла, йәштәргә никах уҡый, бәхетле ғүмер, ата-әсәне хөрмәтләй белеүсе игелекле, тәүфиҡлы балалар теләй. Башҡорт, удмурт ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар йырлай, бейей, күңел аса.
Теләге ҡабул була мулла бабайҙың: йәштәр бик матур, бәхетле йәшәп китә. Мәғлүм, йәш ғаиләнең иң оло шатлығы — бала көтөп алыу. Бындай ҡыуаныс Шамидановтарға ла килә. Әзәлиә бер йыл тигәндә ҡыҙ бала таба. Бер аҙҙан — икенсеһен.
Әхирәттәре менән Нәғимә әбей бушты һөйләмәгән икән — Әлмир, ысынлап та, уңған булып сыға. Егет урта мәктәпте, Нефтекама ҡалаһында һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, армияла хеҙмәт итә. Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, “Восток” колхозында механизатор булып эшләй. Аҙаҡтан хеҙмәт юлын фермала дауам итә.
Ата-әсәһе вафат булғас, Әзәлиә тыуып үҫкән нигеҙ бушап, етемһерәп ҡала. Ғаилә Яңы Таҙларға күсенергә ҡарар итә. Ни генә әйтһәң дә, йәшәр, донъя көтөр өсөн бында шарттар, мөмкинлектәр яҡшыраҡ. Колхоз идараһы, ауыл Советы ла ошо ауылда урынлашҡан.
Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмайынса яңы өй һалыу эшен башлай Шамидановтар. Ниңәлер ағас йортҡа ҡыҙыҡмайҙар: кирбесен ташыйҙар, цемент та ҡайтарталар, башҡа кәрәкле материалдарын һатып алалар.
2001 йылда нигеҙ ҡоралар һәм түбәһен ябып, эске эштәрен теүәлләп, икенсе йылына яңы өйгә сығалар.
Йәшәүҙәре тағы ла матурлана, күркәмләнә төшә. Әзәлиә Шамиданова элеккесә дәртләнеп мәктәптә дәрес бирә, ете йыл мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Әзәлиә Ғәзизйән ҡыҙының бөтә һәләте, мөмкинлеге үҙе белем, тәрбиә алған ошо мәктәптә асыла. Ул, “Урыҫ теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы-2010” район конкурсында еңеү яулап, республика бәйгеһендә лә уңышлы сығыш яһай.
Ғаилә башлығы иһә, Яңы Таҙларҙа йәшәй башлағас та, бөтөн донъя, мул тормош булдырыу маҡсатын бойомға ашырыу өсөн бөтә көсөн, тырышлығын һала, иң ауыр эштәргә тотона. Күп төрлө һөнәргә эйә Әлмир. Хәҙер инде кирбес һалыуҙы һәйбәт белә. Ә ағас эшенә оҫталығы, маһирлығы атаһынан килә.
“ГАЗель” автомашинаһы йөрөтә, бер аҙ Екатеринбург тарафтарында аҡса эшләп ала, ләкин ғүмер буйы “халтурка”, “шабашка”ға сабып булмай. Әлмир Шамиданов та яңы шөғөл таба: ҡоҙоҡ ҡаҙырға тотона. Был эшкә бер туған апаһының улдары Фидат менән Ринатты ла ылыҡтыра: һалдат бутҡаһы ашаған, беләге ныҡ егеттәр.
Башта нисектер өркөп, шикләнеп-икеләнеп йөрөйҙәр. Баҡһаң, был эш ауыл халҡына күптән кәрәк икән. Ҡул көсө, көрәк менән генә өлгөрөрмөн тимә. Әлмир туғандары менән “Дружба” бысҡыһы моторы ярҙамында ер ҡаҙый торған яйланма уйлап таба. Киләсәктә лицензия алып, ауыл ерендә йәшәүселәргә күберәк файҙа, игелек килтерергә ашығалар.
Тулы ҡанлы тормош менән йәшәй Шамидановтар. Йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ла уларҙың ихатаһы мал-тыуар, ҡош-ҡорт менән тулы була. Әле лә һыйыр малы ғына биш баш аҫрала.
Гаражда “Лада Калина” автомобиле, “Т-40” тракторы ултыра. Баҡса һөрөргә, утын, бесән килтерергә, башҡа йөк ташырға булһа, ауыл халҡына ҙур теләк менән ярҙам итә Әлмир.
Был ғаиләгә фекер уртаҡлығы хас. Башҡорт, татар, удмурт халҡы байрамдарын берҙәй яҡын күрәләр, түҙемһеҙләнеп көтөп алалар. Әйтәйек, ураҙа ғәйете, теләк теләү көндәрендә тәмле аш бешерәләр, ҡунаҡ саҡыралар.
Татыу, берҙәм ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙҙары ҙур инде. Айһылыу Бөрө социаль-педагогия академияһының инглиз теле факультетын тамамлай, АҠШ-та булып, унда бер ара эшләп тә ҡайта. Һуңыраҡ Ҡазан ҡалаһында инглиз теле йүнәлешендәге мәктәптә уҡыта. Касияр ауылы егете Эльмирға кейәүгә сыға. Әле бер йәшлек улдары Әмир менән өйҙә ултыра. Атай кеше Кемерово яҡтарында эшләп йөрөй.
Эльза ла әсәһе, апаһы тамамлаған уҡыу йортоноң һынлы графика факультетында белем ала. Өмөтлө, һәләтле студенттар иҫәбендә йөрөй.
Ҡыҙҙар башҡорт, татар, удмурт, урыҫ һәм инглиз телдәрен әсә телеләй яҡшы белә, һәр береһендә иркен, еңел аралаша.
Яңы Таҙларҙа төрлө милләт вәкилдәрен осратаһың. Бында һәр милләттең теленә ҡәҙер, хөрмәт һәм оло ихтирам менән ҡарайҙар. Әзәлиә Ғәзизйән ҡыҙының үҙ синыфында ғына башҡорт, татар, урыҫ, удмурт балалары берҙәм ғаилә булып белем ала. Улар гел аралашып йәшәй. Телдәр төрлө-төрлө, ә һөйләшеүе-аңлашыуы еңел.
Беҙ инде һаубуллашып китергә йыйынғайныҡ, юлдаштарымдың береһе: “Әзәлиә, һинең ҡалған ҡыҙҙарың ҡайҙа һуң әле?” — тип һорап ҡуйҙы.
Мин аптырабыраҡ ҡалдым. Шамидановтарҙың ҡыҙҙары Айһылыу менән Эльза ғына түгелме ни? Һөйләшеү барышында өсөнсө, дүртенсе бала тураһында һүҙ ҙә сыҡманы шикелле.
— Ә, Эльвина, Гүзәлде әйтәһегеҙме?
— Эйе.
Сер, йомаҡ тиҙ сиселде. Бер ваҡыт Әзәлиәнең һеңлекәше ҡаты сирләй башлай. Уны ваҡытлыса интернатҡа һалырға тура килә. Ә атай кеше инде гүр эйәһе булған. Бынан дүрт йыл элек Шамидановтар ярым етем ҡалған балаларҙы тәрбиәгә ала.
Эльвинаға инде егерме йәш. Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалында тырышып белем ала. Ә Гүзәл IХ класта уҡый.
Әлмир өйгә ҡайтып инде. Йылы йорт — Шамидановтар бөтәһен дә үҙҙәре булдырырға күнеккән. Улар мул һәм ныҡлы ғаилә тормошоноң ҡәҙерен белә.
Иртә таңдан ҡоҙоҡ ҡаҙып шаҡтай арыта. Ә өйгә ҡайтҡас, арыу-талыуҙар онотола, сөнки ирҙе бөтөн ғаилә менән көтәләр. Ул бәхетле ғаиләгә ҡайта. “Мин бәхетле” тигәнең, удмуртса “мон шудо” була икән.
Финат ШАКИРЙӘНОВ.
Борай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872