Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп ҡануныбыҙ – яуаплылыҡ тойғоһо
Төп ҡануныбыҙ – яуаплылыҡ тойғоһоБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары
Р.С. Ноғоманов алданған фатир һатып алыусылар мәсьәләһен хәл итергә вәғәҙә итә.

— Рәүеф Сәмиғулла улы, беҙҙең республикалағы көнүҙәк һәм ниндәйҙер дәрәжәләге сетерекле проблемаларҙың береһе – алданған фатир һатып алыусылар мәсьәләһе. Ул – көнүҙәк, сөнки йыш телгә алына, сетерекле – сөнки уның хәл ителеше тураһындағы мәғлүмәт аҙ. Эйе, телевидение аша бер нисә сығыш булды. Ә шулай ҙа, дөйөм хәлде нисек баһаларға мөмкин?
— Былтыр республикабыҙҙа 25 проблемалы йорт һәм уларҙа фатир ала алмаған 2 654 кеше бар ине. Әлбиттә, улар барлыҡ инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡараған. Ләкин был ҡатмарлы йомғаҡ бер көн эсендә генә барлыҡҡа килмәгән, шуға күрә уны тағатыуы ла оҙаҡ. Иҫке мәсьәләләрҙе хәл иткән арала яңы проблемалар тыуа торҙо. Ошо арала, мәҫәлән, проблемалы йорттар исемлегенә Өфөләге Баҡалы биҫтәһендәге 9-сы һәм 10-сы йорттар индерелде.
Шулай ҙа тора-бара был эш контролгә алынды. Әле 17 объект буйынса мәсьәлә хәл ителде: 14 йорт төҙөлөп бөттө, ә “хәл ителмәүсе” өс йорт буйынса зыян күреүселәргә бүтән йорттарға күсеү варианты тәҡдим ителде. Дөйөм алғанда, ике йылда 1 128 алданған кеше фатирлы булды.
Ошо арала тағы ла биш йортто файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ, ә Салауат ҡалаһындағы бер йорт өсөн фатирҙар башҡа урында биреләсәк. Дүрт объект технологик сәбәптәр арҡаһында киләһе йылда тапшырыласаҡ, сөнки буласаҡ йорт хужаларының хәүефһеҙлеге хаҡына беҙ ашығыуға юл ҡуймаҫҡа булдыҡ.

— Ләкин тәғәйен фатир һатып алыусы власть органдарына мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенән мәхрүм. Ул яңғыҙы ғына ҡеүәтле төҙөлөш фирмаһына һәм уның бер төркөм юристарына ҡаршы тора алмай. Бындай кешегә һеҙ ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
— Торлаҡ баҙарында намыҫһыҙ кешеләр әленән-әле килеп сығып тора. Улар бер ҡатлыраҡ граждандарға шикле схемаларҙа ҡатнашырға тәҡдим итә һәм ундай “клиенттар”ҙы таба. Ә бынан һаҡланыуҙың ябай ғына ҡағиҙәләре бар. Беҙ ошондай мәғлүмәтте төҙөлөш ойошмаларының сайтында әүҙем таратабыҙ. Әгәр ҙә гәзит уҡыусыларҙа ниндәйҙер һорауҙар тыуа икән, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Был Комитет алданған фатир һатып алыусылар мәсьәләһе буйынса һәр дүшәмбе ҡабул итә.
— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың яҡлашыуы һөҙөмтәһендә фатир һатып алыусыларҙың меңдән ашыуы үҙ торлағын ҡайтара алды һәм хатта күсенеп тә өлгөрҙө. Ләкин, Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, проблема хәл ителеүҙән алыҫ әле. Власть бының өсөн ниндәй эш башҡарырға йыйына, ниндәй ресурстар йәлеп ителгән?
— Иң ауыр хәл ителеүсе йорттарҙы төҙөп бөтөү республиканың Торлаҡ төҙөлөшө фондына ҡушылған. Ундайҙар иҫәбендә — Өфөләге Баҡалы биҫтәһенең 6-сы, 7-се һәм 8-се һанлы күп ҡатлы торлаҡ йорттары, Йәшел яр биҫтәһенең 4-се һәм 8-се литер һанлы күп ҡатлы торлаҡ йорттары. Большевистик урамының 110-сы кварталындағы йортто төҙөп бөтөрөү “Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитеты” муниципаль унитар предприятиеһына йөкмәтелде. Был сара ошо объекттарҙы ваҡытында төҙөп бөтөүгә гарантия булып тора.
— Быйыл йәй Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты менән һөйләшкәндә миңә шулай тигәйнеләр: “Ошо 25 проблемалы йорттағы хәлде аҙмы-күпме еңеләйтергә мөмкинлек тыуа, ләкин Баҡалы һәм Йәшел яр биҫтәләре менән эш итеү бик ҡатмарлы”. Был объекттарнҙың “үҙенсәлеге” нимәлә һуң?
— Был йорттар — ошондай проблемалы объекттар араһында иң ҙурҙары. Уларҙың дөйөм майҙаны 88 мең квадрат метр тәшкил итә, алданған фатир һатып алыусылар – 1 760 кеше. Бында төҙөүселәрҙе банкротлаштырыу процедураһы башланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҙ эшләнә торған эш түгел. Ләкин беҙ хәлде даими контроль аҫтында тотабыҙ.
— Күп кенә алданған фатир һатып алыусыларҙың ҡулында хәҙер суд ҡарарҙары ла бар, улар төҙөүселәрҙән аҡсаны кире ҡайтарырға һәм компенсация түләтергә ҡуша. Ләкин аҡса ла, компенсация ла юҡ, йәғни суд ҡарарҙары үтәлмәй. Һеҙ быны хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшләп еткермәүе тип баһалайһығыҙмы, әллә ниндәйҙер объектив сәбәптәр ҡамасаулаймы?
— Мин суд ҡарарҙарына ла, хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлегенә лә аңлатма бирә алмайым. Эштең йоғонтоло булыу-булмауына граждандар, журналистар, бөтөн йәмәғәтселек баһа бирергә мөмкин. Бер нәмә генә бәхәсһеҙ: алдаусылар менән эш итеү – хоҡуҡ һаҡлау органдарының бурысы.
— Ведомство-ара комиссияның эшендә ҡатнашыусы, митингтар ойоштороусы һәм үҙҙәрен “инициатив төркөм” тип атаусы кешеләрҙең роленә нисек ҡарарға була? Бәғзеләр уларҙың барлыҡҡа килеүенә властың булдыҡһыҙлығы сәбәпсе тип һанай, ә кемдер уларға төҙөлөш ойошмалары яллаған шымсылар итеп ҡарай. Һеҙҙең фекер нисек?
— Бер генә ишкәк менән ишеү мөмкин түгел. Инициатив төркөмдәр йыйылған проблемаларҙы хәл итергә ныҡ ярҙам итә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, улар яғынан власҡа ҡарата барлыҡ дәғүәләр ҙә нигеҙле, тип әйтә алмайым.
Бөгөн дәүләт һәм муниципаль властарҙы намыҫһыҙ төҙөүселәрҙең бурысын үтәргә мәжбүр итеүсе закондар юҡ. Алданған фатир һатып алыусыларға ярҙам иткәндә беҙ башлыса социаль яуаплылыҡ принциптарына таянып эш итәбеҙ. Дөйөм эшкә ҡамасаулыҡ иткән мәлдәр ҙә булғылай. Алданған кешеләрҙең фекере һәм кәйефе менән бик оҫта уйнайҙар, буталыш тыуҙыралар, теге йәки был ҡарарҙың хаталы икәнен күрһәтергә тырышалар. “Банкрот йорттар”ҙан фатир алыусылар хәлде айыҡ баһалаһа, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап ҡыланыусыларҙың эшенә тәнҡит күҙлегенән ҡараһа ине. 25 проблемалы йорттоң 17-һе буйынса мәсьәлә хәл ителгән, ә биш йорт буйынса быйылғы йылдың аҙағына саҡлы хәл ителә икән, кемдең кем икәнен айырырға ваҡыт инде.
Журналистарҙы ла тойғоларҙы көсәйтмәҫкә саҡырам. Уйлағыҙ, бәлки, һеҙҙең журналистик һәләтте кемдәрҙер үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға ынтылалыр?
— Был ҡатмарлы тарихта “һауа ҡаттары”нда, йәғни төҙөлмәйәсәк ҡаттарҙа фатир һатып алыусылар айырым урынды алып тора. 26 мартта Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында һеҙ, ул саҡта әле Торлаҡ төҙөлөшө фондының етәксеһе булараҡ, алданған фатир һатып алыусылар менән осрашҡанда “Һауа ҡаттарында фатир һатып алыусылар үҙҙәре ғәйепле!” тигәйнегеҙ. Уларҙың килешеүҙәре, тимәк, юридик көскә эйә түгел? Төҙөүсенең тәғәйен маҡсатҡа аҡса алғанлығы асыҡланмағанмы? Хоҡуҡ һаҡлау структуралары төҙөүселәрҙең был эшмәкәрлеген мутлыҡ енәйәте тип атаны, ләкин, зыян күреүселәрҙән ғаризалар булһа ла, был структуралар бер ниндәй ҙә һөҙөмтәле эш күрһәтмәне әлегә. Бындай осраҡта Хөкүмәт үҙ граждандарын нисек яҡлай ала?
— Һорауҙы икенсе төрлө биреү дөрөҫөрәк булыр: “Мутлашыусыларға биргән аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн граждандар нимә эшләй ала?” Уларға талаптар реестрына инеү тураһында ғариза яҙырға һәм Башҡортостан Республикаһының Арбитраж судына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Суд ҡарары менән улар кредиторҙарҙың талаптар реестрына индереләсәк.
Әгәр ҙә төҙөлөш ойошмаһы менән килешеү ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табыла икән, мәсьәлә ғәйепле яҡты енәйәт яуаплылығына тарттырыу һәм килтерелгән зыянды ҡаплатыу юлы менән хәл ителә. Был осраҡта енәйәт эшен тикшереү һөҙөмтәһе буйынса килтерелгән зыянды ҡаплатыу тураһындағы гражданлыҡ дәғүәләре яҙылырға тейеш.
— 26 сентябрҙә проблемалы торлаҡ йорттарҙы төҙөүҙе тамамлау мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов былай тине: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәлде асыҡларға тейешле органдар яғынан әллә ни әүҙемлек күрмәйбеҙ”. Бындай һүлпәнлектең сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ?
— Ҡабатлап әйтәм: алданған фатир алыусылар мәсьәләһен хәл итеү бер көнлөк эш түгел. Проблемалар ҡуласаһы бер нисә йыл элек әйләнә башланы. Власть органдарының һүлпәнлеге иһә ҙур дәрәжәлә закондарҙың камил булмауы менән аңлатыла. Тап шуға күрә лә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайына, Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығына, “Берҙәм Рәсәй” партияһына ғәмәлдәге закондарға үҙгәрештәр индереү һәм ҡайһы бер дәүләт органдарының вәкәләттәрен киңәйтеү буйынса тәҡдимдәр бирҙе.
Мәсьәләне республика һәм муниципаль кимәлдәрҙә тейешенсә хәл итеү беҙҙең вәкәләткә ҡарай. Әлеге 17 йорт буйынса проблеманы шуның өсөн хәл итә алдыҡ та инде. Арбитраж идарасыларының намыҫлы эшләүенә лә күп нәмә бәйле. Проблемалы объекттарҙың ҙур өлөшөндә банкротлыҡ процедураһы бара, ә дәүләт органдарының идарасылар эшмәкәрлегенә ҡыҫылырға хоҡуғы юҡ.
— Алданған фатир һатып алыусыларҙы Арбитраж суд ҡарары менән торлаҡ майҙанын тапшырыу тураһында талаптар реестрына индереү нимә бирә?
— Улар аҡсаһын үҙҙәре түләгән тәғәйен торлаҡ майҙанын алыу хоҡуғын документтар менән нығыта. Был реестрға индерелгән фатир алыусыларҙың талаптары граждандар менән иҫәп-хисап яһағандан һуң ҡәнәғәтләндерелә. Төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың талаптарын төҙөлөп бөткән торлаҡ йорттағы фатирҙарҙы уларға милек итеп тапшырыу юлы менән үтәү мөмкинлеге бар. Төҙөлөштә ҡатнашыусылар торлаҡ-төҙөлөш кооперативы йәки бүтән махсуслашҡан ҡулланыусылар кооперативын булдырһа, уларға төҙөлөш ойошмаһының ошо төҙөлөп бөтмәгән йортҡа, шулай уҡ ул урынлашҡан ер участкаһына хоҡуғы күсә.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872