Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәт ҡомартҡылары сер һаҡлай
Оло йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, ауылыбыҙ, районыбыҙҙағы тәбиғәт мөғжизәләре менән ҡыҙыҡһынып барам. Яҙылғандары тураһында уҡыйым, баҫылғандарын туплайым, күңелгә килгәндәрен дәфтәргә теркәйем. Һеҙгә лә иң гүзәл тип һаналған, кешеләр ял итергә яратҡан бер нисә урын тураһында яҙып ебәрмәксемен.

Иң тәүге сиратта Ҡарлыман мәмерйәһен атар инем. Ҡарлыман ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта баҫып тороусы мөһабәт Оло Таш ҡаяһы аҫтында урынлашҡан был мәмерйәнең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Бынан бер быуат элек, әсәйемдең балалыҡ йылдарында, уның ауыҙы өс ат егелгән арба (тройка) менән инеп йөрөрлөк, Әйүп олатайым йәш ваҡытта дауамы бынан егерме саҡрым алыҫлыҡтағы Аҡташ ауылы янындағы ҡаяға барып сыға торған булған. (Әсәйемдең тыуған йылы — 1898, Әйүп олатайымдың йәшлек йылдары ХIХ быуаттың 70-се йылдарына тура килә). Ошо оҙонлоҡтағы мәмерйәнең эсендә ниндәй серҙәр һаҡланыуы тураһындағы ҡулъяҙмалар беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа беҙ, 10–13 йәшлек малайҙар, һәр йылдың май башында унда сәйәхәт ҡыла инек. Ләкин 150–200 метрҙан ары эскә үтә алманыҡ, сөнки былай ҙа түбәнәйеп киткән залын яртылаш ҡалҡыулыҡ ҡаплағайны. Ҡалҡыулыҡтың арғы яғында һәр ваҡыт боҙ кеүек һалҡын һыу ятыр булды. Таяҡ башына сепрәк бәйләп кәрәсингә мансылған факелдар яҡтыһында мәмерйәнең артабан бейегәйеп һәм киңәйеп китеүе күренә торғайны. Беҙҙең арала яланаяҡтарҙың бармаҡ осо менән һыуҙың һалҡынлығын тикшереп ҡарауҙан башҡаға баҙнат итеүселәр табылманы. Мәмерйәнең дауамы һәр ваҡыт сер булып ҡалды. 74 йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, уның төпкөлөндә тәбиғәт беҙҙән әле булһа үҙенең серҙәрен һаҡлайҙыр тигән ышаныста ҡалам.
Бала саҡта мәмерйәнең эсендәге билдәһеҙлек, тышындағы күренеш беҙҙең өсөн оло сер булып торҙо. Өҫтөндә мөһабәт баҫып торған Оло Таш ҡаяһының урта бер өлөшөндә (ерҙән 50–60 метр самаһы бейеклектә) махсус киҫеп эшләнгән кеүек, мәктәптәге класс таҡтаһылай, тигеҙ ере бар ине. Уның киңлеге — 5–6 метр, бейеклеге 10 метр самаһы булыр. Ана шул тәбиғәт эшләгән таш таҡтаға билдәһеҙ рәссамдың ҡулдары менән иҫ киткес оҫталыҡта Ленин менән Сталиндың һүрәте төшөрөлгәйне. Кем һәм нисек төшөргәндер ул һүрәттәрҙе, беҙҙең өсөн сер булып ҡалды, сөнки тәбиғәт яһаған таш таҡта янына уңдан да, һулдан да, аҫтан да килеү, иң мөһиме, баҫып һүрәт төшөрөп тороу мөмкин түгел ине. Байтаҡ йылдар үткәс, моғайын, уны юғарынан 60 – 70 метр оҙонлоғондағы дилбегәгә бәйләнеп төшөп эшләгәндәрҙер тигән һығымтаға килдем. Бәлки, райондың партия етәкселәре махсус рәүештә берәйһен яллап ҡушҡандыр. Һүрәттәрҙең тағы ла бер үҙенсәлеге беҙҙе аптырашта ҡалдырҙы: көҙгө ямғырҙар, ҡышҡы бурандар, йәйге эҫе ҡояш нурҙары аҫтында ла улар үҙгәрешһеҙ ҡала. Кем белә, бәлки, һәр йылда яңыртып торғандарҙыр, тим. Хәҙер ул ҡая ташы юҡ: шартлатып, төҙөлөш материалына алып бөттөләр. Ниндәй вәхшилек! Әлеге көндә мине һәм мәмерйәнең артабанғы яҙмышына битараф булмаған яҡташтарымды тәбиғәт ҡомартҡыларының киләсәге борсой.
Районыбыҙҙың икенсе мөғжизәһе — Иҫке Муса ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 2–3 километр алыҫлыҡта ятҡан бәләкәй генә Зәңгәр күл. Уның иҫ китмәле матурлығын яҙып ҡына бөтөп булмай. Бәләкәй генә, ҡаҙан кеүек түңәрәк күлдең уртаһында диаметры метр самаһында төпһөҙ упҡын урғыла. Ана шул упҡындан бәргән һыу артабан йылғаға ҡушыла.
Тағы бер тәбиғәт ҡомартҡыһы — Ҡырмыҫҡалы менән Ҡарлыман ауылдары араһындағы шишмә. Беҙ бала саҡта уны Изгеләр йәки Әүлиәләр шишмәһе тип йөрөтәләр ине. Һыуының тәмлелеген ҡағыҙға ғына яҙып аңлатырлыҡ түгел, уны эсеп ҡарау мотлаҡ. Һыуы һауыт-һабаның, самауырҙың төбөнә ултырған юшҡынды бөтөрә, бер ваҡытта ла боҙолмай, айҙар буйы торһа ла, үҙенең сафлығын, тәмен юғалтмай. Уның дауалау сифатына бала сағымда үҙем инандым. Миңә 6 йәштәр самаһында күҙҙәрем эренләп ауырыны, әсәйем мине өшкөртөргә тип ауылдағы Лотфулла мәзингә алып барҙы. Мәзин бабай мине шул шишмәгә алып барып, битемде, күҙҙәремде һыу менән йыуырға ҡушты. Әсәйем шишмәгә ике тапҡыр ғына алып барҙы, өсөнсө барыуҙың кәрәге булманы. Шишмәнән әлеге көндәрҙә лә халыҡ һыу ала.
Мөғжизәләр рәтенә беҙҙең ауылдан 300 метр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан, күктә йөҙгән ай кеүек түңәрәк Аҡкүл күлен индерер инем. Ауыл халҡы өсөн уның әһәмиәте бик ҙур. Беҙҙең олатайҙар әйтеп ҡалдырған риүәйәттәргә ҡарағанда, Ҡарлыман ауылының әллә нисәмә быуатлыҡ тарихы бар. Ҡасандыр ул икенсе ерҙә урынлашҡан булған. Бер ваҡыт ҡот осҡос сир таралып, ауыл халҡына үлеп бөтөү ҡурҡынысы янаған. Мулла, халыҡты йәшәгән урындарынан ҡуҙғатып алып китеп, әллә ни алыҫ булмаған ҡара урман эсенә, әлеге ауыл урынлашҡан ергә килтерә. Был ваҡиға ҡасан булғанын бер кем әйтә алмай. Архив документтары буйынса, Ҡарлыман ауылы 1653 йылда теркәлгән. Шул осорҙан алып бөгөн дә 200-ләгән йорт хужалығы булған ауыл халҡы Аҡкүлдең һыуын эсә. Әйткәндәй, быуаттар төпкөлөнән килгән йола буйынса, кешеләр был ҙур булмаған (диаметры 100—120 метр самаһы) күлдең һыуының таҙалығын ҡәҙерләп һаҡлай. Унда бер кемгә лә һыу инергә, ат йөҙҙөрөргә рөхсәт ителмәй, мал тупламайҙар, өйрәк-ҡаҙҙы ебәрмәйҙәр.
Бишенсе ҡомартҡы күренекле урыҫ яҙыусыһы Сергей Аксаковтың исеме менән бәйле. Ул да булһа — Иҫке Ҡыйышҡы ауылы янындағы Ҡыйышҡы күле. Буласаҡ яҙыусының балалыҡ, үҫмер йылдары иҫ киткес матур тәбиғәтле ошо күл буйында үткән. Тәүге әҫәрҙәре лә унда яҙылған. Совет заманында Өфө хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп балалары өсөн ял урындары, пионер лагерҙары төҙөлгәйне. Ҡала халҡы матур тәбиғәтле күл буйын әле лә бик яратып, үҙ итеп килә.
Элекке Йомран, хәҙерге Ибраһим ауылы янында йәйрәп ятҡан иҫ китмәле матур, күп балыҡлы Ҡыҙылғы күле лә иғтибарға лайыҡ. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың балалыҡ йылдары ошо күл буйында үткән. Элек республика етәкселәре өсөн төҙөлгән ял йорттары, мәктәп балаларының пионер лагерҙары эшләй ине. Әле лә “Виктория” тип аталған лагерҙа районыбыҙҙан йөҙҙәрсә бала рәхәтләнеп ял итә.
Тәүге исеме Мансаҙы, хәҙерге Мөҡсин ауылынан алыҫ түгел генә ерҙә, Ағиҙел йылғаһы буйында йәйрәп ятҡан тәрән һыулы Талпаҡ күлен дә исемләр инем. Биш саҡрым самаһы оҙонлоҡтағы, ятышы менән ат дағаһын хәтерләткән был күл ике осо менән Ағиҙел йылғаһына бик яҡын килә. Ҡасандыр йылға ошо күл аша аҡҡан, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, был һыу ятҡылығы йылғанан ситтә ҡалып, бик матур күлде хасил иткән. Уның киңлеге яҙын 500–700 метрғаса етә. Элегерәк ярҙары буйында йыуан-йыуан йүкә ағастары үҫә ине. Хәҙер улар һирәгәйгән.
Фидат ЮНЫСОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Ҡарлыман ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21