Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эшселәрҙең мәнфәғәтен кем яҡлар?
Гәзит уҡыусыларға: “Әлеге йәмғиәт шарттарында профсоюз ойошмалары булырға тейешме?” – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Эмма ШӘҒӘЛИЕВА, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе урынбаҫары:
— Бөгөн “профсоюз ойошмалары кәрәкме, юҡмы?” тигән һорау булырға тейеш түгел, тигән фекерҙәмен. Хәрәкәттең бай тарихы бар. Ябай эшселәрҙең үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап бер көскә тупланыуының дөрөҫлөгөн ваҡыт дәлилләгән. Беҙҙең эшмәкәрлектең даирәһе киң. Шулай ҙа мөрәжәғәт итеүселәрҙе иң ныҡ борсоғаны — эш хаҡы буйынса һорауҙар. Сентябрҙә, яңы уҡыу йылы башланғанда, мәғариф системаһында эшләүселәр йыш мөрәжәғәт итә. Уларға уңайлы булһын өсөн сайтыбыҙ әүҙем мәғлүмәт бирә. Бында көнөнә яҡынса 400 кеше инеп сыға. Ғөмүмән алғанда, ай һайын ете мең кешегә ярҙам итәбеҙ. Суд аша хәл ителгән мәсьәләләр ҙә була. Мәғариф системаһында эшләүселәргә үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙе яҡларға ҡурҡмағыҙ тип кәңәш итер инем.
Айгөл БУЛАТОВА, социолог:
— Бөгөн хеҙмәт кешеһенә үҙ хоҡуҡтарын яҡлау ауыр, шуға һеҙҙең һорау мине аптыратты. Әлбиттә, улар булырға тейеш. Яңыраҡ ҡына профсоюздар темаһын өйрәндек. Белеүемсә, илдә бындай ойошмалар күп. Эшләп йөрөгән кешеләрҙең яртыһы тиерлек профсоюзға ингән. Власть органдары уларҙың фекеренә ҡолаҡ һала. Шулай ҙа, ил буйынса статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, бөтәһе лә ал да гөл түгел. Профсоюз ойошмаларының һөҙөмтәле эшләүендә халыҡтың 39 проценты шикләнә, 16 проценты иһә улар эшселәрҙең мәнфәғәтен яҡламай тип һанай.
Тимур ШАҺИЕВ, эшсе:
— Шәхси эшҡыуарға ялланып эшләйем. Машина йыуабыҙ. Профсоюз ойошмаһы булдырыу тураһында һүҙ булғаны ла юҡ. Беҙҙең хоҡуҡтар бер нисек тә яҡланмай. Аҡса эшләйем тиһәң, көн һайын таң һарыһынан ҡара төнгә тиклем эшләйһең. Ауырыйһың икән, яуап бер — “эштән кит”. Ял һораһаң да шулай. Минеңсә, эшҡыуарҙарҙан мотлаҡ рәүештә профсоюз ойошмаһы булдырыуҙы талап итергә кәрәк.
Әлфиә ЗӘЙНЕТДИНОВА, балалар баҡсаһы хеҙмәткәре:
— Әлбиттә, бөгөн профсоюз ойошмалары совет заманындағы кеүек әүҙем эшләмәй, шулай ҙа ағзалыҡтан сығырға ашыҡмайым. Ҡасандыр балаларға Яңы йыл бүләктәре бирә торғайнылар. “Беҙҙең Ҡыш бабайҙың исеме — Профсоюз, ә һеҙҙекенеке кем?” – тип, өлкән улым таныш бала-сағаға һорау бирә торғайны. Әле лә шуны иҫләп, көлөшөп алабыҙ. Үҫмер малайымдың һаулығы насар, шуға шифаханаға ебәреү олоғара проблема түгел. Профсоюз аша йылына ике тапҡыр юллама бирәләр. Үҙем һатып алһам, ул күпкә ҡыйбатыраҡ булыр ине.
Зариф УСМАНОВ, Нефтекама ҡалаһы:
— Эшкә урынлашыу менән профсоюз ойошмаһына индем. Ай һайын эш хаҡының бер процентын күсерәм. Ойошма миңә ике тапҡыр ярҙам ҡулы һуҙҙы, шуға ҡәнәғәтмен. Ике йыл дауамында сессияға киткәндә ялды үҙ иҫәбемә ала торғайным. Курсташтарымдан түләүле ялға китергә хоҡуғым бар икәнен ишетеп ҡайттым. Профсоюз ойошмаһы юрисы бар нескәлектәрҙе аңлатып бирҙе. Һуңғы өс сессияға барғанда эш биреүсе миңә түләүле ял биреүҙән баш тартманы.
Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә