Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юрист кәңәштәре
Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Һорауҙарығыҙға "Лига-М" юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Уртаҡ бүленәсәк


— Беҙ ғаиләбеҙ менән ятаҡтағы бүлмәлә йәшәйбеҙ. Ул өс кеше — мин, ирем һәм ҡыҙым — исеменә хосусилаштырылған (улыбыҙ ҡатнашманы). Айырылышҡан осраҡта кемгә ниндәй өлөш сыға икән? Бүлмә беҙ бергә йәшәгән осорҙа алынғайны.
Фәриҙә Р., Салауат ҡалаһы.


— Рәсәй Ғаилә кодексының 36-сы статьяһындағы 1-се пунктҡа ярашлы, ғаилә ағзаларының никахҡа ингәнгә тиклемге мөлкәте, шулай уҡ никах ваҡытында икеһенең береһенә бүләккә бирелгән (мираҫҡа ҡалдырылған йәки башҡа төрлө түләүһеҙ килешеү аша алынған) милек шәхси тип иҫәпләнә. Фатирҙы йәки бүлмәне хосусилаштырыу федераль закон буйынса бушлай тормошҡа ашырыла. Бүлмәгеҙ — дөйөм милектә, һәр берегеҙҙең өлөшө билдәле. Тимәк, ҡануниәткә ярашлы, һәр кемегеҙгә бүлмәнең өстән бер өлөшө тура килә. Айырылышыуҙан һуң өҫтәлмә рәүештә бүлешеү булмаясаҡ.

Һалымығыҙҙы ҡайтарып бирерҙәр


— Торлаҡ һатып алыуға бәйле сығымдарҙың 13 процентын ҡайтарып алыу өсөн һалым хеҙмәтенә документтар тапшырырға йыйынам. Әлегә мин төҙөгән йорттоң документтары тулыһынса тупланып бөтмәгән. Инженер коммуникациялары үткәреүселәрҙән алған чектар һәм төҙөлөш фирмаһына түләү тураһында документтар менән генә ташлама юллай аламмы? Сығымдар сметаһына мунса һалыуҙы, ҡойма тотоуҙы һәм башҡа йорт ҡаралтылары төҙөүҙе индереп буламы? Әгәр киләһе йылда тағы берәй фатир һатып алһам, ике объект буйынса бер юлы документтар тапшыра аламмы?
Динар, Өфө районы.


— Рәсәй Һалым кодексының 220-се статьяһындағы беренсе пункттың икенсе ярҙамсы пунктына ярашлы, һеҙ, һалым түләүсе булараҡ, йорт төҙөүгә һәм ер участкаһы һатып алыуға сығымдарығыҙҙың 13 процентын ҡайтарып алыуға хоҡуҡлы. Федераль һалым хеҙмәтенең 2011 йылдың 27 июнендәге ЕД-3-3/2168 һанлы хатында яҙылыуынса, һалым түләүсе бындай осраҡта бер нисә күсемһеҙ милеккә сығымдарын ҡушып күрһәтә алмай. Әммә, әгәр һеҙ бер ихатала ике йорт һалған булһағыҙ йәки бер нисә өйлө участканы һатып алһағыҙ, барыһын бергә һанарға мөмкин.
Һалым ташламаһы биргәндә сығымдарҙың бөтәһе лә иҫәпкә алынмай. Рөхсәт ителгәндәре:
1. Проект-смета документтары эшләтеү өсөн түләүҙәр.
2. Төҙөлөш һәм биҙәкләү материалдары һатып алыуға сығымдар.
3. Торлаҡ йорт, шул иҫәптән төҙөлөп бөтмәгән өй һатып алыуға тотонолған аҡса.
4. Төҙөү һәм биҙәкләү эштәренә бәйле сығымдар (һалынып бөтмәгән йортто сафҡа индереүгә сарыф ителгән аҡса).
5. Электр, һыу, газ һәм канализация селтәрҙәренә тоташтырыу йәки айырым сығанаҡтар булдырыу (ҡоҙоҡ ҡаҙыу, генератор ултыртыу) өсөн сығымдар.
Һалым түләүсе бындай ташламаны ғүмерендә бер тапҡыр ғына алырға хоҡуҡлы. Ҡойма тотоуға, мунса йәки һарай һалыуға сығымдарығыҙҙың һалым өлөшөн ҡайтармаясаҡтар.
Сығымдар 2 миллион һумдан артҡан хәлдә лә һалым ташламаһын иҫәпләгәндә ошо һан сигенән сыҡмайҙар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә