Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәлә аяҡ аҫтында
Һыуыҡтар башланыу менән, республикала янғын осраҡтары йышайҙы. Күптән түгел генә баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендәге “Олимп” сауҙа үҙәгендә янғын сыҡты. Бәхеткә күрә, һәләк булғандар юҡ, ике кешене дауаханаға оҙатҡандар. Янғынды һүндереүҙә 67 берәмек техника, 166 кеше ҡатнашҡан. Ҡотҡарыусыларҙың ваҡытында килеп етеүе арҡаһында утты тиҙ арала ауыҙлыҡлай алғандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше ғүмеренә хәүеф менән янаған фажиғәләр әленән-әле ҡабатланып тора. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһының янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса баш дәүләт инспекторы Марат Латипов һәм Башҡортостан Республикаһының бәләкәй суднолар буйынса баш дәүләт инспекторы урынбаҫары Рафаил Ғәниев бәйән итте.
Йыл башынан республикала 3915 янғын теркәлгән. Утта 282 кеше һәләк булған, шуларҙың 15-е – бәлиғ булмаған балалар. 297 кеше төрлө тән йәрәхәте алған. Ҡышҡыһын янғын сығыу осрағының йышайыуы ут менән һаҡһыҙ мөғәмәлә итеүгә бәйле. Мейес торбаларын ваҡытында таҙартмау, электр йылытҡыстарының төҙөк булмауы бәхетһеҙлеккә килтерә.
Янғын сығыуҙы иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы аңлатыу эше алып бара. Мәҫәлән, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре “Торлаҡ-2011” операцияһы барышында 316 мең шәхси хужалыҡты ҡарап сыҡҡан, күп балалы 29 мең ғаиләлә иҫкәртеү саралары үткәргән, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге 32 мең кешенең йортонда хәүефһеҙлек сараларын тикшергән, имен булмаған 16 мең ғаиләлә әңгәмә үткәргән. Башҡортостан Республикаһының янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса баш дәүләт инспекторы Марат Латипов билдәләүенсә, бәлә, тәүге сиратта, иҫеректәр арҡаһында сыға, шулай уҡ мунсаларҙың төҙөк булмауы, һаҡһыҙлыҡ – фажиғәнең төп сәбәптәренең береһе. “Халыҡта “һәр кем менән булыуы ихтимал, тик минең менән түгел” тигән ҡарашты үҙгәртмәйенсә, хәлде яҡшыртыу мөмкин түгел, – тине Марат Рәйес улы. — Яңы йыл байрамы мәлендәге хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бүлеү зарур. Кибеттәрҙә пиротехника һата башланылар ҙа инде. Уны ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Былтыр оҙайлы ял ваҡытында республика буйынса көнөнә 20 – 30-лап янғын сыҡты. Был күңелһеҙ статистика быйыл ҡабатланмаһын ине”.
Башҡортостан Республикаһының бәләкәй суднолар буйынса баш дәүләт инспекторы урынбаҫары Рафаил Ғәниев һыу объекттарындағы хәл менән таныштырҙы. Йыл башынан республикала 125 кеше, шул иҫәптән 14 бала, һыуға батҡан. Ҡышҡыһын хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн саралар күреләсәк, әле “Һыуҙа хәүефһеҙлек” айлығы иғлан ителгән, ҡотҡарыусылар һыу объекттары буйлап рейдтарға сығасаҡ, тип белдерҙе Рафаил Фәрит улы.
Республикаға һалҡындар килде. Йылға һәм күлдәрҙе боҙ ҡапланы. Халыҡ, “Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма, көҙгө боҙға көҙгөләй булһа ла ышан”, ти. Ләкин көҙгө боҙ ҙа, ҡышҡы боҙ ҙа хәүефле – шуны онотмағыҙ. Рафаил Ғәниев айырыуса балыҡсыларға иғтибарлы булырға кәңәш итте, сөнки, ғәҙәттә, инспекторҙар үткәргән рейдтар ваҡытында балыҡсыларҙың ҡул аҫтында ҡотҡарыу саралары булмауы асыҡлана. Миҫал өсөн, эргәләрендә биш метрлы арҡан булһа, кеше боҙ аҫтына киткән хәлдә, уны ҡотҡарыу еңелләшәсәк, ваҡыт сарыф ителмәйәсәк. Шулай уҡ балыҡ тотоусылар машиналары менән боҙға инмәһә, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймаҫ ине. Былтыр ҡыш республиканың һыу ятҡылыҡтарында “УАЗ” һәм “Нива” автомобилдәре боҙ аҫтына киткән. Бәхеткә күрә, пассажирҙар һәм водителдәр сығып өлгөргән. Боҙ аша икенсе ярға сығыу арҡаһында былтыр биш кеше, шуларҙың икәүһе бәлиғ булмаған бала, һәләк булған. Балаларҙың береһе эштән ҡайтып килгән әсәһен ҡаршы алырға сыҡҡан. Икенсеһе, башҡа бала-саға менән яр буйында сана шыуғанда, боҙ аҫтына киткән.
Осҡондан янғын сығыуы ихтимал. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ғәҙәттә, аяныслы хәлгә тарыусылар фажиғәлә үҙҙәре ғәйепле булып сыға. Ҡайҙа ғына булмаһын, үҙ-үҙеңә, яҡындарыңа ҡарата иғтибарлы булыу мөһим.
Лилиә НУРЕТДИНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә