Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Коллектив менән — "Башҡортостан"ға!
Ҡәҙерле дуҫтар! Тотош коллектив менән "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыуҙы быйыл да ойошторорға ҡарар иттек. Былтыр ошо сарала республикабыҙҙың байтаҡ гимназия, лицей, мәктәп уҡытыусылары, район һәм ҡала гәзиттәре хәбәрселәре, китапханасылар коллективтары әүҙем ҡатнашты. Улар быйыл да баҫмабыҙға берҙәм яҙылыр, тип ышанабыҙ.

Район, ҡала ҡоролтайҙары ағзаларының, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының, ғалимдарҙың, театр һәм филармония артистарының да — ғөмүмән, милли интеллигенциябыҙҙың был акцияға дәррәү ҡушылырына өмөт итәбеҙ. Айырып өндәшеүебеҙ юҡҡа түгел, сөнки милләтте ойоштороусы, бергә туплаусы, халҡыбыҙҙың киләсәген алдан күҙаллаусы зыялыларыбыҙҙы тап һеҙҙең йөҙөгөҙҙә күрәбеҙ.
Хеҙмәттәштәрегеҙ менән бер төптән гәзиткә яҙылыуығыҙ тураһында беҙгә хәбәр итһәгеҙ һәм квитанция күсермәһен почта аша ебәрһәгеҙ, һеҙҙең хаҡта тотош республика беләсәк. Иң мөһиме — һеҙҙең коллективығыҙ “Башҡортостан”дың “Почет таҡтаһы”на индереләсәк һәм диплом менән бүләкләнәсәк!
Һәр беребеҙгә мәғлүм: кеше аралашмайынса, фекер алышмайынса йәшәй алмай. Ә "Башҡортостан" — нәҡ халыҡ трибунаһы. Гәзитебеҙҙе алдырып, даими уҡып барһағыҙ, тормоштағы күп кенә күренештәргә, илдәге, республикалағы хәл-ваҡиғаларға, яңылыҡтарға һәм үҙгәрештәргә ҡарата ҡарашығыҙҙы белдерә һәм һүҙегеҙҙе еткерә алаһығыҙ.
Шулай итеп, мөхтәрәм милләттәштәр, халҡыбыҙҙың рух ҡеүәтен туплаған, зыялыларыбыҙҙың аралашыу майҙаны булған бай тарихлы "Башҡортостан" гәзитенең киләсәген бергә яҙайыҡ!
Рәхим итеп, акцияға ҡушылығыҙ!
МӨХӘРРИРИӘТ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә