Очерк
Тормош үҙе “уҡытыусы” икән...— Йә, ҡайттыңмы, баһадир? — Райондың халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире алдындағы мыҡты кәүҙәле, етди ҡарашлы егеткә һоҡланып күҙ атты ла дипломын ҡулына алды. — Оһо-һо, бында “бишле”ләр генә. Алдағы йылда Инәк мәктәбен урта мәктәпкә әйләндерергә ине уйыбыҙ. Шуға тотон. Кластарҙы комплектлау, ремонт эштәре, уҡытыусыларға фатир, утын хәстәрләү — бөтәһе лә һинең өҫтөңдә, ҡустым!
Рәшитте өйрәтәһе юҡ. Армия хеҙмәтенән һуң Ырымбур өлкәһенең Аҡбүләк педагогия училищеһын тамамлағас, Ҡужабаҡ башланғыс мәктәбенең ишеген асҡайны ул тәүҙә. Артабан Назар мәктәбендә уҡытты. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ситтән тороп тамамлағас, Инәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ебәрҙеләр. Бында ла һынатманы егет: тырым-тырағай ултырған өс-дүрт корпусты бергә ҡушып, матур итеп эшләтеп алды, уны урта мәктәпкә әйләндерҙе. Совхоз үҙәге булғас, урыҫса ғына уҡытылырға тейеш, тигән иҫке ҡалыпты ватып-емереп, башҡорт кластарын астырҙы. Ә был эш ул йылдарҙа, ай-һай, еңел бирелмәне. Аҙ ғына ситкә тайпылдыңмы, “милләтсе” тигән мөһөр һуғыуҙарын көт тә тор. Әммә, Ырымбур өлкәһенә терәлеп ятҡанғамы, әллә Өфөнән алыҫ булғанғамы, әллә замана сәйәсәтенә ярарға тырышыпмы, Яңы Себенле ауыл Советына ҡараған туғыҙ ауылдың Яңы Николаевка һәм Дубняки ауылдарында ғына урыҫтар йәшәһә лә, бөтә мәктәптәрҙе лә урыҫлаштырып бөтөргәйнеләр. Хатта совхоз үҙәгендәге мәктәптә лә, бер-ике генә урыҫ балаһы уҡыуына ҡарамаҫтан, урыҫса уҡытыуға күскәндәр ине.
Үткән быуаттың сетерекле 60-сы йылдарында Рәшит Иҙрисов, үҙенә генә хас тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ һәм хатта хәйлә менән тигәндәй, башҡорт кластарын да астыра, тирә-яҡтағы ауылдарҙан йыйылған 150 уҡыусыны мәктәптең яңы интернатына урынлаштыра. Уны шунда уҡ партияның район комитетына саҡыртып алалар.
— Һеҙ нимә, иптәш Иҙрисов, артыҡ шашып китәһегеҙ әле? — тип ҡаршылайҙар уны райкомда. — Үҙем баш, үҙем түш, нимә ҡылһам да бара, тип уйлайһығыҙмы?
Ләкин район мәктәптәрендә байтаҡ ҡына уҡытып, шымарып алған Рәшит һүҙҙе ҡапыл ғына икенсегә бора ла ебәрә.
— Уҡыу-уҡытыуҙың кабинет системаһын өйрәнеү өсөн Салауат, Күмертау, Ишембай, Өфө мәктәптәренең эше менән танышыу, алдынғы йәш уҡытыусыларҙы фатир вәғәҙә итеп эшкә саҡырыу, физика, химия, туған тел, тарих, география кабинеттарын йыһазлау, пульт аша идара итеү ысулын файҙаланыу, хатта тәҙрә пәрҙәләрен автомат ярҙамында асып-ябыу механизмын уйлап табыу яҙыҡ эшме ни? Әйҙә, балалар ҡатмарлы электрон техникаға өйрәнә торһон, тигән уй менән йөрөйбөҙ. Ауыл уҡытыусылары тигәс тә, ниңә аяҡ-ҡулды тышауларға?
— Әгәр һеҙ балаларҙы ата-әсә ризалығынан тыш башҡортса уҡытыуға күсерәһегеҙ икән, вуздарға башҡорт ауылдарынан берәү ҙә уҡырға инә алмаясаҡ. Шул хаҡта уйланығыҙмы?
Рәшит ебеп ҡалғандарҙан түгел. “Бөткән баш — бөткән” тип, әсе хәҡиҡәтте ярып һала:
— Ә үҙ балаларының киләсәге өсөн янып-көйгән һәм һеҙгә минең өҫтән ялыу менән килгән бер нисә ата-әсә ул һәм ҡыҙының ниндәй телдә уҡырға теләүе хаҡында һораштымы икән? Юҡтыр, минеңсә, сөнки беҙ үткәргән анкета һорауҙарына уҡыусыларҙың 80 проценты ыңғай яуап бирҙе. Минән “милләтсе” яһарға маташыу-ҙарын да беләм. Ул һүҙҙән һис тә ҡурҡмайым, сөнки үҙ милләтен, халҡын яратмаған, туған телен ихтирам итмәгән кешенең уҡытыусы булырға ла хаҡы юҡ. Рәми Ғарипов та:
Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ! — тип ирмәк өсөн яҙмаған. Ана шул бер генә шиғыр күптәрҙе, эйе, бик күптәрҙе үҙ милләтенә ҡайтарҙы, теленә мөхәббәт уятты. Мин бында бер башҡорт теле тураһында ғына әйтмәйем. Ул мәсьәлә башҡа милли телдәргә лә ҡағылды бит, хатта “милләттәр консолидацияһы нигеҙҙәре” тигән матур һүҙ вуздарҙағы “фәнни коммунизм” дәреслегенә лә инеп китте. Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡанда университет уҡытыусыһы менән дә бәхәсләшергә тура килде. Ағайыбыҙ: “Килер бер көн, СССР-ҙа бер генә милләт, бер генә тел буласаҡ!” — тигәс, түҙмәнем, һикереп торҙом да: “Нисек кенә беҙҙе ышандырырға тырышһағыҙ ҙа, “консолидация” тигән боҙоҡ һәм зарарлы теория беҙҙең илдә тормошҡа ашмаясаҡ, илебеҙ күп милләтле һәм бер кем дә үҙ телен юғалтырға теләмәйәсәк”, — тинем. Уҡытыусы ағай һаман үҙенекен тылҡый-тылҡый, зачеткаға “өслө” билдәһен һуғып сығарҙы. Әммә икенсе уҡытыусыға имтихан биреп, уны “бишле”гә төҙәттереп алдым. Теге “консолидатор” ул хаҡта белмәй ҡалды. Юғиһә, эш ҙурға китеп, ректорға барып етер ине...
Секретарь мут ҡына йылмайҙы ла, өҫтәл тартмаһынан тағы бер ҡағыҙ тартып сығарып, Иҙрисовтың алдына һалды.
— Быныһын нисек аңлатырһың, грамотей?
— Эйе, булды ундай хәл, — тине егет, хатты уҡып сыҡҡас. — Мәктәптең физика, химия кабинеттарын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырырға тип Ишембай мәктәп-интернатынан ике уҡытыусыны саҡырғайныҡ. Бер аҙна тигәндә улар ҡала мәктәптәре кимәленә торошло кабинеттар әҙерләне. Ә беҙҙең түләргә аҡса юҡ. Коллектив менән һөйләшеп-кәңәшләшкәндән һуң, балаларҙың ярҙам фондына бүленгән аҡсаны тотондоҡ, ә күп балалы ғаиләләргә Өфөләге 1-се һәм 2-се, шулай уҡ Ишембайҙағы мәктәп-интернаттарҙың шефлығы ярҙамында алынған кейем-һалымды таратып бирҙек. Ҡалғанын да түләп бөтөрәсәкбеҙ. Бында мин бер ниндәй ҙә “финанс дисциплинаһын боҙоуҙы” күрмәйем.
Беренсе секретарь ҙа йомшарып китте буғай. Ишекле-түрле йөрөп алды ла Рәшиттең алдына килеп туҡтаны:
— Тапҡырлығың, бер тинде һумға әйләндерә алыу оҫталығың оҡшай миңә. Ҡайһы бер етәкселәр һымаҡ, ауыҙға ҡаптырғанды ғына көтөп ултырмайһың. Барыһын да үҙең эҙләп табаһың. Шулай ҙа һағыраҡ ҡылан. Эте лә, бете лә бар, тигәндәй, тураһын ярып әйтергә, бәлки, ваҡыты ла етмәгәндер. Башлаған эшеңде, артыҡ шапырынмай, башҡа мәктәптәргә лә еткерергә, таратырға кәрәк, минеңсә. Юғиһә бер-ике мәрйә ҡыҙы ултыра тип, бөтә мәктәптәрҙе урыҫ телендә уҡытыуға күсерә башланыҡ.
Йөрәк тынғылыҡ белмәйТормош үҙ ағышы менән яй ғына алға тәгәрәй башлағанда райкомдың яңы фарманы Иҙрисовтар ғаиләһен тағы ла ҡуҙғытып ебәрә. Рәшитте Новопетровское һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ҡуялар һәм бөтәһе лә яңынан башлана. Бында ла Иҙрисовтың ныҡышмаллығы һөҙөмтәһендә типовой проект буйынса яңы мәктәп һалына, интернат бинаһына төкәтмә күтәртелә, спорт залы асыла, уҡытыусыларға фатир бирелә, мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторола. Әйтеүе генә еңел, уларҙың нисек атҡарылыуы тураһында директор үҙе генә белә. Урындан урынға күсеп йөрөү ҙә бәкәлгә һуға, ялҡыта. Элегерәк “һайт” тигәнгә “тайт” итеп торған тормош иптәше Гөлниса ла арый. Етмәһә, ғаиләлә өс бала үҫеп килә. Уларҙы уҡытырға, кеше итергә кәрәк.
Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған сағында уҡ ул Фәтих ағаһының улы Фәритте, сөй буйы ла ҡалҡмаған көйөнә гармун тотоп ултырыуын, матур-матур көйҙәр уйнауын күреп, Өфөләге музыка мәктәп-интернатына (хәҙер Нариман Сабитов исемендәге) урынлаштырып киткәйне. Йылдар үткәс, Фәрит Ульяновск хәрби дирижерҙар училищеһын, артабан Мәскәү консерваторияһын тамамланы. Бөгөн Фәрит Иҙрисов — Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны авторы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры, танылған композитор.
Новопетровскоела яңы мәктәп төҙөү райондың перспективалы планында ҡаралмаған була. Шулай ҙа партия райкомының һүҙһеҙ ризалығы, “Заветы Ильича” колхозы рәйесе Йәмил Янбаевтың ярҙамы менән һалынған яңы типовой мәктәп тә йыл ярымда ҡалҡып сыға. Уҡытыусыларға ла фатирлы булыу бәхете эләгә, ә йәшерәк ғаиләле уҡытыусылар иҫке мәктәптә оя ҡора. Хәҙер Новопетровское урта мәктәбе — компьютерҙар, лингофондар менән йыһазландырылған, район кимәлендә саралар, район-ара методик кәңәшмәләр үткәреүгә ҡулайлаштырылған иң алдынғы белем усаҡтарының береһе.
Мин уға бер саҡ: “Бөгөнгө мәктәптең төп бурысы нимәнән ғибәрәт? Хәҙер бит элекке пионер, комсомол ойошмалары юҡ, уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да йәшәйеше, булмышы үҙгәрҙе. Кем уларҙы тәрбиәләргә тейеш? Ураммы?” — тип мөрәжәғәт иткәйнем.
— Фекерегеҙ менән килешә алмайым, — тип ҡаршылашты етди төҫ менән Рәшит Ғәлиулла улы. — Мәктәп бөгөн уҡыу йорто ла, киләсәк быуынды тәрбиәләү үҙәге лә булырға тейеш. 40 йыллыҡ тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: баланың донъяға ҡарашы, уның кем, нисек булып үҫере, кешеләргә мөнәсәбәте тик мәктәптә формалаша, сөнки кеше фәҡәт унда илһам, көс, аҡыл ала, тормошҡа күҙе асыла. Шуға күрә уҡыусыларҙы уларҙы яратҡан, ихтирам иткән, халыҡ араһында абруйы булған, аҡыллы, тәрән белемле кеше уҡытырға тейеш.
Уға бөгөн 80 йәш. “Кулак малайы”, “халыҡ дошманы” тип кәмһетелеп үҫһә лә, Рәшит юғалып ҡалманы, үҙен йәберләргә лә ирек ҡуйманы. Уны бер генә уй борсоно: уҡырға, кеше булырға.
Шуны ла әйтергә кәрәк: ярты быуат ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған шәхес, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәшит Ғәлиулла улы бөгөн дә ҡул ҡаушырып ҡына өйөндә ятмай. Ул — Ейәнсура башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, райондың сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе. Ошо йәмәғәт эштәренә 2006 йылда Ҡарабәрҙе ауылына арнап, шәжәрәһен асыҡлап яҙған “Тамырҙарым һиндә, тыуған ер!”, золом ҡорбандарының әсе яҙмышы тураһында “Йөрәк хәтере” (2012) тигән китаптарын да ҡушһаҡ, уның ниндәй киң ҡоласлы, ҡыйыу шәхес икәненә инанырһығыҙ.
Гөлниса еңгә менән Рәшит ағай өс балаға ғүмер бирҙе, тигәйнек. Оло улдары Рәмил, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында бүлек етәксеһе булып эшләй. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған Рафаэль — Башҡорт дәүләт медицина университетының ғәҙәттән тыш хәлдәр штабы начальнигы. Зилә иһә фармацевт-провизор булып эшләй. Өсөһө лә ғаиләле, тормоштары етеш. Ауылда йәшәүсе ата-әсәгә тағы ниндәй бәхет, байлыҡ кәрәк? Тынғыһыҙ йөрәкле Рәшит Ғәлиулла улы бөгөн дә халҡым, тыуған ерем тип, орсоҡ һымаҡ өйөрөлөп, йәмәғәт эшендә ҡайнай.
Шуныһын да билдәләп үтке килә: Рәшит Иҙрисовтың Ейәнсура яҡтарында тәүләп донъя күргән ҙур ғына күләмле “Йөрәк хәтере” йыйынтығы золом ҡорбандарына арналған һәм ул, беҙҙеңсә, Зәйнәб Биишева исемендәге премияға бик тә лайыҡ.
(Аҙағы. Башы 216-сы һанда).Ризван ХАЖИЕВ,
Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, журналист һәм яҙыусы.