Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңыһы түгел, онотолоп барған иҫкеһе
Халыҡтар берҙәмлеге көнө тамырҙары менән 1612 йылғы данлы ваҡиғаларға барып тоташа. XVII быуат башында Рәсәйгә Польша, Литва, Швеция ғәскәрҙәре баҫып инә. Был хәл илдәге граждандар һуғышы менән тап килә. Халыҡ баҫҡынсыларға ҡаршы дәррәү көрәшкә күтәрелә. Башҡорт халҡы өсөн был күтәрелеш шуныһы менән әһәмиәтле: башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң тәүге тапҡыр ил именлеген һаҡлап ошо яуҙа ҡатнашҡан — Мәскәүгә һыбайлы ике полк ебәргән.
Шулай уҡ 4 ноябрҙә Православие дине Мәрйәм ананың Ҡазан иконаһы көнөн билдәләй. 1649 йылда батша Алексей Михайловичтың указына ярашлы, Мәрйәм ананың Ҡазан иконаһы көнө дәүләт байрамы тип иғлан ителә.
Коммунистик үткәндәрҙән баш тартып, хәҙерге Рәсәй үҙ байрамдарын булдырҙы. Йәмғиәттә халыҡ йолаларын тергеҙеүгә иғтибарҙы көсәйтеү — ыңғай күренеш. Нисек кенә булмаһын, рухи ҡиммәттәргә, тарихҡа һәм данлы үткәнгә таянмайынса көслө дәүләт төҙөп булмай.
Беҙҙең республика өсөн байрамдың әһәмиәте ҙур, ул артабан да быуындар бәйләнешен нығытыуға булышлыҡ итер, тип өмөтләнәйек. Гәзит уҡыусыларыбыҙға “Байрамға ҡарата ҡарашығыҙ ниндәй һәм уны нисек билдәләйһегеҙ?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Илшат СӨЛӘЙМӘНОВ:
— 7 ноябрь тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған байрам ине. Шулай ҙа, бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағанда, Халыҡтар берҙәмлеге көнөн үткәреү кәрәгерәктер. Комсомол ойошмаһы әүҙем эшләгәндә, партия заманында халыҡ берҙәм булған, шуға ла ул быуынға Берҙәмлек көнө кәрәкмәгәндер. Хәҙер һәр кем үҙе өсөн йәшәй. Йәмғиәттә төрлө йәмәғәт ойошмалары, партиялар, секталар, аңлашылмаған эшмәкәрлек алып барған төркөмдәр барлыҡҡа килгән саҡта, яҡты киләсәккә, дуҫ булыуға өндәү ҡамасауламай, тип уйлайым.
Нур ҒАРИФУЛЛИН:
— Октябрь революцияһы ябай халыҡҡа күп мөмкинлектәр асты. Ярлылар ҡалҡынды, белем алыу мөмкинлеге тыуҙы. Шуға ла 7 ноябрҙе дәүләт байрамдары исемлегенән төшөрөп ҡалдырыуға риза түгелмен. Октябрь социалистик революцияһы көнө ваҡыт үтеү менән тарихтан юйылмаһын ине.
Нурзидә ЛАТИПОВА:
— Уйлап ҡараһаң, Рәсәй халҡы йылдың өстән бер өлөшөн тиерлек ял итеп үткәрә. Яңы йыл каникулы, Раштыуа, Ураҙа, Ҡорбан байрамы, 8 Март, 23 февраль, Еңеү көнө… Берҙәмлек көнө тип яңғырауыҡлы исем ҡушылған икән, уның исеме есеменә тап килеүе мөһим.
Гөлшат ТАРАСОВА:
— Был байрам тыуған көнөм менән тап килә. Шулай ҙа Берҙәмлек көнөн дә байрам итәсәкбеҙ, сөнки беҙ — татар милләтенән, бер кейәүем — башҡорт, икенсеһе — урыҫ, өлкән улым мари ҡыҙына өйләнде, ҡоҙағыйым — украин. Берҙәм булып йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр.
Зөлфирә ХӨСӘЙЕНОВА:
— Рәсәй тарихы йылында был байрам тураһында күберәк һөйләргә кәрәк, минеңсә. Илдең әле бер, әле икенсе төбәгендә милләт-ара низағтар тоҡанып торғанда, шөкөр, Башҡортостанда тыныс. Милләт-ара дуҫлыҡ, толерантлыҡҡа беҙҙә күптән ныҡлы нигеҙ һалынған. Был һәр кем өсөн ҡәҙерле ҡиммәттәр булырға тейеш. Элекке һымаҡ транспаранттар тотоп урамға сыҡмаһаҡ та, күңелебеҙҙә ошоға инанһаҡ, байрамдың бәҫе тағы ла арта төшөр.
Л. НУРЕТДИНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә