Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тарихыбыҙҙы үҙебеҙ яҙайыҡ
Тарихыбыҙҙы үҙебеҙ яҙайыҡБелеме буйынса — архитектор, күңел ҡушыуы буйынса — рәссам. Баш ҡала мөхитендә үҫкән егет туған телендә иркен һөйләшә, халҡыбыҙҙың тарихын, милли биҙәктәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Байтаҡ йылдар сит илдә ижад итеүенә ҡарамаҫтан, Азат Ғәлиәскәр улы Ҡужин тыуған Башҡортостаны менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә йәшәй. Поляк, инглиз, француз, итальян телдәрендә аралашыу оҫталығы күп дуҫтар, таныштар табырға ярҙам итә.
Ватан һуғышының 200 йыллығы айҡанлы, Бородино эргәһендәге һуғыш экспозицияһында ҡатнашҡандан һуң, әле Германияға башҡорт атлылары менән китергә йыйынғанын белгәс, үҙенсәлекле шәхескә ҡыҙыҡһыныуыбыҙ тағы ла көсәйҙе. Ғүмеренең байтаҡ йылын баш ҡала балаларына туған тел нескәлектәрен, әҙәбиәт хазинаһын өйрәтеүгә арнаған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы Ҡужинанан ҡыҙыҡлы, күп яҡлы шәхес, яратҡан улы хаҡында бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашыуын һораныҡ. Һүҙ – уға:

— Азат бәләкәйҙән баҫалҡы, етди малай булып үҫте. Йорт эргәһендә генә ресторан асылғас, атаһы улын шунда йөрөтөргә яратты. Бәләкәй генә малайҙың өҫтәл артында ололарса приборҙар менән ҡуллана белеүенә, матур итеп ултырыуына һоҡланып, өйгә ҡайтҡас ғорурланып һөйләр ине.
Бер мәл атаһы, ике йәш ярымлыҡ Азатты эйәртеп, Ғафури паркына алып китте. Беҙ ул ваҡытта 1-се мәктәп-интернаттың ятағында йәшәй инек. Мәктәптәге уҡытыусы ирҙәр шахмат-шашка уйнарға бик әүәҫ булды. Был юлы ла улар донъяларын онотоп уйынға мауыға. Өс сәғәт тирәһе ваҡыт үткәс, малайыбыҙ бер үҙе ятаҡҡа ҡайтып инде. Аптырап ҡалдыҡ. Бала атаһының паркта шахмат уйнауын әйтте. Урам аша нисек сыҡтың һуң, тигәс: “Ҡарана-ҡарана, ағайҙарға эйәреп сыҡтым”, — тине. Аллаһы Тәғәлә үҙе һаҡлағандыр улымды.
Хәтерҙә: шул ҡышта улымды Ғафури паркы эргәһендәге шифаханаға урынлаштырҙым. “Тапочкамды алайыҡ та, әйҙә, ҡайтайыҡ”, — тип илап ҡалыр ине. Ә мин уны йәлләп юл буйы балауыҙ һығам. Бер ауыҙ һүҙ урыҫса белмәгән бала ни эшләһен? Тәҙрә боҙона ла, ҡағыҙға ла һүрәт яһарға тотона. Мәғәнәле, матур ғына рәсемдәр менән ҡайтты улыбыҙ өйгә. Һүрәт төшөрөүгә әүәҫлеге шунан башланды, ахыры. Урыҫса ла оҫта һөйләй, тик үҙ телен генә онота төшкән. Зирәклеге, отҡорлоғо аҙаҡ күп телдәрҙе өйрәнергә ярҙам итте.
Архитекторҙар факультетын тамамлап, һөнәре буйынса эшләп ҡараһа ла, рәсем төшөрөү күңелен нығыраҡ тартты, күрәһең. Өфөләге 20-се мәктәптә индеецтар тарихы менән ныҡ ҡыҙыҡһынған уҡытыусы Кәрим Хыял улы түңәрәк ойошторғайны. Китаптары етешмәгәс, балаларҙан өлөшләп-өлөшләп күсертеп, әсбаптар яһатып алды, шул ыңғайҙан һүрәттәрен дә төшөртә ине. Ошо балалыҡ мауығыуы архитектор Азаттың бик күп тираж менән донъя күргән “Төньяҡ Америка индеецтары” тигән китабында сағылды. Аралашыу даирәһе киңәйгәс, китабының Америка китапханаһында һаҡланыуын ишетеп белдек.
Польшала Азаттың һәләтен тиҙ танынылар. I—VIII кластар өсөн математиканы уҡытыуҙың дөйөм программаһын график яҡтан эшләне. 1999 йылда унда ла мәктәп реформаһы башланғас, дәреслектәр сығарыусы бер нисә нәшриәт менән хеҙмәттәшлек итте. Поляк әҙәбиәте дәреслеген, “Математика һәм компьютер” дәреслектәре серияһын, гимназиялар өсөн “Әҙәби-мәҙәни тәрбиә” дәреслеген график яҡтан биҙәп, иллюстрациялар яһаны. Нобель премияһы лауреаты Генрих Сенкевичтың һигеҙ томдан торған трилогияһын биҙәү иң ҙур һәм ҡатмарлы эштәренең береһе булды. “Огнем и мечом”, “Потоп”, “Пан Волдыевский” тигән өлөштәрҙән торған әҫәргә иллюстрациялар яһау өсөн Варшавалағы Ҡораллы Көстәр музейына дүрт тапҡыр барып ҡайта. Эшенә талапсанлығы, яуаплылығы арҡаһында билдәлелек һәм хөрмәт ҡаҙана ул Польшала.
Ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ кеүек сифаттары уға үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға мөмкинлек бирә. Мультипликация студияһында ижад иткән эштәре Германия, Италия, Франция, Канада илдәренә барып етә.
Өфөгә ҡунаҡҡа ҡайтҡан осорҙа ла ҙур-ҙур эштәр башҡарып өлгөрә ул. Балалар өсөн китаптарға иллюстрациялар яһай. Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары”н, танылған шәхесебеҙ Мәғәфүр Хисмәтуллин тураһындағы альбом-китаптарҙы биҙәне. Үҙе уҡыған 20-се башҡорт гимназияһына бағышланған “Милли рухиәт үҙәге” тигән китабын биҙәүгә лә ҙур өлөш индерҙе.
Күҙ — ҡурҡаҡ, ҡул — батыр, ти халыҡ мәҡәле. Эштән ҡурҡмай Азат, күп уҡый, белемен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй. Ошо ҡайтыуында ла улым әллә ни хәтле эш башҡарырға өлгөрҙө. Балалар өсөн “Любезники-Любизар” тигән бик матур китап сығарҙы. Мәскәүҙә Башҡортостан көндәрен үткәргән осорҙа уны бүләккә баш ҡала башҡорттарына, ҡыҙыҡһыныусыларға таратҡандар.
Әле “Китап” нәшриәтендә “Төньяҡ амурҙары” тигән альбомы әҙерләнә. Алла бирһә, уның ижад емештәрен киләсәктә лә күрергә яҙһын.
Сал тарих биттәре ваҡыт үткән һайын ҡыҙығыраҡ, серлерәк, ғәжәберәк була бара. Йәштәр үткәнебеҙҙе тәрәнерәк аңларға, баһаларға өйрәнһен ине, тип теләйем. Үҙ тарихыбыҙҙы үҙебеҙ яҙмаһаҡ, уны беҙҙең өсөн башҡалар эшләр.
Гөлкәй ҠУЖИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә