Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милли ғорурлығыбыҙ
Бөгөн — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөлөүгә 70 йыл

Милли ғорурлығыбыҙБыл легендар шәхес — милләтебеҙ, республикабыҙ ғорурлығы. Бөйөк Ватан һуғышы яландарында дошмандың ниндәй генә көслө ғәскәре менән осрашырға тура килмәһен, уның яугирҙәре артҡа сигенмәгән, еңелеү белмәгән. Яҡташыбыҙҙы тыуған Башҡортостанында ғына түгел, атлылар яу ҡайтарған Тула, Курск, Воронеж, Волгоград (элекке Сталинград), Ростов яҡтарында, Украинаның Луганск (элекке Ворошиловград), Донецк (элекке Сталино) өлкәләрендә лә онотмайҙар. Батыр һәләк булған Петровское ҡалаһында уның исемендәге мемориаль комплекста һәйкәл ҡуйылған, майҙандан нур алып һуҙылып киткән урам уның исеме менән атала. Чернухино ауылында ла Шайморатов урамы бар.

* * *

Өфөгә полковник Шайморатов 1941 йылдың 25 декабрендә ҡайтып төшә. Был ваҡытҡа һуғышҡа ярарҙай ир-егеттәр фронтҡа китеп бөткән була. 112-се һәм 113-сө атлылар дивизияһын бронь буйынса ҡалдырылған кешеләр иҫәбенә тулыландырырға тура килә.
Шайморатов ауыл мәктәбендә өс-дүрт ай ғына уҡый алған, ҡалғанын — үҙ алдына. Командир курстарын, Фрунзе исемендәге хәрби академияны “бик яҡшы”ға тамамлаған. Төркиәлә булған, Ҡытайҙың Син-Цзян (Уйғырҙар иле) провинцияһында мөһим разведка заданиеларын үтәгән һәм хәрби академияла уҡытҡан. Европа телдәрен генә түгел, көнсығыш халыҡтары телдәрен дә ярайһы үҙләштергән белгесте Сталин үҙе күҙ уңында тотҡан тигән фараз йәшәп килә. Юҡҡа ғына түгелдер, репрессия йылдарында башҡалар менән бергә башҡорт кадрҙарын да тамырынан ҡыйратҡанда, Шайморатовты Ҡытайҙан саҡыртып, полковник званиеһы (подполковник аша һикертеп) биреү, өҫтәүенә, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләү күп нәмә тураһында һөйләй.
Дивизия штабы бөгөнгө Дим районы үҙәгендәге 1 Май исемендәге клубта була. Полктар тирә-яҡ ауылдарҙа, урын етмәгәндәре землянкаларҙа урынлаша. Аттарға һарай етмәгән осраҡта, боҙҙан ҡыуыш яһап, өҫтән арата менән ҡаплап урын әҙерләйҙәр. Һуғышҡа китергә һанаулы көндәр ҡалып бара. Дивизия әлегә үҙ еребеҙҙә — Башҡортостанда. Осрашып, күрешеп ҡалайыҡ тип йән атып тороусылар күп. Махсус йорттар тәғәйенләнһә лә, килеүселәр өсөн урын етмәй.
Дивизия командиры һуғыш алымдарын өйрәтеү, тәртип булдырыу, ат ҡарау һәм башҡа мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Һис ниндәй йомшаҡлыҡҡа юл ҡуймай. “Дошманды еңеү еңел бирелмәй, һуғыш алымдарын тейешенсә өйрәнегеҙ,” — тип талап итеп тора. Әлегә ысын ҡоралы ла юҡ, өлгөләре булһа ла, һәр полкта берәр-икешәр генә. Кәрәк хәтлеһен һалдаттар ағастан юнып, үҙҙәре эшләп алған. Һөжүмгә ағас мылтыҡтан “ата-ата” баралар.
Өфөлә йәшәүенә нисә аҙна, ә ауылын күргәне юҡ. Йөрәк әрнемәй тиһеңме? Егерме йылдан ашыу ҡайтҡаны булманы бит. Ә Арыҫлан, Биштәкә ауылдары (Ҡырмыҫҡалы районы) ҡул һуҙымында ғына. Димдән тура сапҡанда ҡырҡ-илле саҡрым самаһы. Ҡара төнгә ҡарай юлға сыҡтылар. Махсус задание алған разведчиктар юл күрһәтә бара. Ярты төн уҙған булғандыр, Арыҫланға еткәндә, өйҙәрҙә уттар һүнеп бөткәйне.
Йә, Хоҙай, ошомо уның бала саҡ төйәге! Һаумы, ауылҡайым, һаумыһығыҙ, өйҙәр, ауылдаштарым?! Һеҙ һаман тәпәш, һаман һалам “бүрекле” икән. Шәмдәрегеҙ ҙә һүнеп бөткән. Урамда сәләм биргән әҙәм заты юҡ. Ана, эт тауыштары ғына...
Ниһайәт, бына йәне-тәне менән ынтылып хыялында йөрөткән ябай ауыл өйө. Һеңлеһе Ғәлимә йәшәгән йорт. Йөрәк атылып сығырҙай тибә, ләкин был өйҙә лә ҡараңғылыҡ. Кем белә лә кем көтә ғүмере сит-ятта йөрөгән ғәзиз туғанды?
Ғәлимә өйҙә юҡ икән. Апаһы Камила сирләгән, шунда юл алған. Ҡыҙҙары ғына. Ишек астырыу ситен булды. Өйгә инеү менән колхоз рәйесе Сафинды саҡыртты. Уның менән нимәлер һөйләште лә Биштәкәгә, Камила янына йүнәлде. Унан ҡайтышлай балаларға мул күстәнәс өләште. Ауылда булды, ләкин төн ҡараңғыһында нимә күрһен — таңға табан Димгә ҡайтып еттеләр.

* * *

Фронтҡа китәһе иртәлә Шайморатов һыбайлы көйө дуҫы Мәхмүт йәшәгән ергә – Ленин урамындағы “Башҡортостан” ҡунаҡханаһына ҡаршы урынлашҡан бер ҡатлы йорт янына килә. Ҡашҡа ҡара айғыр ажғырып тора. Ул да афәткә юл башланасағын һиҙәлер, күрәһең. Дуҫтары уны оҙата сыға, Миңлеғәле эйәрҙән төшмәй. “Хушығыҙ!” була һуңғы һүҙе һәм Ленин урамы буйлап күҙҙән юғала.
Тыуған төйәген, ауылдаштарын күреү, аралашыу хыялының тормошҡа ашмауы йөрәген өтөп-өтөп ала, ләкин яҙмыштан уҙмыш юҡ.
Ун бер йәшендә саҡта әсәһе сирләп вафат була, атаһы — ситтә. Кескәй малай үҙ ризығын эшләп табырға мәжбүр була. Кемдер байға рәнйеш һаҡлағанда, Миңлеғәле уға рәхмәтле. Ғилметдин уны “ат телен” аңларға өйрәтә. Буйға үҫеп, күҙгә күренә башлағас, иң етеҙ арғымаҡҡа атландырып, һабантуйға сығара башлай. Бер күреүҙә хәтергә һалып, бер ишетеүҙә күңелгә алыу һәләте һирәктәргә бирелә.
Өфөлә эшләгән йылдарында урыҫ сауҙагәренең малайҙары китап белемен аңлай алмай интеккәндә, Миңлеғәле ярҙамға килә. Үҙе уҡымаған тиерлек, йәше буйынса ла өлкән түгел. Мәктәптә лә малайҙарҙы оҙата барғанда һәм ҡаршы алғанда ғына була. Ә тегеләргә өйгә эштәрен әҙерләргә ярҙам итеп тора. Тәбиғи отҡорлоғо уға белем ишектәрен үҙенән-үҙе аса.
“Якимов” пароходлығында эшләп, бер аҙ быуынға ултырғас, ауыл үҫмерҙәре алдында уның абруйы бермә-бер арта: берҙән, кейеме ҡаласа, икенсенән, һөйләшеү рәүеше, үҙен иркен тотоуы, ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс хәлдәр тураһында күп белеүе мауыҡтыра. Унан китә фокус күрһәтеү, гармун моңдарын таратыу, физик күнекмәләр өйрәтеү. Ҡала егете ике аяғын күккә сөйөп, ҡулдарында ғына урам буйлап ярты сәғәттәй йөрөгәндә хатта өлкәндәр аптырап ҡала.
Бер йәйҙә Миңлеғәле ураҡҡа тотона. Үҙ ере юҡлығы күп өҫтөнлөктән мәхрүм иткән бит уны. Байға түгел, ярлыға ярҙамлаша. Танһыҡҡа көс түгә, тамаҡ хаҡына түгел. Егетлек тантана итһен өсөн. Хәҙер ул үҙаллы эшсе, үҙ тамағын үҙе туйҙыра. Кәрәк булһа, башҡаны ла туйҙыра ала. Һәләтле булғас, ҡайҙа ла өҫтөн сыға ала.
Миңлеғәлегә бала сағынан “ат ене ҡағылған”, тиҙәр. Халыҡ телендә яратып әйтелгән был һүҙҙе ул аяғында атлап китеп, ат ялына сат йәбешеп сапҡан мәленән аҡлай килә. Етем ҡалып, үҙ көнөн үҙе күрергә тейешлеген аңлағанда, Ғилметдин бай уны эшкә ала. Малайға мәктәпкә төшөр мәл дә бит, ләкин уның башҡа сараһы юҡ. Буйы етмәһә лә, эшкә ҡыйыу тотона. Тора-бара аттарҙы ҡунаға алып барыуҙан да баш тартмай. Һабантуйҙарҙа еңеп сығыу күңелен үҫтереп ебәрә. Бүләк алыу, кешеләрҙең йылмайып ҡарауы үҙе бәхет түгелме ни!? Ул ғынамы: байҙың бер танышы шәп тай килтергән. Имеш, ал бирмәй.
(Аҙағы бар).
Фәрит ВАХИТОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр 02.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 1

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә 02.04.2026 // Йәмғиәт

Шаран районы Шаран ауылында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен ......

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды 02.04.2026 // Йәмғиәт

Ул 35-се белем биреү үҙәгендә урынлашҡан (Ғафури урамы, 7)....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 02.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе 02.04.2026 // Йәмғиәт

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә әлегә фатирҙарға йылы биреү туҡтатылмай

Өфөлә әлегә фатирҙарға йылы биреү туҡтатылмай 01.04.2026 // Йәмғиәт

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе аҙнала һалҡынайта....

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте ҡараны

Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте ҡараны 01.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 1 апрелдә, Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ......

Тотош уҡырға 1

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә самокатта йөрөү сикләнгән йәки тыйылған урамдар билдәләнде

Өфөлә самокатта йөрөү сикләнгән йәки тыйылған урамдар билдәләнде 01.04.2026 // Йәмғиәт

1 апрелдән Өфөлә рәсми рәүештә электр самокаттары миҙгеле башланды, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте 01.04.2026 // Йәмғиәт

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә