Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Аҡланған өмөтУл автобустан төштө лә бейек йорттар араһында тәпәшәк кенә күренгән ике ҡатлы бинаға ҡарай йүнәлде... Аҙымдары ныҡ, төҫ-ҡиәфәтендә лә үҙен ошо тирәнең хужаһы итеп тойоу һыҙаттары сағыла. Шулай булмай һуң, уға бит бындағы йорттар ғына түгел, йәшәгән кешеләр ҙә яҡшы таныш.
Нисәнсе тапҡыр үтә икән ул ошо йыраҡ булмаған араны? Әммә, ҡасан ғына килмәһен, уны әлегә ике ҡатлы йортта ниндәйҙер яңылыҡ көтә һымаҡ.

Кем тураһында шулай мауығып китеп яҙаһың әле, тиһегеҙме? Зифа — минең геройым. Тулыраҡ итеп әйтһәк, Зифа Әнүәр ҡыҙы Әһлиуллина.
Йорттар идаралығының контораһы алдында байтаҡ кеше өймәкләшкән. Иртәнге оперативка башланыуын көтөп, гәп һаталар. Зифа улар эргәһенә еткәс, үҙен ғаиләһенә килеп ҡушылғандай тоя, күңеленә ниндәйҙер рәхәтлек йүгерә. Бындай тойғо үҙ коллективына ныҡ эҫенгән кешелә генә булалыр, моғайын.
Бына сәғәт туғыҙҙы һуға һәм кешеләр дәррәү генә оперативка үтәсәк залға табан ыңғайлай. Хәҙер уларҙың һәр ҡайһыһына бөгөнгә тәғәйен бурыс ҡуйыласаҡ. Әлбиттә, һәр кем үҙе башҡарасаҡ эште тәғәйен белә. Тик төн үткәнсе идаралыҡ хеҙмәтләндергән туҡһан ике йортта, тиҫтәләрсә километрға һуҙылған һыу үткәргестәрҙә көтөлмәгән хәлдәр булыуы ла ихтимал бит әле. Әлбиттә, кешеләрҙән әллә ни хәтлем заявкалар килгәндер: береһенең һыу краны ватылған, икенсеһенең ваннаһы тығылған, электр, газ буйынса ла ялыуҙар етерлек.
Бына залға һигеҙенсе йорт идаралығының директоры Сергей Владимирович Яковлев килеп инә. Өҫтәл артына ултырып, алдындағы ҡағыҙҙарға күҙ һала ла, һүҙҙе ниҙән башларға белмәгәндәй, бер аҙға тынып ҡала. Ошо мәлдә уның башынан ниндәй уйҙар үткәнен белһәң ине. Хәйер, улар бер ни ҡәҙәр билдәле лә: слесарь исеменә килгән заявкаларҙы бүлеп тораһы юҡ, әлеге көндә ете слесарь урынына берәү генә эшләп йөрөй.
Слесарь килеүен һораған ғаризалар күп, шуларҙың ҡайһыһына алданыраҡ ебәрергә әлеге берҙән-бер слесарҙы? Бөтәһе лә уның тиҙерәк килеүен талап итә. Хет бишкә ярыл! Тәү ҡарашҡа бик ябай мәсьәлә лә ана шундай ауыр йомаҡҡа әйләнә. Ихаталарҙы, күп ҡатлы өйҙәрҙең подъездарын (ә улар биҫтәлә утыҙ ике) йыйыштырыусылар егерме бишләп булырға тейеш тә... әле ете кеше эшләп йөрөй. Сергей Яковлевтың 37 йыл ғүмеренең 16-һы бына ошо тынғыһыҙ коммуналь хужалыҡ тармағына арналған, Йорт идаралығында ғына ла туғыҙынсы йыл эшләй. (Шуны ла әйтеп үтеү кәрәктер: ул килгәнгә тиклем бында һигеҙ йыл эсендә биш директор алмашынған.) Бына әле ҡаршыһында ултырған һәр хеҙмәткәрҙе, уларҙың эшкә мөнәсәбәтен яҡшы белә. Ә бына киҫә генә һөйләшеп, бойороҡ биреү рәүешендә эш ҡушырға баҙнат итмәй ултыра. Шулай итмәй, башҡа урында арыуыраҡ эш тапмай, аптырағандың көнөнән ошонда килеп морон төрткән, 6–8 мең һум эш хаҡына күнеп эшләп йөрөгән кешеләр менән дорфа һөйләшеү мөмкинме ни?
...Оперативка дауам итһен, ә беҙ үҙебеҙҙең төп персонажға, булған тиклеменә күнеп, һыпырылып эшләп йөрөгән Зифабыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ. Идаралыҡ директоры Сергей Яковлев, беҙҙә эшләүселәрҙең 95 проценты ауылдан килгән, ти. Зифа Әһлиуллина ла — ана шуларҙың береһе. Әммә бында бүтән һөнәре юҡлыҡтан килмәгән, ул — махсус белемле бухгалтер. “Востокнефтепроводмонтаж” тресында ошо һөнәре буйынса эшләп йөрөгәнендә фатир алыу өмөтө менән килә ул йорттар идаралығына. Әүәлерәк торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эшләүселәргә ваҡытлыса йәшәү урыны бирәләр, әгәр ошонда өҙлөкһөҙ ун йыл эшләһә, фатир кешегә бөтөнләйгә тороп ҡала ине. (Яковлевтың әйтеүе буйынса, хәҙер йорттар идаралығында эшләүселәргә һис ниндәй торлаҡ бирелмәй, эшсе кадрҙар етешмәүҙең төп сәбәбе лә ошонда.) Зифа ла ошо маҡсат менән баш баҫып эшләне лә эшләне.
...Әле бына коммуналь хужалыҡта эшләүселәр тураһында яҙып ултырам, һәм ирекһеҙҙән күп йылдар элек булған хәлдәр иҫкә төшә. Ҡала ерендә тороусыларға көнкүреш шарттары тыуҙырыуға Рәсәйҙә әүәл-әүәлдән рәтле ҡараш булманы. Мәҫәлән, бынан 50 — 60 йыл элек булған ҡайһы бер күренештәр.
Фрунзе урамындағы 58-се һанлы өс йорттоң (уларҙың бөтәһенә бер дөйөм ихата) берәүһенең өҫтөнә эшләнгән мансарда. Бәләкәй генә ике бүлмәнән торған, баҫһаң, түбә таҡтаһына баш тейә яҙған был фатирға 1953 йылдың 2 ноябрендә Абдулхаҡ Игебаевтың ғаиләһен күсерҙек. Күсерҙек тип инде, уның бығаса торған Сталин урамындағы ике кеше инһәң боролоп булмаҫтай, яртылаш ергә һеңгән фатирынан кәрәк-яраҡты күтәреп алдыҡ та (машина, уға тейәрҙәй әйбер ҙә юҡ ине) әлеге лә баяғы Фрунзе урамына йүнәлдек. Мәскәүҙә уҡып йөрөгән еренән ҡайтып төшкән Әкрәм Бейешев тә ҡатнашҡайны был шатлыҡлы сарала.
Бына ошо сарҙаҡҡа ҡоролған фатир ғәләмәт ҡотло булды: был йылы ояла ике халыҡ шағиры, бер халыҡ яҙыусыһы ҡанаттарын нығытты. 1957 йылда Игебаевтар, һәйбәт фатир алып, Ульяновтар урамына күсенгәс, бында Рәми Ғарипов һыйыныр урын тапты. Ләкин ул бында торманы, 1959 йылдың июлендә үҙенең тыуған яғына китеп барҙы, һәм Яҙыусылар союзы был фатир йоратын миңә бирҙе. Ошонан аҙаҡ күрҙем дә инде мин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының кешеләрҙе нисегерәк “хеҙмәтләндереүен”.
Беҙҙең ихатала бер ике ҡатлы, ике бер ҡатлы ағас йорттар урынлашҡайны. Ишек алдарын таҙартыу тулыһынса ошонда йәшәүселәр өҫтөндә. Ҡыш көнө иһә бурандарҙан һуң ике ҡатлы йортта йәшәгән “дядя Федя”, ҡар баҫҡан тротуарҙы таяҡлап үлсәп, һәр фатирға бүлеп бирә, һәм беҙ таң һарыһынан тороп, эшкә киткәнгә тиклем тротуарҙы көрәп таҙартабыҙ.
Һыу — урамдағы колонкала, ҡасан, күпме теләйһең — ағыҙ. Өйҙө яғып йылытыу өсөн утын йыл буйы етерлек итеп әҙерләп һарайға тултырылған. Ҡайһылай рәхәт булған: хәҙерге кеүек, һыуға, өйҙө йылытыу өсөн хаҡ арта тип борсолоу юҡ, газ тигән нәмә үткәрелмәгән. Электр өсөн түләү ҙә ул саҡта бик бәләкәй ине. Күрәһең, әкренләп ана шулай коммунизмға яҡынлағанбыҙ...
Ун дүрт йәшендә әсәйһеҙ ҡалған Зифаны ла үҙе күрмәгән-белмәгән матур тормошҡа барып юлығыу өмөтө Инйәр буйындағы Тәүәкәс ауылынан алып сығып киткәндер, бәлки. Ана шул өмөтөнә өлгәшеү өсөн, ниндәй генә тормош баҫҡыстарын үтмәне ул. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа, унан Салауат педучилищеһына уҡырға инеү, кирбес заводында, һығылмалы валдар заводында эшләү...
Уның 8-се йорттар идаралығына нисек килеп юлығыуын әйткәйнек инде. Бына хәҙер 16 йыл ғүмере туранан-тура халыҡты хеҙмәтләндереүсе, әммә һис тә халыҡ ихтирамын яулай алмаған, күберәк әрләнгән, тәнҡитләнгән ойошмаға бәйле. Ә ни өсөн һуң кешеләр тормошона иң яҡын ойошма ғүмер-баҡый йәлсей алмай, ҡәһәрләп, яманлап ҡына телгә алына? Хәҙер ана матбуғатта, телевидениела ЖКХ-ны барлыҡ гонаһтарҙа ғәйепләү ғәҙәткә әйләнеп китте. Йәнәһе, ошо системала эшләүселәр урлаша, мутлаша, үҙ мәнфәғәттәрен беренсе урынға ҡуя. Ошо хәлде белә тороп, ниңә быға сик ҡуйылмай? Был хилафлыҡта тир түгеп эшләүсе ябай эшселәр ғәйепле түгел, әлбиттә. Ә ниңә һуң халыҡтан фатир өсөн йылдан-йылға күберәк итеп (уны арттыра барыу Рәсәй Хөкүмәте тарафынан бер нисә йылға алдан планлаштырылған) йыйылған аҡсаның тик 11 проценты ғына, барлыҡ сығымдарҙы ҡаплатыу өсөн, йорттар идаралығына кире ҡайтарыла? Хөкүмәт был ысулды еңел табышҡа әйләндерҙе түгелме? Ниңә халыҡтан йыйылған аҡсаның, исмаһам, 20 процентын йорт идаралыҡтарына бирмәҫкә? Шулай иткәндә, ошонда тир түгеүселәрҙең эш хаҡын күтәреүгә мөмкинлек тыуыр, үҙ сиратында был халыҡты яҡшыраҡ хеҙмәтләндереүгә килтерер ине.
Ниңә коммуналь хужалыҡтағы төп етешһеҙлек уға ҡарата дөрөҫ булмаған финанс сәйәсәте үткәрелеүҙә икәнен аңларға теләмәйҙәр? Халыҡтан йыйып алынған аҡсаның күп өлөшө оңҡоттарҙың төпһөҙ кеҫәһенә төшә икән, ЖКХ-ны тәнҡитләүҙән ни файҙа? Бындай мәғәнәһеҙ әүҙемлектең һөҙөмтәһе шул: хәҙер коммуналь хужалыҡ ойошмалары, беренсе сиратта йорттар идаралығы халыҡтың хас дошманына әүерелде. Һуңғы сиктә үҙебеҙгә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәткән ябай эшселәр ғәйепле булып сыҡты. Иҫ китмәле ғәҙелһеҙлек бит был!
Зифа Әһлиуллина ла бына ошо ҡатмарлы донъяла йәшәй. Ғәжәп яҡты күңелле ҡатын тирә-яғындағы күңелһеҙ күренештәргә артыҡ иғтибар итмәҫкә, үҙ эшен еренә еткереп үтәргә тырыша. Уға 16 һәм 17 ҡатлы йорттарҙы ҡарау йөкмәтелгән. Ишек алдын, лифт майҙансыҡтарын, этаждар араһындағы күтәрмәләрҙе һепереп, йыуып таҙа тотоу кәрәк. Күп кенә ваҡыт талап иткән ғәжәп ауыр эш был. Ә уға барлыҡ эше өсөн ете мең генә түләйҙәр. Кеше хеҙмәтенән көлөү бит был! Әммә Зифа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, кешеләргә күберәк яҡшылыҡ эшләргә, матурлыҡ бүләк итергә тырыша. Беҙҙең өй эргәһенә килегеҙ — яҙҙан алып көҙгә тиклем төрлө сәскәгә күмелеп ултырғаныбыҙҙы күрерһегеҙ. Был — Зифаның сәскәләре, уларҙы ултыртып, ҡарап үҫтереүҙе уға бер кем дә көсләп ҡушмаған. Хатта яҙ көнө сәскә үҫентеләре алыу өсөн бухгалтериянан аҡсаны исем өсөн генә биргәндәр. Үҫентеләрҙе үҙ аҡсама ла, ошо тирәлә йәшәүсе баҡсасыларҙан һоранып та алдым, ти Зифа.
Ул эш көнө башланған һайын иң тәүҙә сәскәләре эргәһенә килә, уларҙың донъя йәмләп ултырыуына ҡыуана. Уның гөлдәре хатта ҡоролоҡло 2010 йылда ла, ваҡытында һыу һибеп торғас, эҫегә бирешмәй, гөлт итеп ултырҙы. Ана шул сәскәләргә ҡарап, минең күршеләр: “Был бит беҙҙең Зифаның матур гөлдәре”, — тиҙәр. Уның тырыш хеҙмәтен етәкселәр ҙә күрә һәм тейешле баһа бирергә тырыша. Әллә күпме Маҡтау грамотаһы, профсоюздарҙың йөҙ йыллығы айҡанлы бирелгән миҙал шул турала һөйләй.
Еңел булмаған ҡатмарлы тормошта ла матурлыҡҡа ынтылып йәшәү ниндәй шәп. Алыҫ Тәүәкәс ауылынан сығып киткән саҡтағы өмөттәренең аҡланыуы ошо түгелме икән?
Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872