Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илле йылдан ил яңырыр
1962 йылдың көҙөндә халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә икенсе донъя һуғышынан һуң тәүге мәртәбә иң хәүефле көрсөк хасил булды. Тарихҡа Кариб көрсөгө исеме менән инеп ҡалған ваҡиғаның хәтәрлеге шул тиклем ине, ул күп кенә дәүләт эшмәкәрен халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә бүтәнсәрәк ҡарарға, иҫкергән ҡағиҙәләрҙән баш тартырға, яңы ысынбарлыҡ шарттарын иҫәпкә алып фекер йөрөтөргә мәжбүр итте.

“1962 йылдың октябрендәге, Ҡушма Штаттар менән Советтар Союзы йәҙрә упҡыны ситендә генә туҡтай алған ун өс көнгә оҡшаш бүтән мәлдәрҙе, тарих белмәй. Күп ғүмерҙәрҙең көтмәгәндә өҙөлөү ихтималы юғары булған саҡ уғаса күрелмәгәйне. Әгәр һуғыш ҡуба ҡалһа, был 100 миллион американдың.., шулай уҡ миллиондарса европалының һәләк булыуын аңлатыр ине”, — тип яҙғайны америка профессоры Г. Аллисон.
Кариб көрсөгөнөң килеп сығыу сәбәптәре нимәлә ине һуң? Юғарыла хәтергә алған йылдың көҙөндә донъя болалы һәм ҡатмарлы булды. Ә унан бер йылға ғына алдағы ваҡиғаларға күҙ һалһаҡ, СССР менән АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы ни сәбәптәр арҡаһында донъяны һуғыш сигенә еткереүен аңларбыҙ. 60-сы йылдар башына Германия Федератив Республикаһында икенсе донъя һуғышы йомғаҡтарын танырға теләмәгән һәм реваншҡа саҡырған көстәр әүҙемләште. Көнбайыш Германия матбуғатында ГДР-ға ҡорал менән баҫып инеү ниәттәре асыҡтан-асыҡ әйтелде. Көнбайыш Берлинда ғына ГДР-ҙың иҡтисадын ҡаҡшатыуға, уға шпиондар һәм диверсанттар ебәреүгә йүнәлтелгән 80-дән ашыу үҙәк эшләне. Һәм ошо хәлдә ГДР хөкүмәте Берлин аша таш ҡойма үткәрергә ҡарар итте һәм 1961 йылдың авгусы уртаһында уны бойомға ашырып та ҡуйҙы. Мөстәҡил дәүләттең законлы ғәмәле АҠШ-ты тамам ярһытты, һәм президент Джон Кеннеди етәкселегендәге хөкүмәт Германия Демократик Республикаһының эске эштәренә тығылырға йөрьәт итте.
АҠШ һәм Англия Көнбайыш Берлинға өҫтәмә ғәскәр йүнәлтте. Шуныһы: һалдаттар ултырған йөк автомашиналары ГДР биләмәһе аша юлдан китә. Советтар Союзы ла яуапһыҙ ҡалмай — америка танктары Берлин аша үткән сиккә килеп етеүгә, ҡаршы яҡта торған ГДР һәм Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң танктарын күрә. Артабан да Америка Ҡушма Штаттары менән Советтар Союзының халыҡ-ара майҙанда яһаған аҙымдары мажаралы, авантюристик романды ла хәтерләтә, кешелектең яҙмышын ҡыл өҫтөндә ҡалдырыу өсөн бер нисә генә кешенең ихтыяры ла етеүен күрһәтә. Бары шуны өҫтәү кәрәктер: донъя атом һуғышынан бер аҙымда торғанда, унан артҡа сигенеү кәрәклеген ҡыҙыу ҡанлы Никита Хрущевтан алда АҠШ президенты, прагматик фекерле Кеннеди, алдараҡ аңлай. СССР менән килешеп йәшәү мөмкинлеген ихтыяри рәүештә бойомға ашырыуы 1963 йылдың 22 ноябрендә 45 йәшлек президенттың һәләк булыуына килтерә лә инде. Бөйөк ике дәүләттең имен, үҙ-ара килешеп йәшәүе менән риза булмаған сәйәси һәм олигархик көстәр АҠШ-та һәр даим өҫтөнлөктә ҡала килә.
Хәҙер тағы Кариб көрсөгөнә әйләнеп ҡайтайыҡ.
Байтаҡ көрәшкәндән һуң 1959 йылда Кубала власть Фидель Кастро етәкселегендәге баш күтәреүселәр ҡулына күсте. Хрущевҡа был “һаҡалтай” оҡшай. Кисәге партизан да ул шарттарҙа коммунист булып күренеүҙең отошло яғын тиҙ үк шәйләп ала. СССР-ға иһә Американың танау аҫтында үҙенә союздаш режим булдырыу уңайлы. Кубаға һәр төрлө ярҙам йылға булып аға. Беҙ ҙә, комсомол значогы таҡҡан йәш-елкенсәк, утыҙынсы йылдарҙағы Испания ваҡиғаларын хәтергә төшөрөп, “No pasaran!” тип һөрән һала башланыҡ. Аҙағыраҡ был һөрәнгә Фидель ауыҙынан сыҡҡан “Рatzia oz muэzte!” (“Ватан йәки үлем!”) тигән ультрапатриотик лозунг ҡушылды. Шул ваҡытта АҠШ үҙенең Флорида штатынан 90 миль (164 км самаһы) алыҫлыҡта коммунистик дәүләттең нығыныуына һис тә риза булманы һәм уны бөтөрөү өсөн һәр төрлө сара күрҙе. Ул ғына ла түгел, Көнбайыш ярымшарҙы үҙ биләмәһе тип иҫәпләгән АҠШ Советтар Союзының Кубаға ярҙамын үҙен кәмһетеү рәүешендә ҡабул итте. 1961 йылдың 17 апрелендә мең ярым кешелек ялланмыштар отряды, “һаҡалтайҙар” власын юҡ итеү ниәте менән Кочинос (Сусҡалар) ҡултығында Куба ярҙарына аяҡ баҫты. Әммә баҫҡынсыларҙы законлы хөкүмәттең совет танктары, пушкалары, автоматтары менән ҡоралланған ғәскәрҙәре ҡаршы алды һәм түшәп тә һалды.
Куба тирәләй хәл ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Бында “кем-кемде” тигән урынһыҙ принцип өҫтөнлөк алғандыр инде. 1962 йылдың йәйендә СССР утрауҙа АҠШ-тың иң ҙур ҡалаларына тоҫҡалған ракеталарын урынлаштырҙы. Әйткәндәй, ошонан бер нисә йыл алда Америка ракеталарының Төркиәлә урынлаштырылыуын иҫтә тотҡанда, Советтар Союзы етәкселәренең яуап аҙымы ғәҙел һымаҡ. Ләкин Америка конгресы ла, президент та был ғәҙеллекте танырға теләмәне, бәлки идеологик ҡапма-ҡаршы тороуҙы ҡораллы бәрелешкә яҡынайтырға тырышты. Бер үк ваҡытта Америка йәмәғәтселегендә тамырланған антикоммунизм менән совет кешеләренең аңына һеңдерелгән антиимпериализм ошо сетерекле мәлдәрҙә ике яҡты ла риза итерлек юлдар табыуға ҡамасаулай.
Кубаға ҡаршы пропаганданың самаһыҙ көсәйеүе һәм АҠШ-тағы хәрби әҙерлектәр айҡанлы Совет хөкүмәте Кеннеди хөкүмәтенә “аҡылды юймаҫҡа, түҙемлек күрһәтергә, һуғыш башлана ҡалһа, уның ниндәй эҙемтәләргә килтереүен аңларға” саҡырып мөрәжәғәт итә.
22 октябрҙә, халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһағанда, АҠШ президенты Кубаны диңгеҙҙән божраға алыу тураһында иғлан итә. Ул шулай уҡ Совет хөкүмәтенә лә хат ебәрә. Шул рәүешле Ҡушма Штаттар халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын боҙоу юлына баҫа, һәм был артабанғы йылдарҙа Америка өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнә.
Кариб көрсөгө осоронда дипломатик каналдар буйынса әүҙем хат алышыу бара. Мәсьәләне солох менән бөтөрөүҙә сенатор Роберт Кеннеди, беҙҙең яҡтан журналист Алексей Аджубей ҙа күп көс һала. Юғары сәйәсмәндәрҙең аңы асыу менән томаланған мәлдәрҙә йәмәғәтселек фекере лә бик ярап ҡуя. Президент Кеннеди ҙа донъяны һәләкәткә этәреүсе “ҡарсығалар”ҙың ҡыҫымына сыҙай, Хрущев та ҡыҙыулығынан һүрелә. Совет хөкүмәтенең 27 октябрҙәге рәсми хатында ике яҡты ла килештерерлек тәҡдимдәр әйтелә. СССР Кубанан ракеталарын алып сығырға риза була һәм, бер үк ваҡытта, АҠШ-тан Кубаның тейелгеһеҙлеген хөрмәт итеүҙе талап итә. Яуап хатында президент тәҡдимдәрҙе ҡабул итеүен белдерә.
Әйтелгәндәргә йәнә нимә генә өҫтәргә мөмкин һуң? Һәр сәйәси система, һәр дәүләт үҙенең көнитмеше, лайыҡлы, мәртәбәле йәшәүе өсөн туҡтауһыҙ көрәш алып бара. Һөҙөмтәлә кем яғы өҫтөнлөккә сыҡһа ла, бындай көрәштә еңеүселәр булмай, бәлки, халыҡ ҡына отола. Элегерәк: “Фәҡирлек һуғыштырһа, байлыҡ килештерер”, — тиҙәр ине. Хәҙер иһә низағтың нигеҙендә лә, уртаһында ла — байлыҡ һәм хакимлыҡ. Американың халыҡ-ара сәйәсәте, үҙенең тамырында, әлеге хәтергә алған осорҙарҙан бирле әллә ни үҙгәреш кисермәне. Киреһенсә, уның агрессивлығы, халыҡ-ара хоҡуҡи нормаларҙы һанға һуҡмауы, тәкәбберлеге көсәйә бара. Ошондай шарттарҙа беҙ ҙә, үҙ-ара тартҡылашыуҙарҙы онотоп, дәүләттең мәртәбәһен һаҡлап йәшәргә тейешбеҙ. Тарих шундай һабаҡ бирҙе.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-02/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә