Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Социолог — халыҡ ихтыяжын сағылдырыусы
Социолог — халыҡ ихтыяжын сағылдырыусыӨфөлә IV Бөтә Рәсәй социология конгресы эшен дауам итә. 23 октябрҙә көндөң икенсе яртыһында эш секцияларҙа дауам итте. Конгрестың “Белем биреү социологияһы” секцияһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

— Конгресты үткәреү урыны осраҡлы һайланмаған. Башҡортостанда был өлкәне үҫтереү йәһәтенән тәжрибә ҙур, — тигән фекерҙә Өфөнөң “Симакс” йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге директоры Тимур Саблин. — Халыҡ-ара белгестәрҙең йыйынында ҡатнашыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Фекер алышыу, аралашыу барышында социологияның үҫеш кимәле билдәләнә. Абруйлы белгестәр менән һөйләшеү бик әһәмиәтле. Мин сәйәсәт социологияһы менән бәйле секция эшендә ҡатнаштым, сөнки бөгөн сәйәсәттең үҙгәрештәр кисереүе — төбәк, тотош ил тормошондағы мөһим мәсьәлә. Йәмғиәттә ҡаршылыҡлы күренештәр йышайғанда халыҡтың теләген сағылдырған социологтың хеҙмәтен иҫәпкә алырға кәрәк.
“Ҡала һәм төбәк үҫешендәге талаптар: мәсьәләләрҙе диагностикалау һәм ҡарар ҡабул итеү технологияһы” тигән секция эшендә бөтә Рәсәйҙән эксперт-социологтар, шулай уҡ урындағы үҙидара органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институтындағы Социология, идара итеү һәм социаль технологиялар үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре Евгений Акимкин әйтеүенсә, тикшерелгән мәсьәлә ҡарарҙар ҡабул итеү йәһәтенән айырыуса мөһим.
— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: “Социология бик кәрәк, ул — фәндәрҙең фәне, социологтар — идара итеүҙә ярҙамсылар”, — тигән фекер белдергәйне. Тәү сиратта, идара итеү ҡарарҙарын нигеҙләү өсөн социологияға ихтыяж ҙур. Шул саҡта ғына ул файҙалы фән буласаҡ, — тине Евгений Акимкин. — Секция эшендә беҙ ҡарарҙар әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә социологтарҙың ҡатнашыу мөмкинлеген тикшерҙек.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының кафедра мөдире, профессор Илшат Рысаев ошо мәсьәләне тикшереү зарурлығының “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыуға бәйле булыуы хаҡында һөйләне.
Секция эшендә Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты. Баш ҡала хакимиәте етәксеһенең был секцияға иғтибары осраҡлы түгел. Өфө йәмәғәтселек фекерен өйрәнеүҙә, халыҡҡа һорау биреүҙе ойоштороуҙа социологияны, социологтарҙың хеҙмәтен әүҙем файҙалана.
Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында һәм Башҡортостандағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбендә “Власть һәм идара итеү органдарының өлгөрөп еткән реформалары: дөйөм Рәсәй тенденцияһы һәм төбәк үҙенсәлеге” тигән ғилми сессия эшләне. Унда социологтарҙан тыш, Башҡортостандың дәүләт власы органдары вәкилдәре лә ҡатнашты.
— Тәүге тапҡыр социологтар Рәсәй төбәктәренең береһендә йыйылды, — тине филиалдың директоры, Рәсәй сәйәсәте мәктәбе дирекцияһы етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. — Беренсе күсмә социология конгресының Башҡортостанда үткәрелеүе осраҡлы түгел. Тимәк, республикалағы социология мәктәбенең кимәле ярайһы уҡ юғары. Ғилми сессия республикалағы мөһим сәйәси ваҡиға — Хөкүмәттең отставкаға китеүенә тура килде. Шуға күрә власть һәм идара итеү органдарын реформалауға арналған сара теоретиктарҙа ла, практиктарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Йыйында 2004 йылда башланған административ реформаның һөҙөмтәләре, халыҡтың дәүләт власы органдарына ышаныс кимәлен билдәләгән тикшеренеүҙәр, Рәсәй төбәктәрендә власть органдарын ҡулайлаштырыу буйынса яңы технологиялар тикшерелде. Бындай тәжрибә илебеҙҙең баш ҡалаһында туплана. Унда Мәскәү мэры етәкселекте асыҡ конкурс үткәреү юлы менән йыя. Ҡайһы бер төбәктәрҙә министрлыҡтар һәм ведомстволар ҡарамағында Эксперт советтары ойоштороу күҙаллана. Башҡортостанда бындай совет Эске эштәр министрлығы ҡарамағында эшләй. Тәү сиратта социаль, белем биреү хеҙмәте күрһәткән ведомстволар хаҡында һүҙ бара. Ошо рәүешле эксперттар берләшмәһе идара итеү ҡарарҙарын әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашасаҡ тип күҙаллана. Белгестәр фекеренсә, халыҡтың власҡа ышанысын арттырыу маҡсатында “Асыҡ Хөкүмәт” институтын ойоштороу фарыз.
Сессияла Башҡортостан халҡының ижтимағи-сәйәси кәйефе тураһындағы социологик тикшеренеү һөҙөмтәләре билдәләнде. Йомғаҡтар республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың юғары рейтингка эйә булыуын сағылдырҙы.
— Был республика етәкселегенә Башҡортостанды һөҙөмтәле үҫтереү өсөн реформаларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә, — тине Рөстәм Әхмәҙинуров. — Илдең 20 төбәгендә эшләгән “ике башлы” идара итеү системаһы бөгөн ҡуйылған талаптарға яуап бирмәй. Мәсьәләләрҙе йылдамыраҡ хәл итергә кәрәк. Башҡа төбәктәр менән ярышырға теләйбеҙ икән, ҡәтғи һәм аныҡ вертикаль, бер генә идара итеү системаһы булырға тейеш.
“Глокаль дискурстағы медиа” секцияһында мәғлүмәт-коммуникация мөхитен үҫтереүҙең төбәк йүнәлештәре ҡаралды. Социология фәндәре докторы, профессор Лариса Федотова мәғлүмәт сәйәсәтендәге тарихи дәүерҙәр хаҡында һөйләне.
— Халыҡ тәү сиратта урындағы мәғлүмәт сығанаҡтарынан файҙалана. Социологтар быны төбәк киң мәғлүмәт сараларының аудиторияға яҡын булыуы менән аңлата, — тине Лариса Николаевна.
Илебеҙҙәге иҡтисади хәл ҡатмарлашты, был хәл кешеләргә бер нисә матбуғат баҫмаһына яҙылыуға ҡамасаулай. Ошондай шарттарҙа ҡулланыусы урындағы матбуғатҡа, радио, телевидениеға өҫтөнлөк бирә.
Социологик тикшеренеүҙәргә ярашлы, телевизор ҡараусыларҙың яртыһынан күберәге донъяла барған хәлдәр менән ҡыҙыҡһына, — тине Лариса Федотова. — Төбәк матбуғаты быны иҫәпкә алырға тейеш.
Социологтар гәзит, радио, телевидение эшмәкәрлегендә мәғлүмәттәр төрлөлөгөнә өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Кеше урындағы мәғлүмәттәрҙән генә файҙалана икән, был уның донъя кимәлендәге яңылыҡтарҙан баш тартыуын аңлатмай. Халыҡ мәғлүмәт сығанаҡтарын даими эҙләү менән мәшғүл.
Телевизор ҡараусыларға һорау биреү һөҙөмтәһендә уларҙың журналистарҙан тәү сиратта ваҡиғалар, унан һуң белем һәм тәрбиә биреү хаҡында мәғлүмәттәр көтөүе асыҡланды. Ошоға бәйле социологтар, урындағы каналдарҙың эшмәкәрлеге күп йүнәлешле булырға тейеш, тигән һығымтаға килде.
Башҡортостандың Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында “Милләтселек һәм ватансылыҡ” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үтте. Ошо ябай булмаған мәсьәләне тикшереү өсөн Өфөгә Санкт-Петербургтың Милли тикшеренеү университеты белгестәре килгән.
Эдуард Понарин “Татарстанда һәм Башҡортостанда татар” тигән хеҙмәтендә төрлө территориаль шарттарҙа ошо милләт вәкиленең ватансылыҡ кимәленә баһа бирә.
Маргарита Фабрикант “Заманса милләтселекте баһалау төрҙәре” тип аталған доклад тәҡдим итте.
“Түңәрәк өҫтәл”дең алып барыусыһы, Башҡортостандың Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры вазифаһын башҡарыусы, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов билдәләүенсә, бөгөн милләтселек һәм ватансылыҡ мәсьәләләре айырым әһәмиәткә эйә.
— Милли сәйәсәт стратегияһы илдә лә, Башҡортостанда ла әүҙем тикшерелә. Шуға күрә секциябыҙҙың темаһы айырыуса мөһим. Әле халыҡ та, эксперттар ҙа милли мәсьәләне тәрәнтен тикшереү өсөн өлгөрөп етте. Бөгөн милләтселек менән ватансылыҡты бер-береһенән айырып ҡарарға ярамай, тигән фекерҙә ғалимдар. Социологик тикшеренеүҙәр ҙә ошоно күрһәтә. Улар — берҙәм төшөнсә. Әүәл милләтселекте фашизм менән экстремизм сығанағы тип ҡабул итһәләр, хәҙер уны халыҡты туплаусы төшөнсә тип аңларға кәрәктер, — тине Илгиз Солтанморатов.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә