Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Двайер әфәндегә Өфө оҡшаны
Двайер әфәндегә Өфө оҡшаны“Социология һәм йәмғиәт: глобаль талаптар һәм төбәктәр үҫеше” конгресында Бразилияның Сан Паулу ҡалаһынан килгән Том Двайер әфәнде менән ҡыҫҡа ғына тәнәфес ваҡытында әңгәмә ҡороу бәхете тейҙе. Ул — Халыҡ-ара социологтар ассоциацияһы ағзаһы, танылған ғалим. Рәсәй социологтары менән хеҙмәттәшлек итеүҙең фәнде үҫтереүҙә генә түгел, донъяла тыныслыҡты һаҡлауҙа ла ҙур этәргес булыуын таный, ғөмүмән, Бразилия менән Рәсәй хәҙерге шарттарҙа төрлө кимәлдәге бәйләнештәрҙе нығытырға тейеш, тип иҫәпләй ул.

— Двайер әфәнде, был Рәсәйгә тәүге сәфәрегеҙме?
— Юҡ, бәләкәй сағымда һеҙҙең гүзәл илегеҙҙә булырға тура килгәйне. Был юлы Рәсәйгә ҙур әҙерлек менән килдем, айырыуса республикағыҙ, Өфө хаҡында күберәк уҡырға, байыраҡ мәғлүмәт алырға тырыштым. Башҡортостандың Бразилия, Һиндостан, Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итеүен яҡшы беләм. Шуныһы минең өсөн бик ҡыҙыҡлы: һеҙҙә Көнсығыш һәм Европа мәҙәниәттәре бер-береһен байытып, тулы гармонияла йәшәй. Ситтән был күренеш күҙгә асыҡ салына.
— Күңелегеҙгә айырыуса нимә оҡшаны һуң?
— Президентығыҙҙың телмәре ябайлығы, ҡыҫҡалығы, төплөлөгө менән хайран итте. Ул бөгөнгө йәмғиәт алдында торған бурыстарҙы яҡшы белә һәм уларҙы хәл итеүҙә социологтарҙың ролен юғары баһалай. Төбәк етәксеһе булараҡ, социология фәнен өйрәнеүе, әҙәбиәт менән танышыуы, ғалимдарҙың эшмәкәрлеген иғтибар үҙәгендә тотоуы уға хөрмәтемде, ихтирамымды арттырҙы.
— Конгреста этник, демографик мәсьәләләр, төбәктәрҙе яңыртыу, кеше потенциалы һәм хеҙмәт, власть һәм граждандар йәмғиәте мөнәсәбәте буйынса ҡыҙыҡлы фекер алышыуҙар көтөлә. Ә һеҙ ҡатмарлы, киң ҡоласлы социология өлкәһенең ҡайһы йүнәлешен үҙ иттегеҙ?
— Дөрөҫөн әйткәндә, ҙур йыйында ҡаралған бөтә һорауҙар ҙа мауыҡтырғыс, фәһемле. Донъяла һәм Рәсәй төбәктәрендә яңырыу барышы, глобаль социологик процестарҙы моделләштереү, коммуникацияларҙың яңы формалары хаҡында һөйләшеүҙәрҙә һис һүҙһеҙ ҡатнашасаҡмын.
Миңә йәштәргә ҡағылған белем, демография, лайыҡлы хеҙмәт, граждандарҙың әүҙемлеге мәсьәләләре айырыуса яҡын, хеҙмәттәремдең күбеһе тап ошо темаларға арналған. Хәҙерге йәштәр яңы технологиялар заманында нисек аралаша, ниндәй мәнфәғәттәрҙе барыһынан да өҫтөн ҡуя? Белеүемсә, Рәсәйҙә эскелектең тамырын һаман да ҡорота алмайҙар, экстремизм да баш ҡалҡыта. Ә беҙҙә йәштәр бындай күңелһеҙ күренештәрҙән азат. Ҡыҙ һәм егеттәребеҙ юғары белем, яҡшы һөнәр алырға ынтыла. Уҡыуға түләү бик ҡиммәт, шуға күрә һәр кем үҙ урынының ҡәҙерен белә. Йәштәрҙең 80 проценты белем ала бөгөн, был юғары күрһәткес.
— Һеҙҙеңсә, власть һәм социологтар бер йүнәлештә, ҡулға-ҡул тотоношоп, үҙ-ара аңлашып хеҙмәттәшлек итергә тейешме?
— Идеалда шулай. Тормошта киреһенсә, сөнки власть йыш ҡына хәл-ваҡиғаларға объектив күҙлектән ҡарамай. Айырыуса хәҙерге глобалләштереү шарттарында ҡамалып ҡалған бер ни ҙә юҡ, кисә ишетеп тә белмәгән проблемаларға бөгөн тап булыуыбыҙ ихтимал. Иҡтисади көрсөк, геосәйәси бәхәстәр, экологик проблемалар, экстремизм — Рәсәй өсөн дә яңы күренештәр бит. Тимәк, уларҙың да, бөгөнмө-иртәгәме, беҙгә лә килеп ҡағылыуы бар. Бынан 20–30 йыл элек Бразилияның һәр ғаиләһендә биш-алты бала тәрбиәләнеүе ғәҙәти хәл һаналһа, әле бер-ике сабый үҫтереү ҙә олоғара эш кеүек.
Беҙҙә эшһеҙлек мәсьәләһе ҡырҡыу тормай, дипломлы белгестәргә юл асыҡ. Әммә әле был йәмғиәттә барыһы ла тыныс, ғәҙел, ышаныслы тигәнде аңлатмай. Социологтар, һиҙгер барометр кеүек, барса көйһөҙлөктәрҙе, ғәҙелһеҙлектәрҙе алдан һиҙемләргә, йоҡомһораған һәлкәү власты киҫәтергә, иҫкәртергә бурыслы.
— Двайер әфәнде, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә яңы тәьҫораттар, уңышлы сәфәр теләйбеҙ!
Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә