Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Киләсәге, бөгөнгөһө өсөн тырыша
Киләсәге, бөгөнгөһө өсөн тырышаЮлдарҙы “йәшәү артерияһы” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Әбйәлил районы аша төбәк-ара кимәлдәге һәм республика әһәмиәтендәге Белорет — Магнитогорск, Сермән — Амангилде — Баймаҡ, Асҡар — Сибай юлы үтә. Уларҙан Урал аръяғы райондары халҡы файҙалана һәм юғары сифаты менән айырылып торған юлды төҙөүселәргә оло рәхмәтле.

“Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы райондағы 620 километр юлдың төҙөклөгө өсөн яуаплы, шуның 293 километры — асфальт япмалы.
Быйылғы һөнәри байрамдарын яҡшы кәйеф менән ҡаршылай коллектив. Бер бригада Ишҡол — Исҡужа йүнәлешендә юл һалыуын дауам итә. Тәбиғәт шарттары, әлбиттә, бында ҡатмарлы: ҡайһы бер урында ерҙе 6 метр бейеклеккә тиклем күтәрергә тура килгән. Яңы Балапан ауылы эргәһендә Кесе Ҡыҙыл йылғаһы аша күпер эшләү дауам итә. Ниһайәт, Асҡар — Сибай йүнәлешендә халыҡ күптән көткән Әлмөхәмәт — Сибай юлы йүнәтелә. Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск, Сермән — Амангилде — Баймаҡ йүнәлешендә асфальтты яңыртыу эше (бөтәһе 18 километр) аяҙ көндәрҙә тамамланды, йыл аҙағына тиклем идаралыҡ 200 миллион һумлыҡ эш башҡарасаҡ. Был былтырғыға ҡарағанда 40 процентҡа күберәк.
Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Мирхәт Рәжәповтың идаралыҡҡа етәкселек итеүенә — егерме йылдан ашыу.
Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында тыуып үҫкән Мирхәт Зиннәт улы хеҙмәт юлын 1973 йылда “Заветы Ильича” колхозында тимерсе булып башлай. 1974 йылда Өфө авиация институтына уҡырға инә. Бер үк ваҡытта материалдарҙың ҡаршылығы кафедраһында инженер булып эшләй. Бер нисә ғилми уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһы ала. Институтты тамамлап, армияла хеҙмәт иткәс, ете йыл Әбйәлил районы ремонт-техник предприятиеһында цех начальнигы, партбюро секретары һәм начальник ярҙамсыһы булып эшләй. 1988 йылдан әлеге көнгә тиклем юл ремонт-төҙөлөш идаралығына етәкселек итә.
Йәш, энергиялы Мирхәт Рәжәпов яңы вазифаһына ең һыҙғанып тотона. Тәүҙә коллектив туплай, шул уҡ ваҡытта предприятиеның матди базаһын нығытыуға тотона. Шулай итеп, Көньяҡ Урал юл төҙөүселәре тәү башлап ер ҡаҙыусы экскаваторҙар, бульдозерҙар, автогрейдерҙар һатып ала. Быларҙан тыш, битум һаҡлау өсөн соҡор, ике асфальт-бетон заводы, таш ваҡлаусы ҡоролма төҙөлә. Инженерлыҡ эше компьютерҙа башҡарыла. Ошо эштәр предприятиеның хеҙмәт етештереүсәнлеген алға ебәрергә ярҙам итә лә инде. Быларҙың бөтәһе лә — етәксенең киләсәкте күҙаллап эшләү һөҙөмтәһе. Аҙлап булһа ла, табышты етәксе эшселәренең көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтә. Уның тырышлығы һәм оҫталығы арҡаһында идаралыҡ “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иң алдынғы һәм ҡеүәтле хужалыҡтарының береһенә әүерелде.
Мирхәт Рәжәпов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булараҡ, яҡташтарының тормош хәлен яҡшыртыуға ла үҙ өлөшөн индерә, район Советы рәйесе булараҡ та тыуған еренең һәм төбәк халҡының бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып йәшәй.
Ғаиләм — ҡәлғәм тигәндәй, мәҡәлә геройының шәхси тормошо ла өлгөлө. Ҡатыны Мөслимә Исмәғил ҡыҙы менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтергәндәр. Хәҙер Дилбәр, Гөлдәр һәм Айбулат, юғары белем алып, үҙаллы тормош ҡорған, ата-әсәһен ҡыуандырып йәшәй.
Мирхәт Рәжәповтың ике олатаһы — Влас Рамаҙан улы менән Моталлап Әбүталип улы Рәжәповтар — үҙ ваҡытында Әбйәлил ерендә күренекле шәхес булғандар. Влас Рамаҙан улы, Күл (Озерное) бүлексәһенең алдынғы эшсеһе булараҡ, СССР Юғары Советына депутат итеп һайланған. Ә Мирхәт Рәжәпов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһы депутаты ине.
Моталлап Әбүталип улы Рәжәпов иһә халҡы өсөн ҙур эш башҡарып, байтаҡ уңышҡа өлгәшә, шул арҡала ул ҡайһы берәүҙәргә оҡшамай, яла яғалар. 1938 йылдың 10 июлендә СССР Юғары Советының хәрби коллегияһы ҡарары менән уны атыуға хөкөм итәләр. Ләкин хаҡлыҡ еңә, 1957 йылда Моталлап Рәжәповтың исеме аҡлана.
Әбйәлил районында юл төҙөүсеһе булырға ашҡынып тороусылар байтаҡ. Берҙән, бындағы тотороҡло юғары эш хаҡы ҡыҙыҡтырһа, икенсенән, шарттар һәйбәт, балалар менән өлкәндәрҙең ялын ойоштороу мөмкинлеге бар. Өсөнсөнән, социаль яҡтан ҙур хәстәрлек күрһәтелә. Йорт төҙөүселәр, йәш ғаиләләр матди ярҙам тойһа, хеҙмәт ветерандары ла — иғтибар үҙәгендә. Иген, бесән, техника кәрәк икән — рәхим ит. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, татыу коллектив та фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Кәрәк икән, көндө төнгә ялғап эшләргә лә әҙерҙәр. Ҡышҡы бурандарҙа Әбйәлил юлдары һәр саҡ ҡарҙан таҙартыла.
Татыу коллективта тәжрибәле белгестәр менән бергә йәштәр ҙә күп. Һуңғылары яңы ысул һәм технологиялар тәҡдим итһә, өлкәндәр тәжрибә, оҫталыҡ менән алдыра. “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лә, район хакимиәтендә лә идаралыҡтың эшмәкәрлегенә юғары баһа бирелә, Әбйәлил районының даны республика кимәленә күтәрелде.
— Гәзит битендә урын булһа, тырыш егеттәрҙең бөтәһен дә атап сығыр инем, — ти Мирхәт Рәжәпов. — Бына, мәҫәлән, бригада етәкселәре Салауат Хәмитов менән Әсхәл Ямалов асфальт һалыуҙың серҙәрен яҡшы белә. АБЗ начальниктары Рәсүл Хәмзин, Таһир Баймөхәмәтов сифатлы асфальт “бешерә”. Автогрейдерсы Нәзир Вәлиев, тейәүсе-машинист Айрат Баязитов, бульдозерсы Илдар Дәүләтшин, виброкаток машинисы Даян Сәғәҙәтов, водитель Милхат Кирәйев, эшсе Самат Әхтәмов кеүектәр үҙ хеҙмәтенең оҫталары булып танылды.
Әйткәндәй, идаралыҡ районда кадрҙар әҙерләгән мәктәп тә. Бында эшләп ҡанат нығытҡан белгестәр төрлө ойошмала етәксе булыуға өлгәште. Мәҫәлән, идаралыҡ начальнигының элекке урынбаҫарҙары Нәдип Шәғәлин, Ринат Мөхтәруллин элемтә үҙәгенә һәм “Башкиргаз”дың район ойошмаһында, баш инженер Ринат Аҡсурин — район хакимиәте башлығы урынбаҫары, баш механик Таңатар Сабитов — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәксеһе. Был иһә Мирхәт Рәжәповтың белгестәргә үҙаллы ҡарар ҡабул итергә, яуаплылыҡ тойорға мөмкинлек биреүенә бәйле.
Әбйәлилдең юл төҙөүселәренә күңелһеҙләнергә урын юҡ. Ниндәй генә миҙгелдә лә эш етерлек. Айырыуса Мирхәт Рәжәпов кеүек бай тәжрибәле етәксе булғанда. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте, һис шикһеҙ, киләсәктә лә райондың иҡтисадын күтәреүгә, халыҡтың тормошон еңеләйтеүгә хеҙмәт итер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә