Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тормош көҙгөһө” көҙгөләй
“Тормош көҙгөһө” көҙгөләйСирек быуат эсендә республикабыҙ юлдары күҙгә күренеп яҡшырҙы. Бөгөн һәр район үҙәгенә генә түгел, бик күп ауылдарға асфальт юл һалынған. Дүртөйлө юл ремонт-төҙөлөш идаралығы ла ошо мөһим эшкә тос өлөш индерә.

Предприятие алты тиҫтә йылдан ашыу элек барлыҡҡа килеп, Татарстан сигенән алып Ҡазан — Өфө республика юлын хеҙмәтләндергән. Бөгөн идаралыҡ үҙ ҡарамағындағы дөйөм файҙаланылыштағы 447 километр арала йыл әйләнәһенә юлдарҙы йүнәтә, төҙөкләндереү эштәре алып бара, яңыларын һала. Ойошторолған ваҡытынан бирле, коллектив иҫәбендә ғорурланып һөйләрлек төҙөлөштәр бихисап. Былтыр, мәҫәлән, Затон биҫтәһендә Өфөнө урап үтеү юлын төҙөүҙә ҡатнашҡандар. Быйыл да ул мөһим объект булып ҡала: Ғәли Шамматовтың бригадаһы билдәләнгән эш күләмен башҡара.
Дүртөйлө районындағы юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса ла байтаҡ эш атҡарылған. Ҡала урамдарына, Иҫке Яндыҙ — Әкәнәй — Иҫке Байыш юлының ҡайһы бер участкаһына асфальт түшәлгән. Шулай уҡ Түбәнге Аташ — Таштау ауылдары араһындағы өс километрҙан ашыу ара юлды төҙөкләндергәндәр.
Күп йылдар Борай һәм уға яҡын райондар халҡына, республика трассаһының урыны-урыны менән боҙолоуы сәбәпле, насар юлдан йөрөргә тура килгәйне. Быйыл, ниһайәт, хәл үҙгәрҙе: йүнәтеү генә түгел, тулыһынса яңыртырға ҡарар ителде. Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлы төҙөлөшөндә дүртөйлөләргә лә яуаплы эш күләме билдәләнгән. Тәғәйенләнгән участкала Илдар Ғәниев бригадаһы ҙур тырышлыҡ күрһәтә.
“Тормош көҙгөһө” көҙгөләйИдаралыҡтың киләсәккә заказдары иҫәбендә Дүртөйлө — Борай, Илдус — Һабанай — Иҫке Яндыҙ, Яңы Десяткин — Тартыш (Бөрө сиге) юлында айырым участкаларҙы төҙөкләндереү ҡаралған. Хәҙерге көндә Дүртөйлө — Нефтекама йүнәлешендә туҡталыштар яңыртыла, автопавильон төҙөлә.
Дүртөйлө юл төҙөлөш идаралығы — ҡеүәтле ойошмаларҙың береһе. Уның тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған өс базаһы, асфальт-бетон заводы, алты тиҫтәнән ашыу махсус техникаһы, йылы гараждары, газ ҡаҙанлығы бар. Машиналар паркы яңыртыла: һуңғы биш йылда “Хитачи” экскаваторы, бер нисә үҙбушатҡыс “КамАЗ” һәм башҡа техника алғандар. Дүртөйлө юлсылары бер ваҡытта ла һан артынан ҡыуманы, эштең сифатына иғтибар бүлде. Шуға күрә тармаҡ төҙөлөшөндәге яңы алымдарҙы ҡыйыу ҡулланалар. Мәҫәлән, былтырҙан башлап юлдарҙың өҫлөгөн алдынғы сит ил технологияһы буйынса эшкәртеүҙе үҙләштергәндәр. Бының өсөн заманса “Шафер” ҡорамалын һатып алғандар. “Башкиравтодор” йәмғиәтенең бер нисә предприятиеһы ғына әлегә ошондай мөмкинлеккә эйә. Быйыл яңы технология буйынса Кушнаренко, Ҡариҙел, Мишкә, Благовещен, Әбйәлил, Бүздәк, Бәләбәй, Баймаҡ райондарындағы юлдарҙы тәртипкә килтергәндәр.
Идаралыҡта үҙ һөнәренең оҫталары тупланған. Заказдарҙың даими булыуы, эш менән тотороҡло тәьмин ителеү тап ошоно раҫлай. Ойошмаға оҙаҡ йылдар Әхнәф Шәңгәрәев етәкселек итә. Ойоштороу һәләте, тынғыһыҙ холҡо, тырышлығы менән берҙәм, эшһөйәр коллектив булдырып, идаралыҡты алдынғылар рәтенә сығарған билдәле шәхес ул. Ғөмүмән, Дүртөйлө юлсыларының һәммәһе лә намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Мастерҙар Наил Кашапов, Илдар Ғәниев, грейдерсы Василий Тимашев кеүек тәжрибәле һөнәр эйәләре менән бергә белемле йәштәр ҙә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй. Тракторсы-машинистар Руслан Ғәлимйәнов, Артур Сәлимйәнов, Илдус Ноғманов, водитель Рәйес Шарапов, белгестәр Руслан Ғәлимов, Азат Исмәғилев, Рифат Хәлиуллин, Артур Усмановҡа ҙур өмөт бағлайҙар.
Район, республика етәкселегенең ярҙамын тойоп, Дүртөйлө юлсылары ҡатмарлы һәм яуаплы бурысты теүәл үтәүгә өлгәшә, Башҡортостандың үҫешенә тос өлөш индерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә