Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бәхет юлыИжад кешеләре хаҡында яҙыу бик яуаплы эш булыуы хаҡында әйткәнем бар инде. Йәнә ҡабатлайым, сөнки үҙем танып-белгән актриса, халыҡ яратҡан Нурия Ирсаева тураһында һөйләү һис кенә лә еңелдән түгел. Быны мин үҙенә күрә ижадсы хаҡында кескәй диссертация яҡлауға тиңләр инем. Һәр хәлдә ғилми эшкә тиң был ижади анализ!
Әле лә сәхнәгә сыҡһа, ҡоштай осоп йөрөгән, беҙ ғашиҡ булған гүзәл зат, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Нурия Ирсаеваға, беләһегеҙме, нисә йәш тула?! Эйе, 70 йәш!

Эшелон ниңә туҡтаған?!

Таң ҡалырлыҡ булып күренде миңә был һан, героинямдың йөҙөнә баҡҡас. Китсе әле, булмаҫ, етмеш йәштә кеше улай була тиме ни, тип әйтке килде хатта. Шул уҡ яғымлы йөҙ, мөләйем ҡараш, нәзәкәтлелек, йылылыҡ өләшкән тауыш!
1942 йылдың башы… Илдә бик ауыр йылдар. Ире һуғышҡа киткән Кәримә магазиндағы эште лә, ферманы ла үҙ өҫтөнә алып ҡала. Биш бала, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш. Етмәһә, ҡыш етеү менән мал янына бүреләр килә башлай. Тик йөҙөнә бер тапҡыр ҙа ризаһыҙлыҡ билдәһе сығармаған ҡатын ил өҫтөнә төшкән ҡайғыны бергә күтәреп, булғанына риза булып йәшәп ятҡанда… 1941 йылда һуғышҡа киткән ире ҡайтып төшә. Бәй, бәй, был ни хәл?! Аптырашып ҡалалар ауылда. Һуғышҡа ебәрмәгәндәрме, әллә ауырып киткәнме, әллә һуғыш был яҡҡа уҡ килеп еткәнме, тип хафаланыусылар ҙа була хатта. Тик берҙәм тормош менән йәшәп өйрәнгән ауыл халҡы йәһәтерәк табын ҡороп, хәл-әхүәлен һорашып, ир кешене һыйларға, ашатырға, ҡунаҡ итергә булып китә. Баҡтиһәң, “Алкин” станцияһында һуғышҡа китергә әҙерләнеп ятҡан һалдаттар тейәлгән эшелон яу яланына юллана. Тик, ни сәбәптәндер, “Аксен” станцияһына килеп еткәс туҡтап, таңға ҡарай ғына юлға сығасаҡтары билдәле була. Күп уйлап тормай һалдат Исхаҡ Ирсаев – рөхсәт ала ла өйөнә табан йүгерә. Ә ара яҡын түгел: Миәкә районының Ҡәнбәк ауылына 47 саҡрым. Әммә тыуған ауылын ҡайтып, ғаиләһе, балалары менән аралашып, күңеле булып, яуға китә ул.
Уларҙы алғы фронтҡа ташлайҙар. Ваҡыт үтә тора. Украина ерендә артиллерист Ирсаев ауыр яуҙарҙа ҡатнаша. Ял мәлендә бер сиған ҡатыны уның янына килеп, һинең өйөңдә бик матур күренеш, унда сәңгелдәк эленгән, тип аптырата. Бының булыуы мөмкин түгел, тип уйлай ир кеше. Йә, ярай, сиғандар нимә генә һөйләмәҫ, тип иғтибар ҙа итмәй хатта. Әммә Дахау концлагерҙарын үтеп, бер нисә тапҡыр үлемдән ҡалып ҡайтып төшкән ирҙең бәләкәй Нурияны күреп, иҫе китә. Бер ҡараһаң, балаһы үҙенә оҡшаған да кеүек, етмәһә, ҡатынына ла ышана, тик ни арала яралып, тыуып, үҫеп өлгөргән һуң был ҡурсаҡ кеүек ҡыҙ!? Бына һиңә сиған ҡатыны әйткән сәңгелдәкле йорт! Ир кеше бит, күңелендә, бәлки, ниндәйҙер шик-шөбһә лә булғандыр, әммә, йылдар үткәс, малайҙар кеүек артынан бер тотам да ҡалмаған, ат яратҡан ҡыҙы уның һәр саҡ эйәртеп йөрөткән балаһына әйләнә. Еңел һөйәкле, атаһы ыңғайына көй көйләп, ялан-ҡырҙа, фермала йөрөгән ҡыҙына ҡарап, атаһы: “Их, нишләп ошо Нурия малай ғына булып тыуманы икән, ә?!” — тиер булған. Һуғыштан һуң Ирсаевтар ғаиләһендә тағы ла ике ҡыҙ, бер ир бала тыуа әле.
Ә һуғыш осоронда донъяға килгән буласаҡ актриса шул тиклем матур ҡыҙ бала була. Сабый танһыҡлаған ҡатындар уны өйҙән-өйгә йөрөтөп ярата. Ана шулай наҙға тулышып, һөйкөмлө һөйәк булып үҫә ул. Ә бит әсәһе, ауырға ҡалғанын белгәс, һуғыш ваҡытында бәпесләп ята бынау ҡатын тип әйтерҙәр тип уйлап, балаһын төшөртөргә ниәтләй. 11 йәшлек Кәбирә ҡыҙының, әсәйем ниңә ситән башына менә лә һикерә, менә лә һикерә икән, тип аптырап күҙәткән саҡтары була. Йылдар үткәс кенә әсәләре күңел төбөндәге төйөнөн сисә: “Хоҙай үҙе һине һаҡлаған инде, балаҡайым! Тыуасаҡ йән барыбер тыуа, тип әйтәләр бит! Ана бит ниндәй күркәм булып буй еткерҙең!..” Һуғыштың ҡыҙған мәлендә яугирҙәрҙе тейәп китеп барған ашығыс эшелон “Аксен” станцияһында юҡҡа ғына туҡтамаған — ул милли сәнғәтебеҙгә Нурия Ирсаеваны бүләк итер өсөн үҙенең юлын бүлгән.

Атай төҫө, әсәй һүҙе

Матур ғаиләлә матур тәрбиә алып үҫә буласаҡ сәхнә оҫтаһы. Күмәк бала, атай ҙа, әсәй ҙә йырлай. Бәләкәйҙән уларҙың моңло тауышын ишетеп үҫкән балаларының барыһы ла йыр-моңға ғашиҡ булып, йырлап үҫә. “Каруанһарай”, ”Зөлхизә”, ”Ҡыр ҡаҙы”, ”Рамай” кеүек халыҡ көйҙәрен әсәләре таң һарыһынан һуҙа башлай, тенор тауышлы аталары әле таҡмаҡ әйтеп, әле берәй йырҙан өҙөк башҡарып, балалары менән хатта йыр менән аралаша. Күмәкләшеп китап уҡыуҙар, атай-әсәйгә ярҙам итеү, ойоҡ бәйләү, рәсем төшөрөү — ана шул рәүешле үткән бала саҡ йәмле Дим буйҙарында һиҙелмәй ҙә ҡулын болғап ҡалған.
Ата-әсәһе телгә лә маһир кешеләр булған Нурия Исхаҡ ҡыҙының. Үҙҙәре күргән-кисергәндәрҙе улар мауыҡтырғыс итеп балаларына һөйләй ҙә белгән. Буласаҡ ижад кешеһе өсөн был бик мөһим. Дөрөҫөн әйткәндә, артистар араһында үҙҙәренең фекерен тасуири һөйләп бирә белеүселәр бик аҙ. Ә Нурия Ирсаева һәр ваҡыт һөйләү теленең байлығы, мәғлүмәтлелеге, тәрән фекерле булыуы менән айырылып тора. Был артист портретына баҙыҡ төҫтәр индергән деталь.
(Аҙағы бар).
Лариса АБДУЛЛИНА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874