Рәзиф Ғилмуллин, район хакимиәте башлығы:«Иғтибар үҙәгендә — халыҡ мәнфәғәте»Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел Камаға ҡушылған төбәктә урынлашҡан Краснокама районы. Бында башҡорт, урыҫ, татар, мари, удмурт халҡы бер ғаилә булып, берҙәм һәм татыу ғүмер итә. Һуңғы тиҫтә йылда район бик күп ыңғай үҙгәреш кисерҙе – ауылдарҙың социаль йөҙө күркәмләнде, халыҡтың йәшәйеше бермә-бер яҡшырҙы, иҡтисади тотороҡлолоҡҡа нигеҙ һалынды. Үҙ көсөнә таянып көн иткән краснокамалар бөгөн ышаныслы аҙымдар менән алға атлай. Райондың уңыштары, проблемалары хаҡында хакимиәт башлығы Рәзиф Мөхәмәтнур улы Ғилмуллин менән әңгәмәләштек.
– Төп эшмәкәрлегебеҙ халыҡтың социаль тормошон артабан яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Беҙҙә ауылдарҙы тулыһынса “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеүҙә (әле уларҙың 90 проценты газ яғыулығынан файҙалана), социаль объекттар төҙөүҙә, юлдарҙы төҙөкләндереүҙә һәм башҡа тармаҡта эштең һүнгәне юҡ. Быйыл, мәҫәлән, район буйынса алтмыштан ашыу социаль объект яңыртып ҡоролдо, 10 ауылға 30 километр газ торбаһы һуҙыласаҡ. Йылытыу ҡаҙанлыҡтарын да газға күсерәбеҙ. Оҙаҡламай Ҡуян, Николо-Березовка ауылдарында яңы ҡаҙанлыҡтар эшләй башлаясаҡ, Ҡарый ауылы мәктәбендә, Раздолье мәҙәниәт йортонда ошо юҫыҡта яңыртыу эштәре бара. Быйыл ете ауылдың 46 километр оҙонлоҡтағы һыу торбаларын яңыртабыҙ, ауыл биләмәһендәге шишмә, ҡоҙоҡтарҙы күркәмләйбеҙ. Төҙөлөш майҙандары ла йылдан-йыл киңәйә – яңы йорттар, урамдар барлыҡҡа килә. Айырыуса социаль торлаҡ төҙөүгә иғтибар ҙур, быйыл ете айҙа был йүнәлештә 82 йорт файҙаланыуға тапшырылды.
2012 йылдың тәүге яртыһында 5 мең 689 квадрат метр майҙанда шәхси торлаҡ күтәрелде, район буйынса 1 304,7 миллион һумлыҡ эш башҡарылды, сәнәғәт етештереүенең индексы 98,4 процент тәшкил итте. Район предприятиеларында йәмғеһе 6 561 кеше иҫәпләнә. Уртаса хеҙмәт хаҡы, былтырғы осор менән сағыштырғанда, 112,7 процентҡа тиң һәм бөгөн 22 мең 900 һум тәшкил итә. Иң юғары эш хаҡы – нефтселәрҙә: 33 мең һум, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, ауыл хужалығында 13 меңдән артмай.
Районыбыҙҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеше өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, йәмғеһе 524 бәләкәй эшҡыуар, 110 бәләкәй предприятие, 66 крәҫтиән-фермер хужалығы уңышлы эшләй. Бәләкәй предприятиеларҙың һаны, былтырғы осор менән сағыштырғанда, егерме бергә артты.
– Рәзиф Мөхәмәтнур улы, район хужалыҡтары эшмәкәрлегенә ниндәй баһа бирер инегеҙ? Белеүемсә, краснокамалар игенселектә лә, малсылыҡ тармағында ла һынатҡаны юҡ…
— Был юҫыҡта ил күләмендәге ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре етештереү күрһәткестәрен түбән төшөргәне юҡ.
Һуңғы йылдарҙа аҙыҡ-түлек етештереүҙә, күмәк хужалыҡтар менән бер рәттән, фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтарҙың да эшмәкәрлеге киңәйҙе.
— Район хужалыҡтары республикала тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда 2012 – 2016 йылдарҙа 500 һөтсөлөк фермаһын яңыртыу программаһына әүҙем ҡушылды.
— Ауыл эшсәндәре быйыл ете айҙа 428 миллион һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештерҙе, һыйыр малы 16 мең башҡа еткерелде, 2 мең тоннаға яҡын ит һатылды, 500 баштан ашыу быҙау алынды. Һуңғы йылдарҙа тоҡомсолоҡ эшен әүҙемләштерҙек, махсуслашҡан хужалыҡтар булдырылды. Был йүнәлештә айырыуса “Алға” ауыл хужалығы кооперативы, “Колос” агрофирмаһы һәм башҡалар йүнсел эшләй. Игенселектә лә һынатмайбыҙ. “Заря”, “1 Май” , “Алға”, “Мир”, “Батыр”, “Маяҡ” хужалыҡтарында уңыш мул булды. Райондың һәр хужалығы үҙ келәттәренә етерлек күләмдә орлоҡ һалды. Һыйырҙың һөтө — телендә, тиҙәр. Мал аҙығы әҙерләгәндә, төп иғтибар уның сифатына йүнәлтелә. Күп йыллыҡ үлән майҙандары даими яңыртыла, яңы культуралар сәселә. Быйыл мал аҙығы мул әҙерләнде. Йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, хужалыҡтар барлығы 11 800 тонна бесән, 45 мең тонна сенаж, 10 500 тонна силос әҙерләне, бер баш мал иҫәбенә 30 центнер аҙыҡ тупланы. Районда, былтырғы менән сағыштырғанда, уны икеләтә артыҡ әҙерләгән хужалыҡтар бар. Әйткәндәй, мал аҙығы культуралары биләгән майҙандар ҙа киңәйә бара.
— Рәзиф Мөхәмәтнур улы, йәш быуынды тәрбиәләү, белем биреү өлкәһендә атҡарылған эштәр хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине. Һеҙҙеңсә, бөгөнгө мәктәп ниндәй булырға тейеш?
— Бөгөнгө мәктәп белем генә түгел, төплө тәрбиә лә бирергә бурыслы. Ил күләмендә тамыр йәйгән рухи фәҡирлек, эскелек, наркомания, үҫмерҙәр енәйәтселеге йәш быуынға тейешле иғтибар етешмәүе хаҡында һөйләй.
Был йәһәттән, тәүге сиратта, педагогтарҙың әүҙем эшмәкәрлегенән тыш, мәктәптәрҙең матди торошо ла ҙур әһәмиәткә эйә.
Мәғариф милли проектын бойомға ашырыу барышында һуңғы йылдарҙа мәктәптәр 34 уҡытыу ҡорамалы менән тулыланды, алты яңы кабинет асылды.
Былтырғы уҡыу йылында ғына Рәсәй мәғарифын комплекслы яңыртыу проекты нигеҙендә дүрт мәктәп интерактив ҡорамалға эйә булды, уларҙа ике мәғлүмәт һәм медицина кабинеты булдырылды.
Балаларҙа ватансылыҡ рухы, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүҙә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының һәм башҡа ойошмаларҙың өлөшө ҙур. Был йүнәлештә райондың Балалар ижады үҙәге, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Николо-Березовка һәм Ҡуян ауылдарындағы балалар сәнғәт мәктәптәре айырыуса әүҙем эшләй. Бында уҡыусылар йыр, бейеү, спорт бейеүе, тегеү, һынлы сәнғәт, халыҡ ижады, театр сәнғәте, тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡа түңәрәктәргә ҙур теләк менән йөрөй. Улар, һәр йыл Рәсәй, республика һәм төбәк бәйгеләрендә көс һынашып, маҡтаулы урындарҙы яулай.
Мәҫәлән, уҡыусылар «Башҡортостан ынйылары», “Еҙ үксә”, “Яҙғы тамсы”, “Мәктәптең йәшел кейеме”, “Тәбиғәт көҙгөһө” һәм башҡа бәйгеләрҙә үҙҙәрен күрһәтте.
Һәр мәктәптең йәмәғәтселек берләшмәләре бар. Уларҙың барыһын да «Ромашка» балалар йәмәғәтселеге үҙ ҡанатына алған. Был ойошмала мең ярымдан ашыу пионер теркәлгән һәм улар «Башҡортостан пионерҙары» республика балалар ойошмаһы сафына инә. Ойошмалар һәр кемдә шәхес, кешелеклелек кеүек сифаттар тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған, улар сәләмәт тормош рәүешен раҫлау юҫығында байтаҡ эш атҡара. Мәҫәлән, һәр мәктәптә «Ғүмер – иң ҡәҙерлеһе», «Беҙ – сәләмәт тормош өсөн», «Наркотиктарға – юҡ!» һәм башҡа акциялар, саралар ойоштора.
Уларҙың әүҙемлеге һөҙөмтәһендә районда балалар һәм үҫмерҙәр енәйәтселеге һуңғы йылдарҙа кәмене. Район пионерҙары уҡыуҙа ла һынатмай. Артабан улар өлкән класта йәштәр берләшмәһе сафына баҫа. Бөгөн был ойошмала меңдән ашыу үҫмер иҫәпләнә. Әүҙем йәштәр «Мин — Рәсәй гражданы» йыр бәйгеһендә, «Ветеран» акцияһында һәм башҡа сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, башҡа ҡалаларҙа ла булмаған балалар һәм йәштәр ойошмалары СССР тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырҙы, район хакимиәтенең мәғариф бүлегенең ошо йүнәлештәге маҡсатлы эшмәкәрлеген башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ.
— Рәзиф Мөхәмәтнур улы, күп милләттәр төйәк иткән районда халыҡ йолаларын тергеҙеү, милли мәҙәниәтте яңыртыу йүнәлешендә ниндәй эштәр башҡарыла?
– Тотош республикалағы кеүек үк, беҙҙә лә халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Краснокамала 11 милләт халҡы берҙәм көн итә. Бер үк ауылда бер нисә милләт кешеләре бергә эшләп, бер табаҡтан ашағас, байрамдарыбыҙ, йолаларыбыҙ ҙа һәр кемебеҙгә таныш һәм яҡын. Башҡортостандағы күп милләтле халыҡтарҙың көсө — берҙәмлектә һәм татыулыҡта. Районда башҡорт, урыҫ, татар, мариҙарҙың туған теле, милли мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары тигеҙ үҫһен өсөн һуңғы йылдарҙа хәтһеҙ эш башҡарылды. Мәктәптәрҙә туған телдәрҙе өйрәнеүгә иғтибар артты. Шулай уҡ ауылдарҙағы балалар баҡсаларында, урындағы төп милләт халҡының мәнфәғәтен күҙәтеп, тәрбиә эше киң йәйелдерелде, милли йолаларҙы өйрәнеүгә мөмкинлектәр булдырылды. Районыбыҙҙағы балалар баҡсаларының барыһында ла зауыҡлы милли күргәҙмәләр эшләй. Улар кескәйҙәрҙе халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, башҡорт, урыҫ, татар, мари халыҡтарының милли мәҙәниәте, тарихы менән таныштыра.
Мәктәптәрҙә туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн киң мөмкинлектәр булдырылды. Был тәңгәлдә уҡыу йорттарында балаларҙы туған телендә уҡытыу ысулдары камиллаштырыла, милли телдәрҙе уҡытыу сифаты ла яҡшыра бара. Шулай уҡ балалар баҡсаларында тыуған төйәгебеҙ тарихы, халыҡ йолаларына бәйле төрлө байрамдар, Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәренә арналған кисәләр үткәрелә. Мәктәптәрҙең һәр береһендә әсә теле кабинеты бар. Районда яҙыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар даими уҙғарыла, халыҡ ижады байрамдары гөрләй, бүтән халыҡтарҙың рухиәтен байытыу өсөн дә күп көс һалына.
Краснокамала 11 милләт халҡы берҙәм көн итә. Бер үк ауылда бер нисә милләт кешеләре бергә эшләп, бер табаҡтан ашағас, байрамдарыбыҙ, йолаларыбыҙ ҙа һәр кемебеҙгә таныш һәм яҡын.
Ҡарый ауылында күренекле мари яҙыусыһы Александр Юзыкайндың, Иҫке Йәнйегеттә татар әҙибе Ғамир Насыриҙың музейы эшләй, ауылдаштары мәшһүр йырсы Филүс Гәрәев хаҡында ла онотмай, уның яҡты иҫтәлегенә хәтер кисәләре ойошторола. Районда йыл һайын үткәрелгән «Һабантуй», «Ҡаҙ өмәһе» һәм бүтән байрамдарҙың йылдан-йыл сағыуыраҡ була барыуы һөйөндөрә.
Хеҙмәт емеше – уңыш
Мәғариф өлкәһен яңыртыу төрлө йүнәлештә бара. Тәүге сиратта был — “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу, “Беҙҙең яңы мәктәп” башланғысын, йән башына ҡарап финанслау, Берҙәм дәүләт имтихандары һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы, яңы федераль дәүләт белем биреү ҡалыптары.
Бөгөн эшмәкәрлегебеҙ тап ошо бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелгән. 2011/12 уҡыу йылында беренсе кластарҙың яңы федераль дәүләт ҡалыптарына күсеүе мөһим ваҡиға булды. Бының өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған. Район мәктәптәре уҡыу әсбаптары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Әлеге көндә туған тел – ҙур тәрбиәүи көскә эйә булған предмет. Унда халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош тәжрибәһе сағыла. Әсә телен һаҡларға, нығытырға, быуындан быуынға еткерергә кәрәк. Туған телдәр мотлаҡ уҡытыу предметтарының федераль исемлегенә индерелгән.
Заман шарттарында дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белгән, тормошта лайыҡлы урын таба алған, һәр эште үҙаллы башҡарырға һәләтле шәхес тәрбиәләүҙе эшебеҙҙең тап маҡсаты итеп һанайбыҙ. Уҡытыу программаларын тормошҡа ашырыу, уның сифатын яҡшыртыу маҡсатында, Краснокама районы хакимиәте башлығының «Муниципаль белем биреү учреждениеларын норматив финанслау тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, ҡулайлаштырыу саралары тормошҡа ашырыла.
Беҙҙә 12 урта, 10 төп дөйөм белем биреү, 14 башланғыc мәктәп, 16 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй. Әлбиттә, яңы стандарттарҙың мөһим өлөшө – уҡытыу өсөн шарттар.
Уҡытыусыларға социаль һәм финанс ярҙамы күрһәтеү маҡсатында район хакимиәте 2012/13 уҡыу йылына «Педагогия кадрҙары» программаһын ҡабул итте.
Ижади эшләүсе уҡытыусылар – белем биреү сифатын яҡшыртыуҙа төп терәк. Уларҙың оҫталығын арттырыу өсөн йыл һайын һөнәри бәйгеләр үткәрелә.
Район бәйгеһендә еңгән Ҡуян мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Тимерғазина, Николо-Березовка мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Шәйғәрҙанова, Яңы Нуғай мәктәбе уҡытыусыһы Регина Ғибәҙуллина республика кимәлендә үткән «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы», «Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстарында сығыш яһаны.
Районда һәйбәт педагогтар эшләй. Уларҙың 70 проценты – беренсе һәм юғары категориялы, 84 проценты – юғары белемле.
Яңы уҡыу йылында мәғлүмәти технологиялар ярҙамында ситтән тороп квалификацияны камиллаштырыу курстары ойоштороласаҡ.
Мәктәпкәсә белем биреү тармағында тәрбиәләнгән биш-ете йәшлек балалар һаны буйынса район республикала 2-се урында тора. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын үҫтереү тәңгәлендә лә эш алып барыла. Яңыртҡандан һуң 35 урынға тәғәйенләнгән “Раздолье” балалар баҡсаһы эшләй башланы, тиҙҙән Николо-Березовка ауылында 110 урынлыҡ баҡса төҙөлөп бөтәсәк.
Быйыл 120 уҡыусы мәктәпте тамамланы. Уҡыусылар төп предметтарҙан – математиканан һәм урыҫ теленән – Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы баһаларға биреп, өлгөргәнлек аттестаты алды, 80 проценты юғары уҡыу йорттарына инде. Мәктәптәрҙең өлкән кластарында айырым йүнәлеш буйынса уҡытыу индереү уңыш яулауға булышлыҡ итте. Күп кенә сығарылыш класс уҡыусылары район данын республика һәм төбәк-ара бәйгеләрҙә яҡланы. 19 дөйөм белем биреү учреждениеһы һәм ДЮСШ базаһында хеҙмәт һәм ял, профилле лагерҙар эшләй, йәйге осорҙа оҙайлы сәйәхәттәр ойошторола, йорт майҙансыҡтары гөрләп тора. Йәйге ял ваҡытында 14 – 18 йәшлек үҫмерҙәрҙе ваҡытлыса эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителә. Был маҡсатҡа район ҡаҙнаһынан быйыл 500 мең һум аҡса бүленде. Йәйге ял ваҡытында мәғариф бүлеге аша сәләмәтләндереүгә һәм ял итеүгә балаларҙың 99 проценты йәлеп ителде. Был – республикала икенсе күрһәткес.
Алексей ГОРБАЧЕВ,
район хакимиәтенең
мәғариф бүлеге етәксеһе.
Һәр тармаҡта өлгөрҙәрРайон хужалыҡтары “500 ферма” маҡсатлы программаһына әүҙем ҡушылды. Был йәһәттән малсылыҡты үҫтереү буйынса ҡабул ителгән район программаһы ла бойомға ашырыла: фермаларға юлдар төҙөлә, биләмәләре төҙөкләндерелә, төҙөлөш кәрәк-ярағы һатып алына. Райондың ике хужалығында һөтсөлөк фермалары яңыртылды ла инде.
Шуларҙың береһе – игенселектә лә, малсылыҡ тармағында ла һынатмаған “Колос” агрофирмаһы. Бында 700 баш һыйыр малы иҫәпләнә, быға өҫтәп 100 баш ҡара-сыбар тоҡомло тана һатып алғандар. Юғарыла аталған республика программаһы буйынса эш йәйелдергән хужалыҡтарға республика Хөкүмәте төҙөлөш эштәренә, малсылыҡ ҡорамалдарына, техника һатып алыуға бирелгән субсидияның билдәле бер процентын кире ҡайтартып бирәсәк. Агрофирманың ике һөтсөлөк бинаһында ла яңыртыу эштәре теүәлләнеп тора. Ҡыйығы ҡалайҙан ябылған, тәҙрәләре пластиктан яһалған ферма күҙҙең яуын алырлыҡ. Эсенә инһәң дә, элекке дәүерҙәге бысраҡ һыйыр аҙбарҙары менән һис сағыштырырлыҡ түгел: иҙәнгә махсус полимер келәм түшәлгән, һәр нәмә автоматлаштырылған, бөхтәлек һәм тәртип күҙгә ташлана. Һөтсөлөк фермаһының ике корпусында ла Швецияла етештерелгән заманса һөт үткәргес урынлаштырылған, һыуытҡыстар эшкә егелгән. Бынан тыш хужалыҡ аҙыҡ таратҡыс-миксер һатып алған. Ул тулыһынса автоматлаштырылған һәм компьютер ярҙамында эшләй, тағылмалы аҙыҡ тейәү техникаһы ла малсыларҙы көрәк, һәнәктән азат итә.
– Малсылыҡты алға әйҙәү маҡсатында көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Тәүге сиратта бесән, сенаж, һалам, ҡатнаш аҙыҡ әҙерләнде, һәр баш малға 35,5 центнер аҙыҡ тупланды, – ти “Колос” агрофирмаһы рәйесе Илгиз Сираев.
Хужалыҡтың машина-трактор паркы һуңғы ике-өс йыл эсендә һиҙелерлек яңырған: ике “Полесье”, “МТЗ-82” тракторы, сапҡыс, ашлыҡ елгәреү техникаһы һатып алғандар. Тырышып эшләгәс, һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы. Йәйге осорҙа тәүлек һауымды һигеҙ тоннаға еткергәндәр. Игенселектә лә йөҙҙәре ҡыҙарырлыҡ түгел – гектарынан уртаса 20 центнер уңыш алғандар.
– Хужалығыбыҙҙың үҫеше хеҙмәт кешеһенән тора. Механизаторҙарыбыҙ – аталы-уллы Павел менән Евгений Максимовтар, Эдуард Степанов, Сергей Шакиров, Владимир Сайфуллиндар – башҡаларға өлгө, – ти Илгиз Фәрүәзетдин улы.
“Алға” ауыл хужалығы етештереү кооперативының тоҡомсолоҡ заводы районда – иң алдынғыларҙың береһе. Тәжрибәле һәм йүнсел рәйес Рифҡәт Хәтмуллин етәкселегендәге был хужалыҡта бөгөн 2000 баштан ашыу һыйыр малы иҫәпләнә. Республика программаһы буйынса фермаларҙы яңыртыу бында июль айында уҡ башланып, 800 баш малға иҫәпләнгән Иҫке Бөртөк ауылы фермаһы бөгөн тулыһынса яңыртылған.
– Фермаға ике километрҙан ашыу асфальт юл һалынды, ике малсылыҡ бинаһы тулыһынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Киләһе йылда Кирәмәт ауылындағы 400 баш һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһын яңыртырға ниәт ҡорабыҙ, – ти Рифҡәт Ҡәүи улы. – “Алға” һөт, ит етештереүҙә район буйынса алдынғылыҡты биргәне юҡ, игенселектә лә һынатмай. Юрий Айдимиров, Тәфкил Насыриев, Виктор Шамыкаев, Фәүит Закиров, Ғәзизйән Мирзаһитов, Илгизәр Шәрипов – хужалыҡта төп көс.
“500 ферма” программаһының үтәлешен тикшереү маҡсатында быйыл йәй телгә алынған ике хужалыҡта республика Хөкүмәте вәкилдәре булып китте. Улар эш барышынан ҡәнәғәт ҡалды.
Марат Моратов әҙерләне