Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылға фонтан ниңә кәрәк?
Ауылға фонтан ниңә кәрәк?...Биш-алты йәшлек кенә ҡыҙ һәм малайҙарҙың велосипедтарҙа старт һыҙығынан уҡтай атылырға тороуын тамашасылар ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Бөтә кешенең иғтибарын үҙенә йәлеп итеүҙән, шундай күләмле сарала тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙан ҡәнәғәтлек кисергән бәләкәстәрҙең йөҙөндә ихлас йылмайыу балҡый. Барыһынан да бигерәк ата-әсәләр тулҡынлана. Спорт комитеты рәйесе Ш. Сәлимовтың команда биреүе менән велосипедсылар алға ынтыла...

Велосипедта йөрөргә ҡартлыҡ та ҡамасау түгел

Район үҙәге стадионы көнө буйы гөж килде. Йөҙҙән ашыу бала ҡатнашҡан йәш велосипедсылар бәйгеһе олоһон да, кесеһен дә үҙенә йыйҙы. Баҡһаң, үткән аҙнала ғына велоспорт фестивале һәм “Милләттәр кросы”нда ун йәштән 60-ҡа тиклемге 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан икән. 11 — 14 йәшлек үҫмерҙәр 1600 метрға, ә 15 — 20 йәшлек спортсылар 6000 метр араға уҙышҡан. Өлкәнерәктәр ҙә, ветерандар ҙа үҙ көсөн һынап ҡараған. Раевканан Женя Бондарев, Ниғмәтулланан Миләүшә Абдрахманова менән Артур Үтәкәев, Яңы Сәпәштән Тимур Әсәнғолов менән Регина Ғәббәсова, Ҡармыштан Азалия Юнысова, Балғажынан Рәмзиә Ғәлимуллина, лицей уҡыусыһы Азамат Хәкимов, Аксен техникумы студенты Салауат Тимербаев яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән. Быға тиклем район хакимиәте башлығы Дамир Мостафинды оҫта хоккейсы, “Дим” командаһының 33-сө уйынсыһы тип белһәк, әлеге бәйгелә лә ул, үҙен иң етеҙ велосипедсы итеп күрһәтеп, 40 йәштән өлкәнерәктәр араһында еңеү яулаған.
Әлшәйҙәрҙең спорт менән дуҫлығына миҫалдарҙы әллә ҡайҙан эҙләйһе лә түгел. Ҡышын магазиндарҙа коньки менән сәкән ҙур һорау менән файҙаланған иң тиҙ һатыла торған тауарға әүерелгән, сөнки бында хоккей ҡабы булмаған мәктәп, ауыл юҡ. Яҡтыртылған, ҡарҙан даими таҙартылып торған катоктар менән хоккей ҡаптары үҫмерҙәрҙе генә түгел, өлкәндәрҙе лә үҙенә тарта. Ауыр атлетика спортсыларының уңыштары тураһында уларҙың республика, Рәсәй турнирҙарында яулаған миҙалдары асыҡ һөйләй. Ошо сәфәр барышында ғына ла спорттың район тормошонда ниндәй ҙур урын яулауына шаһит булдыҡ. Футбол командаһы Шишмә районына ярышҡа киткән булһа, штанга күтәреүселәр — Өфөлә Башҡортостан беренселегендә, шахматсылар Мәләүездә республика ярыштарында булып сыҡты.
Ни өсөн велоспорт әлшәйҙәрҙең тормошона үтеп инеп кенә ҡалмай, йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара, тигән һорауға ла яуап бар. 2010 йылда райондың бер нисә педагогына яҡшы эшләгәне өсөн балаларҙың ялын ойоштороу тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында сит илдәргә путевка тәҡдим итәләр. Финляндия, Швеция, Эстония халҡының сәләмәтлекте һаҡлауға ҙур иғтибар биреүе, йыл әйләнәһенә спорттың төрлө төрө менән шөғөлләнеүе сәйәхәтселәрҙә уларға ҡарата тәрән ихтирам тойғоһо уята. Бына ни өсөн донъяла уларға саңғыла уҙышыу буйынса тиңләшеүсе бер кем дә юҡ икән. Йәше-ҡарты велосипедтан төшмәй, транспорттың был еңел дә, уңайлы ла төрөнә иғтибар ҙур. Улар өсөн йәшәү рәүешенең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелгән ике тәгәрмәсле “тимер ат”. Ә беҙ, рәсәйҙәр, кемдән кәм һуң? Ошо сәфәрҙән дәртләнеп, яңы уй-ниәттәр менән ҡанатланып ҡайтып төшкән энтузиастар маҡсатты нисек ғәмәлгә ашырыу тураһында баш вата башлай. Велосипедта тыуған яҡ буйлап экспедицияларға сығыу ойошторола. Спорт ярыштарындағы тәүге “емеш”тәрҙе беҙгә лә күрергә, баһаларға насип итте.
Физик эштең, спорт менән шөғөлләнеүҙең аҡыл хеҙмәтен көсәйтеүен бөйөк физиолог И. Павлов асҡанлығы барыбыҙға мәғлүм. Үҙе лә 80 йәшкә тиклем велосипедта йөрөгән, баҡсаһында тир сыҡҡансы эшләргә яратҡан. Күренекле шәхестәрҙең береһе, яҙыусы Л. Толстой 65 йәшендә велосипедта йөрөргә өйрәнгән, ҡышын саңғыла шыуған. Хатта 82 йәшендә атҡа менеп ауға сыҡҡан, тиҙәр. Шуғалыр ҙа уның аҡыл һәләте, зирәклеге һәр саҡ юғары булған, бик яҡшы күргән һәм ишеткән.
Велосипедҡа ултырырға, физкультура менән шөғөлләнә башларға бер ҡасан да һуң түгел, хатта олоғайыу ҙа быға кәртә була алмай, киреһенсә, мускулдарҙың хәрәкәтләнеүе, ҡан әйләнешенең, матдәләр алмашыныуының яҡшырыуы — иртә ҡартайыуға ҡаршы көрәштең бер сараһы, тип иҫәпләй табиптар.

Төнгө урам кем өсөн?

“Комендант сәғәте” индереп, төрлө тыйыу-ҡурҡытыу, сикләүҙәр менән генә балалар, үҫмерҙәр араһындағы тәртипһеҙлек, хулиганлыҡ осраҡтарын кәметеп, енәйәтселекте ауыҙлыҡлап булмай, тип иҫәпләйҙәр Әлшәйҙә. Рухи ярлылыҡҡа, тәмәке тартыу, эскелек, наркоманлыҡ кеүек ғәҙәттәргә ҡаршы уларҙың “дарыуы” — спорт, йәйге ялды йөкмәткеле үткәреү, тәрбиәгә ауыр бирелгән үҫмерҙең береһен дә күҙ уңынан ысҡындырмау.
— Һуңғы ике йылда мәғариф һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эште әүҙемләштереүе һөҙөмтәһендә уңышҡа өлгәштек. Уҡыусылар араһында наркомания тоҙағына эләгеүселәр юҡ. Райондың 16 урта мәктәбендә психолог һәм социаль педагогтарҙың, 27 урта һәм тулы булмаған мәктәптә наркологтарҙың үҙ эшенә намыҫлы ҡарауын да билдәләге килә. Ауыр холоҡло балалар менән айырыуса ентекле, уйланылған эш алып барырға тырышабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ғәмәлдә уларҙан да әүҙемерәк, ярҙамсылыраҡ, йылғырыраҡ бала юҡ, бары ышаныстарын яулар өсөн күберәк көс һалырға, ялдарын дөрөҫ йүнәлештә ойошторорға кәрәк, — тип тәрбиә серҙәрен бүлеште район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Солтанғолов.
Ауыр хәлдә ҡалған балалар күпме? Нимәгә мохтажлыҡтары бар? Кем һыра эскән, тәмәке көйрәткән, тәртип боҙған — һәр күңелһеҙ ваҡиға, статистик мәғлүмәт күҙ уңында. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия аҙнаның һәр йомаһында йыйылып үтелгән юлға йомғаҡ яһай. Бик ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәт.
— Ведомство-ара комиссия рәйесе Закуан Әхмәтов, бөтәбеҙҙе йыйып, аҙна һайын эш һөҙөмтәһен тикшерә. Уның талапсанлығына, тура һүҙлелегенә күнеккәнбеҙ, күҙ буяп, ҡоро отчет биреп кенә ҡотолоп булмауын яҡшы төшөнгәнбеҙ. Юҡҡа ғына быйыл эске эштәр министры уның ошо йүнәлештәге тырыш хеҙмәтен юғары баһалап, Почет грамотаһы менән бүләкләмәне, — ти Айҙар Тимерхан улы.
Әлшәй районында балаларҙың ялын ойоштороуҙағы бер үҙенсәлекте телгә алмау мөмкин түгел. Улар ялдың аҙ сығым талап иткән төрҙәрен үҫтереүгә өҫтөнлөк биреүе менән һәр йәһәттән дә ота. Мәҫәлән, уҡыу йылы барышында уҡ ҡайһы уҡытыусының футбол, волейбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар, күнекмәләр ойошторасағы хаҡында план төҙөлә. Биш йөҙҙән ашыу бала йәй буйы бәйгеләрҙән ҡайтып инмәй. Ошо уҡыу йылында уҡыусылар араһында үткәрелгән ХIV Спартакиадала әлшәйҙәрҙең маҡтаулы икенсе урынды яулауы һис тә юҡҡа түгелдер.
А. Чехов исемендәге шифахана янындағы быуа биләмәһендә ике аҙналыҡ палаткалы лагерҙа 320 бала ял иткән. Өфөләге тыуған яҡты өйрәнеү музейына, Ҡурсаҡ театрына, С. Юлаев һәйкәленә, Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһенә ойошторолған сәфәрҙәр, Ғафури районында Еҙем йылғаһы буйлап һалда йөҙөү балалар күңелендә яҡты иҫтәлек булып һаҡланасаҡ.
Республика бюджеты иҫәбенән балаларҙың ялын ойоштороуға һәм сәләмәтләндереүгә биш миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шулай уҡ мәғариф бүлегенең опека һәм попечителлек органдары, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының йүнәлтмәһе буйынса етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 145 бала лагерҙа ял иткән. Был мөһим саранан район хакимиәтенең ситтә ҡалғаны юҡ, үҫмерҙәрҙең ялына 821 240 һум аҡса бүленгән (былтырғынан 36 процентҡа күберәк). Мәктәп эргәһендә ойошторолған хеҙмәт берекмәләре, профилле лагерҙар тулы ҡеүәтенә эшләгән. Шулай итеп, балаларҙы йәйге ялға йәлеп итеүҙе йөҙ процентҡа үтәнек тип ғорурлана әлшәйҙәр. “Киләһе йәмле миҙгел дә тау артында түгел, ҡышҡы осор уға әҙерләнеү өсөн уңайлы мәл”, — тип иҫәпләй улар.
Шуныһын да иҫкә төшөрәйек: 1 октябрҙән 1 майға тиклем Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн комендант сәғәтенең ваҡыты үҙгәрҙе. 17 йәшкә тиклемге балаларға ололарҙан башҡа йәмәғәт урындарында киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем булыу тыйыла.
Төнгө урам балалар өсөн түгел. Әммә иң яҡшы тип табылған закон менән генә проблеманы хәл итеп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Ата-әсә, мәктәп, социаль институт һәм йорт комитеттарының ярҙамына, спорттың ылыҡтырғыс көсөнә, ойоштороу оҫталығына таянып ҡына уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Әлшәйҙәр был хәҡиҡәтте үҙ тәжрибәһендә раҫланы. Һәр етәксенең ошо мөһим эшкә лайыҡлы өлөшөн индерергә тырышыуын да баһаларға кәрәк. Мәҫәлән, райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы волейбол спорты буйынса кураторлыҡты үҙ өҫтөнә алһа, Раевка ауыл Советы рәйесе — хоккей, район прокуроры теннис буйынса уңыштарға өлгәшеүҙе бурыс итеп ҡуйған.

Яратҡан эш арытмай

Раевкалағы Пионерҙар йорто директоры Надежда Самойловаға бөтә маҡтау һүҙҙәре лә килешер кеүек. Ут кеүек янып торған, тынғыһыҙ, үҙ эшен ихлас яратҡан ошо етәксенән тыш, был ғәжәп матур, мауыҡтырғыс, йылы йортто күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Алма ағасынан алыҫ тәгәрәмәгән кеүек, хеҙмәттәштәре лә уңғанлығы менән етәкселәренә пар килгән. Балаларҙың ялын ойоштороуҙа иң алдынғылар рәтендәге район булараҡ, әлшәйҙәргә быйыл Анапа ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Ялды үҫтереү стратегияһы-2020!” йыйынында ҡатнашыу бәхете тейгән. 41 кешенән торған Башҡортостан делегацияһында райондан ете кешенең ҡатнашыуы шатлыҡ та, яуаплылыҡ та.
“Проекттар, моделдәр” номинацияһында балаларҙың социаль-педагогик эшмәкәрлеген сағылдырған проект өсөн улар Гран-при яулауға өлгәшә. Ә балаларҙа әхлаҡ, илһөйәрлек тәрбиәләүҙәге ырамлы аҙымдары өсөн Пионерҙар йорто лауреат исемен ала (проекттың авторы — методист Зилә Йәлилова).
“Пионер”ҙарҙың юғары баһа алған видеояҙма рәүешендәге проекттарын беҙ ҙә ҡыҙыҡһынып, әлшәйҙәр өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ҡараныҡ. Бынан егерме йыл элек ташландыҡ хәлдәге, төҙөлөш ҡалдыҡтары, сүп-сар менән тулы биләмәне үҙ ҡулдары менән нисек гөл-баҡсаға әүерелдереүҙәрен йор һүҙ, күңелле таҡмаҡтар менән тамашасы күңеленә еткерә алған улар.
Элек нисек ине, ә хәҙер? Пионерҙар йортоноң тынғыһыҙ хеҙмәте лә, балаларға, тыуған ергә оло һөйөү ҙә асыҡ сағыла видеояҙмала.
— Көрсөк тигән һүҙ беҙҙең өсөн юҡ ул. Уға һылтанып ултырһаҡ, ошондай йәмле, уңайлы йортобоҙ ҙа, автобусыбыҙ ҙа, уйын майҙансығы ла, каток та, гараж да булмаҫ ине. Бөтә кешене үҙенә йәлеп иткән мөғжизәле фонтаныбыҙ тураһында әйтеп тә тормайым. Былай ҙа ошо эшкә тотонғас, “ауылға фонтан ниңә кәрәк?” тип ғәжәпләнеүселәр булғыланы. Хәҙер ул — йәштәрҙең иң яратҡан урыны, беҙҙең өсөн — тәүәккәллек, ныҡышмаллыҡ символы. Бер тин аҡсабыҙ булмаһа ла, эште һораныу, үтенеүҙән башламаныҡ, тәүҙә үҙебеҙҙең нимәгә һәләтле икәнебеҙҙе күрһәтергә булдыҡ. Беҙгә ошо сүп-сар тулы биләмә биреүҙәренә һөйөнөп, уны таҙартырға, төҙөкләндерергә тотондоҡ. Яйлап ярҙам итеүселәр ҙә күренде, бағыусылар ҙа табылды. Хеҙмәтебеҙҙе етәкселәр ҙә баһалай, күрә белде. “Шумахер”ҙар өсөн автоклуб астыҡ, хатта өлкәндәрҙе, төрлө түңәрәктәр ойоштороп, һөйөндөрә алдыҡ. Кеше яҡты уй, изге ниәт менән йәшәһә генә, башында бары ыңғай фекер ятһа ғына, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин, тип уйлайым.
Беҙ гел яҡтылыҡҡа ынтылып йәшәйбеҙ, балаларға бөгөн нимә кәрәк, улар өсөн нимә ҡыҙыҡлы — йәһәт кенә шуға тотонабыҙ. Урам йоғонтоһон еңеү өсөн беҙгә көслөрәк, сосораҡ булырға кәрәк. Ә идеяларға һис ҡытлыҡ юҡ. Музейыбыҙҙы киңәйтеү өсөн бина кәрәклеге тыуғас, беҙҙең халыҡ университетына йөрөгән бер эшҡыуарыбыҙ мотлаҡ ярҙам итәсәген белдерҙе. Яҡшы кешеләр эргәбеҙ тулы, уларҙы киләсәк быуын мәнфәғәтенә үҙ өлөштәрен индерһен өсөн дәртләндерергә генә кәрәк, — ти Надежда Александровна.
Яҡшы, изге эштәрҙә “пионер”ҙа, маяҡ та була белгән әлшәйҙәрҙең дәрт-сәменә хайран ҡалырлыҡ!
Динә АРЫҪЛАНОВА
Әлшәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 116

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 469

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 103

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 913

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 675

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 258

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 581

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 443

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 522

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 346

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 532