Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тарихи дөрөҫлөккә шик ҡалмай
“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең тарих бүлеге мөдире Азат Ярмуллиндың матбуғаттағы сығыштары халҡыбыҙҙың үткәне менән ҡыҙыҡһынғандарҙы лә битараф ҡалдырмайҙыр. Уның 2007 йылда донъя күргән “Воинская слава башкирского народа” китабы иһә беҙҙең тарих фәнендә ҙур яңылыҡ булараҡ ҡабул ителде. Сал быуаттарҙан уҡ яугир халыҡ булып танылған башҡорттарҙың төрлө хәрби походтарҙа, һуғыштарҙа, азатлыҡ өсөн ҡораллы күтәрелештәрҙә күрһәткән батырлығы, айырым ҡаһармандарҙың, ғәскәр башлыҡтарының фиҙаҡәрлеге унда бихисап архив сығанаҡтары нигеҙендә дәлилле итеп яҡтыртыла, тарихыбыҙҙағы бик күп билдәһеҙлектәр, “аҡ таптар” юҡҡа сығарыла. Был китап бөгөн генә түгел, киләсәктә лә үҙ әһәмиәтен, ҡиммәтен юғалтмаясаҡ.

Гәзитебеҙҙең быйылғы 6 сентябрь һанында Азаттың “Төньяҡ амурҙары”ның серле байрағы” тигән мәҡәләһен күргәс, бар эшемде ташлап, бер тында уҡып сыҡтым. Әле республика Милли музейында һаҡланған был тарихи байраҡтың серен автор үҙе үк асып бөтөрә яҙған бит. Бары “бригадный начальник-подполковник”тың кем икәнлеген йәнә бер ентекләп асыҡлайһы ғына ҡалған. Беҙҙең Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Азат Ярмуллин байраҡтың фотокүсермәһен күрһәткәс, ғәрәп графикаһындағы текстың уҡылышын күпмелер аңлатҡайным, шунда фамилияның “Семеновский” булыуына ла шик белдерҙем. Сөнки, ике быуатҡа яҡын ваҡыт үтеп (1813 тигән дата асыҡ күренеп тора), хәрефтәр бер аҙ юйыла төшһә лә, тәүге ике тартынҡыны хәҙерге алфавитыбыҙҙағы “с” һәм “м” хәрефтәре итеп уҡыу дөрөҫ булмаҫ ине. Ике хәреф тә ғәрәпсә яҙылышында тамамланмаған кеүек тәьҫир ҡалдырҙы. Был фамилияны “Нихнавский” тип тә уҡып була, тип белдерҙем. Ни тиһәң дә, икенсе тартынҡы “х” булып асығыраҡ күренһә, тәүгеһенең “мәркәсе” өҫтөндә бер генә “нөктә” тора. Ләкин ул ҡап уртаға түгел, ә ситкәрәк ҡуйылған.
Азат Ярмуллиндың мәҡәләһендә тарихсылар С.Е. Калинин менән Ә.Н. Усмановтарҙың хеҙмәттәренән килтерелгән өҙөктәрҙе уҡығас, был фамилияның тәүге хәрефе “т” тип уҡыла бит, тип ҡысҡырып ебәрә яҙҙым. Ысынлап та, фамилия “т” хәрефенә башлана, уның оригиналдағы “мәркәс” өҫтөндәге бер нөктәһе юйылған. Һаҡланып ҡалған нөктәнең ҡап уртала түгел, ситтәрәк тороуы ла шуға бәйле. Фамилияның яҙылышын хәҙерге хәрефтәргә туранан-тура ауҙарһаҡ, йәғни транслитерация башҡарһаҡ, “Тхновыский” тигән һүҙ килеп сыға. Тимәк, француз илбаҫарҙарына ҡаршы яуға киткән өс полклы башҡорт атлы бригадаһының начальнигы подполковник Тихоновский булғанлығына, һәм был ҡомартҡының нәҡ шул байраҡ икәнлегенә һис ниндәй шик ҡалмай.
Әйтер һүҙем шул: был изге байраҡҡа ҡарата Милли музейҙағы аңлатманы һәм текстың уҡылышын, тәржемәһен киҫекмәҫтән төҙәтергә, дөрөҫләтергә кәрәк. Халҡыбыҙҙың данлы, шанлы, ҡанлы тарихының сағыу бер бите, өнһөҙ шаһиты бит ул. Уны юллап, дөрөҫлөктө асыҡлауға күп көс һалған Азат Яруллинға рәхмәт кенә әйтергә ҡала.
Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ,
филология фәндәре докторы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә