Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Әнүәр Әбйәлетдиновты белеүселәр бармы?
Карелияның Медвежьегорск районында эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған осоусыларҙың медальондарын тапҡан. Уларҙың береһе — беҙҙең яҡташыбыҙ, өлкән сержант, авиация механигы Әнүәр Зыятдин улы Әбйәлетдинов.
Осоусылар һәләк булған урында яугирҙәрҙең исемен асыҡларға ярҙам иткән орден һәм миҙалдар, исемле медальондар табылған, тип хәбәр итә Эҙәрмәндәр отряды фонды советы рәйесе Илдар Бикбаев. Янған самолеттың ҡалдыҡтарын бынан 15 йыл элек Пиндуши ауылы эргәһендә мәктәп уҡыусылары тапҡан булған. Әлеге ваҡытта эҙәрмәндәр осоусыларҙың туғандарын эҙләй. Әгәр яугир хаҡында берәй мәғлүмәт белһәгеҙ, “Башҡортостан” гәзите редакцияһына 272-86-29 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
“Башинформ”.


Теләгән кеше эш таба
Ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһының “Икар” кинотеатрында “Йәштәргә — эш!” акцияһы булды. Сараны мәшғүллек үҙәге, йәштәр эштәре буйынса комитет ойошторҙо.
Йыл башынан мәшғүллек үҙәгенә эш табырға ярҙам итеүҙе һорап 2500-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың яртыһы – 30 йәшкә тиклемге йәштәр. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең меңдән ашыуы быйыл эшле булған. Туғыҙ ай эсендә 30 йәшкә тиклемге 130 кеше яңы һөнәр үҙләштергән. Сарала Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 17 предприятие вәкилдәре йөҙҙән ашыу эш урыны тәҡдим иткән.
“Торатау”.


Эшҡыуарҙарға – ярҙам
Учалы районы хакимиәтендә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына ярашлы, халыҡтан документтар ҡабул итеү тамамланды. Бизнес-пландар араһында малсылыҡ менән шөғөлләнеү, халыҡ кәсептәре, икмәк бешереү, торба магистралдәрен һалыу буйынса төҙөлөш эштәрен башҡарыу, кадрҙар агентлығы булдырыу, түбә ябыу кеүек эштәргә өҫтөнлөк бирелгән. Барлығы туҡһан проект теркәлгән.
Һәр проектҡа шәхси коэффициент ҡуйыласаҡ, бөтәһенән дә күберәк мәрәй йыйған документ субсидияға дәғүә итәсәк. Иң ҙур субсидия күләме — 300 мең һум. Быйыл район һәм ҡала эшҡыуарҙарына федераль, республика һәм район бюджетынан бүленәсәк аҡса 7 миллион 861 мең һум тәшкил итә.
“Яйыҡ”.


Маралдарҙың һаны ҡырҡа кәмегән
Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында эре себер боландарының иҫәбен алғандар. Бының өсөн ғилми хеҙмәткәрҙәр ун көн төнгө дежурға сыҡҡан. Махсус биләмәләрҙә ата боландың нисә тапҡыр ҡысҡырғанын һанарға, бер боландың тауышын икенсеһе менән бутамаҫҡа ла кәрәк булған хеҙмәткәрҙәргә.
1986 йылда ҡурсаулыҡ биләмәһендә маралдарҙың һаны 400-ҙән ашһа, бөгөн егерменән ашыу ғына. Уларҙың ҡырҡа кәмеүендә бүреләрҙең үрсеүе, браконьерҙарҙың мутлығы ла ҙур йоғонто яһай. Маралдарҙың теүәл һанын ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡышҡыһын аныҡлаясаҡ. Уға тиклем эре себер боландары бер аҙ булһа ла артыр тип өмөтләнәләр.
“Тәбиғәт”.


Йәйәүлеләргә уңайлы үткел асылған
Стәрлетамаҡ ҡалаһында Вокзал һәм Хоҙайбирҙин урамдары киҫешкән урында юл өҫтөнән йәйәүлеләр үткеле асылған. Төҙөлөш эштәре былтыр башланған. Юлдың әлеге ҡатмарлы өлөшө ошоғаса гел хәүеф тыуҙырған.
Йәйәүлеләр галереяһы зәңгәр төҫтәге монолитлы поликарбонат менән ҡапланған. Ҡараңғыла һәйбәт яҡтыртыла. Мөмкинлектәре сикләнгән, оло кешеләр өсөн дә уңайлы. Лифт та йөрөй.
“Ашҡаҙар”.


Ялған аҡса эшләп байып булмай
Белорет ҡала суды ялған аҡса эшләп һатыу менән шөғөлләнгән 24 йәшлек Максим Машковҡа хөкөм ҡарары сығарҙы.
Белорет ҡалаһында йәшәгән Машков енәйәтсел төркөм төҙөп, ҡалала, Белорет һәм Бөрйән райондарында 100, 500, 1000 һумлыҡ ялған банк билеттары эшләгән. Был аҡсаны улар ысын купюраларҙың күсермәһен алып, төҫлө принтерҙа баҫҡан. Машков иһә төркөмгә етәкселек иткән.
Ул ғәйебен тулыһынса таныған, үкенеүен белдергән. Ошоно иҫәпкә алып, эш айырым тәртиптә ҡаралған. Суд Машковты ике йыл һынау ваҡыты менән дүрт йылға иркенән мәхрүм итте.
“Урал”.


М. Ғафури паркында 60 йүкә ултыртҡандар
Күмертау ҡалаһында үткән “Йәшел ҡала” экология акцияһында М. Ғафури исемендәге скверҙа 60-тан ашыу йүкә ағасы ултыртылған. Сарала ҡала хакимиәте, республиканың төрлө министрлыҡтары һәм ведомстволары хеҙмәткәрҙәре, 6-сы дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ҡатнашҡан.
Скверҙы йәй төҙөкләндергәндәр, хәҙер ул ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнгән. Шуға ла скверҙы тағы ла йәмләндереү өсөн йүкәләрҙе тап ошо урынға ултыртырға булғандар. Ошо арала ҡалала тағы 500-ҙән ашыу ағас ултыртыласаҡ.
“Юшатыр”.

Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә