Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшы кәйеф һәм ял бүләк итә
Яҡшы кәйеф һәм ял бүләк итәҺаулыҡтың кеше тормошонда ни ҡәҙәр мөһим булыуын борон-борондан халыҡ яҡшы аңлаған. “Байлыҡ башы — һаулыҡ”, “Халыҡ һаулығы — дәүләт байлығы”, “Тәне һауҙың — йәне һау” тигән әйтемдәр аша сәләмәтлекте сағыштырып булмаҫлыҡ хазинаға тиңләгәндәр.

Табиптарыбыҙ илебеҙ халҡының һаулыҡ торошо йылдан-йыл насарайыуы, кескәй йәштән сәләмәтлекте һаҡларға өйрәтеү, ошо юҫыҡтағы эштәрҙе көсәйтеү кәрәклеге хаҡында күптән саң ҡаға. Шуға ла һуңғы ваҡытта һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге төп сәйәсәт сирҙәрҙе иҫкәртеүгә, дауалау сараларын ауыр хәлгә тарымаҫ элек башлауға йүнәлтелгән. Әлбиттә, һаулығын ҡайғыртыусылар өсөн дауахана йәки шифахана ишектәре һәр ҡайҙа ла асыҡ. Мәҫәлән, берәүҙәр шифа эҙләп ете диңгеҙ аръяғына юллана, икенселәр йылы яҡты һайлай, өсөнсөләр урындағыларына өҫтөнлөк бирә. Әммә теләгән һәр кем донъя йәки ил күләмендә даны таралған һауыҡтырыу һәм ял итеү учреждениеһына барыу мөмкинлегенә эйә түгел. Быныһы — бер. Икенсенән, уларҙағы дауалау саралары барлыҡ кешегә лә килешмәүе ихтимал.
Башҡортостан тәбиғәте үҙе үк шифаханалар, ял итеү урындары булдырыуҙы талап итә кеүек, дауа өсөн бынамын тигән хазиналар төйәгендә йәшәйбеҙ. Яҡшы кәйеф һәм ял бүләк итәОктябрьский ҡалаһындағы “Стронег” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Бодрость” шифахана-профилакторийы менән танышҡас та шундай уйҙар нығынды. “Бодрост”ың халыҡ һаулығы хаҡында хәстәрлек күреүенә — 30 йыл. Ошо осор эсендә ул үҙен барлыҡ йәһәттән дә танытып өлгөрҙө. Шифахана директоры Әлфир Ибраһимов әйтеүенсә, бында киң йүнәлешле дауалау-иҫкәртеү эше алып барыла. Ҡаланың үҙәгендә урынлашыуы һис тә һағайтмаһын, парк зонаһында ул, йәшеллек менән солғап алынған һәм экологик яҡтан таҙа район һанала.
Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшы, тиһәләр ҙә, шифахана-профилакторийға юлланыр алдынан мәғлүмәтле булыу ҡамасауламаҫ, моғайын.
Шифахана заманса талаптарға яуап бирә, бүлмәләрҙә зауыҡлы йыһаз, барлыҡ уңайлыҡ тыуҙырылған. Мәҫәлән, ярым люкс бүлмәләрҙә лә душ, ванна, телевизор һәм һыуытҡыс бар. Дөйөм ял итеү урындарында һәр кем күңеленә яҡын шөғөл таба ала. Туҡландырыуға ҡарата ризаһыҙлыҡ күрһәткән кеше юҡ, тәнҡит һүҙҙәре лә ишетелмәй. Башҡа шифахана-профилакторийҙы түгел, тап “Бодрост”ҡа өҫтөнлөк биреп килгәндәр икән, ял итеүселәрҙең ышанысын бар йәһәттән дә аҡларға тырышалар. Ә бының өсөн үҙенсәлекле һауыҡтырыу алымдары үҙләштерелә, элеккеләре иһә камиллаштырыла. Шуға күрә шифахана ҡала халҡын ғына түгел, республиканың барлыҡ төбәктәренән, Себерҙән, Мәскәүҙән, хатта Италиянан, Япониянан һәм Ҡытайҙан килеүселәрҙе лә йәлеп итә. Күптәр ғаиләһе менән ял итеүҙе хуп күрә. Бәләкәй балалылар өсөн дә яҡшы шарттар тыуҙырылған. Һауыҡтырыу курсы ниндәй сир булыуға бәйле, йәғни 14 көндән алып.
Бында һөйәк-мускул (остеохондроз, полиартрит, миозит, умыртҡа һөйәге бүҫере һ.б), нервы, ашҡаҙан-эсәк (гастрит, гастродуоденит, колит, панкреатит, диетик туҡланыу һ.б.), гинекологик, тире, тын юлдары, ҡан әйләнеше, аш һеңдереү кеүек сирҙәр иҫкәртелә. Һөйәк-мускул системаһы, умыртҡа бағанаһы, бүҫер сирҙәренән дауалауҙа үҙенсәлекле алымдар ҡулланыла. Мәҫәлән, умыртҡа һөйәген һыу эсендә вертикаль тарттырыу кеүек комплекслы дауалауҙың һөҙөмтәһе ифрат ҙур.
“Бодрость” шифахана-профилакторийының башҡаларҙан айырмаһы нимәлә һуң? Нафталанда. Өлгөрөп етмәгән нефть ул. Әйткәндәй, нафталандың шифалы үҙенсәлектәре донъя медицинаһында 600 йылдан ашыу элек үк билдәле булған. Ошо ғәжәйеп файҙалы тәбиғи компонент остеохондроз, артрит, радикулит, псориаз, нейродулит, простатит, экзема кеүек күп төрлө ауыр сирҙәрҙән арындырғанда бик һәйбәт һөҙөмтә бирә. Анығыраҡ итеп әйткәндә, ул ваҡ ҡан тамырҙарында ҡан йөрөшөн яҡшырта, һыҙланыуҙан һәм шешенеүҙән яҡшы сара булып тора. Нафталан ләме ҡан ойошоуын түбәнәйтә, микробтарға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙең ҙур ҡалаларынан тап ошонда килеүҙәренең ғилләһе хәҙер аңлашыла торғандыр. Ғөмүмән, “Бодрость” — республикала нафталан ҡулланған берҙән-бер шифахана. Ул иһә Азербайжандағы ятҡылыҡтарҙан килтерелә. Нафталанлы һәм көкөртлө-водородлы ванналар ҙа алда телгә алып үтелгән ауырыуҙарҙан ҡотолоуҙа яҡшы сара.
Ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәренән яфаланыусыларға, һимереү, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы кеүек эндокрин характерҙағы яфалар менән осрашыусыларға табип дөрөҫ туҡланыу билдәләй. Шулай уҡ һәр кем диабетик туҡланыу курсы үтә ала, минераль һыу, һут һәм үлән төнәтмәләренән әҙерләнгән сәй — рәхим ит. Шифахана өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һәм улар организмды нығытыу өсөн заманса ысулдарҙы ҡулланырға мөмкинлек бирә. Әлфир Әсхәт улы әйтеүенсә, иҫкәртеүҙең барлыҡ традицион алымдары тәҡдим ителә. Мәҫәлән, массаж, парафин-озокерит, магнит терапияһы, яҡтылыҡ менән дауалау, “тоҙ шахтаһы”, “легран” майы тоҙҙары, күк балсыҡ, төрлө төрҙәге ванналар, бассейнлы сауна һәм башҡа дауалар бик һөҙөмтәле.
Шулай уҡ кардиолог, невролог, офтальмолог, гинеколог, стоматолог, физиотерапевт кеүек белгестәрҙән консультация алыу, ентекле медицина тикшеренеүе үтеү мөмкинлеге лә бар. Түлһеҙлектән дә дауаланалар. Белгестәр: “Беҙҙәге дауаның шифаһы ҡатын-ҡыҙ миҫалында айырыуса яҡшы күренә, бәпәй таба алмағандар әсә булыу бәхетен татый”, — ти. Шуға ла тәҡдимдәр һәм ялыуҙар кенәгәһендә коллективҡа ҡарата күңел түренән сыҡҡан йылы һәм ихлас һүҙҙәр генә урын алған. Унда: “Шифахана-профилакторийҙа үткәргән һәр көн файҙалы булды. Хеҙмәтләндереү кимәле юғары. Бик ҡәнәғәтбеҙ һәм тағы ла киләсәкбеҙ. Иғтибарлы, йылы мөнәсәбәтегеҙ, эшегеҙҙең оҫтаһы булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт”, — тигән яҙмаларҙы ғына уҡырға мөмкин.
Әлфир Ибраһимов үҙе лә хеҙмәткәрҙәренән ифрат ҡәнәғәт. Өс тиҫтә йыл эсендә һәр көн үҫеш, алға ынтылыш менән үткән. Һөҙөмтәлә бай тәжрибә тупланған, заман яңылыҡтары ҡыйыу индерелгән. Шуға ла уларҙы конкуренция ҡурҡытмай.
Былтыр “Башҡортостандың иң яҡшы 100 тауары” конкурсында хеҙмәтләндереү номинацияһында еңеп, диплом яулағандар. Йәйге осорҙа балаларҙы һауыҡтырыуҙағы күрһәткестәре лә юғары баһа алған — Хөкүмәттең Маҡтау грамотаһы тапшырылған. Шулай уҡ Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының, тармаҡтың Почет грамоталарына эйә булғандар. Әйткәндәй, уңыштар шифахана-профилакторийҙың баш табибы Әлфир Сәлих улының тәжрибәле етәксе булыуына бәйле. Ул бында 1993 йылдан алып эшләй, тәжрибәле табипҡа 2004 йылда директор-баш табип вазифаһын йөкмәтәләр.
Әле лә бында ҡыҙыу мәл, көҙгө көндөң йонсоулығы һис кенә лә һиҙелмәй, һәр ҡайҙа йәнле эш ҡайнай. “Социаль туризм” проекты буйынса ошо көндәрҙә генә йәнә оло йәштәгеләрҙе ҡабул иткәндәр. Өлкәндәрҙең һәм инвалидтарҙың “Бодрость” шифахана-профилакторийын һайлауы юҡҡа түгел. Улар тап бында күрһәтелгән дауаның һөҙөмтәле булыуын ишетеп килгәндәр.
Ял сәғәттәре лә төплө уйланып, һәр кемде йәлеп итерлек итеп ойошторола. Ғөмүмән, Европа шифаханаларында ҡулланылған барлыҡ һауыҡтырыу саралары ла булған “Бодрость” һәр кемгә яҡшы кәйеф бүләк итә, сир-сырхауҙарҙан арындыра һәм киләсәккә өмөт-ышаныс тыуҙыра.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Октябрьский ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20