Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бик кәрәкле проекттар
Бик кәрәкле проекттар“Өфө уттары” күңел асыу комплексында Интернет көнөнә арналған байрам тантанаһы булды. Унда “IT-Башҡортостан” республика конкурсына йомғаҡтар яһалды, еңеүселәр бүләкләнде.

Тантанала Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, дәүләт ойошмалары вәкилдәре, программистар һәм журналистар ҡатнашты.
— Барығыҙға ла конкурста ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Бөгөн мәғлүмәт технологияларына бәйле яңы мөхит барлыҡҡа килә. Беҙ ошо тармаҡта эшләгән кешеләрҙе бергә йыйырға булдыҡ. Сөнки аралашырға, тәжрибә уртаҡлашырға кәрәк. Һеҙ маҡтаулы эштәр башҡараһығыҙ, киләсәккә яңы проекттарығыҙ бихисап, үҫеш мөмкинлектәрегеҙ ҙур. Ҡайһы бер эшләнмәләр бөгөндән тормошта ҡулланыла, — тине Борис Мелкоедов.
Ысынлап, программистар эшләгән сайттар һәм проекттар бөгөн тормошта әүҙем ҡулланылыш таба. Мәҫәлән, баш ҡаланың ашығыс ярҙам хеҙмәтен автоматлаштырыу. Уның уңайлы булыуы, шул уҡ ваҡытта халыҡҡа ярҙамы тураһында “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан күптәргә мәғлүм. Әйткәндәй, был проект “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы сиселеш” номинацияһында еңеп сыҡты.
Конкурстың башҡа һөҙөмтәләренә килгәндә, улар түбәндәгесә. “Иң яҡшы дәүләт власы органы сайты” номинацияһында Башҡортостан дәүләт заказдары комитеты сайты, “Мәғариф өлкәһендәге иң яҡшы сиселеш” номинацияһында мәктәптәрҙә дистанцион уҡытыу системаһы танылды. Муниципаль учреждениелар араһында иң яҡшы сайт тип Күмертау ҡалаһы хакимиәтенеке табылды. “Туған телде популярлаштырыу йәһәтенән иң яҡшы мәғлүмәт проекты” номинацияһында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тәҡдим иткән “Башҡорт теленең машина фонды” проекты еңеп сыҡты. Ул шунда уҡ беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм проекттың авторы — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының “Тел һәм мәғлүмәт технологиялары” лабораторияһы мөдире Зиннур Сиражетдинов менән аралашырға ашыҡтыҡ. Лаборатория 2002 йылда республикала дәүләт телдәре тураһындағы Закон ҡабул ителгәс барлыҡҡа килгән һәм уның төп маҡсаты — башҡорт телен һаҡлау, уға мәғлүмәт технологиялары ярҙамында заманса һулыш өрөү.
— Беҙгә быйыл ун йыл тула, ошо ваҡыт эсендә күп эш башҡарҙыҡ. Мәҫәлән, FineReader программаһын “башҡортлаштырҙыҡ”, хәҙер сканер аша үткәрелгән башҡортса текстарҙы еңел “танырға” була. Майкрософт менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, шул сәбәпле Windows операция системаһында башҡорт шрифттарын файҙаланыу еңелләште, — тине ул. — Әлеге проектҡа туҡталғанда, беҙ уның өҫтөндә алты йылдан ашыу эшләйбеҙ. Ул йөҙҙән ашыу мәғлүмәт базаһынан тора, ете өлөшкә бүленә. Телде өйрәнеүселәр өсөн бик ҙур ярҙам килтерә торған проект.
“Кадрҙар сәйәсәте өлкәһендәге иң яҡшы сиселеш” номинацияһында “Аттестация” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы”, “Электрон хеҙмәттәр өлкәһендә иң яҡшы сиселеш” тип Берҙәм регистратура табылды.
“IT-Башҡортостан” конкурсын ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар бәйгенең бөгөнгө тормошта көнүҙәк һәм кәрәкле булыуына баҫым яһаны. Артабан да республикала мәғлүмәт технологияларын үҫтереүгә ҙур көс һалынасаҡ.
Ә. ӘЙҮПОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә