Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурғандарҙа — ҡунаҡта
Ҡурғандарҙа — ҡунаҡтаСал дала ла армыт-армыт тауҙар
Төйәк кенә ере башҡорттоң.
Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да
Йөрәгемде ниңә ярһыттың?

Милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәргә сәфәргә сыҡҡан һайын шағир Рәмил Ҡолдәүләттең ошо шиғыр юлдары хәтергә төшөп төрлө уйҙарға һала. Ҡайҙа ғына көн итмәй халҡыбыҙ! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур биләмәләрҙә йәшәгән башҡорттарҙы юҡҡа сығарыу, тарҡатыу, тамырынан йолҡоп алыу өсөн батшалар, ил етәкселәре ниндәй генә хәйлә ҡормаған да ниндәй генә мәкергә бармаған. Бер туҡтауһыҙ ихтилалдар, Сталин осорондағы золом, артабан телде ҡыҫырыҡлау, республикабыҙҙы бер нисә тапҡыр бүлгеләү сәйәсәте халҡыбыҙҙы шаҡтай миктәтһә лә, уның рухын, йәшәүгә көсөн, дәртен һүндерә алмаған.

Артур барҙа ырыҫ артыр

Ә йәшәгән төбәктәрендә тәбиғәттең хозурлығы һуң! Юлдаштарым менән тыуған төйәгебеҙҙең ҡабатланмаҫ күркәмлегенә һоҡлана-һоҡлана киләбеҙ. Йөҙәр саҡрымға һуҙылған Урал тауҙарын үтеп, Силәбе ҡалаһы артта ҡалғас, машинабыҙ тигеҙ дала юлынан елдерә башланы. Ул арала өлкәнең Копейск ҡалаһына еттек. Унда беҙҙе Артур Хазаров атлы уҙаман ҡаршы алды. “Беҙҙең яҡҡа ла килеп сығығыҙ әле, Ҡурған башҡорттарын да онотмағыҙ”, — тип күптән саҡырһа ла, яйы сыҡмай тора ине.
Сығышы менән Сафакүл районының Бурыл Айғыр ауылынан Артур. Тыуған нигеҙҙәре ҡоротолғас, уларҙың ғаиләһе Копейскиҙа төпләнә. Күсеп килгәс тә,Ҡурғандарҙа — ҡунаҡтаатаһы Тимерғази ағай эшҡыуарлыҡҡа тотона. Бер аҙҙан юғары уҡыу йортон тамамлаған улы ла атаһының эшен дауам итә. Ихаталарында кирбестән һалынған ике ҙур йорт, сауна, бассейн, емеш ағастарының күплеге ғаиләнең тилберлеге, уңғанлығы хаҡында һөйләй.
Үҙ хәстәре менән генә сикләнмәй Хазаровтар. Өлкә башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған төрлө сараларҙа ҡатнашалар, кәрәк икән, ярҙам итәләр, аҡсаһын да, бүләген дә йәлләмәйҙәр. Хатта Башҡортостандан килгән тиҫтәләрсә артисты ла үҙҙәренә фатирға төшөрәләр. Силәбеләр үҙ-ара аралашып йәшәй. Танылған спортсылар Эльбрус Ниғмәтуллин, Марсель Йосопов, Денис Шафиҡов, Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар йыш осрашып тора.
Бер аҙҙан беҙ Артурҙың машинаһында Ҡурған өлкәһенә ҡарай елдерә инек. Һәр төбәктең тәбиғәте үҙенә күрә ҡабатланмаҫ матур — зәңгәр күлдәрҙе бөҙрә ҡайындар алыштыра. Ялан яғы ялан яғы инде. Бер райондан икенсеһенә барыр өсөн бында оло юлдан, урауҙан йөрөп мәшәҡәтләнмәйҙәр.
Артурҙың Сафакүл, Әлмән райондарын, ундағы халыҡты, һөйләшен яҡшы белеүенә йәнә бер һоҡландыҡ. Тыуған ауылында әсә телендә бер нисә йыл ғына уҡыһа ла, башҡортса матур һөйләшә. Ә Өфөбөҙҙә “телем, милләтем” тип трибуналарҙан яр һалған бәғзе бер шәхестәрҙең балаларының үҙебеҙсә һөйләшмәүенә ни әйтерһең?
Ҡурғандарҙа — ҡунаҡтаЮл ыңғайы Артурҙың тыуған ауылы Бурыл Айғырға туҡталдыҡ.
— Ана, ике сирен ҡыуаҡлығын күрәһегеҙме, шунда беҙҙең өй була торғайны, — тип күрһәтте ул.
Олатаһын, туғандарын үҙ ҡуйынына алған зыяратҡа ла инеп сыҡтыҡ. Ауылдың ер йөҙөнән юҡҡа сығыуына апаруҡ ваҡыт үтһә лә, уның тәртиптә тотолоуы ҡыуандырҙы. Ҡойма менән уратып алынған, буялған. Хазаровтарҙың, халыҡтың тырышлығы менән ауыл урынында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйылған.
— Күптәр мәрхүм булған туғандарын әле лә ошонда алып ҡайтып ерләй, — тине Артур.
Хәйер, үткән быуатта бер Бурыл Айғыр ғына түгел, бихисап башҡорт ауылдары ер йөҙөнән юҡ ителгән бында. Сәбәбен дә тапҡандар бит әле: киләсәге юҡ, бәләкәй. Нәҡ ошондай ауылдарҙан илебеҙгә аҫыл, һәләтле ул-ҡыҙҙар, билдәле шәхестәр сығыуын белмәмеш булғандарҙыр. Күренекле ғалим, дәүләт, йәмәғәт эшмәкәре Шәриф Манатовтың тыуған ауылы Манатау урынында ла һәйкәл итеп ҡуйылған яҙыу ғына тора хәҙер.
Шәриф Манатов 1917 йылдың авгусында икенсе Башҡорт ҡоролтайында Башҡорт өлкә шураһының тәүге рәйесе итеп һайланған. Ҡоролтайҙа сығыш яһап, Рәсәйҙә унитар дәүләт өсөн көрәшеүселәргә, милләттәрҙең үҙбилдәләнешен танырға теләмәүселәргә ҡаршы сыға. 1917 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт өлкә шураһының Башҡорт автономияһы иғлан иткән тарихи фарманы ла Шәриф Манатов ҡултамғаһы менән донъя күрә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сәйәсәт артабан да үҙенең мәкерле эшен дауам итте. Элек гөрләп торған совхоздар күптән тарҡалған. Кирбестән һалынған ҙур-ҙур клубтар етемһерәп ҡалған. Ҡулайлаштырыу һылтауы менән мәктәптәр ябылған. Йорттарҙың хужаһыҙ ултырыуы ла һағышлы уйҙарға һалды.
Шулай ҙа халыҡтың ихласлығы, һүҙгә әүәҫлеге ҡыуандырҙы. Милләттәштәребеҙгә тип алып килгән китаптарҙы ҡуш ҡуллап таратып алдылар. Баҡай ауылы китапханасыһы Розалия Ғүмәрованы эшкә китеп барғанда тап иттек. Бүләктәр алып килгәнгә ҡыуанып бөтә алманы.
— Ҡайһылай һәйбәт булды әле, беҙ башҡортса яратып уҡыйбыҙ, — тине ул. Уны күреп, башҡалар ҙа йүгереп килеп етте.
— Миңә лә бирегеҙ әле.
— Йышыраҡ килеп йөрөгөҙ.
Йәнә бер нисә ауылда булып, халыҡ менән осрашҡандан һуң Артур:
— Әйҙәгеҙ, бер юлы Юламанға ла барып ҡайтайыҡ, — тине.
Был ауыл Әлмән районына ҡарай. Башҡортостанды арҡырыһын буйына гиҙеп сыҡҡан Артур республикабыҙҙың тәбиғәтен, халыҡтың көнитмешен яҡшы белә. Ҡурғандарҙа — ҡунаҡта
— Башҡортостан — ғәжәп үҙенсәлекле төбәк, — ти ул. — Ял итер өсөн унан да яҡшыраҡ урын юҡтыр. Ә бына тормош ҡороп йәшәй белгәндәргә беҙҙең Ҡурғанда ла насар түгел. Ана, күрәһегеҙме, икһеҙ-сикһеҙ ялан, бесәнлектәр. Кинәнеп йылҡы үрсет, ҡош-ҡорт тот. Күлдәр күп булғас, ҡоролоҡло йылдарҙа ла бесән күпереп үҫә.

Яҡташтар килгән!

— Бәй, ҡунаҡтар килгән дә, Башҡортостандан тиһегеҙ инде. — Фуат Мәғәсүмов беҙҙе ихлас ҡаршы алды. — Бик хуп, бик мәслихәт. Анау хәтлем ерҙән беҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һуңғы арала күренгәндәре юҡ ине. — Унан бер аҙ тынып торғас:
— Яҡташтар булаһығыҙ инде, — тип өҫтәне.
Өлкәнең Сафакүл, Әлмән райондары егерменсе йылдар башында Башҡортостан составында булыуын, Ялан-Ҡатай кантоны тип йөрөтөлгәнен белгәс, беҙ быға ғәжәпләнмәнек. Унан һуң Урал өлкәһенә, Силәбегә лә ҡушып ҡуйыуҙары мәғлүм. Ә 1943 йылда Ҡурғанға “бүләк итәләр”.
— Мин бит Башҡортостандың Учалы районында тыуғанмын, 1937 йылғымын, — тине Фуат ағай, асыҡлыҡ индерергә теләп. — Атайым һуғышҡа киткәс, инәйем тыуған яғына ҡайта.
Ҙур кирбес өй. Аш бүлмәһе түрендә ағас һике урын алған. Хәс тә боронғоса. Әүәле бик хәлле йәшәгәндәре тойола. Совхоздыҡылар эшсе класҡа ҡараны, эш хаҡы ла арыу ине уларҙың. Ә Башҡортостанда бындай ҙур йорттарҙы һуңғы йылдарҙа ғына һала башланылар.
Фуат ағайҙың атаһы Мәжит яу ҡырынан ҡайтмай. Малай уҡыуға зирәк булһа ла, әлеге лә баяғы аслыҡ-яланғаслыҡ артабан белем алырға форсат бирмәй. Шоферҙар курсын тамамлаған Фуат ағай ғүмере буйы совхозда водитель булып эшләй.
Ҡатыны менән алты бала тәрбиәләп үҫтерә йорт хужаһы. Эшсәнлеге менән дан ҡаҙана. Шуға ла иркен йәшәйҙәр. Ауылда еңел машинаны ла иң беренсе булып ул ала.
Фуат ағайҙың кинйә улы Рамаҙан да ғаиләһе менән атаһы янына ҡайтҡайны. Әбейе Әлфинур апай бер нисә йыл элек вафат булған. Атаһының хәлен белергә тип, әле бер балаһы, әле икенсеһе ҡайтып тора.
Ауылдың бөгөнгө хәле тураһында борсолоп һөйләй Фуат ағай.
— Шундай алдынғы хужалыҡ тарҡалды. Етештереү юҡ, йәштәр ҡалаға китә, — тип уфтанды.
Бала саҡтан күңелендә дингә ихтирам йөрөткән Фуат ағай Һамарҙа дин нигеҙҙәренә өйрәнеп ҡайта. Ә 1994 йылда иҫке магазинды ҡулайлаштырып, мәсет асалар.
— Шулай ҙа йәштәрҙә милли аңдың һаҡланыуы ҡыуандыра, — ти ағайыбыҙ.
Һөйләшеп кенә ултырғанда бер йәш ир килеп инде.
— Ҡыҙыбыҙға исем ҡушырға ине, — тине ул.
— Ниндәй исем һайланығыҙ?
— Әминә.
— Ҡайһылай матур исем!
Фуат ағайҙың йөҙө асылып китте.
— Шөкөр, сабыйҙар тыуып тора. Ауылыбыҙ ҡоромаҫ. Хәҙер...

Фермер Шәрифйән

Ауыл ерендә кемдең нимә менән шөғөлләнеүен, ҡайһы йортта ниндәйерәк кеше йәшәүе хаҡында белеү өсөн уның йорт-ҡаралтыһына күҙ һалыу ҙа етә. Иркен генә өй янында берәүҙең комбайн йүнәтеүен, икенсеһенең трактор янында мәж килеүен күрҙек. Моғайын, бында фермер йәшәйҙер.
Үҙен Шәрифйән Сиратов булам тип таныштырған ағай совхозда тракторсы ла, комбайнсы ла булып эшләгән. Бер мәл фермерлыҡҡа тотонорға ҡарар итә. Тәүҙә ҡуртымға 60 гектар ер алып, бойҙай сәсә. Ул йылда ярайһы ғына уңыш алған фермер, үҙ көсөнә ышанып, дәртләнеп, баҫыу майҙанын йылдан-йыл арттыра бара. Урып йыйыу өсөн техникаһы ла етерлек. Шәрифйән ағайҙан:
— Фермер мул йәшәй аламы? — тип һорағас, ул йылмайып ҡуйҙы.
— Ҡайҙан! Игенгә хаҡ түбән. Эшкә тотонорға өлгөрмәйһең, һалым түләтеү башлана...
Быны өмөтһөҙлөктән фермерлыҡҡа тотоноуына зарланып әйтмәй Шәрифйән ағай. Ер кешеһенең, уның ауыр хеҙмәтенең тейешенсә баһаланмауына йөрәге әрней.
Башҡорт халҡы әүәл-әүәлдән үҙенең йылҡыһы менән дан тотҡан. Бөгөн Шәрифйән ағайҙың ҡураһында 54 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Киләсәктә уларҙың һанын тағы ла ишәйтергә иҫәбе.
* * *
Юламан ауылындағы матур кешеләр менән һаубуллашып, үҙ юлыбыҙҙа булдыҡ. Был яҡтарҙа эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнгән милләттәштәребеҙҙең күп булыуына ҡыуандыҡ. Сафакүл ауылында, Копейск ҡалаһында юл ыңғайы китеп барышлай Артур:
— Ана тегендә шул-шул йәшәй, бында шуның фирмаһы, — тип, ике-өс ҡатлы мөһабәт коттедждарҙы күрһәткәндә, һоҡланмау һис мөмкин түгел ине.
Венер ИСХАҠОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840