Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кредит юлларғамы, әллә күктән фатир төшкәнен көтөргәме?
Кредит юлларғамы, әллә күктән фатир төшкәнен көтөргәме?Берләшкән милләттәр ойошмаһы булдырған Бөтә донъя торлаҡ көнөн “байрам датаһы” тип әйтергә һис тә тел әйләнмәй, сөнки “мөйөш”лө булыу илебеҙҙә күптәр өсөн хәл ителмәҫтәй мәсьәләгә әүерелеп бара. Быға квадрат метрҙарҙың ай һайын ҡиммәтләнеүе, ә хеҙмәт хаҡының күп осраҡта йылдар буйы үҙгәрешһеҙ ҡалыуы сәбәпсе. Шулай ҙа, өмөтһөҙлөккә бирелге килмәй.

Ринат менән Ританың тәжрибәһе

Башҡорт рок төркөмдәренең береһендә музыкант булып эшләгән Ринат Әхмәтдинов ҡатыны Рита менән быйыл яҙ торлаҡ мәсьәләһен үҙҙәренсә хәл иткән. Өйләнешкәндән һуң бер йылдай кеше фатирында йәшәгәс, улар ипотекаға бүлмә һатып алған.
— 18 квадрат метр майҙандағы бүлмәне 1 миллион һумға алдыҡ. Биш йыл буйы ай һайын 15 мең һум түләйәсәкбеҙ, — ти Өфө йәштәре.
Әхмәтдиновтар элек фатир хужаларына ла шул сама түләгән булған.
— Аҡсаны сит кеше кеҫәһенә һалғансы, үҙ милкеңә индереү яҡшы, — ти улар.
Республикабыҙҙа ошолай фекер йөрөтөүселәр һаны йылдан-йыл арта. Августа Башҡортостандағы банктар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә арналған кәңәшмәлә билдәле булыуынса, быйыл тәүге алты айҙа торлаҡ алыу өсөн 9 877 ипотека кредиты бирелгән. 2011 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был 1,7 тапҡырға күберәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ипотека юллаусылар һаны артҡан һайын торлаҡ баҙарында — хаҡтар, банктарҙа процент ставкалары ла күтәрелә. Мәҫәлән, Ринат менән Рита йәшәгән ятаҡ бүлмәләрен бөгөн 1,2 миллион һумға тәҡдим итәләр (әйткәндәй, ошо уҡ хаҡҡа Болгарияла диңгеҙ ярындағы йорттан бер бүлмәле фатир алырға була). Иғландар сайтынан күренеүенсә, 2011 йылда улар 720 мең һум торған. Тимәк, уңайлыҡтары булмаған ябай ятаҡ бүлмәһе бер йылда 480 мең һумға ҡиммәтләнгән. Уртаса эш хаҡы алған кешегә фатир хаҡтары артынан ҡыуып етерлек түгел. Шуға күрә ни тиклем тиҙерәк торлаҡ алырға тәүәккәлләһәң, шул ҡәҙәр отаһың, тип һығымта яһарға мөмкин.

Дәүләт ярҙамы һәр кемгә лә эләкмәй


Рәсәй халыҡ иҫәбе кәмей барған илдәрҙән һанала. Тыуым аҙлығының төп сәбәптәренең береһе — торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлегенең булмауы. Дәүләт тә был проблемаға күҙ йомоп ҡарамаған кеүек: төрлө займ, субсидия һәм социаль ипотека программалары ҡаралған. Уларҙы барыһы ла ала алмауы ғына үкенесле.
Мәҫәлән, республикабыҙҙа 26 122 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ иҫәптә тора. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының бүлек етәксеһе Римма Чередниктың әйтеүенсә, быйыл уларҙың 874-енә — торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн, йәнә 600 тирәһе ғаиләгә бала тыуғанда түләнә торған субсидиялар бирелә. Йәғни 26 меңлек сират бер йылда мең ярымға кәмей. Ғаиләләр, йәшәгән ерҙәрендә сираттың ҙурлығына ҡарап, бер йылдан биш йылға тиклем үҙ мөҙҙәтен көтә. Күптәр, 35 йәше тулыу сәбәпле, йәштәр программаһында ҡатнашыуҙан туҡтай.
— Әгәр дәүләт ярҙамын оҙаҡ көтөргә кәрәкмәһә, беҙ уңайлыҡтары булған иркен фатир алыр инек, — ти сиратта тороп ваҡыт әрәм итергә теләмәгән Рита менән Ринат Әхмәтдиновтар. Шулай ҙа киләсәктә сабый тыуғанда бирелә торған ташламанан файҙаланырға өмөт итәләр. Ул осраҡта ипотека кредитының күпмелер өлөшөн дәүләт ҡаплаясаҡ.
Ғаиләләрҙең күбеһе аҙ тәьмин ителгәндәргә тәғәйенләнгән социаль ипотека кредитынан да файҙалана алмай, сөнки программаға инер өсөн кәмендә 100 мең һум самаһы иғәнәң булырға тейеш. Уныһын тапҡан хәлдә лә банктың, эш хаҡығыҙҙың күләме талап ителгәндән түбән тип, ғаризағыҙҙы алмауы ихтимал. Өфөлә ятаҡ бүлмәһендәге 12 квадрат метр майҙандың уртаса 850 мең һум тороуын иҫәпкә алһаҡ, күпме эш хаҡы кәрәк? Кредит алыусының түләүе айлыҡ килеменең 30-40 процентынан ашмаҫҡа тейешлеген (бындай талап һәр илдә бар), иғәнәнең торлаҡ хаҡының кәмендә 10 процентын тәшкил итеүен иҫкә төшөрһәк һәм процент ставкаһын 13 процент тип алһаҡ, 20 мең һумдан кәм булмаған эш хаҡы талап ителә. Үкенескә ҡаршы, бындай килем менән күптәр маҡтана алмай.

Өмөтлө Указ ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине

Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майында ҡул ҡуйған “Рәсәй Федерацияһы граждандарын осһоҙ һәм уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенең сифатын яҡшыртыу буйынса саралар тураһында”ғы Указы киләсәктә торлаҡ кредиты шарттарының бер аҙ “йомшарыуына”, процент ставкаларының Европа илдәрендәге кеүек түбән булыуына өмөт уятты. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ошо аҙнала уҙған алданған өлөшсөләр мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә яһаған сығышы был Указдың оҙаҡламай бойомға ашырына, меңәрләгән ғаиләнең тар бүлмәнән иркен фатирға күсеренә ышанысты тағы ла нығыта төштө.
— Кисекмәҫтән эконом-класс торлағын төҙөй башларға кәрәк. Торлаҡ өлкәһендәге хәлдәр өсөн ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе, ошо йүнәлештә эшләүсе вице-премьерҙар яуаплы. Әгәр төҙөлөш урынынан ҡуҙғалмаһа, һеҙҙең өсөн быны башҡалар эшләйәсәк. Аҡса ла, майҙан да, теләк тә бар. Ни өсөн эшкә тотонмайбыҙ? Кемде көтәбеҙ? Шуға ла мутлашыусылар күбәйҙе. Һатып алырҙай торлаҡ булһа, халыҡ уларҙан алданмаҫ ине, — тине Рөстәм Зәки улы.
Арзаныраҡ хаҡҡа фатирҙар төҙөлһә, ипотека кредитын алыусылар ҙа бермә-бер артасаҡ. Һөҙөмтәлә банктар ставкаларҙы күтәрмәҫме икән, тигән шик тыуа. Шулай ҙа, Башҡортостан Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәновтың августағы кәңәшмәлә әйткәндәрен хәтергә төшөрһәк, проценттар ауыҙлыҡланыр кеүек.
— Кредит ойошмаларына икенсе ярты йыллыҡҡа ҡуйылған бурыстарҙың береһе — граждандарҙың айырым төркөмө (йәш ғаиләләр, бюджет өлкәһендә эшләүселәр) өсөн ипотека кредиты ставкаһын 2,2 процент итеү буйынса саралар күреү, — тигәйне ул.
Әгәр әйтелгәндәр ысынлап та тормошҡа ашһа, беҙ Европа илдәре халыҡтарынан һис кәм йәшәмәҫ инек. Яңыраҡ “Газета.Ru” интернет баҫмаһы биргән мәғлүмәттәр буйынса, торлаҡ кредитын Испанияла — 4 — 5, Бөйөк Британияла — 2,5 — 5, Италияла 4,2 — 5,5 процент нигеҙендә бирәләр. Йәғни уларҙа айлыҡ түләү беҙҙәгегә ҡарағанда күпкә кәм. Торлаҡ мәсьәләһе киҫкен булмағас, халыҡтың йәшәү кимәле юғарыраҡ, тыуым да кәмемәй.
Нурзиә ХӘСӘНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 0

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 0

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 0

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 0

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 0

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә