Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төшкән еренә таш булып батты
Төшкән еренә таш булып баттыМари ҡыҙы Рита, һөйгәне Әнүәрҙең тыуған ауылына ерегеп, башҡорт телен өйрәнеп, алты ул һәм ҡыҙға ғүмер бирҙе. Милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә тоғро ҡалған Иҫәнғужиндар ғаиләһе Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында үҙенсәлекле биҙәккә әүерелде.

Әнүәр — 30 йәшендә дүрт бала менән тол ҡалған Ғәлимә еңгәнең өлкән улы. Бәләкәйҙән әсәһенә сайыр ағыҙыу эшендә ярҙамлаша. Эшләп тә, уҡып та йөрөй торғас, һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Үҫмер бер йыл әсәһенә һәм өләсәһенә бесән, утын әҙерләп ташый ҙа Белорет ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға китә. Ташсы һөнәрен үҙләштергәс, ошо уҡ ҡалала хеҙмәт юлын башлай, ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө моторҙар берекмәһенә урынлаша. Шул саҡ буласаҡ ҡатынын — яңы ғына һөнәрселек училищеһын тамамлаған мари ҡыҙы Ританы осрата. Дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә бирелмәгәс, йәштәр үҙ теләге менән эштән китә. Яҙмыш еле уларҙы Рязань өлкәһенә илтә.
Һөнәрле кеше ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Йәштәр эш араһында үҙҙәренә бирелгән йортто биҙәп, төҙөкләндереп ала. Бер йылда аҙыраҡ мая тупланғас, Әнүәрҙең күңеле тыуған яғына тартыла башлай. “Һин ҡайҙа — мин шунда”, — тип яуаплай һөйөклөһө. Юғары эш хаҡы ла, етәкселектең йорт төҙөшөргә вәғәҙә итеүе лә ҡыҙыҡтыра алмай йәштәрҙе.
Ауылда уларға эш әҙерләп, йәшәр урын тәҡдим итеп көтөп тороусы юҡ. Улар ҡыҙы янына күсеп киткән Ғәлимә еңгәнең буш йортона ҡайта. Әнүәр вахта ысулы менән эшләй башлай, ярты айға ҡырға киткән саҡтарында Ритаға иптәшкә 80 йәшлек өләсәһен ҡалдыра. Башҡорт ауылына килен булып төшкән мари ҡыҙы телде ныҡышмалы өйрәнергә тотона. “Оло йәштәге ҡәйнәм менән урыҫ, мари, башҡорт телдәрен ҡатнаштырып һөйләп, ымлап, саҡ аңлаша инек”, — тип көлөп иҫкә ала Рита килен ауылдағы тәүге көндәрен.
— Кәләшем башҡорт телен өйрәнеүҙә һәләтле, тырыш булып сыҡты. Баш балабыҙ тыуғанда, башҡортса иркен аралаша ине, — тип һөйөнә Әнүәр ҡусты.
Рита менән Әнүәр Иҫәнғужиндарҙың тормошо күптәр өсөн фәһемле. Улар бәхетен ситтән эҙләмәйенсә, ауылда етеш донъя ҡороуға, аҡыллы һәм тырыш балалар үҫтереүгә өлгәшкән. Эльвира педагогия университетын, Эльмира колледж тамамланы, Гөлйемеш Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡый. Азамат Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, атаһының юлын дауам итеп, малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә ниәте бар. Кинйәләре Айнур ҙа эш һөйөп үҫә.
Татыулыҡта, шатлыҡта йәшәүсе Иҫәнғужиндар башҡаларҙы ла һөйөндөрөргә, саҡ ҡына булһа ла бәхетлерәк итергә атлығып тора. Күршеләре 90 йәшлек Йомаһолтан апай Йәғәфәрова ҡараусыһыҙ ҡалғас, Рита килен дә, балалары ла уға бар яҡлап ярҙам итә. “Ҡылған изгелектәренә меңдән-мең рәхмәтлемен”, — ти Йомаһолтан апай.
Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН.
Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә