Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүгә 200 йыл тулыу айҡанлы Пермь ҡалаһында “Төньяҡ амурҙары” мәҙәни-мәғлүмәт акцияһы үткәрелде. Программаға ярашлы, унда “түңәрәк өҫтәл” дә ойошторолдо. Башҡортостан һәм Пермь крайы ғалимдары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡаһарман ата-бабаларыбыҙҙың данлы яу юлын байҡау менән генә сикләнмәне, бөгөн халҡыбыҙҙы борсоған проблемаларға ла туҡталды. Тураһын әйтергә кәрәк: Пермь башҡорттарының хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Һеҙҙең иғтибарға ултырыштағы сығыштарҙы тәҡдим итәбеҙ.
Башҡорттар утыҙ полк туплағанСалауат ҠОЛБАХТИН, тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты:— 1812 йылғы Ватан һуғышы тарихы Башҡортостанда ентекле өйрәнелә. Әлбиттә, был осраҡлы түгел. Сит илдәр менән хәрби бәрелештәрҙә башҡорттар элек-электән ҡатнашып торған. Улар һәр ваҡыт Рәсәйҙең именлеге өсөн йәнен-тәнен фиҙа ҡылырға әҙерлеген йәшермәгән. Был һүҙҙәрҙе дәлилләү өсөн факттар килтерәм.
Башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылғас, Иван Грозный батшалыҡ иткән осорҙа уҡ беҙҙекеләр Ливон һуғышында ҡатнаша. Шулай уҡ Мәскәүҙән поляк интервенттарын ҡыуыуҙа көс күрһәтеүен дә билдәләр инем. Башҡорттарҙың саялығы Петр I батшаға Азов походында һәм Төньяҡ һуғышта ярҙам иткән. Бындай миҫалдарҙы әллә күпме килтерергә була.
ХIХ быуат башында Наполеондың Рәсәйгә ҡаршы сығыуы хаҡында һүҙ таралғас, башҡорттар үҙҙәре Ырымбур губернаторына илде яҡларға теләк белдерә. Ә 1811 йылда Башҡортостандан ике полк сик буйында хеҙмәт иткән. Рәсәй етәкселеге, әлбиттә, был тәҡдимдән баш тартмай. Шулай итеп, 1812 йылдың февралендә беҙҙең ата-бабалар 20 полкты туплап та ҡуя. Шуныһы ла мәғлүм булһын: бер полк 530 кешенән торған.
Билдәле булыуынса, хәҙерге Пермь крайы ерендә элек-электән аҫаба башҡорттар йәшәй. Гәйнә башҡорттары иһә 1812 йылғы Ватан һуғышына 20-се полкты туплай.
Шуны айырыуса билдәләп үтергә кәрәк: башҡорттар үҙ теләге менән полктар төҙөп кенә ҡалмай, үҙ иҫәбенә кейенә, һәр яугир икешәр атын яуға алып бара. Бының менән генә сикләнеп ҡалмайҙар. Император бойороғо менән һәр яугиргә йылына 12 һум аҡсалата ярҙам һәм атын туҡландырыу өсөн һоло бирелә. Тик башҡорттар был ярҙамдан баш тарта. 1812–1814 йылдарҙа улар үҙҙәре армия фондына бер нисә тапҡыр аҡсалата ярҙам күрһәтә.
Француздар беҙҙең һыбайлы яугирҙәрҙе амурҙар менән сағыштырған. Улар йәшен кеүек һиҙмәҫтән килеп сыға ла, амур кеүек, уҡтары менән дошмандарҙы тар-мар итеп күҙҙән юғала. Шул осорҙа Польшала күҙәтеүсе булып эшләгән инглиз офицеры башҡорттар хаҡында иҫтәлектәрендә хайран ҡалып яҙа: “Улар сабып барғанда ике уғын теше менән ҡыҫа, ә берәүһен тоҫҡай. Шунан бер-бер артлы уҡтарҙы дошманына ата. Яҡыная башлағас, тағы һөңгөһөн осора. Аҙаҡ инде йоҙроҡлап һуғыша башлайҙар”.
Хәҙер ҡайһы бер ғалимдар башҡорттарҙан 20 полк төҙөлөүе хаҡында мәғлүмәт бирә. Был иһә дөрөҫ түгел. Беҙҙең иҫәпләү буйынса, яуға 28 полк ебәрелгән. Яңыраҡ ҡына Әнүәр Әсфәндиәров етәкселегендә диплом яҙған студент тағы ике полктың ҡатнашыуын асыҡлай. Шуға ла башҡорттар 30 полк оҙатҡан, тип әйтә алабыҙ. Бөгөнгө гәйнә ырыуы вәкилдәре ҡаһарман ата-бабаларының батырлығын онотмаҫҡа тейеш.
Аҫаба халыҡ кәмейАлександр ЧЕРНЫХ, тарих фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Урал биләмәһендәге Тарих һәм археология институтының ғилми хеҙмәткәре:— Башҡорт халҡының шәп яугир булыуына һис шикләнмәйем. Беҙҙең төбәктә йәшәгән халыҡтар араһында фәҡәт башҡорттарҙа ғына әрмегә оҙатыу йолаһы бар. Улдарын хеҙмәт итергә оҙатҡанда, улар ниндәй генә йоланы үтәмәй. Ә бит бүтән милләттәрҙә ул традиция юҡ!
Мин иғтибарҙы бүтән проблемаға йүнәлтмәксемен. Һуңғы утыҙ йылда Пермь крайында башҡорттарҙың иҫәбе кәмегәндән-кәмей. 1989 йылда — 52 мең, 2002 йылда — 40 мең, ә инде һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың һаны 32 мең тирәһе икәнлеге асыҡланды. Был тиклем аҫаба халыҡтың кәмеүендә бер нисә сәбәп бар. Беренсенән, Пермь крайы Рәсәйҙең төньяҡ өлөшөнә ҡарай. Һуңғы йылдарҙа төньяҡ төбәктәрҙә кеше иҫәбе былай ҙа кәмене. Икенсенән, дөйөм алғанда төбәктә тотош халыҡ һаны ла артмай. Әгәр 1989 йылда Пермь крайында 3 миллиондан ашыу кеше йәшәһә, хәҙер ул күрһәткес 400 меңгә әҙерәк.
Тағы ла бер мөһим сәбәпте атар инем. Башҡорт һәм татар халыҡтары тығыҙ мәҙәни-рухи бәйләнештә йәшәй. Бына Барҙа районында электән башҡорттар йәшәп килгәнен яҡшы беләбеҙ. Тик ниңәлер һуңғы йылдарҙа ул районда башҡорттарҙың иҫәбе кәмей, ә татарҙар арта. Элек паспортта һәр граждандың милләте күрһәтелә ине, хәҙер уны алып ташланылар. Был да үҙенең кире яҡтарын һиҙҙертә. Пермь һәм Барҙа райондарында элек-электән гәйнә башҡорттары йәшәһә, хәҙер улар татарлашып бөтөп бара, сөнки төбәктә татар теле генә уҡытыла. Шуғалыр ҙа ундағы башҡорттарҙың 92 проценты татар телен туған теле тип иҫәпләй. Был бит иҫ китерлек күренеш! Кеше үҙе бер халыҡ вәкиле, ә туған теле итеп башҡа телде атай. Әлбиттә, был бик ҡатмарлы осраҡ. Пермь крайында “башҡорт-татар” милләте барлыҡҡа килгән тип тә шаярталар хәҙер.
Александр III рәхмәтен белдерә Нәзир ҠОЛБАХТИН, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры:— 2005 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле сәнәғәтсе Исмәғил Тасимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса программа ҡабул ителгәйне. Башҡортостан Хөкүмәте быны тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам итәсәген белдерҙе. Фәндәр академияһы ошо шәхес хаҡында монография яҙыу эшен миңә тапшырҙы. Был тема 70-се йылдарҙан таныш. Кандидатлыҡ диссертациямды яҙғанда, гәйнә башҡорттары хаҡында байтаҡ материал туплағайным. Улар Башҡортостандың үҙәгенән алыҫта йәшәһә лә, Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда шул тиклем әүҙем ҡатнаша.
Гәйнә ырыуы хаҡында яҙғанда, ҙур яуаплылыҡты тойҙом. Был осраҡта өҫтөн-мөҫтөн мәғлүмәт биреү мөмкин түгел. Монография яҙыуҙа ике аспирантым, шулай уҡ Әнүәр Әсфәндиәров менән Миңләхмәт Моталов ҡатнашты. Дөйөм алғанда, яҡшы ғына китап килеп сыҡты.
Ошо китапта бик күп үҙенсәлекле мәғлүмәттәр бар. Гәйнә ырыуы халҡы башҡортмо икән тигән һорау элек ҡуйыла ине. Уларҙың аҫаба булыуы-булмауы ла асыҡлыҡ индереүҙе һорай. Эйе, гәйнәләр — саф башҡорт. Легендаларға ҡарағанда, улар ХII быуатта Зәй һәм Шишмә йылғаһы буйҙарынан килеп төйәкләнгән.
Был китапҡа бик ҡыҙыҡлы документ индерелгән. ХIХ быуат аҙағында Строганов һәм Шаховтың нәҫелен дауам итеүселәр шул ерҙәге ике дәүләт заводын ҡулға төшөрөргә уйлай. “Еҙ иретеү заводтары ата-бабаларыбыҙ ерендә рөхсәтһеҙ төҙөлгән, шуның өсөн уны беҙгә бирергә һәм зыян килтергән өсөн аҡса түләргә тейешһегеҙ”, — тигән булалар. Рәсәй Хөкүмәте аптырашта ҡала. Сараһыҙҙан гәйнә башҡорттарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Ә гәйнәләр дәғүәселәрҙең өҫтәленә өйөм документты шап иттереп һала. “Заводтар аҫаба еребеҙҙә төҙөлдө, быға ризалығыбыҙҙы ла биргәнбеҙ. Ә һеҙҙең ул мөлкәткә ынтылырға хаҡығыҙ юҡ”, — ти беҙҙекеләр. Аҙаҡ Александр III гәйнә башҡорттарының аҫабалығы хаҡында Указ сығара.
Свердловск архивында табылған бер документ менән дә таныштырмаҡсымын. Исмәғил Тасимовты яҙа-һыҙа ла белмәгән төпкөл ауыл малайы тип иҫәпләйҙәр ине. Әммә был дөрөҫ түгел. Исмәғил Тасимовтың үҙ ҡулы менән яҙған ҡағыҙҙарын таптыҡ. Ҡулъяҙма менән танышып сыҡҡас, уның заманына ҡарата уҡымышлы кеше икәнлеген әйтеп була. Пермь крайында йәшәүсе милләттәштәр бөйөк яҡташы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Көсләп татарлаштыралар...Рәсил МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:— Беҙҙең ойошма бик һуңлап булһа ла 2000 йылда барлыҡҡа килде. Халҡыбыҙ иҫәбенең крайҙа кәмеүе һис тә тыуымға бәйле түгел. Быға тиклем крайҙа етәкселек иткән кешеләр һәр ваҡыт татар халҡы яғында булды. Мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡытырға мөмкинлек бирелмәне. Халыҡтың иҫәбен алғанда ла ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйыла. Мәҫәлән, күпселек урыҫтар йәшәгән районда башҡорттарҙың һанын объектив күрһәткәндәр. Ә Барҙа районында беҙ йылдан-йыл кәмейбеҙ, сөнки район хакимиәте беҙҙе көсләп татарлаштырырға маташа. Был эш әле лә дауам итә. Бөгөн Пермдә үткәрелгән сарала Чернушка районынан 30 кеше килһә, Барҙанан ни бары дүртәү генә ебәрелгән. Шул төбәктә 2000 йылда Башҡортостан телевидениеһы тапшырыуҙарын көсәйтеп күрһәтеү ҡоролмаһы урынлаштырылғайны, тик ниңәлер БЮТ-ты ҡарай алмайбыҙ. Ул ҡоролманан Татарстан телеканалы ҡуллана.
Һуңғы ваҡытта беҙҙең милләткә ҡараш саҡ ҡына булһа ла яҡшыға үҙгәрҙе. Төбәктең баш ҡалаһында сара үткәреүебеҙ ҙә ошо хаҡта һөйләй. Губернатор хакимиәтенә мөрәжәғәт менән сыҡҡайныҡ, улар, ярҙам итәсәкбеҙ, тип белдерҙе. Йәкшәмбе мәктәптәре өсөн башҡорт китаптары нәшер итеүгә матди ярҙам күрһәтергә ризалыҡ бирҙеләр.
Һәр халыҡ үҙ тарихын белергә тейеш. Балаларыбыҙ Татарстанда баҫылған китаптарҙы уҡығанда, ыңғай үҙгәрештәрҙе көтөү мөмкин түгел. Барҙа районында башҡорт гимназияһын асыу — күптәнге теләгебеҙ, әммә ул һаман да хыялда ғына ҡала.
Башҡортостан беҙҙе оноттоФаил СӘЙҘӘШЕВ, Пермь районының Баш-Ҡолтай ауылы старостаһы:— Ата-бабаларыбыҙ һөйләүенсә, башҡорттар бында ХIII быуат тирәһендә килеп төйәкләнгән. Шуға ла беҙ үҙебеҙҙе аҫаба халыҡ тип әйтергә хаҡлыбыҙ. Ысынлап та, беҙ — башҡорт, әммә төрлө сәбәп арҡаһында татарса һөйләшәбеҙ.
ХIХ быуат осоронда Ҡолтайға йәнәш Урыҫ-Ҡолтай ауылы булған. Уларҙы бутамаҫ өсөн беҙҙең төйәкте Башҡорт Ҡолтайы тип атағандар. Уның хәҙерге исеме ҡыҫҡартып алынған — Баш-Ҡолтай.
Ауыл халҡы үҙенең тарихын белә. Заманында төйәгебеҙҙә өс һәйкәл ҡуйҙыҡ. 1965 йылда — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға, 1985 йылда дуҫым Әнәс Мырҙаҡаев менән яуҙан иҫән ҡайтмаған яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштерҙек. 1992 йылда ауылыбыҙҙың дүрт быуатлыҡ юбилейын билдәләр алдынан дәү һәйкәл урынлаштырҙыҡ.
Ҡуян ауылында мәҙәни тормош йылдам ғына бара. Унда милли байрамдар йыш үткәрелә. Беҙҙә иһә 12 йыл мәҙәниәт йорто юҡ, шулай булғас, бер ниндәй сара ла үткәрә алмайбыҙ. Был йәһәттән Башҡортостан яғынан да ярҙам юҡ.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Пермь ҡалаһы.