Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Миҙал алған Гөлсимә
Ҡуңыр йөҙлө бәләкәй генә малай “Атай!” тип ҡаршыма килеп сыҡты ла, яңылышыуын аңлап, миңә шикле ҡараш ташлап ҡуйҙы. Әммә бер аҙҙан ҡулымдан етәкләп, мине ысын хужаларса өйгә әйҙәне. Джураевтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе менән танышыуым шулай башланды. Тажикстандан күсеп ҡайтҡан ғаилә ыҡсым ғына йортта йәшәй.

— Күп балалы әсә булырмын тип һис уйламағайным, — ти Гөлсимә Рөстәм ҡыҙы. — Ә хәҙер минең өс ҡыҙым, ике улым бар. Күптән түгел генә өләсәй булдым.
Был татыу ғаилә Мәсәк ауылында йәшәй. Гөлсимә үҙе — башҡорт, тормош иптәше Әлиморат — тажик. Улар ғаилә башлығының тыуған ерендә осрашып таныша. Оҙаҡламай йәштәр гөрләтеп туй яһай.
Бөгөн ишле ғаилә ҙур хужалыҡ тота. Өс һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Мал-тыуарҙы ҡарау өсөн, әлбиттә, ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Шуға ла Джураевтар иртәнән кискә саҡлы донъя мәшәҡәттәре менән мәж килә.
— Мин балаларым өсөн тынысмын. Береһе лә эшһеҙлектән яфаланып йөрөмәй. Улар — беҙҙең төп ярҙамсыларыбыҙ, — ти хужабикә. — Мәҫәлән, өсөнсө класта уҡыған Әмир һауыт-һаба ла йыуа, малдарҙы ла ҡарай. Барыһын да үҙаллы эшләйҙәр. Беҙ тормош иптәшем менән өйрәтеп, күрһәтеп кенә бирәбеҙ.
— Балаларығыҙ мәктәптә нисек уҡый? — тип һораным хужабикәнән.
— Яҡшы. Уҡытыусыларҙың зарланғаны юҡ.
— Балалар менән артыҡ йонсомайһығыҙмы?
— Юҡсы. Уларҙың береһе генә лагерға китһә лә, өй буш ҡалған кеүек...
— Үҙебеҙҙән артҡан һөттө дәүләткә тапшырабыҙ, — тип дауам итә Гөлсимә. — Унан килгән аҡса балаларға кейем-һалым алырға ярап ҡала. Нигора исемле ҡыҙыбыҙ Һатҡы ҡалаһында уҡый. Гөлгөнә менән Әмир мәктәптә белем ала. Әнис балалар баҡсаһына йөрөй. Уларҙың барыһы ла бәләкәйҙән хеҙмәт тәмен белеп үҫә.
Күптән түгел Гөлсимә Рөстәм ҡыҙы Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алған.
Әлиморат сығышы менән Тажикстандың Ҡурған-Түбә өлкәһенән. Үҙе лә ишле ғаиләлә үҫкән. Германияла хеҙмәт иткән, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләгән, Себер тарафтарында ла тир түгергә өлгөргән.
Ғаилә башлығының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Мәсәктәр уны үҙ итеп тә өлгөргән.
Н. НӘҒИМОВ.
Ҡыйғы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә