Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кемгә һәйкәл кәрәк?
Был турала башҡа берәүҙән ишетһәк, бәлки, ышанып та бөтмәҫ инек. Ә инде төрлө кимәлдәге етәкселәрҙән рәсми яуап килгәс, аптырашта ҡалдыҡ.

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Шәһит Хоҙайбирҙин 28 йәшендә генә вафат булған. Ҡыҫҡа ғүмерендә ҡыйыу ҡәләм оҫтаһы, шул уҡ ваҡытта тәжрибәле ойоштороусы булараҡ та байтаҡ эш башҡарып өлгөрә. Республикабыҙҙа Совет власын урынлаштырыуҙа күп көс һалыуы ла оло ихтирамға лайыҡ.
Революцияға бәйле бәрелештәрҙә ҡатнашып, ҡаты яралана. Аҙаҡ инде табиптар бөйөр туберкулезы менән сирләүен асыҡлай. Хәле әллә ни яҡшы булмаһа ла, ул 1924 йылдың ноябрендә Башҡортостанға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Мәскәүгә юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо китеүҙән Шәһит Әхмәт улы тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтмай.
Ил улының исемен мәңгеләштереү өсөн республикабыҙҙа күп эш башҡарылған. Тыуған ауылы, урамдар, Баймаҡтағы машиналар эшләү заводы, республика балалар йорто Шәһит Хоҙайбирҙиндың исемен йөрөтә. 1981 йылдың 4 декабрендә Матбуғат йорто алдында уға һәйкәл дә асыла...
Ошо урында айырыуса туҡталып китәйек әле. Быйыл йәй гәзитебеҙҙә Нажиә Игеҙйәнованың “Исемһеҙ һәйкәл” (1 июнь,106-сы һан) һәм Сәбилә Сөләймәнованың “Батырҙы ил онотмаҫ, тигән халыҡ” (21 июнь, 120-се һан) исемле мәҡәләләре донъя күргәйне.
“Матбуғат йорто алдында башҡорттоң оло шәхесе Шәһит Хоҙайбирҙинға бюст ҡуйылған. Ихтирам билдәһе ул. Әммә... Ысын күңелдән ихтирам итәбеҙме? Һәйкәл алтаҡтаһыҙ тора бит. Ниндәйҙер осло нәмә менән шәхестең исем-шәрифе сыймаҡланған, ләкин ул яҙыу күренмәй ҙә!” — тип борсолоп яҙғайны әҙибә Нажиә Игеҙйәнова.
Хат сара күреү өсөн Өфө ҡала хакимиәтенә ебәрелде.
Теүәл бер ай тигәндә яуап килеп төштө. Унда былай тиелә:
“Өфө ҡалаһы хакимиәте, “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған материал менән танышҡас, шуны белдерә: бөгөн Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәле Өфөнөң муниципаль мөлкәт реестрында иҫәптә тормай.
Шул уҡ ваҡытта һәйкәл урынлашҡан биләмәне “Горзеленхоз” муниципаль унитар предприятиеһының төҙөкләндереүе хаҡында белдерәбеҙ. Был һәйкәлде ҡараған ойошмаға мөрәжәғәт итегеҙ”.

Беҙ мөрәжәғәт иткәс, “Горзеленхоз”дан да яуап килде:
“Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәле предприятиебыҙҙың балансында тормай. Һәйкәлде һәм уның эргәһендәге скверҙы тәртиптә тотоу муниципаль контракт нигеҙендә башҡарыла”.

Бына һиңә мә! Тимәк, һәйкәл хужаһыҙ булып сыға. Ул ҡала хакимиәтенә лә, ошо биләмәне төҙөкләндереүсе ойошмаға ла ҡарамай, имеш. Өфө хакимиәте — “Горзеленхоз”ға, ә уныһы хакимиәткә һылтана. Эҙлә инде хәҙер һәйкәлдең хужаһын. Был сырмалған епте кем тағатыр?
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә